Бикҡол торамалары
Бикҡол торамалары (рус. Биккуловские поселения) - Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Бикҡол ауылы эргәһендә урынлашҡан б.э.т. XVI - XV быуаттарға ҡараған Бура мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары[1][2][3]
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Бикҡол ауылы янында табылған Бикҡол торамаларының беренсеһе ауылдан көньяҡ-көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Миәкә йылғаһының һул ярында урынлашҡан. Икенсеһе - унан көньяҡ-көнсығышҡа табан 2,3 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Ауылдан район үҙәгенә тиклем (Ҡырғыҙ-Миәкә) - 16 км.
Табылдыҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]I Бикҡол торамаһы майҙанының 296 м² ере археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙылған.
2 торама асыҡланған. Бағаналы конструкциялы, 9,5×3 м; 11×8 м дәүмәлле 2 торлаҡ табылған, урталарында усаҡ бар, уларҙың береһе 4,4×2,5 м дәүмәлле, таштан һалынған.
Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған әйберҙәр арҡыры һыҙыҡтар, киртектәр, соҡорло биҙәк баҫылған банка рәүешендәге һауыттарҙан ғибәрәт.
Яҡынса 5 мең артефакт - таш ҡул тирмәне, һөйәк тишкестәр, шлак һ.б. табылған. Малсылыҡ, һунарсылыҡ менән шөғөлләнеүҙәрен белдергән хайуан һөйәктәре табылған.
II Бикҡол торамаһы ауылдан көньяҡ-көнсығышҡа табан 2,3 км алыҫлыҡта табылған. Уның майҙаны 20 м² ҡаҙылған. Торлаҡтың нигеҙ соҡороноң бер яғы табылған, уның сите буйлап диаметры 0,1 м бағана соҡорҙары урынлашҡан.
Табылдыҡтар араһында - яҡынса 200 керамика фрагменты, хайуан һөйәктәре.
Бикҡол торамалары материалдары М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты фондтарында һаҡлана.
Асыш тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]I Бикҡол торамаһын 1967 йылда археолог, тарих фәндәре кандидаты А.Х.Пшеничнюк тарафынан асыла.
1984 йылда археолог, тарих фәндәре кандидаты Ю.А.Морозов , 1995 йылда археолог, тарих фәндәре докторы, профессор Обыдённова Гөлнара Тәлғәт ҡыҙы өйрәнә.
II Бикҡол торамаһын 1969 йылда Пшеничнюк аса, 1985 йылда Г.Т.Обыдённова, 1988 йылда Ю.А. Морозов өйрәнә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Г.Т.Обыдённова Бикҡол торамалары//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 20 октябрь архивланған.
- ↑ Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Торама//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баланбаш//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 28 октябрь архивланған.
- Археологические памятники эпохи камня на территории Башкортостана
- Торама//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Обыдённов М.Ф., Обыдённова Г.Т. Памятники бронзового века Южного Урала. Уфа, 1996.
- Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
- Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
- Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
- Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.