Иҫке Сәпәш
Иҫке Сәпәш | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ибрай ауыл Советы һәм Әлшәй районы |
Халыҡ һаны |
162 кеше (2002)[1], 169 кеше (2009)[1], 133 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 452136 |
Иҫке Сәпәш (рус. Старосепяшево) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 133 кеше[3]. Почта индексы — 452136, ОКАТО коды — 80202819004.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар 91 % тәшкил итә[4].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1906 йыл | 376 | ||||
1920 йыл 26 август | 329 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 146 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 181 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 156 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 162 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 133 | 64 | 69 | 48,1 | 51,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Раевка): 4 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Яңы Сәпәш): 6 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Раевка): 4 км
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Үрге урам (рус. улица Верхняя)
- Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
- Үҙәк урам (рус. улица Центральная)[5]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сепәш — Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы аҫабалары торамаһы. Ул Ҡайын (1870 йыл) һәм Хәлил (1920 йыл) булараҡ та билдәле. Ауыл тарихы беҙгә мәғлүм түгел, ләкин 1795 йылда 77 кеше йәшәгән 10 йорттан тороуы уның барлыҡҡа килеүе хаҡында кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилләй. 1817 йылда бина 140 кеше менән 24 ихатанан торған. 1834 йылда бында 230 башҡорт йәшәй. 50 йортта 1859 йылда 397 башҡорт иҫәпкә алынған, 64 йортта 1870 йылда 412 кеше булған.
Иҫке Сәпәштә 1917 йылда 79 йортта 389 башҡорт булған. Бөтә ауылға 295 дисәтинә һөрөнтө ер тура килә. Шул уҡ ваҡытта 59 йорттоң 4 дисәтинәгә, 14-енең — 10-ға, 1-енең — 15-кә, 2-һенең 15-тән ашыу дисәтинәгә тиклем һөрөнтө ерҙәре булған.
3 ихата сәсеүлекһеҙ булған. 1843 йылда уҡ 230 башҡортҡа 80 бот ужым, 984 бот яҙғы иген сәселгән.
Подпоручик Әйүп Ҡайыпов 2-се башҡорт полкы составында Парижды алыуҙа ҡатнаша, 4-се дәрәжә изге Анна ордены, ике көмөш миҙал менән бүләкләнә[6].
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Видеофильмдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҫке Сәпәштә Ғаилә көнө. 2018 йылдың 18 июле[7]
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дәүләкән Ғайсаров (1786—?), хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
- Әйүп Ҡәйепов, хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы, 2-се Башҡорт атлы полкының поход старшинаһы, подпоручик (1812).
- Миңлеғолова Зөлфирә Ғәлиәхмәт ҡыҙы (6.11.1959), мәғариф ветераны. 1985—2007 йылдарҙа Әлшәй районы Раевка ауылындағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге Башҡорт лицейы педагогы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2002), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1996), «Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе (1995).
- Хәкимова Светлана Фәрит ҡыҙы (21 июнь 1963 йыл) — театр актёры, 1991 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2006)
- Ҡайып Ейәнбәтов[8]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;2002F
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 31 по Республике Башкортостан
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 424. 2022 йыл 14 апрель архивланған.
- ↑ YouTube сайтында Видео Иҫке Сәпәштә Ғаилә көнө. 2018 йылдың 18 июле
- ↑ Альшеевский район (история родного края)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҫке Сәпәш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 февраль 2019)
- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан (рус.)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |