Теләш (Мәсетле районы)
Ауыл | |
Теләш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Теләш (рус. Теляшево), икенсе исеме Өпәй — Башҡортостандың Мәсетле районындағы ауыл. Ростов ауыл советына ҡарай, ауыл советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 479 кеше [1]. Почта индексы — 452561, ОКАТО коды — 80242845001.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға нигеҙ һалыусылар өпәй ырыуы башҡорттары. Ниндәй йылда нигеҙ һалыныуы аныҡ ҡына билдәле түгел. Ауыл кешеләре 1700 йыл тип иҫәпләй[2]. Башҡорт энциклопедияһында 18 быуаттың 2‑се яртыһында нигеҙләнгән тип яҙылған[3]. Хөкүмәт тарафынан беренсе тапҡыр 1795 йылда иҫәпкә алыныуы билдәле.
Ауыл исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге төпләнеүсе Теләкбирҙенең исеме менән аталған, уның улдары Ғәҙелша, Ғәли һәм Зәйнәш Теләшевтәр булып иҫәпкә алынған. Икенсе исеме Өпәй этнонимына бәйле.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Оло Ыҡтамаҡ): 24 км
- Ростов ауыл советы үҙәге.
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Красноуфимск): 132 км
- Һоя йылғаһы буйында урынлашҡан.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөйөм халыҡ һаны [4],[1] (кеше) | |||||||
Халыҡ һаны | 2002—2010 халыҡ үҙгәреше | ||||||
Иҫәп алыу йылы | 1989 | 2002 | 2010 | кеше | % | ||
Бөтәһе | 581 | 538 | 479 | -59 | -10.97 | ||
Ир-егеттәр | 282 | 260 | 228 | -32 | -12.31 | ||
Ҡатын-ҡыҙҙар | 299 | 278 | 251 | -27 | -9.71 |
Урамдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исеме [5]:
- башҡ. Күпер (урамы) — рус. Мостовая ( улица )
- башҡ. Совет (урамы) — рус. Советская ( улица )
- башҡ. Мәктәп (урамы) — рус. Школьная ( улица )
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исемлек Мәсетле районы энциклопедияһына нигеҙләнеп төҙөлдө[6].
- Закиров Сабир Закир улы (12.03.1906 — ??) — хәрби хеҙмәткәр, полк командиры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Александр Невский (1943), Ҡыҙыл Байраҡ (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары менән бүләкләнгән.
- Закирйәнова Люция Ғәни ҡыҙы (25.02.1948, Ҡорғат) — педагог. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994). Теләш урта мәктәбе директоры (1978—1990).
- Йоносов Илгиз Тәҡей улы (28.06.1950) — рәссәм, Башҡортостан Республикаһы рәссәдәр союзы ағзаһы (2000).
- Ҡәйүмов Феликс Рәшит улы (06.08.1962), хәрби хеҙмәткәр, полковник. Афғанстанда һәм Абхазияла хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1988), Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1988), миҙалдар менән бүләкләнгән.
- Мөжипов Рафадик Миҙхәт улы (06.06.1960) — спортсмен. Ауыр атлетика буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1982).
- Мөхәмәтйәрова Тәнзилә Сәми ҡыҙы (16.02.1947) — малсы, хеҙмәт алдынғыһы, Мәсетле районының почётлы гражданы. Ленин (1980), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) ордендары менән бүләкләнгән.
- Мөхөтдинов Ринат Сабир улы (28.04.1955) — музыкант, педагог. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Ниғмәтәйнов Әнис Хажи улы (13.11.1940) — совет партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. Ростов ауыл советы рәйесе (1975—1984).
- Ризова Рәйлә Әхтәмйән ҡыҙы (09.12.1957—21.06.2005) — китапханасы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997).
- Сафин Әхкәм Сафый улы (15.05.1924—12.06.1996) — хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан Һуғышында ҡатнашыусы. Ростов ауыл советы рәйесе (1959—1962, 1964—1972).
- Төхфәтов Миңлеғәли Бәҙретдин улы (07.07.1930) — уҡытыусы, ғалим-математик. Техник фәндәре доктры (1991), профессор (1991). Үзбәк ССР‑ының халыҡ мәғарифы отличнигы (1981).
- Хафизова Ситдиха Ғәзиз ҡыҙы (20.08.1933), уҡытыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1979), СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977). Башҡорт АССР-ы уҡытыусыларының 8-се съезы (1978), Бөтә Рәсәй уҡытыусыларының 3-сө съезы (1978) делегаты.
Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҫыртуй исемле күңел асыу сараһы Теләш ауылында әле лә үткәрелә. Был сара башлыса көҙгө эштәр бөткәс уҙғарыла. Унда тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына ҡатнаша. Бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөп, йырҙар йырлап, хәтирәләр һөйләп, буҙа һәм сәй эсеп күңел асалар. Бер-береһенә бүләктәр бирешәләр.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Численность и возрастно-половой состав населения по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года. Муниципальный район Мечетлинский район Республики Башкортостан: статистический бюллетень. — Уфа: Башкортостанстат, 2012. — 103 с., табл.
- ↑ YouTube сайтында Видео БЮТ. 2013-08-20 10:32:44. Башҡорттарҙың ҡунаҡсылығы. Мәсетле районы. Теләш ауылы.
- ↑ Теләш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Населенные пункты Республики Башкортостан (по данным Всероссийской переписи населения 2002 года). Статистический сборник./Башкортостанстат. - Уфа,2006. - 145 с.
- ↑ "Налог Белешмәһе" системаһында Теләш ауылы
- ↑ Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мечетлинский район Республики Башкортостан. Краткая энциклопедия. — Уфа, 2000. — 166 c.
- Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- YouTube сайтында Видео БЮТ. 2013-08-20 10:32:44. Башҡорттарҙың ҡунаҡсылығы. Мәсетле районы. Теләш ауылы.
- Генеалогия һәм архивтар сайтында мәҡәлә (урыҫса)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |