Һаҡмар (мифология)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Һаҡмар — «Урал батыр» ҡобайырындағы персонаж, Шүлгән менән Самрау батша ҡыҙы Айһылыуҙың улы.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әсәһе Һаҡмарға атаһы Шүлгәндең хыянаты тураһында һөйләй һәм Урал батырға яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшендә ярҙам итеү өсөн ебәрә. Урал батырға килеп ҡушылғандан һуң, Һаҡмар, Иҙел, Нөгөш һәм Яйыҡ туғандары менән бергә, ғәскәр башында тора.

Дошмандарын тар-мар иткәндән һуң, Иҙелдән үрнәк алып, кешеләрҙе һыу менән тәьмин итеү маҡсатында ҡылыс менән йылға үҙәнен киҫә. Халыҡ батыр хөрмәтенә (ҡара: Һаҡмар) был йылғаға исем ҡушҡан.

Персонаж «Ағиҙел менән Яйыҡ» топонимик риүәйәтендә телгә алына.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]