Наҙарғол (Күгәрсен районы)
Наҙарғол (Күгәрсен районы) — Күгәрсен районындағы бөткән ауыл.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Назарғол ауылына XVIII быуаттың 80-се йылдарында нигеҙ һалына. 1795 йылда ауылда 6, утарҙа — 2 йорт була, бөтәһе 29 кеше йәшәй.
X ревизияла 19 йорт һәм 124 кеше күрһәтелгән. 1920 йылда 37 ихатала 178 башҡорт йәшәгән.
1838 йылда хәрби топограф тасуирламаһы буйынса Назарғол ауылы икенсе исемгә эйә була — Сайыр. Ул Мәтәүтамаҡ күле буйында бер урам булып урынлаша. 14 хужалыҡҡа 190 йылҡы тура килгән, һыйыр малы — 90, һарыҡ — 160 баш. Шул уҡ ваҡытта 69 кешегә 288 бот яҙғы иген сәселгән.
Ауыл Назарғол Ғәлин исемен йөрөтә (1728—1813). Уның 1782 йылғы улы Аллағыуат, Аллағыуаттың балалары: Теләүбирҙе, Йәрмөхәмәт, Динмөхәмәт[1].
Топонимикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡарҙы: Ишкинин Данис, етәксеһе: Ишкинина Филүзә Тимерхан ҡыҙы. Наҙарғол ауылының ер-һыу атамалары[2].
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 147.
- ↑ Тыуған яҡ: топонимдар һәм һөйләү теле. Диалектология һәм ономастика буйынса һәләтле уҡыусыларҙың IV Республика ғилми-ғәмәли конференция материалдары 16 апрель 2018 йыл 4-се йыйынтыҡ. 52 — 54-се биттәр