Хажиев Ризван Закирхан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ризван Хажиев битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Хажиев Ризван Закирхан улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 30 сентябрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Мәсетле районы, Һөләймән
Вафат булған көнө 27 октябрь 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Мәсәғүт (Дыуан районы)
Һөнәр төрө яҙыусы, журналист, дәүләт эшмәкәре, йәмғиәт эшмәкәре, ғалим
Эшмәкәрлек төрө проза
Эш биреүсе Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме доцент[d]
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Хажиев Ризван Закирхан улы (30 сентябрь 1939 йыл — 27 октябрь 2013 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, журналист һәм яҙыусы. Филология фәндәре кандидаты (1987), доцент. 1969 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы (1992) һәм Башҡортостан Республикаһы (1991) Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡорт АССР-ының XII саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1990—1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (1999) һәм Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге (2004) премиялар лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ризван Закирхан улы Хажиев 1939 йылдың 30 сентябрендә Мәсетле районының Һөләймән ауылында тыуған. Ауылында башланғыс белем ала, Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә 1957 йылға тиклем уҡый. Силәбе өлкәһенең Баҡал ҡалаһы һөнәрселек училищеһында паровоз машинисы ярҙамсыһы һөнәрен ала (1959). Училищелә уҡыған ваҡытында уҡ урындағы «Баҡал таусыһы» гәзитенә мәҡәләләр яҙа, баҫманың әүҙем хәбәрсеһенә әйләнә. Армия хеҙмәтен Минск ҡалаһында һәм Венгрияла үтә. Армияла саҡта ла хәрби гәзиттәрҙә тиҫтәләгән һүрәтләмә, репортаждар баҫтыра. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Мәсетле районының «Коммунист» гәзитендә эшләй (1963).

1964 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Төркөм старостаһы итеп тәғәйенләнә. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша: университет ВЛКСМ комитетының — өсөнсө, һуңыраҡ икенсе секретары, тотош уҡыу йорто студенттарының хеҙмәт семестры штабы етәксеһе вазифаларын башҡара.

1969 йылда университетты «ҡыҙыл» дипломға тамамлай. Мәсетле районының Мәләкәҫ һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә директор булып эш башлай. Артабан район мәҙәниәт бүлеге мөдире, район гәзите мөхәррире урынбаҫары вазифаларында эшләй.

1974 йылдан «Совет Башҡортостаны» гәзитенең Учалы, Белорет һәм Бөрйән райондарын берләштергән эш зонаһында үҙ хәбәрсе, 1981 йылдан — гәзиттең партия тормошо бүлеге мөдире.

1987 йылдан Башҡортостан Журналистар союзының яуаплы секретары, 1990 йылдан — рәйес вазифаларында эшләй. Журналистар союзында эшләгән осорҙа Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия булырыуға өлгәшә.

1990 йылда БАССР-ҙың 12-се саҡырылыш Юғары советына 226-сы Ләүзә һайлау округанан (Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районы) депутат итеп һайлана. Артабан Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты вазифаһында 1995 йылға тиклем эшләй.

1996—1997 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетында уҡыта, факультеты декан урынбаҫары вазифаһын башҡара.

1997 йылдың октябрь айынан 2001 йылға тиклем «Ватандаш» журналының баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй.

2013 йылдың 27 октябрендә Дыуан районы үҙәге Мәсәғүт ауылында вафат була, тыуған төйәге Һөләймән ауылы зыяратында ерләнгән.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ризван Хажиев ижады тәү сиратта журналистика өлкәһендә киң билдәле.

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бейек татр бөркөтө : документаль повесть / Р. Хажиев; [мөх. Х. Т. Биҡҡолов]. — Өфө: Китап, 1981. — 120 б. — Перед вып. дан.: Хажиев Р. З. Беркут из высоких татр: документальная повесть. — На башк. яз.
  • Әгәр мин яҙмаһам. Өфө, 1988
  • Шомло Афған тауҙары : очерктар / [мөх. Ф. Х. Ихсанова] .— Өфө : Башҡ. кит. нәшр., 1989 .— 152 б. — Перед вып. дан.: Тревожные Афганские горы: очерки .— На башк. яз. — Содерж.: Командир хаты / Р. Хажиев. Батырлыҡ сығанаҡтары / Ф. Фәтҡуллин. Бөркөттәр бейек оса / К. Хажиәхмәтов [һ. б.] .— ISBN 5-295-00625-5
  • Исемдәре ҡалыр йылдарҙа : документаль повесть һәм очерк / Р. З. Хажиев; [мөх. С. Шәрипов]. — Өфө: Китап, 1992. — 128 б. — ISBN 5-295-01098-8
  • В погонах и без погон. Уфа. 1996 (соавт.)
  • Башкирская публицистика 20-30-х годов: Учеб. пособие по ист. башк. журналистики / Р. З. Хажиев. — Уфа: БГУ, 1998. — 112 с. — ISBN 5-7477-0283-1.
  • Журналист булып ҡалам. : повесть-хроника, очерктар, юл яҙмалары, публицистика / Р. Хажиев . — Өфө : Китап, 1999 .— 399 б. : рәс. — ISBN 5-295-02520-9.
  • Уроки журналистского мастерства. Уфа, 1999 (соавт.)
  • Мечетлинский район Республики Башкортостан : Краткая энцикл. / Сост. Р. Хажиев, Г. Хусаинова .— Уфа: Б.и., 2000 . — 166 с. : ил. 
  • Кем һин, Сабир Ваһапов? : повестар, очерктар. — Өфө : Китап, 2004. — 326 б. — ISBN 5-295-03404-6.
  • Помнят Высокие Татры. : докум. повесть / Р. З. Хажиев; пер. с башк. А. Хусаинова и З. Буракаевой. — Уфа: Уфим. полиграфкомбинат, 2005 (:ГУП РБ «Уфимский полиграфкомбинат»). — 112 с. — ISBN 5-85051-353-1.
  • Есть такая земля — мечетлинская. Уфа, 2005.
  • Путь архитектора: историко-биогр. повесть / Р. З. Хажиев .— Уфа : Информреклама, 2007 .— 118 с. : ил. — ISBN 978-5-94780-122-4.
  • Һөләймән һәм һөләймәндәр : (ауылым тарихы) / Р. Хажиев .— Өфө : Уфим. полиграфкомбинат, 2006. — 190 б. : рәс. — ISBN 5-85051-391-4.
  • Әй буйына ҡайтам әле. : Новеллистик повесть һәм очерктар / Р. Хажиев . — Өфө: Китап, 2009. — 446 б. — ISBN 978-5-295-04871-5.
  • Ташҡын уртаһында : повесть, очерктар, иҫтәлектәр, хикәйәләр / Р. З. Хажиев. — электрон б-ма. — Өфө: Китап, 2014. — 300 б.: фото 10 б. — ISBN 978-5-295-06075-5
  • Лауреаты премии имени Шагита Худайбердина / [сост.: Ф. Ш. Кудакаев, Р. З. Хажиев]. — Уфа: Китап, 2016. — 192 с. : портр. — К 120-летию со дня рождения Ш. Худайбердина. — 16+ .— ISBN 978-5-295-06511-8

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.
  2. Хәсән Назаров. Ғәҙеллек илсеһе. // Йәшлек. 1990, 13 февраль.
  3. Хәсән Назаров. Йондоҙ яна йөрәгендә. // Совет Башҡортостаны. 1990, 1 май.
  4. Камил Яйыҡбаев. Депутаттың эш көнө. // Башҡортостан. 1995, 1 март.
  5. Сәлимйән Бәҙретдинов, Аҫылғужа Баһуманов. «Журналист булып ҡалам…». // Йәшлек. 1999, 10 август.
  6. Рәсих Ханнанов. Эйе, ул журналист булып ҡала. // Ҡыҙыл таң. 1999, 15 сентябрь.
  7. Нурия Амангилдина. Әй һыуынан дәрт һәм көс алып. // Башҡортостан. 1999, 2 октябрь.
  8. Аҫылғужа Баһуманов. Дуҫ тураһында һүҙ. // Башҡортостан. 2004, 28 сентябрь.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]