Урал батыр (әкиәт)
Урал батыр | |
Нигеҙләү датаһы | 1956 |
---|---|
Нигеҙендә эшләнгән | Урал батыр эпосы |
Мөхәррир | Әхнәф Ибраһим улы Харисов |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1956 |
Персонаждар | Урал батыр (персонаж) |
Урал батыр, Урал — шундай уҡ исемле Урал батыр башҡорт халыҡ эпосының әкиәт варианты.
«Урал—батыр» әкиәтен Ә. И.Харисов 1956 йылда Учалы районының Иманғол ауылында Рәхмәтуллин Исмәғилдән яҙып алған һәм Башҡорт халыҡ ижады китабында баҫтырып сығарған, 1959, б. 13-19; ББС, № 1.
«Урал» әкиәтен студент Г. Сәфәрғәлина 1984 йылда Башҡорт АССР-ы Ейәнсура районының Ғәббәс ауылында 1929 йылғы Сәфәрғәлина Шәмсиә Сәфәрғәле ҡыҙынан яҙып алған, — БДУ-ның филология факультеты, 1984 йылғы яҙма.
Сюжеты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Текст Айҙың һәм Урал тауҙарының барлыҡҡа килеүе тураһында этиологик мифтан ғибәрәт. Борон заманда күктә, йәнәһе, ике ҡояш яҡтыртҡан. Береһе батһа, икенсеһе ҡалҡҡан. Был йоҡларға яратҡан бер байға ҡамасаулаған. Бер ваҡыт ул: кем ҡояштың береһен юҡ итә — шуға ҡыҙымды бирәм, тип иғлан итә. Бары тик Урал батыр был бурысты үтәй ала. Уның уғы тейеүҙән ҡояш ике өлөшкә ярыла. Береһенән Ай барлыҡҡа килә. Икенсеһе Ергә ҡолап төшә һәм Урал батыр хөрмәтенә Урал тау тип аталған тау массивына әйләнә[1]
Тикшеренеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был әкиәткә Юрий Евгеньевич Березкин иғтибар итә, уның тасуирламаһын Мифологик мотивтар каталогына индерә. Мотив A 02A , «ерҙе бер нисә ҡояш көйҙөрә»: ошолай һүрәтләнә: «Бер үк ваҡытта бер нисә ҡояш ҡабынған булһа йәки ҡабынһа, донъя яндырылған була йәки яндырыласаҡ (бөтөнләй тиерлек)».
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәкүрова Р. Ш. «Урал-батыр» башҡорт эпосының текстологияһы. (Төп фәнни текст проблемалары). Филология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеүсе диссертация. Мәскәү, 1998.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.286 2016 йыл 4 март архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башкирское народное творчество. Том I. Эпос. — Уфа: Башкирское книжное издательство. — 1987. С. 500