Илмәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Илмәт
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Тәтешле районы

Координаталар

56°21′37″ с. ш. 55°38′14″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 250 810 005

ОКТМО коды

80 650 410 106

ГКГН номеры

0665558

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Илмәт (Рәсәй)
Илмәт
Илмәт
Илмәт (Башҡортостан Республикаһы)
Илмәт

Илмәт (рус. Ильметово) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 380 кеше[1]. Почта индексы — 452832, ОКАТО коды — 80250810005.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 380 198 182 52,1 47,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (100 %)[2].

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 18 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Аҡсәйет): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 7 км

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1795 йыл һәм 1811 йыл араһында Һөйәғошто йылғаһы буйында Илмәт ауылы барлыҡҡа килгән.[3] 5 ревизия ваҡытында ауыл булмағанй. Ә бына 1816 йылғы 7 ревизия ауылда 28 йортта 85 аҫаба башҡорттары йәшәй тип күрһәтә. 1834 йылда 126 ир-ат, 102 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнгән. 1850 йылғы ревизия 37 йортта 141 ир-егетте һәм 154 ҡатын-ҡыҙҙы иҫәпкә алған. Шуларҙан 3 ғаилә яңы барлыҡҡа килгән Сорғолдо ауылына күсеп киткән. Ул ваҡытта ауылда мәсет булған. 1859 йылғы ревизия 65 йортта 196 ир-егет һәм 207 ҡатын-ҡыҙ билдәләгән. 1870 йылда 73 йорт булған. 1920 йылғы Совет халыҡ иҫәбен алыу 113 йортта 565 башҡорт йәшәй тип күрһәтә.

Ауылдың исеме антропонимдан - улус общиналы ерҙәре хужаһы ирәкте башҡорто Илмәт исеменән барлыҡҡа килә.

Шөғөлө тураһында түбәндәге мәғлүмәттәр бар. 1842 йылда 228 башҡортҡа 840 бот ужым һәм 1024 бот яҙғы иген сәселгән, йәғни һәр кешегә 8,2 бот. 70-се йылдарҙа тирмән булған. 40 йорттоң һәр береһендә 2,9 ат, 3,4-әр һыйыр, 2,7-шәр һарыҡ, 0,6-шар кәзә тура килә.

Бөтә ауылға 14 умарта һәм 19 солоҡ тура килә. Мәсет эргәһендә 2 «училище», йәғни башланғыс дини мәктәп эшләгән.[4]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]