Эстәлеккә күсергә

Йонос (Мәсетле районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Йонос
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Мәсетле районы

Координаталар

55°49′27″ с. ш. 58°23′15″ в. д.HGЯO

Милли состав

Башҡорттар

Этнохороним

йоностар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 242 850 001

ОКТМО коды

80 642 450 101

Йонос (Рәсәй)
Йонос
Йонос
Йонос (Мәсетле районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Йонос

Йонос (рус. Юнусово) — Башҡортостандың Мәсетле районындағы ауыл. Йонос ауыл советы үҙәге. Почта индексы — 452563, ОКАТО коды — 80242850001.

  • Район үҙәгенә тиклем (Оло Ыҡтамаҡ): 23 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сулея): 149 км

Йонос ауылы район үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 23 километр һәм Һилейә тимер юл стнцияһынан (Силәбе өлкәһе) төньяҡ‑көнбайышҡа табан 149 км алыҫлыҡта Әй йылғаһы буйында урынлашҡан.

Йонос ауылына XVIII быуаттың 2‑се яртыһында Себер даруғаһы Ҡошсо улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә 1780 йылға тиклем Уразай исеме менән (тәүге төпләнеүсенең исеменән, уның улы — сотник Йонос Уразаев) билдәле булған ауылға нигеҙ һалған. Йонос Уразаев һәм Төлкөбай Тимерәков икеһе Ҡошсо улусы Уразай ауылынан булған. Уның улы Мөхәмәтрәхим Йоносов (1778) Йонос ауылында йәшәгән.

Йонос Уразаев 1780 йылда Ҡошсо улусы старшинаһы Иҫәкәй Саҙыров һәм Һарт улусы старшинаһы Өмөтәй Ураҙымбәтовтың 9 ышаныслыһы (Рахманғол ауылынан — 4, Һабанаҡтан — 2, Уразай ауылынан — 2) булараҡ 166 йорт исеменән Зюргязе йылғаһы буйындағы аҫаба ерҙәрҙең бер өлөшөн Пермь провинцияһы воеводаһы А. Ф. Голубцовҡа һатыу буйынса килешеүе (купчая запись) төҙөгәндә ҡатнашҡан[1].

1795 йылда Йонос ауылындағы 16 йортта 91 кеше йәшәгән.

1816 йылғы һәм 1834 йылғы йәниҫәптәрҙә 1735-1821 йылдарҙа Йонос ауылында йәшәгән Йосоп Уразаев, Йоностоң ағаһы теркәлгән. Тимерәков Төлкөбайҙың улы Абдулғәзиз Төлкөбаев (1797—1832) Йоноста йәшәгән. бынан тыш, 72 йәшлек игеҙәктәр Мәндей һәм Ҡаҡсы Тимерәковтар ҙа Йонос ауылында йәшәгән.

Шулай уҡ ауыл Тимерәк булараҡ билдәле булған. Исемлектә Йонос ауылында йәшәүсе ағалы-энеле Тимерәковтарҙың булыуы улдарының фамилияһы буйынса билдәле Тимерәк етәкселегендә Йонос кешеләре тарафынан Тимерәк-Йонос ауылы төҙөлгәнен ышаныслы раҫлай. Әйтер кәрәк, Тимерәковтар ҙа, Йоносовтар һымаҡ, ауыл һәм улус общинаһы тормошонда әһәмиәтле роль уйнағанлыҡтан, Йонос ауылы ла Тимерәк тигән икенсе исемгә эйә булған.

1781 йылғы картала ике Тимерәк ауылы күрһәтелгән, береһе — Йонос ауылы эргәһендә - Әй йылғаһының һул ярында, тәүге ауылға ҡаршы урынлашҡан.

1816 йылда Йонос ауылындағы 30 йортта 170, 1859 йылда 45 хужалыҡта — 285 кеше йәшәгән.

1865 йылда (Тимерәк ауылы менән бергә иҫәпкә алынған) 51 йортта — 255 кеше. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 йылда Йонос‑Тимерәктә мәсет, мәҙрәсә, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән[2][3][4].

XX быуаттың 80‑се йылдарынан алып Йонос ауылы хәҙерге исемен йөрөтә[5].

Әлеге ваҡытта Йонос ауылында төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Йыл Халыҡ һаны
1939 234 [6]
1959 267 [7]
Йыл Халыҡ һаны
1970 430 [7]
1979 413 [8]
Йыл Халыҡ һаны
1989 373 [8]
2002 382 [9]
Йыл Халыҡ һаны
2009 420 [10]
2010 457 [9]

Йонос ауылында 1906 йылда — 570, 1920 йылда — 54 йортта 315 кеше йәшәгән. Башҡорттар йәшәй (2002).

  • Башҡоpтостан (урамы) — рус.  Башкортостан ( улица )
  • Ҡыҙыл Яр (урамы) — рус.  Красный Яр ( улица )
  • Урман (урамы) — рус.  Лесная ( улица )
  • Мәжит Ғафүри (урамы) — рус.  Мажита Гафури ( улица )
  • Тыныслыҡ (урамы) — рус.  Мира ( улица )
  • Йәштәр (урамы) — рус.  Молодежная ( улица )
  • Салауат Юлаев (урамы) — рус.  Салавата Юлаева ( улица )
  • Совет (урамы) — рус.  Советская ( улица )
  • Хәйерзаманов (урамы) — рус.  Хаерзаманова ( улица )
  • Мәктәп (урамы) — рус.  Школьная ( улица )[11]

Күренекле ауылдаштар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ниғмәтуллин Мулланур Абдулхай улы (28.10.1941, Йонос — 11.02.2002, Сибай), актёр. БАССР‑ҙың атҡаҙанған (1978) һәм халыҡ (1989) артисы. БАССР-ҙың театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1979).
  • Шафиҡова Гөлсирә Мазһар ҡыҙы (16.05.1955, Яңы Мишәр) — шағир, яҙыусы. Башҡортостан Республикаһы (1997) һәм Рәсәй Федерацияһы (2006) Яҙыусылар берлеге ағзаһы. Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге (2002) һәм Учалы районының Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге (2005) премиялары лауреаты.
  • Тарихи ҡомартҡы: ауыл эргәһендә Йонос торамаһы табылған.
  1. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 557. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  2. Давлетбаев Б. С. Твое шежере. С. 25-31. Там же. С. 22-24. С. 36—47.
  3. МИБ. Т. 5. С. 120-121.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 557. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Йонос (Мәсетле районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // ӨфөКитап, 2018. — Т. 1.
  7. 7,0 7,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // ӨфөКитап, 2018. — Т. 2.
  8. 8,0 8,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // УфаКитап, 2018. — Т. 3.
  9. 9,0 9,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // УфаКитап, 2018. — Т. 4.
  10. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  11. "Налог Белешмәһе" системаһында Йонос ауылы