Әүрезтамаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әүрезтамаҡ
Әүрезтамаҡ
Рәсми тел башҡортса‎ һәм урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Түбәнге Әүрез ауыл Советы (Әлшәй районы)
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 68 кеше (2010)[1]
Почта индексы 452102
Карта

Әүрезтамаҡ (рус. Аврюзтамак) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 68 кеше[2]. Почта индексы — 452102, ОКАТО коды — 80202846002.


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
2002[3]2009[3]2010[4]
858468

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, милләттең күпселеге — татарҙар (86 %)[5].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1859 йыл 100
1870 йыл 104
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1917 йыл 26 август 264
1920 йыл 26 август 265
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 68 31 37 45,6 54,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Вязмино-Иванов урамы (рус. Вязьмино-Ивановская (улица))
  • Ленин урамы (рус. Ленина (улица))[6]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әүрезтамаҡ (Ташкисеү, Туҡтар) 1859 йылда керҙәштәр торамаһы тип атала, ә башҡа йылдарҙа (1870, 1917, 1920) — башҡорттар. Уның барлыҡҡа килеү ваҡыты билдәһеҙ. 1859 йылда — 100, 1870 йылда — −104, 1917 йылда — 264, 1920 йылда 265 башҡорт булған[7].

Әүрезтамаҡ хазинаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

VIII—IX быуаттарҙағы Әүрезтамаҡ хазинаһы 1989 йылда Әүрезтамаҡ ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 1 километр алыҫлыҡта, Әүрез йылғаһының уң ярында ҡаҙыныу эштәре барышында табыла. Согдий сәнғәт мәктәбенең (туҫтаҡ, ритон) 21 көмөш объекты табылған, улар сасанид Ираны һәм Төрки ҡағанаты мәҙәниәттәре йоғонтоһонда барлыҡҡа килә. Хазинаның бер өлөшө таланған, 11 әйбер һаҡланған. Хазина материалдары Стәрлетамаҡ музейында һаҡлана. Был хазинанан юғалған әйберҙәр араһында дөйә фигуралары (башы, аяҡтары), алтын ҡомғанда дөйә һүрәтләнгән була. Әүрезтамаҡ хазинаһы Урта Азия сығышлы булған. Был хазина объекттары — Башҡортостан территорияһында урта быуат башында дөйә культы барлығы тураһында туранан-тура археологик дәлилдәр[8][9]

Видеофильмдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Әүрезтамаҡҡа 160 йыл. 2 сентябрь 2019 йылYouTube сайтында Видео
  • Әүрезтамаҡ ауылына нигеҙ һалыныуына 160 йыл тулыуҙы байрам итеү. [10]

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. 3,0 3,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  4. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  6. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 31 по Республике Башкортостан
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 429. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Денисов И. В. Иванов В. А., Исмагилов Р. Б. Новые древности с территории Южного Урала // АПО. Вып. 5. 2001. С. 75-90.
  9. Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
  10. 17 август 2019 йыл

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]