Эстәлеккә күсергә

Айыуһаҙы (Әбйәлил районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Аюсазово
башҡ. Айыуһаҙы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әбйәлил

Ауыл биләмәһе

Ташбулат

Координаталар

53°35′11″ с. ш. 58°42′45″ в. д.HGЯO

Халҡы

205[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453612

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 201 834 007

ОКТМО коды

80 601 434 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Аюсазово (Рәсәй)
Аюсазово
Аюсазово
Айыуһаҙы (Әбйәлил районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Аюсазово

Айыуһаҙы — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Ташбулат ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 205 кеше[2]. Почта индексы — 453612, ОКАТО коды — 80201834007.

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 34 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ташбулат): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ташбулат): 11 км

Айыуһаҙы ауылы Ҡарабалыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан, ул шул уҡ исемле күлгә ҡоя. Айыуһаҙы ауылы район үҙәге Асҡар ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 34 километр һәм Ташбулат тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 11 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Айыуһаҙы һүҙе «Айыу һаҙлығы» тигәнде аңлата.

Айыуһаҙы атамаһы һуңыраҡ барлыҡҡа килгән. XVIII быуатта ауыл Аҡымбәт тип атала (хәҙер — Ташбулат ауылы). Аҡымбәт улдары: Ҡотлоғужа өлкән улы 1757—1822 йылдарҙа йәшәгән, йөҙ башы булып хеҙмәт иткән. Ҡустылары Ҡотломбәт, Татлымбәт, Яҡшымбәт. Кинйә улы Кинйәбулат — указлы мулла.

1795 йылда үткәрелгән V ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 25 йортта 87 ир-ат һәм 70 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 64 йылдан һуң X йәниҫәп мәғлүмәттәрендә 99 хужалыҡта 560 кеше күрһәтелгән.

1812 йылғы Ватан һуғышында алышҡан зауряд-сотник Сәлих Аҡымбәтов ике көмөш миҙал менән бүләкләнгән. XIX быуатта, 1866 йылда, Верхнеурал өйәҙе Тамьян улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә старшина Ташбулат Сәйетбатталов (1761—1831) хөрмәтенә ауылды Ташбулат тип атаған[4].

1891 йылда ауылдың 46 ихатаһында 242 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда 2-се Аҡымбәт тип иҫәпкә алынған.

Граждандар һуғышы һынауҙарын үткән ауылда 1920 йылға халыҡ һаны 135 кешегә кәмей[5]

Халыҡ иҫәбе
2002[6]2009[6]2010[1]
183192205
Милли составы

2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (98 %)[7].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 230
1920 йыл 26 август 425
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 296
1959 йыл 15 ғинуар 272
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 178
2002 йыл 9 октябрь 183
2010 йыл 14 октябрь 205 109 96 53,2 46,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Әлеге ваҡытта ауылда Ташбулат урта мәктәбенең филиалы — Айыуһаҙы башланғыс мәктәбе, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар[8].

  • Әхмәт Зәки Вәлиди урамы (рус.  Ахмет Заки Валиди (улица)
  • Ғәбдрәүеф Дәүләтов урамы (рус.  Габдрауфа Давлетова (улица)
  • Тау урамы (рус.  Горная (улица)
  • Таң урамы (рус.  Заря (улица)
  • Яңы урамы (рус.  Новая (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)[9]
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Айыуһаҙы (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. 40 б.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 40. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. 6,0 6,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  7. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  8. Айыуһаҙы (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. Улицы