Биҡҡол (Бишбүләк районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Биҡҡол
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бишбүләк районы

Координаталар

53°26′31″ с. ш. 54°10′12″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 212 813 001

ОКТМО коды

80 612 413 101

ГКГН номеры

0523427

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Биҡҡол (Рәсәй)
Биҡҡол
Биҡҡол
Биҡҡол (Бишбүләк районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Биҡҡол

Биҡҡол (рус. Биккулово) — Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 231 кеше[1]. Почта индексы — 452058, ОКАТО коды — 80212813001.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 231 110 121 47,6 52,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Бишбүләк): 33 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Приютово): 75 км

Ауыл тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бикҡол — Күл-Иле-Мең улусының аҫаба башҡорттары ауылы. Уның барлыҡҡа килеү осоро 1631 йылда тип билдәләнелә. 1795 йылда 52 кеше йәшәгән 10 йорт иҫәпләнелгән. Был уның XVIII быуаттың уртаһынан алдараҡ нигеҙләнеүе тураһында һөйләй. 1816 йылда — 101, 1834 йылда — 152, 1850 йылда — 174, 1859 йылда — 198, 1870 йылда — 203, 1920 йылда 420 кеше йәшәүе билдәле. 1816 йылда 17 йорт, уларҙың 8-е 1812 йылда Ырымбур өйәҙендә урынлашҡан 9-сы башҡорт кантонынан күсерелә. 8 ғаиләнең исемдәрен атайбыҙ: Рәсүл улы Айса Батталов; Баттал Йомаҡаев, улдары: Шәрәфетдин, Арыҫланғол, Яҡшығол; Ғәли Батталов, улы Кәнзәфәр (уның улдары Абдрахман), Сәйетйәғәфәр, Абдулатиф, Әбделғәлим; Муса Батталов, улы Айытҡол; Ураҙ Йомаҡаев, улдары Сәйфулла (уның улдары Фәйзулла, Муллағол), Рәхмәтулла (Ғөбәйҙулла, Хисмәтулла); Хәбибулла Халиҡаев, улы Ғибәтулла; Ниғмәтулла Калисаев, уның улдары Рәхимғол, Хәсән; Ибраһим Йомаҡаев, уның улдары Исмәғил, Шәмсетдин, Хөснөтдин. 1843 йылда 152 кешегә 16 бот ужым һәм 376 бот яҙғы иген сәселгән.[2]

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урам исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Туғай урамы рус.  Луговая улица
  • Йәштәр урамы рус. Молодежная улица
  • Дала рус. Степная улица
  • Үҙәк урамы рус. Центральная улица[5]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]