Дәүләкән (археологик ҡомартҡылар)
Дәүләкән |
Дәүләкән — Дәүләкән ҡалаһында табылған таш һәм тимер быуат археологик ҡомартҡыларының дөйөм атамаһы. Был ҡомартҡының төҙөлөү ваҡыты — б.э.т. 12 меңенән алып б.э.т. 17-16 меңенә тиклем[1]. Дәүләкәндең төньяҡ-көнсығыш ситендә, Дим йылғаһының һул ярында урынлашҡан.
Ҡомартҡыны асыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1962 йылда Г. И. Матвеева аса. 1962—1969 йылдарҙа Г. Н. Матюшин, В. С. Стоколос һәм Э. А. Федорова-Давыдовалар өйрәнгән. 589 м² майҙаны ҡаҙып асыла. Үҙ эсенә 5 туҡталҡа индергән күп ҡатлы ултыраҡтан ғибәрәт.
Табыштар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаланың төньяҡ-көнсығыш ситендә палеолит һәм мезолит һәм неолит дәүере (Дим йылғаһының һул ярындағы Дәүләкән II) тораҡтары асыла. 1962—1963 йылдарҙа Геральд Матюшин Дәүләкән II ултырағында 96 м² майҙан урынды аса. Дәүләкән II ҡомартҡыһында б.э.т. V—IV меңйыллығында йәшәгән монголоид һыҙаты бер ни тиклем тойолоп торған неолит осоро европеоид кешеһе ҡәберлеге табылған. Б.э.т. VII—VI меңенсе йылдар менән билдәләнгән ағиҙел буйы мәҙәниәте Мулла II һәм Дәүләкән II тораҡтарында эйәләштерелгән аттың иң боронғо ҡалдыҡтары табылған. Тораҡтың өсөнсө ҡатламы бура мәҙәниәтенең керамикаһы аша бирелгән[2].
Д-I
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мезолит осоро торағы. Һөйәк гарпундар, уҡ башаҡтары, беҙҙәр, бысаҡҡа оҡшаған пластиналар табыла.
Д-II
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Неолит осоро торағы (ағиҙел буйы мәҙәниәте). 4 усаҡтан торған торлаҡтың нигеҙ соҡоро. Керамика тараҡлы биҙәкле осло төплө һауыттар ярҙамында күҙ алдына баҫа. Ике яғы ла эшкәртелгән саҡматаш эш ҡоралдары, йорт хайуандары (эре мөгөҙлө һәм ваҡ мал, ат) һөйәктәре йорт (эре мөгөҙлө һәм ваҡ мал, ат) һәм балыҡ һөйәктәре табылған. Тораҡтың көнсығыш өлөшөндә ир-ат ҡәбере табылған. Мәрхүмде уң яғына ятҡырып ерләгәндәр.
1968 йылда М. М. Герасимов ерләү материалдары буйынса неолит дәүерендә йәшәгән Көньяҡ Урал халҡының антропологик тибын яңынан тергеҙә.
Д-III
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Энеолит торағы. Керамика ағиҙел мәҙәниәте һауыттары аша (түңәрәк төплө яғаға оҡшаған тажлы һәм яға ҙурлыҡ) күҙ алдына килә.
Д-IV
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Палеолит бронза быуаты. Керамика абаш мәҙәниәте (геометрик биҙәкле ҡыңғырау рәүешле) һәм бура мәҙәниәте (түңәрәк ҡабырғалы һауыт формалы, горизонталь һыҙаттар һәм зигзагтар менән биҙәлгән) һауыттары аша күҙ алдына килә.
Д-V
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тимер быуат торағы. Тораҡтың түбәнге ҡатламында һуңғы палеолитҡа ҡараған һөйәктән эшләнгән әйберҙәр, ә үрҙәге ҡатламда — кушнаренко мәҙәниәте керамикаһы (горизонталь һыҙыҡтар һәм тешле штамптың баҫылған күсермәләре менән биҙәлгән нәҙек ҡалынлыҡтағы һауыттар) табыла. Дәүләкән материалдары РФА Археология институты фондында (Мәскәү) һәм БДУ-ла һаҡлана.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башкирская энциклопедия — Давлеканово 2016 йыл 7 апрель архивланған.
- ↑ Археологическая карта Башкирии 2017 йыл 19 февраль архивланған.