Башҡортостан ауылдары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Башҡортостан ауылдары, тарихи Башҡортостан биләмәләрендә урынлашҡан, ҡала йәки ҡасаба булмаған, кешеләр йәшәгән торамалар. Бөгөнгө көн ҡанундары буйынса Рәсәй хөкүмәте тарафынан билдәле бер тәртиптә теркәлгән торамалар ғына ауылдар (ҡала, ҡасаба) булып иҫәпләнә. Шунлыҡтан кешеләр йәшәгән ҡайһы бер урындар ауыл булып иҫәпләнмәй, ә ниндәйҙер бер тораманың өлөшө булып ҡала. Ә география фәне ҡанундары буйынса бер-береһенән алыҫ урынлашҡан торамалар бер бөтөн була алмай. Ниндәйҙер ваҡыт арауығында кешеләр йәшәмәгән торамалар ҙа була. Бындай хәл ауылдан кешеләр китеп бөтһә, ә хөкүмәт ауылды иҫәп исемлегенән алып ташлау тураһында ҡарар ҡабул иткәнсегә тиклем ваҡыт арауығында барлыҡҡа килә. Ауылдарҙың юҡҡа сығыуы башлыса кешеләрҙең икенсе урынға күсеүенә бәйле. Бер ауылдың икенсе торама менән ҡушылып китеү осраҡтары ла бик йыш, ул ваҡытта берәүһенең генә исеме һаҡланып ҡала.

«Ауыл» һүҙенең аныҡламаһы һәм аңлатмаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл һүҙенең юридик аныҡламаһы юҡ. Тел белгестәре аңлатмаһында: Ауыл — ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүсе йәшәгән урын, боронғо төрки һүҙе Ағыл менән бәйле[1].

Ауылдарҙың төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылдарҙы «Ҙур» йәки «Бәләкәй» тип билдәләүсе сиктәр ҙә аныҡ түгел. Һәр ғалим, тикшереүсе үҙ күҙлегенән сығып фаразлай. Урыҫтарҙағы һымаҡ ауылдарҙың төрҙәре юҡ. Башҡортса бөтә төрҙәр ҙә «Ауыл» тип атала.

Ауылдарҙың барлыҡҡа килеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлбиттә, һәр бер ауылдың үҙ тарихы, барлыҡҡа килеү ваҡыты бар. Шулай ҙа башҡорт ауылдары XXV быуаттарҙа ултыраҡ тормошҡа күсеү сәбәпле барлыҡҡа килгән тип аңлаталар. Күсеп килеүсе урыҫтар, татарҙар, сыуаштар, марыйҙар һәм башҡа халыҡтар төҙөгән ауылдар XVII, XVIII, XIX быуаттарға ҡарай. XX быуатта барлыҡҡа килгән ауылдарҙы МТС-тар, совхоздар төҙөүгә бәйләргә була. Тарих фәне ҡанундары буйынса ауылға нигеҙ һалыу йылын күрһәткән ниндәйҙер яҙма сығанаҡ булырға тейеш. Әгәр ундай сығанаҡ булмаһа, хөкүмәт тарафынан тәүге теркәү йылын күрһәтәләр. Күсеп килеүселәр төҙөгән ауылдарҙың тыуған йылын билдәләү ауырлыҡтар тыуҙырмай, сөнки күскенселәр башҡорттар менән ер буйынса килешеү төҙөгәндәр. Совет заманандығы ауылдар буйынса хөкүмәт ҡарарҙары бар. Ә башҡорт ауылдарына нигеҙ һалыу йылын билдәләү бик ауыр һәм теүәл йылы билдәле ауылдар бик аҙ. Шуның өсөн, башлыса ауылдарҙың тәүге теркәү йылын күрһәтәләр. Хөкүмәт тарафынан бындай тәүге теркәү 1795 йылғы 5-се ревизия иҫәп алыу ваҡытында булған.

Ауылдарҙың топонимикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылдарҙың исемдәре башлыса ауылға нигеҙ һалыусының исеменән йәки ер-урындың, йылғаның атамаһынан алынған. Ауылдарҙың берәү генә түгел, бер нисә исемлеләре лә булған. Ауыл исеменә «Яңы», «Иҫке», «Оло», «Кесе», «Үрге», «Түбәнге», «Баш», «Тамаҡ» һымаҡ өҫтәмәләр бындай исемле ауыл булған осраҡта ҡулланыла. Әгәр бөгөн өҫтәмәле исемле ауыл булып, шундай уҡ исемле (әммә өҫтәмәһеҙ) ауыл булмаһа, бындай ауылдың элек булыуы бик ихтимал. Башҡорт ихтилалдарынан һуң, башҡорттарҙы ауылдары менән икенсе урынға ҡыуып, был урынға күскенселәрҙе ултыртыу осраҡтары бик күп булған. Күсеп килеүсе башҡа халыҡтар, башҡорттар йәшәгән урында ауыл төпләһәләр, башҡорт ауылының исемен үҙгәртмәгәндәр. Әлбиттә бындай осраҡ һәр ваҡыт булған тип иҫәпләргә ярамай. XX быуатта барлыҡҡа килгән ауылдарға шул ваҡыттағы тәртип буйынса колхоз, совхоз исемдәре бирелгән. Ҡолаҡҡа ятмаған ауыл исемдәре шунан килә. Ауыл топонимикаһына бәйле иң борсоулы мәсәлә булып, башҡорт ауылдарының исемдәрен урыҫ теленә тәржемә иткәндәге боҙоуҙар тора. Үткән быуаттарҙағы исемлектәрҙе төҙөгәндә теркәүселәр (башлыса урыҫтар) ауыл исемен нисек ишетһәләр, шулай яҙғандар. Өҫтәүенә урыҫсалаштырып «-ово», «-ево», «-ое», «-но» ялғауҙарын ҡушҡандар.

Ауылдарҙың һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостандағы ауылдарҙың һан нисбәте төрлө йылда төрлөсә. Был үҙгәреүсән күренеште аңлатыусы сәбәптәре бар. Әйтәйек, 41 ҡала тибындағы ҡасабаның 38-е 2004 йылда, 1-әүһе 2005 йылда ауыл статусына күсерелде. Йәки кеше йәшәмәгән ауылдар махсус ҡарар менән рәсми иҫәптән алына.

Йыл Һан нисбәте Аңлатма
а б в
01.01.2013 4534 Ағымдығы иҫәп буйынса
01.01.2010 4532 Ағымдығы иҫәп буйынса
01.01.2009 4532 Ағымдығы иҫәп буйынса
01.01.2007 4513 Административ-территориаль ҡоролош тураһандығы рәсми баҫма сығыу ваҡытына ҡарата
09.10.2002 4586 Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытына ҡарата
01.01.1999 4542 Административ-территориаль ҡоролош тураһандығы рәсми баҫма сығыу ваҡытына ҡарата
12.01.1989 4749 Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытына ҡарата
17.01.1979 5098 Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытына ҡарата
15.01.1970 5769 Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытына ҡарата
15.01.1959 7299 Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытына ҡарата
01.06.1940 8887 Административ-территориаль ҡоролош тураһандығы рәсми баҫма сығыу ваҡытына ҡарата
17.12.1926 10271 Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытына ҡарата

Википедияла ауылдар исемлеген төҙөү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан ауылдарының тулы исемлеген төҙөү тәү ҡарауҙа ғына ябай эш. Ауылдарҙың күплеге исемлекте төҙөгәндә ниндәйҙер тәртипкә һалыуҙы талап итә. Район, ауыл советы сиктәре үҙгәреп тороусан булғанлыҡтан, бындай тәртип бик уңай түгел. Бөгөнгө Башҡортостан сиктәре тарихи Башҡортостан сиктәре менән тура килмәүен дә оноторға ярамай. Алфавит тәртибе буйынса төҙөһәң, ауыл исемдәрен үҙгәрткән осраҡтар ҙа йыш була. Төрлө райондарҙа ғына түгел, бер үк район эсендә лә исемдәре бер төрлө булған ауылдар бар.

Башҡортостан ауылдары (алфавит тәртибендәге исемлек)

Ауылдар тураһында яҙма сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

I. БАССР-ҙың һәм Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошо тураһындағы рәсми баҫмалар

  1. Есть издание (первое) 1926 года, обнаружить еще не удалось.
  2. БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года — Уфа: Государственное издательство, 1941. — 387 с.
  3. Башкирская АССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1952 года. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1953. — 495 с.
  4. Башкирской АССР. Административно-территориальное деление на 1 января 1961 года./Изд. 4-е . — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1961. — 428 с.
  5. Башкирской АССР. Административно-территориальное деление 1 января 1969 года./Изд. 5-е. — Уфа: Башкнигоиздат, 1969. — 432 с.
  6. Башкирской АССР. Административно-территориальное деление на 1 июля 1972 года./Изд. 6-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1973. — 388 с.
  7. Башкирской АССР. Административно-территориальное деление на 1 сентября 1981 года. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1981. — 384 стр.
  8. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан на 1 января 1999 года. -Уфа: «Башбланкиздат», 1999. — 416с., 55 картосхем.
  9. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан. — Справочник. Уфа: ГУП РБ "Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.: илл.

II. Рәсми статистик мәғлүмәт йыйынтыҡтары

  1. Сборник статистических сведений по Уфимской губернии. Том I. Уфимский уезд. Оценочно-статистические материалы по данным местных исследований 1895 и 1897 гг. /Уфимская Губернская Земская Управа; Под редакцией С. Н. Велецкого.- Уфа: Типо-литография А. П. Зайкова, 1898. — 773 с., 1картосхема.
  2. Сборник статистических сведений по Уфимской губернии. Том II. Стерлитамакский уезд. Оценочно-статистические материалы по данным местных исследований 1895 и 1897 гг. / Уфимская Губернская Земская Управа; Под редакцией С. Н. Велецкого. -Самара: Типография Н. К. Раутовского, 1899. — 1267 с., 1 картосхема.
  3. Сборник статистических сведений по Уфимской губернии. Том III. Мензелинский уезд. Оценочно-статистические материалы по данным местных исследований 1896 г. /Уфимская Губернская Земская Управа; Под редакцией С. Н. Велецкого. — Уфа: Паровая типо-литография А. П. Зайкова, 1899. — 790с. + 140с.
  4. Сборник статистических сведений по Уфимской губернии. Том IV. Белебеевский уезд. Оценочно-статистические материалы по данным местных исследований 1896 г. /Уфимская Губернская Земская Управа; Под редакцией С. Н. Велецкого. — Уфа: Паровая типо-литография А. П. Зайкова, 1898. — 1048с., 2 картосхемы.
  5. Сборник статистических сведений по Уфимской губернии. Том V. Бирский уезд. Оценочно-статистические материалы по данным местных исследований 1897 г. /Уфимская Губернская Земская Управа; Под редакцией (уточнить). — Уфа, 1899. — 455 с.
  6. Сборник статистических сведений по Уфимской губернии. Том VI. Златоустовский уезд. Оценочно-статистические материалы по данным местных исследований 1897 г. /Уфимская Губернская Земская Управа; Под редакцией С. Н. Велецкого — Самара, 1899. — 901 с., 1 картасхема
  7. Список населенных мест. Ч.II. Оренбаргская губерния. 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с.
  8. Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа: Китап, 2002. — 432 с.
  9. Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа: Китап, 2002. — 400 с.
  10. Населенные пункты Республики Башкортостан. (по данным Всероссийской переписи населения 2002 года)./Статистический сборник. — Уфа: Башкортостанстат, 2004. — 145 с.

III. Башҡа баҫма сығанаҡтар

  1. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. В ?? кн. — Уфа, 1990—1999 и др.
  • Книга 1. Учалинский, Абзелиловский, Бурзянский, Аургазинский, Стерлитамакский, Мелеузовский, Куюргазинский районы.
  • Книги 2 и 3. Баймакский, Белорецкий, Архангельский, Ишимбайский, Стерлибашевский, Федоровский, Кугарчинский, Гафурийский, *Кармаскалинский, Уфимский, Балтачевский, Краснокамский, Ермакеевский районы.
  • Книга 4. Шаранский, Туймазинский, Илишевский, Аскинский районы.
  • Книга 5. Татышлинский, Янсульский, Бураевский районы.
  • Книга 6. Кушнаренковский, Чекмагушевский, Дюртюлинский районы.
  • Книга 7. Альшеевский, Миякинский, Нуримановский, Иглинский, Бижбулякский, Давлекановский районы.
  • Книга 8. Башкирские деревни Пермской и Свердловской областей.
  • Книга 9. Караидельский, Дуванский, Салаватский, Кигинский, Мечетлинский, Белокатайский районы.
  1. Западные башкиры по переписям 1795—1917 гг. Асфандияров А. З., Абсалямов Ю. М., Роднов А. М. — Уфа: Китап, 2001. — 712 с.
  2. История административно-территориального деления Республики Башкортостан (1708—2001). Сборник документов и материалов. Уфа: Китап, 2003. — 536 с.

III. Гәзит-журналдарҙа мәҡәләләр

  • Шәкүр Р.Һәр ауыл — үҙе бер донъя : [Башҡортостан ауылдары тарихы] / Рәшит Шәкүр // Ватандаш. — 2008. — № 6. — 31-38 б.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Генеалогия һәм архивтар сайтында ауылдар бүлеге (урыҫса)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡорт теленең академик һүҙлеге: 10 томда. Т.I: (А хәрефе) / Ф.Ғ.Хисаметдинова редакцияһында. — Өфө:Китап. 2011. — 432 б.