Иҫке Аҡҡолай
Иҫке Аҡҡолай | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Казанка ауыл Советы (Әлшәй районы), Әлшәй районы һәм Бәләбәй кантоны |
Халыҡ һаны |
234 кеше (2002)[1], 254 кеше (2009)[1], 232 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 452120 |
Иҫке Аҡҡолай (рус. Староаккулаево) — Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 232 кеше[3]. Почта индексы — 452120, ОКАТО коды — 80202822004.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар 97 % тәшкил итә[4].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1906 йыл | 580 | ||||
1920 йыл 26 август | 339 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 279 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 289 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | 225 | ||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | 234 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 232 | 122 | 110 | 52,6 | 47,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Раевка): 8 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Казанка): 18 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Раевка): 8 км
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Карл Маркс урамы (рус. улица Карла Маркса)
- Механизаторҙар урамы (рус. улица Механизаторов)
- Энгельс урамы (рус. улица Энгельса)[5]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡҡолай ауылына башҡорт ихтилалы (1735—1740) йылдарында хөкүмәткә тоғро хеҙмәт иткән сотник Аҡҡолай Бикташев етәкселегендә яйыҡ-ҫыбы-меңдәр тарафынан нигеҙ һалына. Ул Ташлы ауылында йәшәгән. Нисек кенә булмаһын, 1745 йылда Ҡармыш мулла, Иҙрис Минәшев (дөрөҫөрәге Муашев), Сураҡай Төркәев һәм Аҡҡолай Бикташев Ташлы ауылына ҡараған. Шунан һуң улустың аҫаба ерҙәренең бер өлөшөн сыуаш крәҫтиәндәренә биреү тураһындағы документта 1770 йылда ошо ер килешеүендә ҡатнашыусылар итеп Аҡҡолай ауылы кешеләре, атап әйткәндә, тәүге төпләнеүсенең улы Бәхтегәрәй Аҡҡолаев, Сураш Аҡысев, ә Сураҡай ауылынан сотник Иҙрис Мыуашев күрһәтелә. Шулай итеп, 1745 һәм 1770 йылдар араһында Аҡҡолай ауылы барлыҡҡа килә.
1795 йылда 28 йортта 88 ир-егет һәм 80 ҡатын-ҡыҙ иҫәпкә алынған. 1816 йылда 194 башҡорт булһа, 1834 йылда — 306, 1859 йылда — 392, 1870 йылда — 292, Иҫке Аҡҡолайҙа — 329[6].
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан. 22 ноябрь 2016 йыл. Күптән түгел Иҫке Аҡҡолай ауылында шәжәрә байрамы үткәрелде[7]
Сайтта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әлшәй районының Аҡҡолай ауылында кейеҙ байрамы үтте[8].
Видеофильмдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҫке Аҡҡолай ауылының юбилейы. 6 июль. 2021 йылYouTube сайтында Видео
- Башҡорт йыры. Аҡҡолай ауыл мәҙәниәт һарайы үҙешмәкәрҙәре18 август 2020 йылYouTube сайтында Видео
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Күсәрбай Ҡотоев (1794—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
- Суфиянова Сафура Рафиҡ ҡыҙы (1.07.1930—19.10.2001), малсылыҡ алдынғыһы. 1959—1989 йылдарҙа «Заветы Ленина» колхозы һауынсыһы. КПСС-тың XXV съезы делегаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). БАССР-ҙың иң яҡшы һауынсыһы (1963).
- Шәрипов Әмир Усман улы (3.02.1933—3.09.2007), ғалим-тау инженеры, 1991—2003 йылдарҙа Көнбайыш Себер тәрән разведка быраулау технологияһы ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструктор институты директоры. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, техник фәндәр докторы (1993), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡортостан Республикаһының (1996) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе (1996). Рәсәй Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2000), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).
- Аҡҡолай Бикташев[9]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 31 по Республике Башкортостан
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 424. 2022 йыл 14 апрель архивланған.
- ↑ [1]
- ↑ [2] 2018 йыл 13 сентябрь архивланған.
- ↑ Альшеевский район (история родного края)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҫке Аҡҡолай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2019)
- Деревня Староаккулаево, Республика Башкортостан. Сайт «Командировка.ру» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2019)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |