Эстәлеккә күсергә

Шәмсетдинов Мөхәмәт Мөхәррәм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөхәмәт Мөхәррәм улы Шәмсетдинов
200
Тыуған ваҡыты:

2 сентябрь 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Кушнаренко районы, Рәсмәкәй ауылы

Вафат ваҡыты:

30 август 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (43 йәш)

Вафат урыны:

Башҡорт АССР-ы Өфө

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Амплуа:

бейеүсе

Театр:

Башҡорт дәүләт филармонияһы

Наградалары:

Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1955)

Шәмсетдинов Мөхәмәт Мөхәррәм улы (2 сентябрь 1927 йыл30 август 1971 йыл) — бейеүсе. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1955).

Мөхәмәт Мөхәррәм улы Шәмсетдинов 1927 йылдың 2 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районы) Рәсмәкәй ауылында тыуған[1].

1943 йылда Башҡорт опера һәм балет театры театрында сәхнә яҡтыртыусы булып эшләй башлай.

Үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә шөғөлләнә. 1944—1955 йылдарҙа артист-бейеүсе булып эшләй, героик-романтик, лирик, юмористик бейеүҙәр башҡара.

1946—1951 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе[2], 1956—1971 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй[3].

Өфөлә 1971 йылдың 30 авгусында вафат була.

«Дуҫлыҡ», «Перовский», «Зарифа», «Йылға буйында», «Йомшаҡ аҙым» — «Шыма баҫ».

Наградалары һәм исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БАССР-ҙың халыҡ артисы (1955)
  • Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты (Бухарест, 1953)
  • Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө. 1996.