Иҫке Аҡбулат (Тәтешле районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Иҫке Аҡбулат
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Тәтешле районы

Координаталар

56°07′26″ с. ш. 55°35′43″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 250 805 001

ОКТМО коды

80 650 405 101

ГКГН номеры

0661342

Иҫке Аҡбулат (Рәсәй)
Иҫке Аҡбулат
Иҫке Аҡбулат
Иҫке Аҡбулат (Тәтешле районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Иҫке Аҡбулат

Иҫке Аҡбулат (рус. Староакбулатово) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. Аҡбулат ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 426 кеше[1].

Почта индексы — 452844, ОКАТО коды — 80250805001.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 426 201 225 47,2 52,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (96 %) йәшәй[2].

Ауыл тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1795 йылда Варза йылғаһы урынлашҡан буйында Аҡбулат ауылында 7 хужалыҡта 30 аҫаба башҡорт йәшәгән. 1870 йылда урман-гәрәләр ауылға типтәрҙәрҙе ҡабул итә, 1834 йылда уларҙың һаны 17 кешегә етә, ә башҡорттар 166 ир-ат була. 1816 йылғы иҫәп алыу буйынса Аҡбулатта 16 йортта 80 башҡорт һәм 20 типтәр йәшәгән.[3]

Х ревизияла 52 йортта 323 башҡорт, 4 йортта 46 типтәр теркәлгән. 1870 йылда 389 башҡорт һәм 45 типтәр була. ХХ быуат башында Аҡбулаттан бөтә типтәрҙәр айырылып сыға һәм 1908 йылда тиклем Яңы Аҡбулат йәки Кәргек ауылдары булыуы теркәлә. 1920 йылда был ауылдарҙа 21 хужалыҡта 98 кеше иҫәпләнгән. Иҫке Аҡбулат тип аталған төп ауылда аҫаба Урман-гәрәйҙәр генә ҡалған. Ул ваҡытта улар 765 кеше булған. Уларҙың 150 йорт-хужалығы булған.

Был ауылдың исеменә килгәндә, ул Урман-Гәрә улусы башҡорто Аҡбулат исеменән килә. XVII быуат документтарында уның улы һәм ейәне булауы билдәле. 1696 йылда Апас Аҡбулатов батша Петр Алексеевич указы, Өфө воеводаһы В. Ф. Леонтьевтың ҡарары буйынса Вәрәш һәм Кочаш йылғаһы бассейндарында «Бустой аҫаба урман»ын биләргә рөхсәт ала. Был территория Иҫке Аҡбулатовтан 20 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Уның улы Апаш шулай уҡ аҫабалыҡты алып ҡалырға тырышҡан.[3]

Аҡбулаттарҙың хужалығы тураһында бер нисә мәғлүмәт буйынса 1842 йылда башҡорттар ғына (166 кеше) ужым икмәген 69 сирек ергә (552 бот) һәм яҙғы игенде 76 сирек ергә (608 бот), йәғни бер кешегә 6,9 бот сәскән. 25 башҡорт хужалығында 2 тирмән, 124 йылҡы малы (яҡынса һәр хужалыҡта 5), 130 һыйыр (һәр хужылҡта яҡынса 5,2), 210 һарыҡ (һәр хужылҡта 8,4-әр) һәм 114 кәзә (һәр хужалыҡта 4,6-шар) булған.

Ул ваҡытта 27 типтәр 4 йортта йәшәгән. Һәр типтәр хужалығына 1,7-шәр йылҡы малы, 3,7-шәр һыйыр, 4,2-шәр һарыҡ, 5-әр кәзә булған. Уларға Варзы йылғаһы буйында башҡорттар менән килешеү нигеҙендә түбәндәге ерҙәр бүленгән: 300-шәр дисәтинә һөрөнтө ер, сабынлыҡ һәм уңайһыҙ ерҙәр, 800 дисәтинә урман һәм 50 дисәтинә йорт-ҡаралты ере.

Башҡорттар умартасылыҡ менән шөғөлләнгән: 1842 йылда 60 умарта һәм 9 солоҡ иҫәпләнгән, тиртәрҙәрҙәң 4 умартаһы булған.

Мәсет ҡарамағында конфессия мәктәбе («училище») булған. 1908 йылда Яңы Аҡбулат ауылында бер класлы министрлыҡ училищеһы асыла. Ул ваҡытта 4 бүлектә 21 малай белем алған.[3]

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 50 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 60 км

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Варзи урамы (рус. Варзи улица)
  • Йылҡа буйы урамы (рус. Заречная улица)
  • Кооператив урамы (рус. Кооперативная улица)
  • Тау буйы урамы (рус. Нагорная улица)
  • Пионер урамы (рус. Пионерская улица)
  • Ялан урамы (рус. Полевая улица)
  • Баҡса урамы (рус. Садовая улица)
  • Баҡса А урамы (рус. Садовая А улица)
  • Һандуғас урамы (рус. Сандугач улица)
  • Социалистик урамы (рус. Социалистическая улица)
  • башҡ. Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[4]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ревизия документтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылғы Рәсәйҙә ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]