Эстәлеккә күсергә

Йүкәлекүл торамаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йүкәлекүл торамаһы
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Ҡыйғы районы

Йүкәлекүл торамаһы (рус. Юкаликулевское поселение) — Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Йүкәлекүл ауылы эргәһендә урынлашҡан бронза быуаты — иртә тимер быуат археологик ҡомартҡыһы, б.э.т. XII—VI быуаттарға ҡарай[1][2][3]

Йүкәлекүл торамаһы Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Йүкәлекүл ауылынан төньяҡ‑көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Әй йылғаһының уң ярындағы ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. Ауылдан район үҙәгенә тиклем (Үрге Ҡыйғы) — 21 км, ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ибрай) — 7 км.

Ҡомартҡы майҙанын (5000 м²) археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙыу эштәре ваҡытында 1644 м² ере асылған.

Тура мөйөшлө бағана конструкциялы, 10—11,4×7,5 м дәүмәлле, 2 ишекле, көл ҡалдыҡтары, асыҡ усаҡтар, хужалыҡ соҡорҙары булған 7 торлаҡ табылған.

Ҡаҙып сығарылған көнкүреш әйберҙәре

Черкаскүл мәҙәниәте — муйыны тышҡа ҡарай бөгөлгән, һырлы мөһөр баҫып биҙәлгән көршәк рәүешендәге һауыттар;

Межа мәҙәниәте — һырлы һәм тешле штамп баҫып төшөрөлгән ҡыя һыҙыҡтар, һырҙар, кәкерсәктәр менән биҙәлгән көршәк рәүешендәге һауыттар.

Өҫкө ҡатламдарҙа Горохов мәҙәниәтетальк ҡушып яһалған, шыма мөһөр баҫып төшөрөлгән, ҡыя һыҙыҡтар менән биҙәлгән һауыт‑һаба ватыҡтары осрай

Торамала бронза бысаҡтар, хәнйәр, ураҡ, беҙҙәр, сулпылар, уҡ башаҡтары; тимер энә, тәпке, бысаҡ; таш төйгөстәр, балталар, ышҡыу плиталары, ҡайраҡтар, һандалдар, орсоҡбаштар, ҡойоу формалары, ҡорбанлыҡтар, кеше һыны; һөйәк тишкестәр, арҡыры балта, бәләкәй көрәк, уҡ башаҡтары, һөңгө остары, ауыҙлыҡ, таралғы; балсыҡ орсоҡбаш, тигелдәр, сүместәр, металл иретеү табаҡтары; шулай уҡ хайуан һәм балыҡ һөйәктәре табылған.

Торама халҡы балыҡсылыҡ, малсылыҡ һәм металл эшкәртеү менән шөғөлләнгән.

Ҡомартҡы материалдары Башҡорт дәүләт университеты фондында һаҡлана.

Йүкәлекүл торамаһы 1967 йылда археолог, тарих фәндәре кандидаты Ю. А. Морозов тарафынан асыла.

1970 йылда тарих фәндәре кандидаты Стоколос Владимир Савельевич, 1978, 1985 йылдарҙа археолог, тарих фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Владимир Степанович Горбунов һәм тарих фәндәре докторы, профессор М. Ф. Обыдённов өйрәнә.

  1. Р. Б. Исмәғилев Йүкәлекүл торамаһы//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Торама//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
  • Обыдённов М. Ф. Древние памятники Северо‑Восточной Башкирии. Уфа, 1991.
  • Горбунов В. С. Поселенческие памятники бронзового века в лесостепном Приуралье. Куйбышев, 1989.
  • Обыдённов М. Ф., Обыдённова Г. Т. Памятники бронзового века Южного Урала. Уфа, 1996.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.