Урал батыр (персонаж)
Уҡыу көйләүҙәре
Урал батыр | |
Телгә алынған хеҙмәттәр | Урал батыр эпосы һәм Урал батыр |
---|
Урал батыр — башҡорт халыҡ ижадындағы төп герой. Мәшһүр «Урал батыр» эпосына исем биргән[1].
Эпоста Урал батыр Йәнбирҙе менән Йәнбикәнең кесе улы, өлкән ағаһы Шүлгәнгә ҡаршы көрәшеүсе булараҡ күрһәтелә.
Уралдың ҡатындары — аҡҡош-ҡыҙ Һомай (ҡыҙ Самрауҙың ҡыҙы)
Уралдың балалары — Иҙел, Нөгөш, Яйыҡ, туғаны (Шүлгәндең улы) — Һаҡмар — Көньяҡ Уралдың төп йылғаларының (Ағиҙел, Нөгөш, Яйыҡ, Һаҡмар) эпонимдары булып тора.
Уралдың тылсымлы аты — Аҡбуҙат.
Батырҙың эйәренән Урал тауҙары барлыҡҡа килгән.
«Ай менән Урал тауҙарының барлыҡҡа килеүе» легендаһында Урал батыр артыҡ Ҡояштан Айҙы һәм Урал тауҙарын барлыҡҡа килтерә.
Урал батыр тәү ата-бабабыҙ булараҡ, «Ҡуңыр-буға» легендаһының төрлө варианттарында телгә алына[2].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Надршина Ф. А.Урал-батыр, миф. персонаж 2019 йыл 3 ноябрь архивланған.Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Шаяхметов Р. А. Мифологема Небесного Лучника и Урал-батыр // Литература Урала: история и современность. Вып. 4. Локальные тексты и типы региональных нарративов. Екатеринбург: Изд-во Урал. ун-та, 2008. C. 402—409.
- Урал батыр. Башҡорт халыҡ ҡобайыры=Урал-батыр. Башкирский народный эпос=Ural‑batur. Bashkort Folk Epic. Өфө, 2005.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ УРАЛ-БАТЫР, миф. персонаж
- ↑ Шаяхметов Р. А. Мифологема Небесного Лучника и Урал-батыр // Литература Урала: история и современность. Вып. 4. Локальные тексты и типы региональных нарративов. Екатеринбург: Изд-во Урал. ун-та, 2008. C. 402—409.