Алпай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Алпай
Алпай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Шаран районы

Координаталар

54°50′26″ с. ш. 53°49′27″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 258 825 002

ОКТМО коды

80 658 425 106

ГКГН номеры

0522176

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Алпай (Рәсәй)
Алпай
Алпай
Алпай (Башҡортостан Республикаһы)
Алпай

Алпай (рус. Алпаево) — Башҡортостандың Шаран районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 103 кеше[1]. Почта индексы — 452641, ОКАТО коды — 80258825002.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь 122
2010 йыл 14 октябрь 103 44 59 42,7 57.3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Шаран): 26 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ерекле): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 32 км

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алпай ауылына 1742 йылдың 9 мартындағы Ҡазан даруғаһының Ҡырғыҙ-Елан улусы башҡорттары менән килешеү нигеҙендә[2] Урта Волга буйынан килгән типтәрҙәр нигеҙ һала[3]. Ауыл халҡы һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән, шулай уҡ игенселек, һөнәрселек һәм сауҙа менән шөғөлләнгән. Халыҡ кәсептәре оҫталары ла күп булған.

1834 йылдағы VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса, Алпай ауылы Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙенең 3-сө типтәр станына ҡарай. Типтәрҙәр ерҙе аҫаба башҡорттар менән бергә биләгән. Дүртөйлө ауылының дәүләт күскенселәре һәм алпауыт Тевкелева менән бесән туғайҙарына бәйле ер бәхәсе була.[4]

1860 йылда ауылда мәсет төҙөлә. 1865 йыл аҙағында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең 3-сө станы Сөн йылғаһы буйындағы ауыл була. Мәсет һәм һыу тирмәне булған. Игенселек, ауыл хужалығынан тыш, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.[5].

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гәрәев Дабир Батыр улы (1934—2006) — агроном. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1967). Башҡорт ССР‑ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1992).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 238. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Н. Х. Миннигалиев. Край родной, навек любимый. Муниципальный район Шаранский район Республики Башкортостан: энцикл. изд. по истории р-на. — Уфа: Мир печати, 2011. — С. 42—43. — 571 с.
  4. А. З. Асфандияров, Ю. М. Абсалямов, М. И. Роднов. Западные башкиры по переписям 1795—1917 гг. — Уфа: Китап, 2001. — С. 113. — 709 с.
  5. Списки населённых мест Российской империи. Вып. 45: Уфимская губерния: по сведениям 1870 года. / обраб. В. Зверинским. — СПб.: Центр. стат. ком. Мин. внутр. дел, 1877. — С. 49. — 195 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]