Эстәлеккә күсергә

Нөгөш (мифология)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нөгөш

Нөгөш — «Урал батыр» эпосы персонажы, Урал батырҙың икенсе улы[1].

«Урал батыр»ҙа Урал менəн Шүлгəнде донъяға тыуҙырыусылар — Йəнбирҙе менəн Йəнбикə. Урал батыр үҫеп еткәс, халыҡты яуыз көстəрҙəн ҡотҡарған һəр илдə халыҡ һорауы буйынса кəлəш ала, туй ҡыла. Урал батырҙың өс никахтан тыуған өс улы була. Ҡатил батша ҡыҙынан тыуған улы — Яйыҡ, Гөлөстандан — Нөгөш, Һомайҙан — Иҙел, Шүлгəндең Ай ҡыҙы Айһылыуҙан тыуған улы Һаҡмар исемле булалар. Шулай итеп, «Урал батыр» эпосынан Уралдың өс — Яйыҡ, Нөгөш, Иҙел исемле улдары һәм Шүлгәндең Һаҡмар исемле улы барлығын билдәле. Урал батырҙың улдары өсөһө өс яҡтан атаһына ярҙамға килеп ҡушыла. Шүлгəн менəн Айһылыуҙың улы Һаҡмар ҙа, Урал батыр яҡлы булып, көрəшкə күтəрелə. Нөгөш үҫеп етə һəм аталарының юлын дауам итергə, илен, халҡын ҡурсалап алышҡа сығырға əҙерлəнə.

Нөгөш уҡ көслө һəм батыр булып үҫə. Дейеүҙəр һөжүменән һуң илдəре һыуға батырғас, ул кəмə яһап, халыҡты ҡотҡара; йыландарҙы еңеп, Зәрҡүмды үлтерə. Әсəһе Гөлөстандың изге фатихаһын алғас, толпарға атланып, Ҡәһҡәһә һəм Шүлгəн менән алышҡан атаһына ярҙам итəм тип, юлға сыға. Ҡустыһы Иҙелгə эйəреп, Нөгөш кешелəрҙе һыу менән тəьмин итер өсөн ҡылыс менән тауҙы яра. Ҡылыс менән ярылған тауҙан йылға хасил була. Был йылғаны халыҡ Нөгөш йылғаһы тип атай[2][3].

Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Урал батыр