Эстәлеккә күсергә

Горбушина Нәфисә Муллайән ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Горбушина Нәфисә Муллайән ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 20 август 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Яңы Һынташ, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 20 ноябрь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (89 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Горбушина Нәфисә Муллайән ҡыҙы (20 август 1923 йыл2012 йыл) — Өфөләге 4-се тегеү фабрикаһы оҫтаһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Нәфисә Муллайән ҡыҙы Горбушина 1923 йылдың 20 авгусында Башҡорт АССР-ының Благовар районы Яңы Һынташ ауылында тыуған.

Белеме — урта махсус, 1963 йылда Өфө еңел сәнәғәт техникумын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1940 йылда 3-сө Черниковка төҙөлөш тресында кассир булып башлай. 1946—1947 йылдарҙа Черниковка «Индпошив» артелендә тегенсе булып эшләй. 1956 йылдан — тегенсе-мотористка, Өфөнөң 2-се теген фабрикаһының өлкән мастеры, 1962 йылда Өфөнөң 4-сө тегеү фабрикаһына мастер итеп күсерелә.

Талантлы һәм инициативалы ойоштороусы Н. М. Горбушина етәкселеге аҫтында бригада системалы рәүештә етештереүҙең юғары күрһәткестәренә өлгәшә, ай һайын эшләү нормаһын 110—115 процентҡа үтәй, был күрһәткес башҡа цех коллективтарынан 5-6 процентҡа юғарыраҡ. Ете йыллыҡ планды (1959—1965) бригада ваҡытынан алда — алты йыл да дүрт ай эсендә башҡара, пландан тыш 3 500 берәмек теген әйберҙәре етештерә.

1965 йылдан башлап ул етәкләгән бригада техник контроль бүлегенә 99,5 процент әҙер продукция тапшыра, был күрһәткес фабрика һәм цех күрһәткестәре буйынса 8-10 процентҡа юғары. 99,2 процент әйберҙәр ҡуйылған 98,2 процентҡа ҡарата беренсе сорт менән сығарыла.

Н. М. Горбушина продукция әҙерләүҙең дефектһыҙ ысулына күсеүҙе башлай. Кейем тегеү процесын механизациялау буйынса ҙур эш башҡара, һөҙөмтәлә хеҙмәт етештереүсәнлек 12,8 процентҡа арта. 1959—1965 йылдарҙа ул етәкләгән бригада 7 рационализаторлыҡ тәҡдим индерә, иҡтисади эффект 8,5 мең һум тәшкил итә. Ете йыллыҡта остаз булараҡ тегенсе һөнәренә 30 яңы эшсе әҙерләй, уларҙың дүрт кешеһе эшкә мастер сифатында үрләтелә, хеҙмәттең алдынғы алымдарына 52 кешене өйрәтә.

Ете йыллыҡ план заданиеһын үтәүҙә һәм туҡыма, тиркотаж, теген әйберҙәре һәм еңел сәнәғәттең башҡа продукцияларын етештереүҙә юғары техник-иҡтисади күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн СССР Юғары Советы Президиумы 1966 йылдың 9 июнендәге указы менән Н. М. Горбушинаға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1967 йылдан 1974 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем Өфө «Мир» тегеү фабрикаһының өлкән мастеры булып эшләй, артабан Өфө ҡалаһында йәшәй. 2012 йылда вафат була

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966)
  • Ленин ордены
  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.