Эстәлеккә күсергә

Антоновка алмағасы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Антоновка алмағасы

Анто́новка — алманың ҡышҡы сорты, халыҡ селекцияһы. Үҙәк Рәсәйҙә һәм Урта Волга буйында киң таралған. Баҡсасылыҡ хужалыҡтары өсөн төп сәнәғәт сорты булып һанала. Алмалары эре, хуш эҫле, яҡшы һаҡланыусан, юғары уңышлы (бер алмағастан 300 кг-ға тиклем һәм унан да күберәк) булыуы һәм ҡутыр ауырыуына сыҙамлылығы менән юғары баһалана. Ҡышҡа сыҙамлылығы уртаса. Алмағасы бейек, ябалдашы ныҡ, йәш алмағастыҡы ҡыҫынҡы, пирамида һамаҡ, емеш бирү осоронда − ҡуйы япраҡлы, түңәрәк була. Йәш ботаҡтары быуынлы, ҡоңғорт төҫтә, япраҡтары оҙонса-түңәрәк − эллиптик формала, зәңгәр төҫмөрлө ҡуйы йәшел төҫтә, төпсөк япраҡтары оҙон, ланцет һамаҡ. «Ябай антоновка» оҙон вегетациялы сорттарга керә. 6-7 йылдан һуң, тулыһынса 15 йылдан алма бирә башлай, алмалары уртасанан ҙурыраҡ һәм эре (100—150 г), түңәрәк йәки конус һамаҡ. Алманың ҡабығы ялтырап тора, йыйып алғанда һарғылт-йәшел, тулыһынса өлгөргәс асыҡ-һары төҫтә була. Емеш һабы ҡыҫҡа, уртаса йыуанлыҡта. Емеш һабы урынлашҡан соҡор тирән һәм киң, был сортка ғына хас булғанса ҡоңғорт төҫтә. Алманың йомшағы аҡ, бер аҙ һарғылт төҫтә, ярмалы, әскелтем-баллы, хуш эҫле, һаҡлағанда үҙенә генә хас булған үҙенсәлекле тәм керә.