Төҫ
Төҫ — оптик диапазондың электромагнит нурлашының сифатлы ҡылыҡһырламаһы. Төҫ күҙҙең физиологик тойоуында билдәләнә һәм физик, физиологик һәм психологик факторҙарға буйһона. Уны үҙләштереү һәр кешегә индивидуаль була, ул тағы ла спектраль состав менән, яҡтылыҡ сығанаҡтар һәм яҡтыртылтылмаған объектар төҫлө һәм баҙыҡлыҡ контрасттары менән билдәнә. Быларҙан башҡа, төҫтө үҙләштереү метамерия, кеше күҙенең шәхси нәҫел үҙенсәлегенә һәм психикаһына бәйле.
Инеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Субъектив үҙләшерелгән төҫ нурланышын күреү, уның спектырына, кешенең психофизиолик торошона (уға фон яҡтылығы/төҫө, төҫ температураһы, күреү адаптацияһы тәьҫир итә), һәм үҙенә генә хас булған күҙҙең һыҙатына (дальтонизм) буйһона.
Төҫтәр түбәндәгесә айырыла:
- ахроматик төҫтәр (аҡ, буҙ, ҡара) һәм хроматик төҫтәр;
- спектраль төҫтәр һәм спектраль булмаған төҫтәр (пурпур төҫмәрҙәр).
«Төҫ» һәм «төҫтө үҙләштереү» төшөнсәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Төҫ» төшөнсәһенең ике мәғәнәһе бар: ул бер ниндәй объектан яҡтылыҡтың сағылыуынан барлыҡҡа килгән психологик тойғоға ҡарарға мөмкин (хәнәүәт әфлисун), шулай уҡ яҡтылыҡ сығанағы төшөнсәһенең ҡылыҡһырламаһы булыуы мөмкин (әфлисун төҫө — хәнәүәт төҫө). Беренсе осраҡта һүҙ төҫтө субъектив үҙләштереү тураһында барһа, икенсеһендә — тик күҙәтелеүсе нурланыш тулҡынының оҙонлоғо хаҡында.
Төҫтө үҙләштереү физиологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төҫтөң тойғоһы мейелә төҫ һушлы күҙәнәктәрен — кеше йә хайуандың күҙ сетчаткаһы рецепторҙарын (колбаларҙы) — ҡуҙғатҡанда йәки туҡтағанда барлыҡҡа килә. Кешелә һәм приматтарҙа колбаларҙың спектраль хислелеге менән айырылған өс төрө була: ρ (шартлыса «ҡыҙыл»), γ (шартлыса «йәшел») и β (шартлыса «күк»)[1]. Колбаларҙың яҡтылыҡ хислеге түбән, шунлыҡтан яҡшы төҫтө үҙләштерер өсөн етерлек яҡтыртыу йәки баҙыҡлыҡ кәрәк. Төҫ рецепторҙары иң күбеһе сетчатканың үҙәк өлөшөндә була.
Һәр бер кешенең төҫ хислеге был өс төҫ хислектәре суммаһы менән күрһәтелә. Һөйрәлеүселәр, ҡоштар һәм ҡайһы бер балыҡтарҙың киңерәк оптик нурланышы була.
Спектраль төҫтәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өҙлөкһөҙ спектр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төҫтәрҙең өҙлөкһөҙ спектырын дифракцион рәшәткәлә күҙәтергә була. Йәйғор тәбиғәт күренеше спектырҙың яҡшы демонстрацияһы булып тора.
Спектр төҫө һәм төп төҫтәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге тапҡыр өҙлөкһөҙ спектырҙы ете төҫкә Исаак Ньютон бүлгән. Был бүлеү шартлы һәм күбеһенсә осраҡлы рәүештә. Ньютон Европа нумерологияһы тәьҫире аҫтында булған һәм октавалағы ете нотаға оҡшата (сағыштырығыҙ: ете металл, ете планета һ. б.). ХХ быуатта Освальд Вирт «октавалы» система тәҡдим итә (2 йәшел — һалҡын, диңгеҙ һәм йылы, үлән' төҫтәрен индергән), әммә ул киң таралыу ала алмаған.
Төҫ | Тулҡындар оҙонлоң диапазоны, нм | Йышлыҡтың диапозоны, ТГц | Фотондар энергияһының диапазондары, эВ |
---|---|---|---|
Ҡыҙыл | 625—740 | 405—480 | 1,68—1,98 |
Хәнәүәт (ҡыҙғылт-һары) | 590—625 | 480—510 | 1,98—2,10 |
Һары | 565—590 | 510—530 | 2,10—2,19 |
Йәшел | 500—565 | 530—600 | 2,19—2,48 |
Зәңгәр | 485—500 | 600—620 | 2,48—2,56 |
Күк | 440—485 | 620—680 | 2,56—2,82 |
Шәмәхә | 380—440 | 680—790 | 2,82—3,26 |
Бөйөк Британияла ҡыҙыл, һары һәм күк төҫтәре оҙаҡ «төп төҫтәр» булып торғандар, тик 1860 йылда Джеймс Максвелл RGB (ҡыҙыл, йәшел, күк) адитив системаһын индерә. Хәҙерге заманда был системаға ҙур өҫтөнлөк бирелә.
Рәссамдар «төп төҫтәр» тип ҡыҙыл, һары һәм күк төҫтәрҙе алғандар, сөнки һарыны башҡа төҫтәрҙе ҡушып барлыҡҡа килтереп булмай.
1931 йылда CIE төҫ XYZ системаһы төҙөй, ул шулай уҡ «нормаль төҫ системаһы» аҫтында билдәле.
1951 йылда Энди Мюллер субтрактив CMYK системаһын тәҡдим итә (күк-йәшел, пурпур, һары, ҡара), ул полиграфия һәм төҫлө фотографияла киң таралыу таба.
Төп һәм өҫтәмә төҫтәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]RGB системаһында (ҡыҙыл—йәшел—күк) төҫтәр 12 төп тонға бүленәләр: 3 төп төҫ, 3 өҫтәмә, һәм тағы ла 6 аралыҡ тондар.
№ | Төҫ | Тәртип | Тон (төҫмөр), 0-239 | Тон, 0-360 (HSV) | Ун алтылы код |
---|---|---|---|---|---|
1 | Ҡыҙыл | I | 0 | 0/360 | FF0000 |
2 | Ҡыҙғылт-һары (хәнәүәт) | III | 20 | 30 | FF8000 |
3 | Һары | II | 40 | 60 | FFFF00 |
4 | Йәшкелт | III | 60 | 90 | 80FF00 |
5 | Йәшел | I | 80 | 120 | 00FF00 |
6 | Йәшел-күк | III | 100 | 150 | 00FF80 |
7 | Зәңгәр (күкһел) | II | 120 | 180 | 00FFFF |
8 | Зәңгәрһыу (аҡһыл-күк) | III | 140 | 210 | 0080FF |
9 | Күк | I | 160 | 240 | 0000FF |
10 | Шәмәхә | III | 180 | 270 | 8000FF |
11 | Ҡара-ҡыҙыл (пурпур) | II | 200 | 300 | FF00FF |
12 | Сағыу ал (ҡан ҡыҙыл) | III | 220 | 330 | FF0080 |
Киләһе таблицала төп төҫтәр ҡыҙыл, һары һәм күк булған (RYB) төҫ түңәрәгенең 12 төҫө күрһәтелгән. Бында төҫтәр төп (беренсе тәртиптәге төҫтәр), составлы (икенсе тәртиптәге төҫтәр) һәм ҡатмарлы (өсөнсө тәртиптәге төҫтәр)[2].
№ | Төҫ | Төҫтөң тәртибе |
---|---|---|
1 | Ҡыҙыл | I |
2 | Ҡыҙыл-хәнәүәт | III |
3 | Хәнәүәт (ҡыҙғылт-һары) | II |
4 | Һары-хәнәүәт | III |
5 | Һары | I |
6 | Һары-йәшел | III |
7 | Йәшел | II |
8 | Күк-йәшел | III |
9 | Күк | I |
10 | Күк-шәмәхә | III |
11 | Шәмәхә | II |
12 | Ҡыҙыл-шәмәхә (пурпур) | III |
Ахроматик төҫтәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Буҙ төҫөнөң төҫмөрҙәре ахроматик («төҫһөҙ») булып торалар. Иң сағыу булып аҡ төҫ булып тора, ә иң ҡараңғыһы — ҡара төҫ.
Төҫтөң ҡылыҡһырламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәр төҫтөң үлсәмле физик ҡылыҡһырламаһы була (спектраль составы, сағыулыҡ):
Сағыулыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бер үк спектрҙың төҫөнә ҡараған бер үк ҡуйылыҡтағы төҫмөрҙәр бер береһенән сағыулыҡ дәрәжәһе менән айырылыуы мөмкин. Мәҫәлән, асыҡлыҡ кәмегәндә күк төҫ яйлап ҡара төҫкә яҡынлаша.
Һәр бер төҫ сағыулыҡ максималь кәмегәндә ҡара төҫкә әүерелә. Башҡа төҫтөң ҡылыҡһырламары һымаҡ, баҙыҡлыҡ күбеһенсә субъектив сәбәптәргә бәйләнгән, улар үҙләштереү психологияһына шартлы.
Асыҡлыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Асыҡлыҡ төшөнсәһе аныҡ төҫкә түгел, ә спектрҙың төҫмөрөнә, тонына ҡарай. Төрлө тонлы булған төҫтәр башҡа бер үк ҡылыҡһырламалар булғанда, беҙгә төрлө асыҡлыҡ менән күренә. Иң асыҡ төҫ булып һары тон үҙе торһа, иң ҡараһы — күк йәки күк-шәмәхә.
Ҡуйылыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡуйылыҡ — хроматик төҫтөң уға асыҡлыҡ буйынса тигеҙ булған ахроматик төҫтән айырылыу дәрәжәһе, төҫтөң «тәрәнлеге». Бер тондың ике төҫмөрҙәре тоноҡлоҡ дәрәжәһе менән айырылыуы мөмкин. Ҡуйылыҡ кәмегәндә һәр бер хроматик төҫ буҙ төҫкә яҡынлаша.
Төҫ тоны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төҫ тоны — төҫтөң спектарҙа урынлашыуы өсөн яуап биргән ҡылыҡһырлама: һәр бер хроматик төҫ бер ниндәй спектраль төҫкә ҡарарға мөмкин. Бер үк спектрҙа урынлашҡан төҫмөрҙәр (әммә, мәҫәлән, ҡуйылыҡ һәм асыҡлыҡ менән айырылған) бер үк тонға ҡарайҙар. Тонды үҙгәрткәндә, мәҫәлән, күк төҫтән спектрҙың йәшел яғына — ул зәңгәргә алышына, ә тиҫкәрегә үҙгәрткәндә — шәмәхә төҫөнә инә.
Ҡайһы берҙә тондың үҙгәртеүен төҫтөң «йылылығы» менән нисбәтләнә. Ҡыҙыл, ҡыҙғылт-һары һәм һары төҫмөрҙәре ут рәүешендә күҙ алдына килтерелгәс, уларҙы йылы тондар тип атайҙар, ә зәңгәр, күк һәм шәмәхә, һыу һәм боҙ менән сағыштырып — һыуыҡ тондар тип атайҙар. Бында төҫтөң «йылылығын» билдәләү субъектив (шәхси өҫтөнлөктәр, күҙәтеүсенең торошо, адаптация һәм башҡалар) йәки объектив (төҫтөң фоны булыуы һәм башҡалар) психик һәм физиологик факторҙарға бәйләнеүен иҫәпкә алырға кәрәк.
Шул уҡ ваҡытта төҫ температураһы төшөнсәһен — ҡайһы бер яҡтылыҡ сығанаҡтарының ҡылыҡһырланмаһын төҫтөң «йылылығын» субъектив тойоуҙан айырырға кәрәк. Йылылыҡ нурланышы төҫө температура күтәрелгән саҡта «йылы төҫмөрҙәр» аша үтә: ҡыҙылдан һары аша аҡҡа табан, әммә максималь төҫ температураһына циан төҫө эйә була.
Башҡа төҫтәр, шул иҫәптән спектраль булмаған
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төҫ | Урыҫ телендә | Төҫтөң һүрәтленеше |
---|---|---|
Ҡара төҫ | Чёрный цвет | |
Буҙ төҫ | Серый цвет | |
Көмөш төҫө | Серебристый цвет | |
Аҡ төҫ | Белый цвет | |
Алтын төҫө | Золотистый цвет | |
Каштан төҫө | Каштановый цвет | |
Көрән төҫ | Коричневый цвет | |
Һоро төҫ | Бурый цвет | |
Шамуа төҫө | Цвет шамуа | |
Зәйтүн төҫө | Оливковый цвет | |
Һаҙ төҫө | Болотистый цвет | |
Үлән төҫө | Травяной цвет | |
Циан төҫө | Цвет циан | |
Аквамарин төҫө | Цвет аквамарин | |
Фирүзә төҫө | Бирюзовый цвет | |
Алһыу төҫ | Розовый цвет | |
Сағыу ал төҫ | Малиновый цвет | |
Пурпур төҫө | Пурпурный цвет | |
Сейә ҡыҙыл төҫ | Пунцовый цвет | |
Ал төҫ | Алый цвет | |
Ҡан-ҡыҙыл төҫ | Бордовый цвет | |
Сейә төҫө | Вишнёвый цвет | |
Шоколад төҫө | Шоколадный цвет | |
Фил һөйәге төҫө | Цвет слоновой кости | |
Хаки төҫө | Цвет хаки | |
Аҡһыл көрән төҫ | Бежевый цвет |
Төҫтөң физик химияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хромофор
- Яҡтылыҡ
- Электромагнит спектры
- Нурланыштың спектраль тығыҙлығы
- Төҫтөң баҙыҡлығы
- Төҫ температураһы
- Төҫ теорияһы
- Батохром күсеше
Колориметрия һәм төҫтө яңынан тергеҙеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төҫтөң һәм спектраль төҫтөң бәйләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрлө тармаҡтарҙа файҙаланырға уңайлы булған бер нисә төҫ шкалаһы бар. Төҫтө үлсәр өсөн колориметр һәм спектрофотометр ҡулланалар. Ғәмәлдә сәнәғәт етештереүендә, полиграфияла Төҫтөр атласы менән ҡулланалар.
Төҫтәрҙе ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төҫ кешенең иғтибары менән идара итеү сараһы булып киң ҡулланыла. Ҡайһы бер эргәләштереүҙәр бик уңайлы (мәҫәлән, күк + һары), ә ҡайһылары — улай уҡ түгел (мәҫәлән, ҡыҙыл + йәшел). Колористика — төҫтәрҙе эргәләштереү сәнғәте булып тора.
Төҫтө үҙләштереү психологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Төҫтөң исеме
- Синестезия
- Төҫтөң рифмаһы
- Төҫтөң иллюзиялары:
-
А һәм В бер үк төҫтәге параллелограммдары
-
Шул уҡ төҫтәге бүтән параллелограмм шул уҡ ике параллелограммды тоташтыра
-
Бер үк төҫтәге А һәм В параллелограммдары, һәм улар аша үткән һыҙыҡ
-
Өҫкө эллипс һәм аҫҡы эллипс — бер үк төҫтә
Төҫтәрҙең күсеүе һәм ҡушылыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Төҫтәрҙең күсеүе
- Колеровка
Тәбиғәттә төҫтөң уйнауы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алферов А. С., Шихирин В. Н., Верняев В. И., Афанасьев А. Н. Полутоновой клин для метрологической аттестации автоматизированных систем контроля внешних признаков полуфабрикатов РЭА. Тезисы докладов Всесоюзной научно-технической конференции «Конструктивно-технологическое обеспечение качества микро- и радиоэлектронной аппаратуры при проектировании и в производстве». Ижевск, февраль 1986 года.
- Артюшин Л. Ф. Основы воспроизведения цвета в фотографии, кино и полиграфии, М., 1970.
- Вавилов Н. Свет и цвет в природе.
- Гуревич М. М. Цвет и его измерение, М. — Л., 1950.
- Кустарёв А. К. Колориметрия цветного телевидения, М., 1967.
- Ивенс Р. М. Введение в теорию цвета, пер. с англ., М., 1964
- Уилан Б. Гармония цвета: Новое руководство по созданию цветовых комбинаций / Пер. с англ. Г. Щёлоковой. — М.: ООО «Издательство Астрель»: ООО «Издательство АСТ», 2005.
- Шерцль В. И. О названиях цветов 2016 йыл 14 октябрь архивланған. // «Филологические записки», Воронеж, 1873.
- Яковлев Б. Цвет в живописи // Художник. 1961, № 3. С.27-31.
- Deane B. Judd and Gunter Wyszecki — Color in business, science and industry 1975, ISBN 0-471-45212-2
- Emil Ernst Ploß. Ein Buch von alten Farben. Technologie der Textilfarben im Mittelalter mit einem Ausblick auf die festen Farben. Heidelberg und Berlin 1962, Neudruck: Moos, München 1977 (4. Aufl.), ISBN 3-7879-0064-0.
- Libero Zuppiroli et Marie-Noëlle Bussac. Traité des couleurs, PPUR, 2011.
- Michel Pastoureau et Dominique Simonnet. Le petit livre des couleurs, Paris, Éditions du Panama, coll. «Points», 2005.
- Norbert Welsch, Claus Chr. Liebmann. Farben. Natur, Technik, Kunst. Spektrum, München 2004, ISBN 3-8274-1563-2.
- Petra E. Weingart, Rudolf Forster (Hrsg.) Ich und die Farbe sind eins. Kovac, Hamburg 2005, ISBN 3-8300-1813-4.
- Robert Sève. Science de la couleur: Aspects physiques et perceptifs, Marseille, Chalagam, 2009.
- Wyszecki G., Stiles W. S. Color science. N. Y. — L. — Sydney, 1967.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төҫ Викимилектә |
- Статья «Цвет» из Большой советской энциклопедии 2007 йыл 14 май архивланған.
- Всё о цвете. Теория, применение. Инструменты подбора цвета, анализатор контрастности 2021 йыл 5 май архивланған.
- Статья «Цвет» в Физической энциклопедии
- Словарь названий цветов и цветовых оттенков в русском языке 2020 йыл 27 февраль архивланған.
- Спектральный калькулятор
- Терминология цвета (различия в терминологии художников, фотографов и дизайнеров) 2020 йыл 13 август архивланған.
Инглиз телендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Munsell Color Science Laboratory — төҫтө тикшереү лабораторияһы
- Comparative Article examining Goethean and Newtonian Color — Гёте һәм Ньютондың төҫ төшөнсәһенә мөнәсәбәттәренең сағыштырыуы 2007 йыл 3 апрель архивланған. (недоступная ссылка с 21-05-2013 (4214
- Kruithof curve citation
- Article by technical lighting manufacturer on rod/cone vision, with cites to literature 1997 йыл 21 декабрь архивланған.
- Stanford Encyclopedia of Philosophy entry
- Әйберҙәрҙең төҫө нимәгә була? 2010 йыл 12 июнь архивланған.
- Төҫ схемаһын нисек төҙөргә 2006 йыл 20 февраль архивланған.
- Why Should Engineers and Scientists Be Worried About Color?
- Хәҙерге дизайнда төҫ, контраст һәм арауыҡ 2008 йыл 15 сентябрь архивланған.
- Төҫ тураһында фән (инг.)
Төҫ | ||||||||||
|