Аҡҡашҡа тауы
Аҡҡашҡа | |
---|---|
Характеристики | |
Майҙаны | 1536 га км² |
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 778 м |
Урынлашыуы | |
55°31′40″ с. ш. 59°19′13″ в. д.[[Категория:Билдәһеҙ илдәр|]_type:landmark H]GЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Аҡҡашҡа — тау. Көньяҡ Уралда, Башҡортостандың Балаҡатай районы биләмәһендә урынлашҡан.
Урынлашҡан урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы һәм Силәбе өлкәһе буйлап һуҙылған. Территорияһы 1536 га. Балаҡатай менән Урғалы урман хужалығы биләмәһендә. Оҙонлоғо яҡынса км (Башҡортостан Республикаһында) км ашыу, киңлеге яҡынса км), абсолют бейеклеге 778 м. Һырттың төньяҡ өлөшө һөҙәк, тәрән булмаған уйһыулыҡтары күп, көнсығыш өлөшөндә.
Яҡында урынлашҡан тау һырттары: Ҡаҙан һалған (31 км), Нәзим һырты (34 км), Оло Тағанай (35 км), Урал һырты (44 км) Үренгә һырты (ғ: км). «Тағанай» милли паркы (38 км)
Рельефы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһының кварцитҡа оҡшаш ҡомташтары, алевролиттары һәм һәүерташтарынан тора. Тау һырты битләүҙәрендә [[]] һәм [[]], [[]] йылғалары башлана. Битләүҙәрҙең өҫкө өлөшө һәм түбәһе ҡараһыу һоро урман тупрағында ҡайын һәм ҡарағай‑ҡайын урмандары, киң япраҡлы, шулай уҡ ҡара ылыҫлы һәм йөҙйәшәр ҡарағас урмандарына бай. Ҡараға оҡшаш тупраҡта тау болондары һәм болон далалары өҫтөнлөк итә һәм унда йөҙләгән төр үҫемлек үҫә. Һөҙәк битләүҙәрҙең аҫҡы өлөшө һөрөлгән, сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр итеп файҙаланыла. Тау итәгендә ауылдар урынлашҡан.
Бында урал тәбиғәтенә хас хайуандар (айыу, мышыларҙың ҡышҡы тораҡтары һәм һирәк осрай торған йәнлектәр) тереклек итә.
Топонимикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Аҡҡашҡа» тигән атама йәй уртаһы еткәнсе тау битләүенең урыны-урыны менән ағарып күренгән һыҙаттары ат маңлайындағы ҡашҡаны хәтерләткән өсөндөр тигән фараз бар. Тау башында һыйыр, һарыҡ ҙурлығы, унан бәләкәйерәк таштар бик күп.
Тәбиғәт һәйкәлен һаҡлау планы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Көньяҡ Уралдың киң япраҡлы-ҡара ылыҫлы урмандары типик берләшмәләрен һаҡлау һәм тергеҙеү буйынса эштәр башҡарыу.
- Ҡурсаулыҡ йә тәбиғәт һәйкәле ойоштороу перспективаһына лайыҡлы территория.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башташ (бейек нөктәһе Аҡҡашҡа)
Ваҡытлы матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аҡҡашҡа тауы рәсеме
- Аҡҡашҡа тауы планы
- Аҡҡашҡа тауы
- Баштурист.ру. Балаҡатай районы 2021 йыл 21 октябрь архивланған.
- Башҡортостан тауҙарын һәм үҫемлектәрен һаҡлау темаһына бағышланған хеҙмәттәр