Айыт торамаһы
Айыт торамаһы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Урын | Бишбүләк районы |
Айыт торамаһы — (рус. Аитовское поселение) — Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Айыт ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан б.э.т. XVI—XIII мең йыллыҡтарға ҡараған археологик ҡомартҡыһы[1][2].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айыт торамаһы Бишбүләк районы Айыт ауылынан көньяҡҡа йүнәлештә 1,5 — 2 км алыҫлыҡтағы Ташлыкүл ярында урынлашҡан.
Табылдыҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Торама майҙаны — 6 мең м², шуның 2,1 мең м² ҡаҙып тикшерелгән. Табылдыҡтар:
Ер өҫтөнә бүрәнәнән һалынған бағана конструкциялы 6 ҡоролмаһы ҡаҙылған.
2 яҡлы ҡыйыҡ аҫтындағы солан‑тамбурлы (1x1,5 м) һәм усаҡлы, майҙаны 100—150 м² тәшкил иткән 3 торлаҡ;
4 яҡлы ҡыйыҡ аҫтындағы майҙаны 200—230 м² тәшкил иткән торлаҡҒ
2 хужалыҡ ҡаралтыһы (60—87 м²).
Торлаҡтарҙың береһе эсендә тәрәнлеге 3 м ҡоҙоҡ табылған.
Ҡаҙып сығарылған керамика һауыттар Бура мәҙәниәтенә ҡарай. Улар банка рәүешендә, киртектәр, төртөктәр, тешле штамп биҙәктәре төшөрөлгән.
Аҫҡы ҡатламдарҙа бик аҙ һанда Абаш мәҙәниәте һауыттары осрай.
Торамала яҡынса 30 мең әйбер: бронза ҡармаҡ, беләҙектәр, баҡыр киҫәктәре, шлак, таш уҡ башаҡтары, бысаҡтар, төйгөстәр, керамика, һөйәк энәләр, псалийҙар, йышҡылар, беҙҙәр һ.б табылған.
Табылдыҡтар торама халҡы металлургия, һөйәктән әйберҙәр яһау, малсылыҡ менән шөғөлләнеүен күрһәтә.Йылҡы, һыйыр малы һәм ваҡ мал үрсетелгән[3].
Айыт торамаһы материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[4]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[5]..
Асыш авторҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1965 йылда археолог А. М. Кинйәбаев тарафынан асыла, 1985—91 йылдарҙа Ю. А. Морозов[6] тикшерә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Айыт торамаһы//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
- ↑ Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Ташлы археологик комплексы/Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 24 ноябрь архивланған.
- ↑ И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005
- ↑ Морозов Юрий Алексеевич
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ташлы археологик комплексы/Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 24 ноябрь архивланған.
- Археологические памятники эпохи камня на территории Башкортостана
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
- Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
- Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
- Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.