Рәсмәкәй (Кушнаренко районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
конфессиональный состав
башҡ. Рәсмәкәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Кушнаренко районы

Ауыл биләмәһе

Рәсмәкәй ауыл Советы

Координаталар

55°04′41″ с. ш. 55°05′38″ в. д.HGЯO

Халҡы

224[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар, татарҙар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452243

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 240 865 003

Код ОКТМО

80 640 465 111

конфессиональный состав (Рәсәй)
конфессиональный состав
конфессиональный состав
Рәсмәкәй (Кушнаренко районы) (Башҡортостан Республикаһы)
конфессиональный состав

Рәсмәкәй (рус. Расмекеево) — Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районындағы ауыл. [ 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 224 кешебулған[2]. Почта индексы — 452243, ОКАТО коды — 80240865003.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Кушнаренко): 22 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Байталлы): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өфө): 80 км

Рәсмәкәй ауылы Сәрмәсән йылғаһы буйында, район үҙәге Кушнаренко ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 22 километрҙа һәм Өфө тимер юлы станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 80 километрҙа урынлашҡан[3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә Рәсмәкәй ауылына нигеҙ һалған. Ауыл 17131714 йылдарҙағы сығанаҡтарҙа рәсми рәүештә телгә алына. Уға тәүге төпләнеүсе Рәсмәкәй Баҡаевтың исеме бирелгән. Йәниҫәп яҙмаларында шулай уҡ Рыс(з)мекеево, Урасмекеево атамалары менән теркәлгән. 1722 йылда төҙөлгән керҙәшлек килешеүе буйынса Рәсмәкәйгә мишәрҙәр, XVIII быуат уртаһында — һуңғараҡ типтәр ҡатламына күскән яһаҡлы татарҙар индерелгән[4].

Дыуанай улусы башҡорто Рәсәмкәй Баҡаев тағы Ҡормаш ауылы материалдарында ла сағылған.

1714 йылда башҡорттар Кинйәғол Байышев һәм Иван Татыев, иптәштәре менән, Рәсмәкәй ауылына татарҙар Ҡырымҡай Алмаҡаев менән Үсәнде Киҙгенде һәм Әрәс йылғалары буйындағы аҫаба ерҙәренә «ауыл булып ултырырға» рөхсәт бирә.

Керҙәшлек хаҡы — ҡаҙнаға Кинйәғол һәм уны иптәштәре өсөн йылына

«йыл һайын 14 һуҫар тиреһе һәм шти бессырей? бал» [5]

.

1717 йылдың 28 июнендәге яҙыу буйынса, рәсмәкәй башҡорттары Әлбәк һәм Мәсәғүт Тәнәевтәр башҡорттары Яръяҙы һәм Мансияҙы йылғалары буйындағы аҫаба ерҙәрен Монастырские Дуванеи дьячогы М. Г. Халтуринға һәм крәҫтиән П. О. Бобровскийға, йылына 3-әр һуҫар тиреһе тапшырыу шарты һәм «ихата» биләмәһенә эйә булыу хоҡуғы менән, ҡуртымға бирә.

1728 йылда Нуғай даруғаһы татары Мәсәғүт Аҙнағолов тәүге төпләнеүсенең улы башҡорт Асҡар Рәсмәкәевтән 15 һум аҡса алған, һәм, кредиторға бурысын хеҙмәт итеп ҡаплау йөкләмәһе менән, әрһеҙләшеп бында төпләнеп китә.

Бында 1793 һәм 1818 йылдарҙа Ҡаңлы улусы башҡорттарынан ерҙе ҡуртымға алған яһаҡлы татарҙар ҙа йәшәгән. Мишәрҙәр һәм уларҙың ер менән файҙаланыуына ҡағылышлы түбәндәге фекер бар: «1722 йылдың 11 июнендә, 1723 йылдың 1 авгусында — 1727 йылдың 1 авгусы, 11 ғинуары, 1778 йылдың 22 июнь көнө аҫаба башҡорттарҙан һатып алынған ерҙәрә эйә» тигән яҙмалар нигеҙендә йәшәйҙәр[6][7].

Икенсе йыйынтыҡта типтәрҙәр хаҡында ла әйтелә: «Ергә документтары юҡ, ләкин купчая крепость буйынса ер биләүсе яһаҡлы татарҙар рөхсәте буйынса йәшәйҙәр».

XVIII быуат башында бында дыуанай башҡорттары йәшәгән. Керҙәшлек институты аша бында татарҙар, улар аша — типтәрҙәр, һуңынан мишәрҙәр ултырған. 1762 йылда ауылда Пенза наместниклығынан 20 татар йәшәгән.

1816 йылда бында 15 башҡорт — Балтасовтар, 72 мишәр, 7 типтәр иҫәпкә алына. 1834 йылда башҡорттар 8 кеше, типтәрҙәр — 10, мишәрҙәр — 91 кеше тәшкил иткән. Татарҙар тураһында мәғлүмәт юҡ. 1896 йылда 978 кеше иҫәпкә алынған. 1920 йылда 216 йортта 1198 мишәр йәшәгән[8].

1843 йылда 91 мишәргә ужым игененең — 168 бот, яҙғы игендең — 192 бот сәсеүлеге тура килә. 47 йортта (294 кеше) 65 ат, 170 һыйыр, 266 һарыҡ, 4 кәзә аҫыралған. 2970 дисәтинә ергә эйә булғандар[9].

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1865 йылда Рәсмәкәй ауылындағы 38 йортта 631 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.

ХIХ быуат аҙағында 2-шәр мәсет һәм кибет булған[10].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1906 йылда 2 мәсет, 3 бакалея кибете, запас иген һаҡлай торған мөгәзәй теркәлгән.

Әлеге ваҡытта ауылда Иҫке Ҡормаш урта мәктәбе филиалы — Рәсмәкәй Башланғыс мәктәбе фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[11].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсмәкәй ауылында башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1198
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 850
1959 йыл 15 ғинуар 475
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 268
2002 йыл 9 октябрь 236
2010 йыл 14 октябрь 224 104 120 46,4 53,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Туғай урамы (рус.  Луговая (улица)
  • Пролетар урамы (рус.  Пролетарская (улица)
  • Баҡса урамы (рус.  Садовая (улица)[12]

Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Урмандар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тарихи ҡомартҡы:

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001
  • А. З. Асфандияров. Любезные вы мои… Уфа: Китап, 1992, с.18

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Рәсмәкәй (Кушнаренко районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Рәсмәкәй (Кушнаренко районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. ЦГИА РБ. Ф. 1. Оп. 1. Д. 791. С. 113. С. 117. С. 157—158. С. 258—259. С. 280.
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  9. Рәсмәкәй (Кушнаренко районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  10. Рәсмәкәй (Кушнаренко районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  11. Рәсмәкәй (Кушнаренко районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  12. [https://mapdata.ru/bashkortostan/kushnarenkovskiy-rayon/derevnya-rasmekeevo/ Карта д. Расмекеево. Улицы