Эстәлеккә күсергә

Ҡамышлы (Өфө районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡамышлы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Өфө районы

Координаталар

54°31′06″ с. ш. 55°56′43″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 252 810 004

ОКТМО коды

80 652 410 121

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡамышлы (Рәсәй)
Ҡамышлы
Ҡамышлы
Ҡамышлы (Өфө районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡамышлы
Ҡамышлы (Өфө районы) (Өфө районы)
Ҡамышлы

Ҡамышлы (рус. Камышлы) — Башҡортостандың Өфө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 758 кеше[1]. Почта индексы — 450501, ОКАТО коды — 80252810004.

Ауылға 1779 йылда нигеҙ һалынған. Уның тәүге атамаһы - Алмантай, Ҡамышлы тип 1930-сы йылдарҙа атай башлағандар.

1877 йылғы белешмәлә Ырымбур трактының 3-сө станында Өфө эргәһендә Ҡамышлы тип аталған 2 ауыл булған: 1. Гординовка (Лидина, Ҡамышлы). 2. Ҡамышлы (Алмантай). Беренсеһендә урыҫ милләтле помещик крәҫтиәндәре, икенсеһендә сыуаш дәүләт крәҫтиәндәре йәшәгән. Почта станцияһы булған.

Беренсе ауылда халыҡ әҙерәк булған, 5 кенә ихата булыуы билдәле. Икенсеһендә 21 йорт-ҡура булған.

XVIII быуат ахырында ауылда 44 дәүләт крәҫтиәне, XIX быуат башында  — 42 ир-ат һәм 44 хужалыҡ булған. XIX быуат ахырына ауылда 316 кеше йәшәгән, ә 1920 йылдағы халыҡ иҫәбе буйынса — 476 кеше һәм 125 йорт теркәлгән. Борондан был ауылда күбеһенсә сыуаштар йәшәгән.

1926 йылда Өфө кантоны Булгаков улусында бер генә Ҡамышлы (Аймантай) ауылы күрһәтелгән.

Тәүге ауыл 1952 йылдан һуң юҡҡа сыҡҡандыр. Бәлки ул ауылдыҡылар эргәләге ауылға күсенгәндер - арала 1 генә саҡрым ара булған бит. Ихтимал, киреһенсә, ауыл киңәйә барып, ҡушылып ҡуйғандыр [2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 758 361 397 47,6 52,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Төп халыҡтар сыуаштар(54%) һәм урыҫтар(34%).

  • Район үҙәгенә тиклем (Өфө): 33 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Булгаков): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өршәк): 12 км