Эстәлеккә күсергә

Мәнәүез-Мәскәү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Мәнәүез-Мәскәү
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бишбүләк районы

Координаталар

53°52′33″ с. ш. 54°19′08″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды34743
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 212 840 004

ОКТМО коды

80 612 440 106

ГКГН номеры

0523169

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Мәнәүез-Мәскәү (Рәсәй)
Мәнәүез-Мәскәү
Мәнәүез-Мәскәү
Мәнәүез-Мәскәү (Башҡортостан Республикаһы)
Мәнәүез-Мәскәү


Мәнәүез-Мәскәү (рус. Менеуз-Москва) — Башҡортостандың Бишбүләк районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 261 кеше[1]. Почта индексы — 452045, ОКАТО коды — 80212840004.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 261 116 145 44,4 55,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Бишбүләк): 47 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡушйылға): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аксаково): 31 км

Мәнәүез-Мәскәү ауылына, 1782 йылдың 20 июлендәге Иликей-Мең олоҫо башҡорттарының килешеүе буйынса, керҙәшлек нигеҙендә, типтәрҙәр нигеҙ һалған. Атамалары: беренсеһе — гидронимдан — йылғанан, икенсеһе — антропонимдан, был олоҫтоң абруйлы аҫабаһы Москов Зәйет исеменән килеп сыҡҡан. Бында шулай уҡ Пермь губернаһы Гәйнә улусы башҡорттары йәшәгән. 1859 йылда Коян (Тасим) ауылынан шуларҙың 70-е була. 1783 йылда бында 33, 1795 йылда — 39 типтәр иҫәпләнә, 25 яһаҡ түләүсе татарҙар, 34 башҡорт (17 ихатанан) йәшәй, 1834 йылда — 66 типтәр, 35 дәүләт крәҫтиәне, 55 башҡорт, 1859 йылда — 109 типтәр һәм 70 башҡорт иҫәптә тора. 1870 йылда — 281 припущенник, 1920 йылда — 769 типтәр, татарҙар. Башҡорттар ҙа булырға тейеш. 1843 йылда 55 башҡортҡа ни бары 48 бот ужым ашлығы һәм 200 бот яҙғы ашлыҡ сәселә.[2]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 464. — ISBN 978-5-295-04683-4.