Иҫке Ҡәлмиәр
Ауыл | |
Иҫке Ҡәлмиәр | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Иҫке Ҡәлмиәр (рус. Старокальмиярово) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 410 кеше[1]. Почта индексы — 452837, ОКАТО коды — 80250830001.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 410 | 192 | 218 | 46,8 | 53,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек удмурттар (98 %) йәшәй[2].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 20 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 40 км
Ауыл тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Удмурттарҙың тәүге торамаһы - Кәлмиәр ауылы (шул уҡ исемле йылға буйында барлыҡҡа килгән). Был ауылға нигеҙ һалыныу датаһы 1813 йылдың 27 апрелендә Өфө-Танып улусы Һалтанып түбәһе башҡорттарының үҙ ерҙәрен һатыуы тураһындағы килешеүҙән асыҡлана. 1673 йылда башҡорттар «мәңгелеккә һәм нәҫелдән күсә килгән ер» итеп һатҡан ерҙә барлыҡҡа килгән удмурт ауылы. Был яҙманың тексы һаҡланмаған, әммә ошолар билдәле: тәүге төпләнеүселәрҙең бер өлөшө ерҙе милеккә һатып алған. Ләкин уларҙың ҡайһы берҙәрен 1712 йылдың 12 февралендәге һәм 1727 йылдың 27 сентябрендәге килешеүҙәр буйынса башҡорттар индергән. Һуңғы ике килешеү буйынса удмурттар типтәрҙәр булып киткән, йәғни улар, общинаны ҡалдырып, яһаҡлы удмурт ҡатламынан сыҡҡан һәм типтәр ҡатламына ингән. Кәлмиәр ауылына удмурттарҙың ҡайһы берҙәрен башҡорттар 1790 йылдың 29 майында үҙ теләге менән ҡабул иткән.
1748 йылда Кәлмиәр ауылы Яңы Ҡәлмиәр йылғаһы буйында урынлашҡан ауыл, шулай уҡ «Данилова тож» тип йөрөтөлә. Ул ваҡытта 66 ир-ат иҫәпләнгән. Е.И. Пугачев ихтилалында 86 ҡәлмиәр ҡатнаша. 1816-сы йылдарҙа 192 ир-ат, 1834-се йылдарҙа 293 ир-ат иҫәпләнгән. Ревизия 134 йортта 827 кеше йәшәгәнен күрһәткән. 1870 йылда 857 удмурт иҫәпкә алынған (141 йортта). 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу 2 ауылды теркәгән: 724 кеше йәшәгән Иҫке Ҡәлмиәр (137 йорт) һәм 61 йорттағы 306 удмурт менән Яңы Кәлмиәр. Яңы Ҡәлмәир ауылы 1910-1919 йылдар араһында барлыҡҡа килгән.
1842 йылда Кәлмиәр халҡы 30 дисәтинә усадьба, 6740 дисәтинә һөрөнтө ер, 200 дисәтинә сабынлыҡ биләмәһе, 670 дисәтинә урманға хужа була. 2630 дисәтинә ер «уңайһыҙ» тип иҫәпләнгән. Уларҙа 80 йортҡа (574 кеше) 35 ат, 248 һыйыр, 430 һарыҡ һәм 400 кәзә тура килгән.[3]
202 йылға мәғлүмәт буйынса удмурттар йәшәй . Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.[4]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.317
- ↑ Иҫке Ҡәлмиәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |