Эстәлеккә күсергә

Ислахов Фазлетдин Фәррәх улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ислахов Фазлетдин Фәррәх улы
Тыуған:

17 июнь 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Балаҡатай районы, Монас ауылы

Үлгән:

18 апрель 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (71 йәш)

Үлгән урыны:

Башҡортостан Республикаһы Балаҡатай районы Яңыбай ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Жанр:

график

Уҡыған урыны:

Өфө сәнғәт училищеһы

Исемдәре:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000);

Ислахов Фазлетдин Фәррәх улы (17 июнь 1944 йыл — 18 апрель 2016 йыл) — график. Башҡортостандың дәүләт гербы авторы. 1979 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000).

Фазлетдин Фәррәх улы Ислахов 1944 йылдың 17 июнендә Башҡорт АССР-ының Балаҡатай районы Монас ауылында тыуған. Яныбай урта мәктәбен тамамлай. Ошо уҡ мәктәптә һүрәт һәм черчение дәрестәрен алып бара.

1962 йылда Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. 1963 йылда армия сафына алына. Хәрби хеҙмәттән запасҡа ҡайтарылғас, уҡыуын артабан дауам итә.

Өфө сәнғәт училишеһын тамамлағандан һуң (1969; педагогы Р. М. Нурмөхәмәтов) Баймаҡ ҡалаһына йүнәлтмә ала. Мәҙәниәт министрлығы уны халыҡ театрына рәссам итеп тәғәйенләй. Шулай уҡ 39-сы училищела эстетика, черчение, махсус һүрәт дәрестәрен алып бара.

1970 йылда Горький ҡалаһында эстетика буйынса Бөтә Союз квалификация күтәреү институтын тамамлай. 1971 йылдан алып Өфөлә эшләй. «Башҡортостан» республика гәзитендә рәссам, «Родина», «Искра» кинотеатрҙарында өлкән рекламасы була. 1992—2011 йылдарҙа Зәйнәп Биишева исемендәге "Китап нәшриәтенең художество мөхәррире, баш рәссамы вазифаһын алып бара.

40 йылдан ашыу хеҙмәт юлында һүрәт һәм черчение уҡытыусыһынан «Китап» нәшриәтенең баш рәссамы дәрәжәһенә күтәрелә.

Ижадында төп йүнәлеше — китап графикаһы.

200-ҙән ашыу китапты, шул иҫәптән "Ҡөрьән Кәрим"де (1993) биҙәгән.

Дәүләт гербы проекты авторы (1993), «Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы», «Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре», «Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника буйынса дәүләт премияһы лауреаты» һәм башҡа түшкә таға торған билдәләрҙең эскиздарын эшләгән.

Салауат Юлаевтың 250 йыллығына ул тәҡдим иткән эмблема ҡабул ителә.

Айырыуса дан килтергән эше — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы. Тәҡдим ителгән 40 проект араһынан Фазлетдин Фәррәх улының эскизы иң яҡшыһы тип табыла.

Ислахов Фазлетдин Фәррәх улы Рәсәй Рәссамдар союзының арҙаҡлы ағзаһы була.

Шулай уҡ Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000).