Эстәлеккә күсергә

Яңы Турбаҫлы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Яңы Турбаҫлы
рус. Новые Турбаслы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Благовещен

Ауыл советы

Туғай

Координаталар

54°56′56″ с. ш. 56°00′48″ в. д.HGЯO

Халҡы

51[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

450034

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 215 853 002

ОКТМО коды

80 615 453 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Яңы Турбаҫлы (Рәсәй)
Яңы Турбаҫлы
Яңы Турбаҫлы
Яңы Турбаҫлы (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Турбаҫлы

Яңы Турбаҫлы (рус. Новые Турбаслы) — Башҡортостан Республикаһының Благовещен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 51 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80215853002.

Яңы Турбаҫлы ауылына нигеҙ һалыусы Урман-Мең ырыуы башҡорттарының нәҫелдәре үҙ телебеҙ тип янып йәшәй. Ошондай ауылдар барҙа телебеҙ ҙә, еребеҙ ҙә милләтебеҙ ҙә юғалмаясаҡ.

Яңы Турбаҫлының — боронғо башҡорт ауылы икәнлеген архивтарҙа һаҡланған документтар ҙа раҫлай. 1834, 1850, 1859 йылдарға Ырымбур губернаһы, Өфө өйәҙенең ревизская сказкаларының күсермәләре бар. Был башлыса Башҡортостанда 1994 – 1999 йылдарҙа Хөкүмәт Премьер-министры вазифаһын биләүсе Рим Сәғит улы Баҡыевтың нәҫелдәре буйынса алынған күсермәләр. Алда ҡарап үткән яҙманан күренеүенсә тап уның ата-бабаһы Ишкенә Йосоповтың ҡарт атаһы Йосоп ауылға нигеҙ һалған . Был тарихи яҙмаларҙа ауылда нисәнсе йылда күпме башҡорт халҡы йәшәгәнлеге лә теркәлгән.

1864 йылғы документта зауряд юртовой есаул Ишкенә Йосоповтың тоҡомонда ғына 16 ир-егет, 14 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә. Уға был ваҡытта 56 йәш була. 1850 йылдағы документта ауылда йәмғеһе 247 башҡорт бар тип теркәлгән. Шулай уҡ Яңы Турбаҫлы янында Илмырҙа, Шәрип, Аҡбаш, Ғүмәр, Мәмәк, Юлыш. Бөтәһе 11 башҡорт ауылы булған. Уларҙа 1916 кеше йәшәгән. Барыһы ла башҡорт милләтенән. Документҡа 9-сы башҡорт кантоны начальнигы хорунжий Өмөтбаев ҡул ҡуйған. Шулай уҡ бында метрика китаптарынан да күсермәләр бар.

Ошо документтарҙан күренеүенсә, районыбыҙҙың Яңы Турбаҫлы, шулай уҡ хәҙер Өфөнөң Орджоникидзе районына ингән Иҫке Турбаҫлы ауылдарына башҡорттар нигеҙ һалған. Һәм әле лә унда башҡорттар йәшәй. Архивта һаҡланған, хәҙер инде һарғайып тарихҡа әйләнгән документтарға ҡаршы барыу үҙе ҙур гонаһ[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 51 27 24 52,9 47,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Благовещен): 45 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Туғай): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өфө): 13 км

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]