Эстәлеккә күсергә

Алмағас

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алмағас
Сәскә атыусы алмағас
Сәскә атыусы алмағас
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Malus P. Mill.


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  25254
NCBI  3749
EOL  29915
GRIN  g:7215
IPNI  33893

Алмағас (лат. Málus) — роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, ҙур булмаған ағастар йәки ҡыуаҡтар ырыуы. Был ағастың емештәренең формаһы йоморо, шәрбәт йәки асы тәмле. Тикшереүҙәр алмағас ырыуында 55 тирәһе төр бар тигән мәғлүмәт бирә. Алма ағасының киң таралған төрҙәре: өй алмаһы (йәки культур — Malus domestica), ҡытай (Malus prunifolia), һәм тәпәш алмағас (Malus pumila).

Алмағастың ҡайһы бер төрҙәрен парктарҙа һәм баҡсаларҙа декоратив үҫемлек итеп үҫтерәләр. Алмағастың бөтә төрҙәре лә һәйбәт бал биреүсе үҫемлектәр. Алама ағасы ныҡлы, сыҙамлы, еңел юныла һәм шымартыла; столяр һәм токарь эштәрендә ҡулланыла ала.

Алмағастың бейеклеге 4−12 метр тирәһе, ағасы үҙе ныҡлы. Емеш биргән ботаҡтары оҙон түгел; үҫә торған ботаҡтары оҙон була. Ҡырағай алмағастың ботаҡтарында энәләр бар. Япраҡтары 3—10 см тирәһе, япраҡтар ботаҡта бер-бер артлы (сиратлап) урынлашалар, япраҡтың сите ваҡ өсмөйөштәрҙән тора. Сәскәләре махсус ярым сатырҙарҙа йыйылған. Сәсһенең таж япраҡтары бишәү, төҫө аҡ, алһыу йәки ҡыҙыл, сәскә һеркәләре, күбеһенсә ҡыҙыл төҫтә була. Алмағас яҙын үҫә башлағандан һуң («ҡышҡы йоҡонан уянып») 50—80 көн үткәс сәскә ата башлай (сортына һәм төрөнә ҡарай).

Алма орлоғо урынлашыуы

Алмағас аталаныр өсөн, уны бөжәктәр аталандырырға тейеш, сөнки алмағас уҙе аталана алмай; тик махсус рәүештә сығарылған алмағас ҡына үҙе аталана ала. Алмағасты күбеһенсә тик бал ҡорттары аталандыра. Бал ҡорттары алма сәскәһендә сәскә һуты һәм сәскә һеркәһе йыйғанда, алма сәскәһен аталандыра.

Алмағастың тамырҙары яҡшы үҫә, 3 метрға тиклем тирәнгә китә. Ултыртҡандан һуң 4—7 йылдан алма бирә башлай. 12—18 йылдан һуң тулыһынса уңыш бирә. Сәскә бөрөләре көҙҙән нигеҙләнә, майҙың 3-сө декадасында сәскә ата. Сәскәләре эре, ике енесле, аҡ йәки алһыу төҫтә, сатар һамаҡ сәскә төркөмөнә 5-12 дана булып йыйыла. Емештәре ҙурлығы, формаһы, төҫө (бер төҫлө, төрлө төҫлө, ҡыҙылдың төрлө төҫмөрҙәре) менән айырылалар. Йәйге сорттары − августың 2-се яртыһында, көҙгөләре − сентябрҙың 1-се яртыһында, иртә өлгөрә торған ҡышҡылары − сентябрҙың 2-се яртыһында, ҡышҡылары октябрҙа өлгөрә. Йәйге сорттар 2 аҙна, көҙгөләре 1-1,5 ай, иртә өлгөрә торған ҡышҡылары 2-3 ай, ҡышҡылары март-апрель ахырына тиклем һаҡлана.

Алмала 15—16 % ҡоро матдәләр (10-12 % шәкәр, 0,2-1,6 % органик кислоталар, 10-30 мг% С витамины, пектин, дуплау матдәләре һ.б.) бар. Алмалары яңы өлгөргән килеш һәм эшкәртелеп (киптереп, ебетеп, ҡайнатма, джем, һут, шарап һ.б.) ҡулланыла.

Алмағастың тупраҡ уңдырышлылығына талапсанлығы уртаса. Уртаса һәм ауыр − балсыҡлы һелтеһеҙләндерелгән ҡара тупраҡлы, һоро һәм ҡыҙғылт-һоро урман, кәҫле-көлһыу, әселеге аҙ булған йә иһә нейтраль (рН 6-7) тупраҡ алмағас өсөн иң яраҡлы тип һанала. Алмағасты ялғап үрсетәләр. Ялғанма сифатында «Мәскәү грушовкаһы», эре алмалы ҡытай алмағастарының үҫентеләре алына. Алмағас, башлыса, умарта ҡорттары ярҙамында һеркәләнә. Алмағас уртаса дымлылыҡты ярата, фәҡәт ҡоро йәйҙәрҙә генә һуғарарға мохтаж. Дым һаҡлау өсөн көҙгө һуғарыуҙы йыл һайын үткәрергә кәрәк. Тупраҡта артыҡ дымлылык хлорозға килтерә, япраҡтар ваҡытынан алда ҡойола, актив тамырҙар серей.

«Мәскәү грушовкасы», «Июльское Черненко», «Солнцедар» − йәйге сорттар; иртә өлгөрөшлө − «Буй-буй әнис»; көҙгө — «Боровинка», «Алһыу әнис», «Волжская красавица», «Осеннее полосатое»; һуң өлгөрөшлө − «Жигулёвское»; иртә өлгөрә торған ҡышҡы − «Антоновка»; ҡышҡы — «Башҡорт сибәре», «Татар ренеты» сорттары үҫтерелә. 3,5—4 метрҙан артыҡ үҫмәҫлек итеп һәм яҡтылыҡ тигеҙ төшһөн өсөн ботаҡтарын тигеҙ ҡалдырып, системалы рәүештә алмағас ябалдашын формалаштырып киҫеп тороу кәрәк. Был ябалдаш юғары уңыш алырга һәм ҡышҡа сыҙамлылыҡты тәъмин итергә мөмкинлек бирә. Баҡсала алмағасты 6×6 метр ара ҡалдырып ултыртыу отошло. Төп ҡоротҡостары — алмағас ҡорттары һәм емеш ҡорттары. Айырым йылдарҙа алмағас япраҡтарын алмағас көйәһе һәм парһыҙ ебәк күбәләге зарарлай. Ауырыуҙарҙың иң зыянлыһы — ҡутыр ауырыуы, бигерәк тә йәй дымлы килгән йылдарҙа киң тарала.

Алмағасты ҡайһы бер тәңкәле ҡанатлыларҙың (күбәләк кеүектәр) личинкаларын үрсетеү өсөн ҡулланалар.

Колумбия округында алмағастың сәскә атыуы
  • Malus angustifolia — Тар япраҡлы алмағас
  • Malus baccata — Еләкле алмағас
    • Malus baccata var. baccata — Себер алмағасы
  • Malus bhutanica йәки Malus toringoides
  • Malus bracteata
  • Malus brevipes
  • Malus coronaria — Тажлы алмағас
  • Malus domestica — Өй алмаһы
  • Malus florentina
  • Malus floribunda
  • Malus formosana
  • Malus fusca — Балсыҡ көрәне төҫөндәге алмағас
  • Malus glabrata
  • Malus glaucescens
  • Malus halliana — Холл алмағасы
  • Malus hybridus
  • Malus honanensis
  • Malus hupehensis — Хубей алмағасы
  • Malus ioensis — Айов алмағасы
  • Malus kansuensis
  • Malus kirghisorum
  • Malus lancifolia
  • Malus nidzwetzkyana — Недзведский алмағасы
  • Malus orientalis — Көнсығыш алмағасы
  • Malus prattii
  • Malus prunifolia — Слива япраҡлы алмағас
  • Malus pumila — Тәпәш алмағас
  • Malus rockii
  • Malus sargentii
  • Malus sieboldii
  • Malus sieversii — Сиверс алмағасы
  • Malus sikkimensis
  • Malus spectabilis — Бик яҡшы алмағас
  • Malus sublobata
  • Malus sylvestris — Урман алмағасы
  • Malus transitoria
  • Malus trilobata
  • Malus tschonoskii
  • Malus yunnanensis

Алма — алмағастың емеше. Ҡырағай алмағаста диаметры 1—4 см, ә баҡсала үҫтерелгән культураларҙа диаметры 6 сантиметрҙан башлап һәм унан да ҙурыраҡ була ала. Алманың уртаһында орлоҡтар урынлаша; ошо орлоҡтар махсус емеш эргәлегендә икешәрләп урынлаша (ҡайһы берҙә өсөшәрләп), әгәр алманы арҡыры киҫеп ҡараһаң, емеш эргәлеге һәм ундағы орлоҡтар йондоҙ формаһында урынлашҡан була. Алмала органик кислоталар (шул иҫәптән алма кислотаһы, лимон кислотаһы, уксус кислотаһы һ. б.), шәкәрҙәр (глюкоза, сахароза), витаминдар (C, A, B1, каротин), микроэлементтар (тимер, калий, кальций, магний һ. б.), эфир майҙары һәм башҡа матдәләр бар.

  • Алманы сей көйөнсә ашап була.
  • Алманан һут, компот, кисель, шарап (рус. вино), ҡайнатма (рус. варенье), джем, повидло эшләйҙәр.
  • Алма ҡушып бәлеш, торт, пирожный һәм башҡа аҙыҡтар бешерәләр.