Үрге Юлдаш (Мәләүез районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Үрге Юлдаш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Мәләүез районы

Координаталар

53°18′38″ с. ш. 55°58′35″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 241 830 003

ОКТМО коды

80 641 430 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Үрге Юлдаш (Рәсәй)
Үрге Юлдаш
Үрге Юлдаш
Үрге Юлдаш (Мәләүез районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Үрге Юлдаш

Үрге Юлдаш (рус. Верхнеюлдашево) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 392 кеше[1]. Почта индексы — 453880, ОКАТО коды — 80241830003.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 392 200 192 51,0 49,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (87 %)[2].

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 43 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ергән): 13 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Салауат): 10 км

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәләүез районына ҡараған, Ағиҙел йылғаһының һул ярында урынлашҡан,Үрге Юлдаш ауылы XIX быуат һуңында барлыҡҡа килә тип билдәләргә кәрәк, сөнки 1859 йылғы X ревизия барышында был ауыл күрһәтелмәй.Ул йылға аша урынлашҡан Ишембай районы Юлдаш ауылына ҡаршы тура килә. 1920 йылғы иҫәп алыу барышында 66 йортта 311 кеше теркәлгән булған.

Үрге Юлдашты һис кенә лә 1786 йылғы Өфө наместниклығы картаһында билдәләнгән тип, хаталанырға ярамай. Ысынлап та Ағиҙел йылғаһының уң ярында ике Юлдаш ауылы күрһәтелгән, тәүгеһе Нурдәүләт ауылынан түбәнерәк, әммә һул яҡ ярҙа урынлашҡан Муса һәм Аллағыуат ауылдарынан өҫтәрәк, ә икенсеһе Торатауға яҡыныраҡ, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылынан йылға ағымы буйынса түбәнерәк урынлашҡан булған. Икенсеһе һуңыраҡ, ауыл халҡының Ырымбур өлкәһе Һалмыш йылғаһы буйына күсеп китеү сәбәлелер, юҡҡа сыға[3].

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исемдәре[4]:

  • Ағиҙел урамы (рус. улица Агидель)
  • Аҡмулла урамы (рус. улица Акмуллы )
  • Әлмөхәмәтов урамы (рус. улица Альмухаметова)
  • Байсурин урамы (рус. улица Байчурина)
  • Көнсығыш урамы (рус. улица Восточная)
  • Ғүмәров урамы (рус. улица Гумерова)
  • Мортазин урамы (рус. улица Муртазина)
  • Күл урамы (рус. улица Озерная)
  • Баҡса урамы (рус. улица Садовая)
  • Үтәғолов урамы (рус. улица Утягулова)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • Көньяҡ урамы (рус. улица Южная)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 65. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Әсфәндийәров Ә.З. Башҡорт АССР-ы ауылдары тарихы.Өфө "Китап" нәшриәте -1990 й.
  2. Мәләүез ере:кисә, бөгөн, киләсәге.Өфө "Китап" нәшриәте - 2000 й.