Торама
Торама | |
Дәүләт | Башҡортостан Республикаhы |
---|
Торама (рус. Поселение — археологик ҡомартҡы, боронғо заман һәм Урта быуат дәүерендә кеше йәшәгән урын. Таш быуат торамаһы — торалар, бронза быуатыныҡыны — торама, тимер быуаттыҡына тораҡтар йәки ҡаласыҡтар инә.[1][2][3]
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төҙөү ысулы буйынса — нығытылмаған һәм нығытылған торамалар була. Нығытылмағаны — торалар, тораҡтар, нығытылғаны — ҡаласыҡтар.
Төрлө тарихи‑мәҙәни осорҙарға ҡараған мәҙәни ҡатламлы ҡомартҡылар күп ҡатламлы торама булып иҫәпләнә. Улар — кеше эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килеп, торлаҡ, хужалыҡ ҡаралтыһы, усаҡ, мейес, эш ҡоралы, көнкүреш ҡалдыҡтары һәм башҡалар торған тиҫтәләрсә метр ҡалынлыҡҡа еткән тупраҡ ҡатламы.
Башҡортостанда Абаш мәҙәниәте, Алакүл мәҙәниәте, Бура мәҙәниәте, Горохов мәҙәниәте , Кушнаренко мәҙәниәте, Межа мәҙәниәте, Һынташты мәҙәниәтенең 1000‑дән ашыу торамаһы, шул иҫәптән, күп ҡатламлы торамалар табылған, мәҫәлән, Кәкрекүл торамаһы, Морат, Романовка торамалары.
Башлыса йылға һәм күл буйҙарында урынлашҡан булған. Иң боронғо күп ҡатламлы торама палеолит дәүеренә ҡарай (Урта түбә).
Майҙаны 2,5—13 мең м² тәшкил иткәндәре бар — Дәүләкән, Ҡәҙер торамаһы һәм башҡалар. Мәҙәни ҡатлам 0,6—1 м, айырым осраҡтарҙа 2,5 м тиклем етә (Мулла).
Бронза быуатында торамалар б.э. XVIII—XVI быуаттарҙа барлыҡҡа килә, мәҫәлән, Баланбаш, Бикҡол торамалары, Төбәк һәм башҡалар). Торама майҙаны — 3—9 мең м², мәҙәни ҡатлам — 0,2—0,9 м тәшкил итә. Шулай уҡ майҙаны 60 мең м² тиклем еткән, урҙар һәм соҡорҙар менән нығытылған торамалар осрай (Арҡайым, Ҡуйсаҡ , Һынташты).
- Торамаларҙа осраған ҡоролмалар ҡалдыҡтары
яртылаш ер өйҙәр, мәҫәлән, Йомаҡ торамалары, Йүкәлекүл торамаһы һәм башҡалар;
ер өҫтө торлаҡтары — Айыт торамаһы, Таулыҡай торамаһы, Төбәк һәм башҡалар;
усаҡ — Бикҡол торамалары, Таналыҡ (археологик ҡомартҡы)Таналыҡ, Төбәк һәм башҡалар;
металл эшкәртеү мейесе — Таулыҡай торамаһы һәм башҡалар.
- Торамаларҙа табылған артефакттар түбәндәгеләрҙән ғибәрәт
керамика, эш ҡоралдары -балсыҡ орсоҡбаш, бронза һәм тимер бысаҡтар, ураҡ, балта, таш тирмән, иген онтағыс, ҡайраҡ, төйгөс, һөйәк энә, тишкес һәм башҡалар;
ҡорал — бронза, таш һәм һөйәктән эшләнгән һөңгө остары, уҡ башаҡтары һәм башҡалар;
биҙәүестәр — бронза айыл, беләҙек, йөҙөк, бронза һәм һөйәк сулпылар, быяла муйынсаҡ һәм башҡалар.
Бронза быуаты торамаларының күпселеге шулай уҡ күп ҡатламлы, был ошо осорҙағы төрлө археологик мәҙәниәттәргә ҡараған ҡәбиләләрҙең үҙ‑ара бәйләнешен сағылдыра, мәҫәлән, Иҫке Ҡабан торамаһы II, Йомаҡ торамалары, Төбәк һәм башҡалар.
Төрлө тарихи дәүерҙәргә ҡараған күп ҡатламлы торамалар таш быуаттан алып тимер быуатҡа тиклем Көньяҡ Уралға ҡәүемдәрҙең килеп урынлашыу этаптарын күҙәтергә мөмкинлек бирә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ю. А. Морозов Торама/Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
- ↑ Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Селище//Большая российская энциклопедия 2021 йыл 13 ғинуар архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ю. А. Морозов Торама/Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
- В. С. Горбунов, Ю. А. Морозов Бронза быуаты //Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 26 октябрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- С. В. Киселев, В. М. Массон. Бронзовый век// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Железный век// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Каменный век// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 13 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
- Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
- Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
- Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.