Ҡыҙылтау (Шаран районы)
Ҡыҙылтау (рус. Красная Горка) — Башҡорт АССР-ының Шаран районына ингән ауыл. Бөгөнгө көндә ул ауыл юҡ. Ҡыҙыл — красный, советский, тау — гора.Ҡыҙылтау ауылы Сөн йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. 1940 йылда ауылды Кесе Ямаҙыбаш тип атап йөрөтәләр. Ауыл янында ҡыҙыл тауҙары була.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыҙылтау ауылы 1921—1922 йылғы аслыҡ йылдарында, Йомаҙыбаш ауылынан сыҡҡан татар милләтле ауыл халҡынан килеп урынлашҡан ауыл. 1920 йылғы халыҡты иҫәпкә алыу дәүеренән алып, 1972 йылдарға тиклем йәшәгән ауыл ул. Ҡыҙылтау ауылы янынан Шаран-Ҡандра трасса юлы үтә, Үрҙәк йылғаһы һул яғында 10 км ҡала, Йомаҙыюбаш ауылына 3 км ҡала урынлашҡан.1921 йылғы аслыҡ йылдарында Йомаҙыбаш ауыл халҡы яҡшы ерҙәр эҙләп, тап ошо ергә килеп урынлашалар. Иң беренсе булып Масков Сөнәғәтулла, Сөнәғәтов Ғабдулла, Сәфиуллин Закир, Дәүләтшин Ҡасим, Сәлимгәрәев Шәйсолтан, Хәйруллин Нурулла исемле кешеләр була. Ауыл йорттары бер береһеннән бик айырылып та тормай. Йорттар бер бүлмәле, ике ҡатлы һалам түбәле була. Ҡалған йорт ҡуралар барыһы һаламдан ҡоролған. Йорт тәҙрәләре көньяҡҡа ҡарай 2-3 төҙрә була. Ҡышын йорттарҙы ябай мейес ярҙамында йылыталар, ҡулдан эшләнелгән кирбестән һалынған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был мәҡәләлә мәғлүмәт сығанаҡтарына һылтанмалар юҡ. |