Эстәлеккә күсергә

Антонио Сальери

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Антонио Сальери
Antonio Salieri
Төп мәғлүмәт
Тыуған

18 август 1750({{padleft:1750|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Тыуған урыны

Леньяго, Венеция республикаһы

Үлгән

7 май 1825({{padleft:1825|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (74 йәш)

Үлгән урыны

Вена, Австрия империяһы

Ил

Флаг Австрийской империи Австрия империяһы

Һөнәрҙәре

композитор, дирижёр, музыкаль педагог

Жанрҙар

опера, дини музыка, камерный музыка

Наградалар
Почётлы легион ордены кавалеры
Автограф
Автограф
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Анто́нио Салье́ри (итал. Antonio Salieri, 18 август 1750 йыл , Леньяго, Венеция республикаһы — 7 май 1825 йыл, Вена) — Италия һәм Австрия композиторы, дирижёр һәм педагог.

К. В. Глюктың шәкерте, 40-тан ашыу опера, күп һанлы инструменталь һәм вокаль-инструменталь әҫәрҙәр авторы Сальери үҙ заманында иң билдәле һәм танылған композиторҙарҙың береһе, бик абруйлы педагог була: уның уҡыусылары араһында — Л. ван Бетховен, Ф. Шуберт һәм Ф. Лист. Сальери Венала 36 йыл буйы (1788—1824) һарай капельмейстеры вазифаһын — Европала музыка өлкәһендәге иң мөһим постарҙың береһен — биләй[1][2].

Антонио Сальериҙың В. А. Моцарт үлеменә ҡатнашлығы тураһындағы ғәйбәт уға һалынған ҡара мөһөргә әйләнә, был миф, даими кире ҡағыуҙарға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер илдәрҙә нигеҙҙә А. С. Пушкиндың «Кескәй трагедияһы» арҡаһында тарала[3][4]. 1997 йылда суд уның коллегаһы үлемендә ғәйебе юҡлығын рәсми раҫланы[5].

Италияла үткән бала сағы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Леньягола (Верона) Антонио Сальери донъяға килгән йорт

Антонио Сальериҙың бала сағы тураһында мәғлүмәт күп түгел; шуныһы яҡшы билдәле: ул Леньяго тигән бәләкәй генә ҡалала күп балалы хәлле сауҙагәрҙең ғаиләһендә донъяға килә[6]. Атаһы — шулай уҡ Антонио Сальери — колбаса һәм ветчина менән сауҙа итә, үҙенең музыкаға һис бер һәләте булмаһа ла, өлкән улы Франческоны билдәле виртуоз Джузеппе Тартиниға скрипкаға өйрәнергә ебәрә; Франческо кескәй Антонионың остазы булып китә[7]. Клавесинда уйнау дәрестәрен Сальери урындағы собор органсыһы Джузеппе Симониҙан — бик билдәле падре Мартиниҙың шәкертенән — ала[7]. Йәш Сальери вундеркинд булмағандыр тип фараз итергә кәрәк, һәр хәлдә ундай даны таралмаған, ләкин, замандаштары шаһитлыҡ итеүенә ҡарағанда, яҡшы музыкаль хәтергә, ҙур һәләттәргә һәм, уның йәшенә хас булмағанса уңғанлыҡҡа өҫтәп, матур тауышҡа эйә булған[8].

1763 йылдың февралендә Сальери әсәһен юғалта; уңышһыҙ сауҙанан бөлгән атаһы 1764 йылдың ноябрендә мәрхүм була; 14 йәшлек Сальериҙы атаһының дуҫтары — Венециялағы бай аристократ Мочениго ғаиләһе — тәрбиәгә ала[6]. Ғаилә башлығы (уның затынан Алвизе IV Мочениго Венеция республикаһының[9] дожы була), музыка яратҡан меценат, Сальериға музыкаль белем биреүҙе хәстәрләй. Ул 1765 йылдан Изге Марк соборының хорында йырлай, билдәле композитор Дж. Б. Пешеттиҙа, тенор Ф. Пачиниҙа уҡый. Йылдар үткәс, «мең канал ҡалаһы» тураһындағы хәтирәләр Сальериҙың ҡайһы бер комик операларында сағылыш таба; ләкин Венеция осоро ҡыҫҡа була: Пачини тәҡдиме буйынса, уға Иосиф II-нең һарай композиторы, үҙ эше менән Венецияға килгән Флориан Леопольд Гассман иғтибар итә. 1766 йылдың июнендә Гассман, Венаға ҡайтышлай, Сальериҙы ла үҙе менән ала[10].

Веналағы йәшлек осоро

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яңы бағыусы Сальери өсөн икенсе атайға әүерелә. Гассман (ул саҡта Италияла танылыу алған бик һирәк сит ил композиторҙарының береһе) уға музыкаль белем биреү — скрипкаға, генерал-бас, контрапункт менән уйнарға, партитура уҡырға өйрәтеү — менән генә сикләнмәй, уның өсөн немец, француз, латин һәм әҙәби итальян телдәре уҡытыусыларын яллай; киләсәктә кәрәк булырҙай бөтә нәмәгә, шул иҫәптән юғары ҡатлам манераларына ла, өйрәтә[8]. Гассман Сальериҙы танылған опера либреттоһы оҫтаһы, һарай шағиры Пьетро Метастазио менән таныштыра, уның йортонда Вена интеллектуалдары һәм артистары йыйылыр була, — күп йылдар үткәс, некрологта, билдәле музыка тәнҡитсеһе Фридрих Рохлиц Сальериҙы иң зыялы австриялы музыканттарҙың береһе тип атай[11].

Австрия баш ҡалаһында Сальери 1767 йылда Гассмандың ассистенты сифатында хеҙмәт юлын башлай, 1769 йылда һарай опера театрының клавесинсы-концертмейстеры вазифаһына тәғәйенләнә[1]. Гассман императорҙың көн дә тиерлек музыка уйнау менән шөғөлләнгән яҡындары даирәһенә инә һәм был даирәгә Антонионы ла йәлеп итә, шул рәүешле уның һарайҙағы бик уңышлы карьераһына юл аса. Замандаштары һүрәтләүенсә, тәпәшерәк буйлы, ҡуңыр йөҙлө, ҡара сәсле, теремек ҡарашлы, баҫалҡы, шул уҡ ваҡытта күңелле, аралашыусан, өҫтәүенә, Гассман тарафынан уҡыусылары араһында иң һәләтлеһе тип тәҡдим ителгән йәш кеше императорҙың ыңғай мөнәсәбәтен тиҙ яулай[12].

Ниһайәт, Гассман уны Кристоф Виллибальд Глюк менән таныштыра, Сальери ғүмеренең һуңына тиклем уның ижадына табыныусы һәм эйәреүсе булып ҡала, ләкин композиторҙарҙың бер-береһенә ныҡлап яҡынайыуы һуңғараҡ була[13][14]. Был Глюктың «етди операға» (опера-сериаға) ҡағылышлы реформалары — уның «опера-арияны» музыкаль драмаға әйләндерергә тырышыуы, музыка, шиғри тексҡа буйһоноп, һүҙ көсөн арттырырға, операның драматик бөтөнлөгөн тәьмин итергә һәм уны айырым номерҙарға таралып төшөүҙән һаҡларға (традицион опера-сериаға нәҡ шул хас була) тейеш, тип раҫлауы, ниһайәт, аныҡлыҡҡа һәм ябайлыҡҡа ынтылышы — Вена тамашасыһының аңлауын тапмаған осор була[15][16]. «Орфей менән Эвридика» ла (1762), «Альцеста» ла (1767) ни Венала, ни башҡа ҡалаларҙа уңыш ҡаҙанмай, һәм реформатор әҙме-күпме традицион тип иҫәпләнгән стилдә ижад итергә мәжбүр була, 70-се йылдар уртаһында ғына Парижда үҙен баһалаған тамашасыны таба[17][16].

Сальери ижадының тәүге осоро тураһында әҙ хәбәрҙарбыҙ; биографтар асыҡлауынса, 20 йәштәргә уның гобой, скрипка һәм виолончель менән оркестр өсөн концерты һәм а капелла башҡарыу өсөн мессаһы була[18]. Мәғрифәтселек дәүере музыка мәҙәниәтенең донъяуи жанрҙары араһында опера хакимлыҡ итә; хәйер, берәүҙәр өсөн (иң элек Парижда) унан да мөһиме юҡ, икенселәр өсөн ул — бары тик мода[19][20]. Был жанр, күрәһең, Сальери өсөн дә баштан уҡ иң мөһимгә әйләнгәндер: тәүге операһын, «Весталканы» (La Vestale), ул 1768-ме, 1769-мы йылда уҡ ижад итә. Ләкин әҫәр һаҡланмаған, шул ғына билдәле: ул дүрт тауыш һәм хор өсөн яҙылған бәләкәй генә итальян операһы була[21].

Сальери тәүге уңышты 1770 йылда яулай, башҡа заказ менән мәшғүл Гассман урынына уға Раштыуа карнавалы өсөн «Зыялы ҡатындар» (Le donne letterate) тигән опера-буффа ижад итергә тура килә[18]. Киләһе өс йыл эсендә яҙылған «Венеция йәрминкәһе», «Трактирсы ҡатын» (К. Гольдониҙың «Ҡунаҡхана хужабикәһе» тигән пьесаһы буйынса) һәм «героик-комик» «Урланған күнәк» опера-буффалары уның Веналағы уңышын нығыта һәм Европа тамашасыһының һөйөүен яулай[8]. Сальериҙың йәшләй яҙылған опералары араһында Т. Тассоның «Азат ителгән Иерусалим» поэмаһы буйынса яҙылған «Армида» (1771) айырым урын биләй — ул инде комик опера түгел, ә Сальери үҙе баһалағанса, «трагиклыҡҡа ла ҡағылышы булған» ысын музыкаль драма[8]. 1774 йылда ул шул саҡтағы һарай капельмейстеры Томмазо Траэтта тарафынан алыҫ Петербургта ҡуйыла, — әйткәндәй, һарай капельмейстерҙары ғәҙәттә үҙ әҫәрҙәрен генә ҡуйыусан була; Сальери өсөн был ҡағиҙәне, Траэттанан тыш, Джованни Паизиелло менән Джузеппе Сарти ҙа боҙа[8].

Иосиф II-нең К. фон Залес төшөргән портреты

1774 йылдың ғинуарында Гассман мәрхүм була; Венала 1772 йылдың мартынан ул биләгән юғарғы музыкаль вазифаны — һарай капельмейстеры эшен[22] — Джузеппе Бонно ҡабул итә, ә Сальери, был ваҡытҡа инде 10 опера авторы, остазынан мираҫҡа камера музкаһы ижад итеүсе һарай композиторы һәм итальян операһы труппаһы капельмейстеры вазифаларын ала.[10]. «24 йәшендә, — тип яҙа Рудольф Ангермюллер, — ул Европалағы иң мөһим музыкаль постарҙың береһен биләй»[2]. Вена ул йылдарҙа уҡ танылған опера баш ҡалаларының береһе иҫәпләнә, ләкин Габсбургтар һарайында нәҡ Итальян операһы абруйҙа була[23]. Йәш композиторҙың ифрат юғары бейеклеккә күтәрелеүе тамашасы алдындағы уңышы менән аҡланһа ла, императорға яҡынлығына ла — уның камераль музыка уйындарында ҡатнашыуына ла — бәйле. Шуның менән бергә, тип яҙа Д. Райс, Иосиф II-нең тотороҡһоҙлоғо, дыуамаллығы Сальериға үҙ хәлен ышаныслы тип баһаларға ҡамасаулап торҙо[12]. Айырыуса Сальери-композитор үҙен ышанысһыҙ тоя: император, дәғүәселекте сәнғәт өсөн отошло тип иҫәпләгәнлектән бер үк сюжетҡа ҡоролған операға композиторҙар (һәм либретто яҙыусылар) араһында юрамал ярыштар ойоштороп тора[24]. Опералар ижад итеү капельмейстер вазифаһына инә, һәм һуғыш хәрәкәттәре арҡаһында бушап ҡалған ҡаҙна Сальери ижадының йүнәлешен билдәләй: комик опералар ҡуйыу опера-сериа ҡуйғанға ҡарағанда арзаныраҡҡа төшә, етмәһә, Вена тамашасыһына нығыраҡ та оҡшай[23].

1776 йылда Иосиф, итальян музыкаһына булған һөйөүе менән императорлыҡ бурысы араһында өҙгөләнә-өҙгөләнә, немец операһын — зингшпилде үҙ ҡанаты аҫтына ала һәм Итальян операһын яба. А. И. Кронеберг яҙғанса, «ул бөтә халыҡсанға, немецтыҡына булышлыҡ итеүҙе тейеш һананы, шунлыҡтан үҙендә ситтекенә табыныуҙы баҫырға, һис юғында күрһәтмәҫкә тырышты»[25]. Тәжрибә барып сыҡмай: зингшпиль Венала ҙур уңыш яулай алмай, — һәм алты йылдан Итальян операһы ҡабат тергеҙелә, ә Сальери йәнә уның капельмейстеры булып китә. Ләкин алты йылға нәҡ үҙенең опера эшмәкәрлеген уға Венанан ситкә күсерергә тура килә[26].

Вена тамашасыһы комик операға өҫтөнлөк биргән бер саҡта, композиторҙың үҙен, Глюк ижадын һөйөүсене, музыкаль драма ылыҡтыра. Опера-сериа талаптарынан баш тартҡан драматик йөкмәткеле «Армида» Глюк реформаһының төп идеяларын тормошҡа ашырған, ләкин Глюк тарафынан яҙылмаған тәүге опера була[10]. 1778 йылда, йәш композитор йөҙөндә үҙ эйәрсенен күргән реформаторҙың тәҡдиме буйынса, Сальери янғындан һуң ҡабат төҙөлгән «Ла Скала» театрын асыу өсөн опера-сериаға заказ ала. Был опера тамашасыға 1778 йылдың 3 авгусында тәҡдим ителгән «Танылыу алған Европа» була[23]. Бер йылдан Сальериҙың «Венеция йәрминкәһе» операһы менән Миландағы «Каноббиана» театры асыла[1]. 1779 йылда Венеция театры заказы буйынса К.Гольдони сюжетына яҙылған «Көнсөлдәр мәктәбе» (La scuola de' gelosi) тигән опера-буффа Сальериҙың иң уңышлы операларының береһе була: Венециялағы премьеранан һуң бөтә Европала, Лондон һәм Парижды ла индереп, уның 40-лаған постановкаһы ҡуйыла[27]. Был операның 1783 йылда Вена өсөн эшләнгән яңы редакцияһына ҡарата И. В. Гётеның Шарлотта фон Штайнға яҙған хатындағы фекере һаҡланған: «Кисәге опера шәп булды һәм бик яҡшы башҡарылды. Был Сальери музыкаһына „Көнсөлдәр мәктәбе“ ине, тамашасы яратҡан опера, һәм тамашасы хаҡлы. Унда затлылыҡ бар, ғәжәп төрлөлөк, һәм бөтәһе лә бик нескә зауыҡ менән эшләнгән»[28].

Италияла Сальери операларына, Милан менән Венециянан тыш, Рим һәм Неаполдә заказ бирәләр; был йылдарҙа уға Мюнхенда ла эшләргә тура килә, бында уның 1782 йыл башында курфюрст Карл Теодор заказы буйынса яҙылған «Семирамида» тигән опера-сериаһы ҡуйыла. Ул арала Иосиф II Сальериҙы немец комик операһы өҫтөндә эшләүгә йәлеп итергә тырыша; ләкин был өлкә уныҡы түгел: моңло Сальери ғүмеренең аҙағынаса немец телен йырлауға яраҡлы телдәр иҫәбенә индермәй[10][23]. Шулай ҙа император өсөн бер зингшпиль ижад итә — Мария Терезияның һарай табибы Леопольд фон Ауэнбруггер либреттоһына яҙылған «Мөрйә таҙартыусы» (Der Rauchfangkehrer) әҫәре була ул. 1781 йыл яҙылған «Мөрйә таҙартыусы» уның данын В. А. Моцарттың «Сералдән урлау» (1782) тигән зингшпиле ҡаплап киткәнгә тиклем Венала уңышлы бара[10][26].

Кристоф Виллибальд Глюктың Ж. Дюплесси төшөргән портреты

Глюк опералары революция алдында торған Францияны форма яңылығына ҡарағанда, йөкмәткеһе менән нығыраҡ ярһыта: Австрия композиторының опералары антик трагедия йә урта быуат риүәйәттәренә хас булған эзоп теле менән «өсөнсө сословие» ҡиммәттәрен тарата. 70-се йылдарҙа Глюк яҡлылар менән Никколо Пиччинни яҡлылар араһында башланған асыҡ бәхәскә, С. Рыцарев һүҙҙәренә ҡарағанда, «аристократик һәм демократик сәнғәттең ҡеүәтле мәҙәни ҡатламдары ҡушыла»[29]. Олоғайып барған реформатор Сальериҙы үҙ идеялары менән арбап ҡына ҡалмай, уның карьера үҫешенә лә йоғонто яһай: 1778 йылда уны «Ла Скала» дирекцияһына тәҡдим итә, бер нисә йылдан уға Король музыка академияһының «Данаидалар» операһын яҙыуға заказын бирә, сөнки ике инсульт кисергән Глюк уны үҙе үтәрлек хәлдә булмай[30]. Сальериҙы Парижда яҡшы беләләр, ләкин — сағыу комик опералар яҙыусы тип; Глюк үҙ урынына рәсми рәүештә Сальериҙы тәҡдим иткәс, Опера дирекцияһы алмашты тиң нисбәттә түгел тип һанай[31][32].

Сальериҙың тәүге француз операһының премьераһы — ул афишала Глюк исеме менән үтә, тик һуңғараҡ, ысын мәғәнәһендә уңышҡа өлгәшелгәс кенә, Глюк ысын авторҙы атай[30] — 1784 йылдың апрелендә була һәм уға, Париж театр тамашасыһының таныуынан тыш, Иосиф II-нең ҡәрендәше Мария-Антуанеттаның йылы мөнәсәбәтенә сәбәпсе була, Сальери әҫәрҙе уға бағышлай[31]. Иосиф үҙе «Данаидалар»ҙың уңышынан һуң Париждағы Австрия вәкиле граф Ф. Мерси д’Аржантоға былай тип яҙа: «Минең фаразлауымса, уға интригалар ҡамасауламаһа, бер нисә шәп партитура яҙған был йәш кеше — Глюктың шәкерте — мөҙҙәте еткәс, уны алмаштырырлыҡ берҙән-бер дәғүәсе булыр»[31].

«Данаидалар» Гранд-Опера репертуарында 1828 йылға тиклем тора һәм, И. Соллертинский яҙғанса, йәш Г. Берлиозға «шаҡ ҡатырғыс тәьҫир» яһай[33][34]. Был опера Глюкка ябай эйәреү генә булмай: классик трагедиялар ижад итеүсе заманында комик опералар ҙа яҙа, ләкин уның трагик менән комикты бер әҫәрҙә ҡатнаштырғаны булмай, ә Сальери инештән үк тап шуны башлай, унда Глюктың «Альцеста»һының увертюраһындағыға оҡшаш фажиғәле ноталар менән буффаға тартым соната аллегроһы[35] йәнәш килә. Ошо рәүешле «юғары» һәм «түбән» жанрҙарҙы бутау Сальери операһын Глюк ныҡлы һаҡлаған классицизм сиктәренән алып сығып китә. Шәкерттең быға тиклем классик симфонияла осрамай торған контрастарға нигеҙләнгән үҙ музыкаль стиле барлыҡҡа килә, унда ариялар, хорҙар һәм речитативтар үҙенсәлекле берләшә[31][35].

Венаға ҡайтҡас, Сальери яңынан опера-буффа жанрына мөрәжәғәт итә, Глюк кеүек үк ул уны оҡшата, сөнки был жанр күптән «музыкаль драма» йүнәлешендә үҫеш кисерә: асылда, Глюк үҙ реформалары менән «етди операға» — етдилекте күҙҙә тотҡан төҙәтмәләр менән — XVIII быуаттың икенсе яртыһында Италияла һәм Францияла йәш комик опера жанрында ниндәйҙер кимәлдә раҫлана башлаған принциптарҙы индерә[36]. 1785 йылда Сальери Дж. Касти либреттоһына үҙенең, күпселек фекеренсә, иң яҡшы опера-буффаһын — «Трофоний мәмерйәһен» (La grotta di Trofonio) — яҙа, уның музыкаль стиле, тәнҡитсе фекеренсә, үҙендә «итальян опера-буффаһының матур көйлөлөгө менән австрий тылсымлы зингшпиле телен берләштерә»[37].

Тикшеренеүселәр бер яҡтан — «Данаидалар» менән «Трофоний мәмерйәһе», икенсе яҡтан — Моцарттың 1787 йылда яҙылған «Дон Жуан»ы араһында байтаҡ оҡшашлыҡтар таба, әйткәндәй, Сальериҙың ике операһы ла 80-се йылдарҙың икенсе яртыһында киң билдәле була[38][39]. Дж. Райс фаразлауынса, Моцарт Сальери музыкаһынан аңлы рәүештә «илһам ала»[39].

«Данаидалар»ҙа һәм Сальериҙың артабанғы операларында тикшеренеүселәр итальян опера-сериаһына ғына түгел, Глюкка ла етмәгән бер сифатты билдәләй: фрагменттарҙан бер бөтөндө, Глюкса эре-эре күренештәргә берләштереп түгел, ә материалдың тәбиғи үҫешенән хасил итеү мөмкинлеген асҡан симфоник фекерләү. Был йәһәттән дә «Данаидалар» менән «Трофоний мәмерйәһе» Моцарттың һуңғы осор ижадына сығанаҡ ролен үтәй[35].

«Бөйөк музыкаль дипломат» Сальери замандаштарының әҫәрҙәре тураһында фекер белдереп бармай — шәкерттәре шаһитлыҡ итеүенсә, ижадын юл күрһәткес йондоҙ итеп һанаған Глюкка ғына был ҡағылмай, — һәм уның Моцарт опералары тураһында нимә уйлағанын ғәмәлдә бер кем дә белмәй[12]. Г. Аберт фекеренсә, «юғары музыкаль драма фарватерына эләккән» Сальери Моцарттан һәм уның сәнғәтенән ситкә янтаймай булдыра алмаған, Глюкка ҡарата мөнәсәбәт айырымлығы уларҙың бер-береһенә ниндәй ҙә булһа кимәлдә рухи яҡынайыуына кәртә ҡуйған[40]. «Сералдән урлау»ға ҡарата көнсөллөк хисе кисергән хәлдә лә (ул саҡта Моцарттың башҡа маҡтаныр уңыштары булмай, Сальери өсөн Дж. Сарти менән Дж. Паизиелло[41] ғына дәғүәсе була ала), — 1786 йылдың февралендә инде ул ҡәнәғәтлек кисергәндер — «Тәүҙә музыка, һуңынан һүҙҙәр» тигән бер күренешле операһы Моцарттың «Театр директоры» менән туранан-тура ярышта еңеп сыға[42].

Сальериҙы Францияла ҙур күңелһеҙлек көтә: уға заказ биреп яҙҙырылған ике операның береһе — 1786 йылдың декабрендә тәүләп ҡуйылған «Горациялар» лирик трагедияһы (П. Корнель буйынса) — уңыш ҡаҙанмай. Боронғо Рим сюжетына яңыса стилдә яҙылған был операла күренештәр үҙ-ара грек трагедияһындағыса интермедиялар менән бәйләнә. Ләкин спектаклдәр күрһәтелгән Версалдә һәм Фонтенблола быны көтмәйҙәр: «Француз галантлылығы, — тип яҙа ул көндәрҙә гәзиттәрҙең береһе, — мөхәббәт, спектакль, бейеүҙәр өмөт итә, ә улар батырлыҡ менән һуғарылған тарихи әҫәрҙәргә индерелә алмай»[43]. Композиторҙың бәхетенә күрә, был уңышһыҙлыҡ уның абруйын ҡаҡшатырлыҡ булмай[44].

«Тарар» һәм «Аксур»

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Наши споры, как мне кажется, позволили создать очень хорошую поэтику, предназначенную для оперы, ибо Сальери родился поэтом, а я — немного музыкантом.
П. О. Бомарше[45].

Шул уҡ 1786 йылда Парижда Сальери П. О. Бомарше менән дуҫлаша; һөҙөмтәлә Сальериҙың һәр йәһәттән, шулай уҡ аҡса яғынан да ҙур уңыш яулаған операһы — «Тарар» тыуа. Король музыка академияһында премьера 1787 йылдың 8 июнендә була һәм Глюктың «ғауғалы» опералары менән генә сағыштырырлыҡ ығы-зығы тыуҙыра[46].

Опера либреттоһын композиторға бағышлап, Бомарше былай тип яҙа: «Әгәр беҙҙең хеҙмәтебеҙ уңыш ҡаҙанһа, мин тик Һеҙгә генә тиерлек бурыслы булырмын. Һеҙҙең тыйнаҡлығығыҙ Һеҙҙе бөтә ерҙә лә Һеҙҙең тик минең композиторым булыуығыҙ тураһында әйтергә мәжбүр итһә, мин үҙемдең тик Һеҙҙең шағирығыҙ, Һеҙҙең хеҙмәтсегеҙ һәм Һеҙҙең дуҫығыҙ булыуым менән ғорурланам»[47]. Был аллюзиялар тулы операла ваҡиғалар Ормузда бара, халыҡ яуыз һәм игелекһеҙ монархты ҡолата ла үҙ батыры Тарарҙы хаким итеп һайлай[48]. Бомарше пьесаһын салондарҙа ҡысҡырып уҡыр булған, уларҙа әҫәр уңыш ҡаҙанған, шулай ҙа, тип иҫәпләй музыка белгесе Л. Кириллина, Сальериҙың һоҡланғыс музыкаһы текстың тәьҫир көсөн бермә-бер арттырған: «…Аллегория ҡабығындағы сәйәси көнүҙәклек, экзотик тамашалылыҡ, модаға яуап биргән төрөк-фарсы Шәреғе, төҫтәр уйыны һәм оркестрҙың хислелеге, көйҙәр сағыулығы, яңғыҙ һәм күмәк сәхнәләрҙең ҡеүәтле контрастары, оҫта тауыш биҙәлеше һ. б. — һәммәһе был әҫәрҙең теләһә ниндәй аудиторияны ла оҙаҡҡа әсир итерлек уңыш ҡаҙаныуына килтерә»[48]. Ләкин хәҙерге заман тыңлаусыһына ла, тип яҙа Л. Кириллина, «урыны-урыны менән Бетховенды хәтерләткән көслө героик стиль ныҡ тәьҫир итә». I күренеш увертюраһының шаңдауын Бетховендың Икенсе симфонияһында шәйләргә була, ул иһә был операны тыңламай ҡалмағандыр, әлбиттә[48].

Антонио Сальериҙың Париж операһы бинаһындағы бюсы; скульптор Л. Ф. Шабо

Опера ике редакцияла йәшәй: береһе — ҡайнап торған Париж өсөн, икенсеһе, «Аксур, Ормуз батшаһы» тигәне, Л. да Понтеның итальян либреттоһына Иосиф II тарафынан яҙҙырылғаны, — консерватив Вена өсөн; әҫәрҙәге революцион пафос бөтәһенә лә аңлашылып етмәй, шуға опера бер нисә тиҫтә йыл эсендә (йышыраҡ «Аксур») Лиссабондан Мәскәүгә тиклем бөтә Европаны иңләй, хатта Рио-де-Жанейроға барып етә[31].

1790 йылдың йәйендә Бомарше Сальериға шуны хәбәр итә: Бастилияны алыуҙың бер йыллығына арналған тантаналарҙа был уңайҙан махсус яҙылған эпилог менән «Тарар»ҙың постановкаһы ҡуйыла[49]. Моцарт ижадына мөкиббән ғашиҡ Э. Т. Гофман, «Аксур»ҙы тыңлағас, 1795 йылда Кёнигсбергта былай тип яҙа: «Был операның музыкаһы, Сальериға һәр саҡ хас булғанса, һуш киткес: фекер байлығы һәм декламация камиллығы уны Моцарт әҫәрҙәре менән бер рәткә ҡуя. …Ошондай опера яҙһам, тормошомдо уңышлы тип һанар инем!»[12]. «Аксур» Иосиф II-нең яратҡан операһына әйләнә һәм монархияның рәсми тип әйтерлек символына әүерелә[34]. Шулай итеп, революцион Францияға ҡаршы барған һуғыштар осоронда опера төрлө исем аҫтында фронт һыҙығының ике яғында ла башҡарыла[50]. Генерал Бонапарт Италияла Цизальпина Республикаһы тигән берәмекте ойошторғас, был тарихи ваҡиға ла «Ла Скалала» — 1797 йылдың 10 июнендә — Сальери операһы постановкаһы менән билдәләнә[48][К 1]. Гранд-опера репертуарын «Тарар» 1826 йылға тиклем биҙәй; «Аксур» немец сәхнәһендә XIX быуат уртаһына тиклем бара[34].

«Сальериҙың Тарары», — тип яҙа Л. Кириллина, — үткәндәргә лә, XVII һәм XVIII быуат бароккоһына ла, киләһе XIX быуатҡа ла киң күренеш асылған тарихи нөктәлә яралған булып сыға. Әҫәрҙең ике версияһының да — «Тарар»ҙың да, «Аксур»ҙың да — киң халыҡ-ара танылыу алыуы музыканың шөһрәтлелеген генә түгел, был жанр һәм стилистик йүнәлештәрҙең ифрат көнүҙәк һәм перспективалы тип танылыуын да иҫбатлай[48]. Дж. Райс «„Аксур“ шаңдауын» Моцарттың «Титтың миһырбанлылығы» һәм «Тылсымлы флейта» тигән һуңғы операларында шәйләй[52].

Сальери, «Тарар»ҙы яҙғанда бер йыл буйы Бомаршеның йортонда йәшәп, 1790 йылда, моғайын, француз дуҫының революцион ялҡынын да уртаҡлашҡандыр; улай ғына ла түгел, Тарар арияларының береһендә һуңынан «Марсельезаны» сырамытыусылар ҙа табыла, — ғәмәлдә, киреһенсә, Руже де Лилдең Сальериҙан сәлдереүе ихтимал булғандыр [53]. Шулай ҙа 1789 йылда тоҡанған революция уға Париждағы уңышын нығытырға ирек бирмәй. «Һәр кем һеҙгә үҙ поэмаһын күрһәтергә теләй», — тип яҙа уға Бомарше[54]; ләкин Габсбургтар империяһы менән революцион Франция араһындағы һуғыш Сальериҙан йә Венаны, йә Парижды һайлауын талап итә. Ул Венаны һайлай һәм сираттағы етди операһын, «Пальмира, фарсы батшабикәһен»,1795 йылда Австрияның баш ҡалаһында ижад итә[53]. Уның ике француз операһы кеүек үк «Пальмира»һы ла музыкаль яҡтан да, сәхнә сиселеше йәһәтенән дә әле тыумаған «ҙур операның» барокко һәм ампир стилдәре араһында урын ала[53]. Уның тураһында И. В. Гёте һүҙҙәре һаҡланған — Ф. Шиллерға 1799 йылдың 6 мартында яҙған хатында ул былай ти: «Был ҡышҡы көндәрҙә беҙгә кире ҡайтҡан „Пальмира“ оло бүләк булды. Операны тағы ҡуйыуҙарын түҙемһеҙлек менән көтөп алам, һәм күптәр шулай»[53]. Был опера, Л. Кириллина фекеренсә, «Россиниҙың „Семирамида“ йәки Вердиҙың „Набукко“ кеүек һоҡланғыс партитураларын хәтерләткәндәй: шул уҡ тотоп тыймаҫ йомартлыҡ, контрастар сағыулығы, бөтә тыңлаусыны тулҡынландырырға, һис юғында арбап алырға һәм белгестәрҙе лә бер аҙ шатландырырға ынтылыш»[53].

«Пальмиранан» һуң, И. Соллертинский әйтмешләй, «һөйкөмлө» опера-буффа «Фальстаф, йәки Өс шаяртыу» — У. Шекспирҙың «Виндзор көләкәстәре» буйынса ҡуйылған тәүге музыкаль әҫәр, Моцарттың «Фигароның туйы» менән бер рәттән операла «юғары» комедия тип танылған әҫәр — киң танылыу ала[55][56]. «Фальстаф» музыкаһы еңел, ләкин бушаҡ түгел, ул юмор һәм лиризмды ҡауыштыра, Ф. Браунберенс әйтмешләй, «яҡты аҡыллылыҡ» бөркә[57][53]. Операның Веналағы премьераһы 1799 йылдың 3 ғинуарында була; Л. ван Бетховен март айында был операнан дуэт темаһына 10 фортепиано вариацияһы баҫтырып өлгөрә[58].

1788 йылдың февралендә император Иосиф II олоғайған капельмейстер (Һарай капеллаһы етәксеһе) Джузеппе Бонноны отставкаға ебәргәс, был урынға 37 йәшлек Сальериҙы тәғәйенләү берәүҙе лә ғәжәпләндермәгәндер: императорҙың уға айырым мөнәсәбәте Венала яҡшы билдәле була[59]. Иосиф яғынан был тәғәйенләү композиторҙың Европалағы данын таныу ғына булмай: Сальериҙың һарайҙағы карьераһына уның дирижёрлыҡ һәләте лә берҙәй йоғонто яһағандыр — Европала ул үҙ заманының иң яҡшы дирижёры тип баһалана, — уның ойоштороу һәләте лә, әүҙем ижтимағи эшмәкәрлеге лә, өҫтәүенә, һарай дипломатияһы нескәлектәрен белеүе лә һуңғы урында тормағандыр[12][23]. Габсбургтар баш ҡалаһындағы иң юғары музыкаль пост Сальериҙы ғәмәлдә Венаның бөтөн музыкаль тормошоноң хужаһы итә[59].

Ләкин 1790 йылдың февралендә мәғрифәтсе монарх вафат була, тәхеткә уның ҡустыһы Леопольд ултыра, ул үҙенә тиклемге тәхет эйәһенең эшмәкәрлеген хупламаған була һәм уның яҡындарына ла шикләнеп ҡарай; музыканттарға яңы император янына юл ябыла. 1791 йылдың ғинуарында Леопольд II Һарай театры директоры граф Розенберг-Орсиниҙы отставкаға ебәрә, Сальери ҙа, шундай яҙмышты көтөпмөлөр, отставка тураһында ғариза бирә[60][61]. Ләкин император, Иосифтың күп фавориттарынан ҡотолһа ла, Сальериҙың отставкаһын ҡабул итмәй, — уны тик Һарай операһы капельмейстеры вазифаһынан ғына бушата (был посты уның уҡыусыһы Йозеф Вайгль биләй)[61]. Леопольдты Изге Рим империяһы императоры итеп иғлан итеү айҡанлы Франкфуртта ҡуйылған опералар араһында элекке хаким яратҡан «Аксур» ҙа була[62].

1792 йылдың 1 мартында көтмәгәндә Леопольд мәрхүм була; уның улы, император Франц II, үҙе идара иткән 43 йылдың тәүге 23-өн Франция менән һуғышып үткәрә һәм музыка менән атаһына ҡарағанда ла әҙерәк ҡыҙыҡһына; әммә Сальери уға ла кәрәк булып сыға — тантаналар һәм байрамдар, шул иҫәптән Вена конгресы сараларын, ойоштороусы, Габсбургтар империяһын һәм уның еңеүҙәрен данлаусы кантаталар һәм гимндар яҙыусы[34][63] булараҡ кәрәк ул. Сальери 1824 йылға тиклем, һаулығы арҡаһында отставкаға сыҡҡансы, һарай капельмейстеры була[34].

Йәш сағында әүҙем эшләгән башҡа замандаштары кеүек үк, композитор Сальериҙы ла иртә һүнеү көтә. Тамашасы һәм тәнҡитселәр яғынан хуплау тапмаған һуңғы операһын, «Негрҙар» зингшпилен, ул 1804 йылда яҙа[1]. Вазифаһы буйынса рәсми байрамдар һәм тантаналар өсөн музыканы йыш яҙырға тура килһә лә, Сальериҙың үҙен, бала саҡтан бик диндар кешене, дини музыка торған һайын нығыраҡ йәлеп итә, ғәҙәттә ул уны «үҙе өсөн дә Алла өсөн» ижад итә[34].

Антонио Сальериҙың Ф. Реберг төшөргән портреты, 1821 йыл

Хәҙер ул бөтә ваҡытын һәм көсөн педагогик һәм ижтимағи эшмәкәрлеккә бирә ала. Бер нисә тиҫтә йыл буйына, 1777 йылдан 1819 йылға тиклем, Сальери Вена музыка йәмғиәтенең (Tonkünstlersocietät) даими дирижёры, ә 1788 йылдан етәксеһе лә була, йәмғиәт Вена музыканттарының тол ҡатындары һәм етем балаларына ярҙам итеү маҡсатында ойошторған пенсия фондын тулыландырыу өсөн йыл һайын 4-әр хәйриә концерты ҡуя[1][58]. 1771 йылда Ф. Л. Гассман нигеҙләгән был йәмғиәт, халыҡҡа күрһәтелә торған концерттарға башланғыс һалып, Вена ғына түгел, тотош Европаның музыкаль тормошонда иҫ киткес мөһим роль уйнай. Пенсия фондына байтаҡ аҡса йыйып, йәмғиәттең симфоник оркестр, хор капеллаһы һәм солистар ҡатнашҡан концерттары бер үк ваҡытта тамашасыны яңы әҫәрҙәр менән таныштыра, иҫке шедеврҙарҙы ла иҫтәренә төшөрөп тора: концерттарҙа Г. Ф. Гендель, К. Диттерсдорф, Й. Гайдн, Моцарт, Бетховен һәм башҡа композиторҙарҙың әҫәрҙәре яңғырай[64]. Йыш ҡына улар һәләтле йәш башҡарыусылар өсөн старт майҙансығы була[65]. Ошо йәмғиәт арҡаһында Сальери 1808 йылдың декабрендә хатта үҙенең авторлыҡ концертын («академияһын») ошо уҡ көнгә тәғәйенләгән һәм йәмғиәт оркестрының иң яҡшы музыканттарын шунда алып барырға иткән Бетховен менән ғауғалашып китә[66]. Вена музыканттарының тол ҡатындары һәм етемдәре фондына Сальери мөлкәтенең бер өлөшөн мираҫ итеп ҡалдыра[67].

1813 йылдан Вена консерваторияһын ойоштороу буйынса комитетҡа инә, 1817 йылдан ул саҡта Йырсылар мәктәбе тип аталған был ойошмаға етәкселек итә[68].

Өлгөрөү йылдарында ғәмәли статский советник Антонио Сальери төрлө яҡтан дан-шөһрәткә күмелә: Швед Фәндәр академияһы ағзаһы, Милан консерваторияһының почетлы ағзаһы була, Наполеон уны Француз Академияһына ҡабул итә (сит ил ағзаһы сифатында), ә бөтөнләйгә кире ҡайтҡан Бурбондар 1815 йылда уны Почётлы легион ордены менән бүләкләй[69].

Композитор ғүмеренең һуңғы йылдары уның Моцарт үлеменә ҡағылышлы булыуы тураһындағы ғәйбәт менән һөрөмләнә. Альфред Эйнштейн яҙғанса, Вена «нахаҡ һүҙ һәм ғәйбәт таратыуға ҡағылышлы бөтә нәмәлә ул саҡта ла, һуңынан да провинциаль ҡаласыҡ булып ҡала»[70]. Айыҡ аҡылында һәм ныҡлы хәтерле сағында Сальери бындай нахаҡ ғәйептән киҫкен баш тарта һәм уҡыусыһы Игнац Мошелестан уны бөтә донъя алдында яҡлап сығыуын һорай; ләкин һуңғараҡ, психик ауырыуҙар клиникаһына эләккәс, — раҫлауҙарынса, үҙ-үҙенә уңышһыҙ ҡул һалыуҙан һуң, — Сальери Моцартты ағыулауын үҙе таныған тигән хәбәр тарала[71]. Был хәбәр Бетховендың 1823—1824 йылғы «әңгәмә дәфтәрҙәрендә»[72] теркәлгән һәм һуңғары Моцарт ижадына табыныусылар өсөн етди дәлилгә әүерелгән, ә Бетховен үҙе, дәфтәрҙәрендәге репликаларға ҡарағанда, Сальери тураһындағы бөтә ғәйбәтте кире ҡаҡҡан[71][К 2]. Ул йылдарҙа ла, һуңынан да Сальериға дошманлыҡ хисе кисермәгән, ләкин хәбәрҙе ысынға алған кешеләр уның әйткәнен психик ауырыуына бәйләй. Мәҫәлән, Ф. Рохлиц некрологта былай тип яҙа: «Уның фекере бутала барҙы; ул өнөндәге төштәренә торған һайын нығыраҡ батты. Ул үҙен хатта дошмандарының башына килмәҫлек енәйәттәрҙә ғәйепләне»[74][К 3].

Ләкин етди тикшеренеүселәр шуға иғтибар итә: Сальериҙың әйткәндәре бер кем һәм бер ни менән раҫланмай, уның был һүҙҙәрен ишеткән кешеләр ҙә асыҡланмай[72]. Сальериға клиникала беркетелгән ике санитар, Дж. Розенберг менән А. Порше, 1824 йылдың 25 июнендә яҙма ғариза бирә, унда улар «Алла алдында һәм бөтә кешелек алдында» Сальериҙан ундай һүҙҙәрҙе бер ҡасан да ишеткәндәре булмағаны һәм «һаулығы насар булыу арҡаһында уның янына берәүгә лә, хатта ғаиләһе ағзаларына ла килеп йөрөргә рөхсәт ителмәүе» тураһында ант итә. Санитарҙарҙың шаһитнамәһен Сальериҙы дауалаған доктор Рерих та раҫлай[76][77]. Сальериҙың үҙен-үҙе фашлауы тураһындағы хәбәр башта немец, шунан француз матбуғатына ла барып еткәс, 1824 йылдың апрелендә Берлин музыка гәзитендә һәм француз «Journal des Débats» баҫмаһында Моцарт ғаиләһенә яҡын композитор һәм музыка тәнҡитсеһе Сигизмунд Нейком тарафынан яҙылған кире ҡағыу донъя күрә: «Күп гәзиттәр ҡабатлауынса, Сальери үлем түшәгендә ятҡанда ҡот осҡос енәйәт ҡылыуы тураһында әйткән, — йәнәһе, ул Моцарттың иртә вафатында ғәйепле булған, ләкин был гәзиттәрҙең береһе лә 58 йыл буйы Вена халҡының тәрән хөрмәте менән файҙаланған кешенең иҫтәлеген күрә алмаҫ хәлгә еткерерлек был ҡот осҡос ғәйепләүҙең сығанағын атамаған. Һәр кем үҙенә билдәле булғанды әйтергә бурыслы, сөнки һүҙ мәшһүр кешенең иҫтәлегенә ҡара күләгә төшөрөрлөк нахаҡты кире ҡағыу тураһында бара»[78]. Моцарттың вафаты тураһында 1824 йылда Венаның баш табипы доктор Э. Гульднер фон Лобес шаһитлыҡ ҡыла: «Ул көҙ аҙағында ревматик һәм шешле биҙгәк менән ауырый башланы.. Ул саҡта был ауырыуҙар киң таралғайны һәм күптәрҙе алып китте. Уның үлеме бөтә иғтибарҙы йәлеп итте, ләкин ағыуланыу тураһында шик берәүҙең дә башына ла инеп сыҡманы. Сир үҙенә хас булғанса дауам итте һәм ҡәҙимге мөҙҙәтендә үтте. Был сир ул ваҡытта Венала йәшәүселәр араһынан күптәргә һөжүм итте һәм күптәрҙе яҡты донъянан алып китте һәм симптомдары Моцарттағы кеүек үк булды. Мәйетте рәсми тикшереү ваҡытында ғәҙәттән тыш бер ни ҙә табылманы»[79][80][К 4].

Сальери 1825 йылдың 7 майында вафат була һәм Венала Үҙәк зыяратта ерләнә. «Табут артынан, — тип яҙа Игнац фон Мозель, — император капеллаһының директор граф Мориц фон Дитрихштейн етәкселегендә бөтә персоналы, шулай уҡ Венала булған бөтә капельмейстерҙар һәм композиторҙар, музыканттар һәм абруйлы музыка һөйөүселәр эйәрҙе»[84].

1775 йылдың 10 октябрендә Антонио Сальери отставкалағы Вена чиновнигының 19 йәшлек ҡыҙы Терезия фон Хельферсторфер менән никахҡа инә, уны йәшәүенең һуңғы йылдарына тиклем ғүмерлек мөхәббәте тип атай. Терезия менә Антонионың һигеҙ балаһы була: ете ҡыҙ һәм бер ир бала; ләкин өс ҡыҙы — бала саҡта уҡ, ә улдары Алоиз Энгельберт 1805 йылда 23 йәшендә мәрхүм була. 1807 йылда Терезия вафат була[85].

Музыка Сальери... явно выделяется на фоне обычных добротных композиций той эпохи своей неординарностью и поиском свежих решений. У Сальери органично соединились итальянская мелодичность, глюковский пафос, умение оперировать сценическими контрастами и присущее венским классикам владение формой, контрапунктом и оркестровкой. Его партитуры стоили того, чтобы их изучать...
Л. Кириллина[48].

Антонио Сальери 40-тан ашыу опера[К 5] ижад итә, уның «Данаидалар», «Тарар» һәм «Аксур», «Трофоний мәмерйәһе», «Фальстаф», «Тәүҙә музыка, шунан һүҙҙәр» тигән әҫәрҙәре әле лә сәхнәлә ҡуйыла һәм концерт башҡарыуында яңғырай[1]. «Танылыу алған Европа», «Ла Скала» театрының асылыуына бағышлап яҙылған опера, 2004 йылда Риккардо Мути тарафынан Милан театрының оҙайлы ремонттан һуң асылыуы уңайынан ҡабат ҡуйыла[87]. Итальян операһы примадоннаһы Чечилия Бартоли башҡарыуында Сальери операларынан ариялар альбомы ла ҙур уңыш менән файҙалана[88][89].

Сальериҙың йәшерәк сағындағы опералары, «Армиданан» башҡалары, классик итальян традицияларына тоғро, артабан, Ф. Браунберенс яҙыуынса, Глюктың йоғонтоһо уны «проитальян» йүнәлештән бөйөк реформаторға эйәреүсе Вена композиторына әйләндерә[13]. Ниһайәт, остаз шәкертен таный: опера-сериа реформаторы булараҡ тарихҡа ингән композитор ғәмәлдә музыкаль театрҙың яңырыуын оҙайлы процесс итеп, унда күп музыканттар ҡатнашырға тейеш тип күҙаллай; ул «композиторҙарҙа үҙгәрештәр көҫәү уятырға»[90] тырыша, ләкин ғүмеренең һуңында Глюк «сит ил кешеһе Сальери ғына» уның манераларын ҡабул итеүен танып әсенә, «сөнки бер немец та уларҙы өйрәнергә теләмәй»[91]. Үлер алдынан Глюк «De profundis» тигән әҫәрен үҙен ерләгәндә башҡарырға тип Сальериға тапшыра[92].

Музыка белгестәре, Сальериҙың жанр үҫеше тарихындағы ролен ҡайтанан ҡарап, был Вена итальянының (хәйер, Глюктың да) «Данаидалар» һәм «Тарар»[93] тигән француз опералары уңышлыраҡ булғанын билдәләй[94][95][96]. Ниндәйҙер кимәлдә быға француз декламацияһы булышлыҡ итә: Сальери үҙе әйтмешләй, Венала ул «актёрлыҡ итеүсе йырсылар менән», Парижда «йырлаусы актёрҙар менән» эш итә; Глюкса музыкаль драма нәҡ йырлаусы актёрҙарҙы талап итә[44]. Ләкин XIX быуат аҙағында Макс Диц (Сальериҙың иң яҡшы операларына «Горациялар»ҙы ла индерә) билдәләүенсә, революция алдында торған Франциялағы шарттар остазға ла, шәкерткә лә бөтә һәләттәрен — традицион итальян стиленә өҫтөнлөк биргән консерватив Венала талап ителмәгәндәрен дә — ҡулланыу мөмкинлеген бирә[93]. Сальериҙың итальян опералары, ти Диц, «Армида» менән «Трофоний мәмерйәһенән» башҡалары, үҙҙәре хеҙмәтләндергән зауыҡтар менән бергә үткәндәрҙә тороп ҡалды; тик уларҙы ғына тыңлаған кешеләр Сальериҙың ысын һәләттәре тураһында бөтөнләй белмәй[93].

Хәҙерге заман музыка белгестәре итальян операларына ҡарата ул тиклем үк киҫкен ҡарашта түгел[К 6]. Романтизм дәүере тарафынан күпселек замандаштары ише кире ҡағылған Сальери (был П. И. Чайковскийға «Пики дамаһы» өҫтөндә эшләгәндә уның партитураларын өйрәнергә ҡамасауламай[97]), XVIII быуаттың күпселек композиторҙары кеүек үк, «кире ҡайтты», — уның ижадына ҡыҙыҡһыныу XX быуат уртаһында яңырҙы[1][98][99]. Ләкин бөтәһенән элек «Данаидалар»ҙа һәм «Тарар»ҙа Сальери Глюктың эйәрсене булып күҙ алдына баҫа; Эрнст Бюккен[de] унда «реаллекте көсәйтеүгә ынтылышты» билдәләй[100]. Был операларҙа, тип яҙа Л. Кириллина, артабан ифрат емешле булып сыҡҡан тенденция билдәләнә: «ул, бер яҡтан, „ҡотолоу операһы“ жанры барлыҡҡа килеүгә (А. Э. М. Гретри, Л. Керубини, А. Бертон, Г. Л. Спонтини; П. фон Винтер; Л. Бетховен), — ә икенсе яҡтан, „ҙур опера“ жанрына, геройҙарҙың сағыу кисерештәре алыҫ тарихи дәүерҙе йә экзотик илде кәүҙәләндергән күп һынлы һәм төҫтәргә бай фреска ерлегендә һүрәтләнә торған жанрға, алып бара („Вильгельм Телль“, Дж. Россини; „Пуритандар“, В. Беллини; „Гугеноттар“, „Африканка“ һ. б., Дж. Мейербер…)»[48].

Операларҙан тыш, Сальери тауыш менән оркестр өсөн 100-ләгән ария, шул иҫәптән башҡаларҙың опералары — Б. Галуппи, Дж. Паизиелло, Д. Чимароза опералары, өсөн дә ижад иткән.

Леньягола, композиторҙың тыуған ҡалаһында, Сальери театры, унда элек-электән йыл һайын уға арналған фестивалдәр үткәрелә

Был жанрҙар уның өсөн һәр ваҡыт артҡы планда торһа ла, Сальериҙың камера һәм оркестр музыкаһы ла байтаҡ, ул уларҙы нигеҙҙә һарай камера музыкаһы композиторы булып хеҙмәт иткәндә яҙған, йәнә 3 симфонияһы, Концерт симфонияһы (1774), төрлө инструменттар өсөн 5 концерты бар, уларҙан иң билдәлеләре — до-мажор (1773) һәм си-бемоль мажор (1773) фортепиано концерттары менән Скрипка, гобой һәм виолончель өсөн ре-мажор өслө концерты (1770)[1]. Сальериҙың инструменталь музыка өлкәһендәге иң билдәле әҫәрҙәренең береһе — «Испан фолияһы темаһына 26 вариация» (Variazioni sull’aria La Follia di Spagna), ул барокколы йәшлеген һағынғандай 1815 йылда яҙылған. Концерттарҙа йыш башҡарыла торған был музыкаға Екатеринбург опера һәм балет театры 2014 йылда «Сальери вариациялары» тигән бер күренешле балет ҡуйҙы[101].

Сальери ижадында мөһим урынды, айырыуса һуңғы йылдарҙа, дини музыка биләй: ул 5 месса, (айырыуса билдәлеһе — Ре-мажор мессаһы (Hofkapellmeistermesse), 1788), ораториялар, шул иҫәптән Париждан килгән заказ буйынса Глюк тарафынан яҙыла башлаған «Ҡиәмәт» (1788) һәм «Иисус арафтаны» (1803), ижад итә[1]. Сальериҙың сиркәү йырҙары, гимндары, шул иҫәптән 3 Te Deum, уларҙың береһе 1790 йылда Леопольд II-нең таж кейеү тантанаһына яҙыла, шулай уҡ псаломдары, улар араһында — 1815 йылда яҙылған 2 «De profundis»[1], бар. 1804 йылда үҙе өсөн «Бәләкәй реквием» до-минорҙы ижад итә, ул, васыятына ярашлы, тәү тапҡыр үҙен ерләгәндә күп һанлы уҡыусылары тарафынан башҡарыла[102]. Композиторҙың был жанрҙағы иң яҡшы әҫәре булған «Раббыбыҙ Иисус Христос ғазаптары» (La Passione Di Nostro Signore Gesù Cristo) 1776 йылда Метастазио либреттоһына яҙыла. Глюктың опера реформаһы элементтарын Сальери дини музыкала ла ҡуллана; Австрия музыка белгесе Леопольд Кантнер билдәләүенсә, ул «ябай һәм моңло өр-яңы сиркәү музыкаһы стилен» сығарған; был стилде, тип иҫәпләй Л. Кантнер, Моцарт үҙенең Ave Verum әҫәрендә ҡуллана һәм был әҫәр уның башҡа әҫәрҙәренә оҡшаш түгеллеге менән айырылып тора[103].

Рәсәйҙә һәм, ғөмүмән, Рәсәйҙә генә лә түгел, билдәле легенда арҡаһында оҙайлы ваҡыт буйы Сальери-композитор (өҫтәүенә, әҫәрҙәре күпселеккә билдәһеҙ булһа ла) мотлаҡ Моцарт менән сағыштырыла һәм икенсе сортлы Моцарт рәүешендә тәҡдим ителә. Әйткәндәй, СССР-ҙа XX быуаттың 70-се йылдарында итальян композиторын яҡлап сыҡҡан энтузиастар табыла, уның музыкаһы концерттарҙа башҡарыла һәм и радиола тапшырыла[104]. Театрҙарға һәм концерт залдарына Сальериҙың яңынан-яңы әҫәрҙәре әйләнеп ҡайтыу менән, уларҙың Глюк йәки Керубини әҫәрҙәре кеүек үк Моцарт менән сағыштырыуға һис мохтаж түгеллеге лә аңлашыла бара: бөтөнләй башҡа йүнәлеш, башҡа принциптар, ләкин нәҡ ошо йүнәлеш опера сәнғәте үҫеше өсөн оло юл булып ҡала[105][106][102]. Ләкин Моцарт та, һуңғы йылдар тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, нәҡ Сальериҙан күпте өйрәнгән[107][108][109][110].

Педагогик эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Людвиг ван Бетховендың К. Т. Ридель төшөргән портреты

Антонио Сальери Европалағы иң танылған, мәшһүр музыкаль педагог та булған; вокаль композиция, яңғыҙ һәм хор йыры, партитура уҡыу (бында уға тиңдәр булмаған) һәм музыка теорияһы буйынса дәрестәр биргән[23]. Оҙаҡ ваҡыт Сальери Веналағы иң яҡшы контрапункт белгесе И. Г. Альбрехтсбергер менән бер парҙа эшләй; уның вафатынан һуң 1809 контрапунктты ла үҙе уҡыта башлай[58]. Ул 60-тан ашыу композитор һәм вокалсы тәрбиәләгән, мохтажлыҡта йәшәгән һәләтле музыканттарға дәрестәрҙе бушлай биргән, быны үҙенә изгелек иткән Гассманға бурысын ҡайтарған кеүек күргәндер, моғайын[8].

Йәш Бетховен Моцарт менән Й. Гайдн ижадына баш эйгән, ләкин беренсеһенең педагоглыҡ һәләте бөтөнләй булмаған, икенсеһендә бер аҙ уҡыһа ла, тиҙ ялҡҡан[111]. Бетховен ысын педагогты Сальери йөҙөндә тапҡан, уға 3 скрипка Сонатаһын бағышлаған, был әҫәрҙәр Венала 1799 йылда баҫылып сыҡҡан[58]. Яңы остаз Бетховенды итальян вокал техникаһына ғына өйрәтеп ҡалмаған, уны үҙ инаныуҙарына ла ышандырған, иғтибарын «Вена классикаһына» йәнәш үҫкән йүнәлешкә ылыҡтырған: Глюктан — уның итальян эйәрсене Луиджи Керубиниға һәм Сальериҙың үҙенә. Бетховен өлгөрөү осоронда ла Глюкты һәм Керубиниҙы юғары баһалаған; һуңғыһын 1818 йылда заманының композиторҙары араһында иң бөйөгө тип атаған[112]. Остаз менән шәкерт мөнәсәбәттәре уҡыу тамамланғас та дауам итә, — 1806 йылда Сальери, танылған композитор булып етешһә лә, опера жанрында тәжрибәһе булмаған Бетховенға «Фиделионы» эшләп бөтөргә ярҙамлаша; вокал яҙмаһы өлкәһендә Сальери Бетховенға, күрәһең, 1809 йылға тиклем үк консультация бирә, — һәр хәлдә,1808 йылдан Сальериҙа композицияға уҡып йөрөгән Игнац Мошелес һуңынан иҫтәлектәрендә остазының өҫтәлендә «Бетховен ҡулы менән эре итеп яҙылған „Уҡыусы Бетховен бында булды!“ тигән ҡағыҙ битен»[58][113].

Франц Шуберт та Сальери шәкерте була, тәжрибәле педагог уның талантын малай ғына сағында Һарай капеллаһында йырлағанында уҡ күрә һәм үҙенә бушлай уҡыуға ҡабул итә. 1816 йылда, Венала Сальериҙың Австрия баш ҡалаһында йәшәүенең 50 йыллығы киң итеп билдәләнгәндә, Шуберт остазына, тексын да үҙе яҙып, бәләкәй генә кантатаһын бағышлай:

Франц Шуберттың В. А. Ридер төшөргән портреты
«

Лучший, добрейший!
Славный, мудрейший!
Пока во мне есть чувство,
Пока люблю искусство,
Тебе с любовью принесу
И вдохновенье, и слезу.
Подобен богу ты во всем,
Велик и сердцем, и умом.
Ты в ангелы мне дан судьбой.
Тревожу бога я мольбой,
Чтоб жил на свете сотни лет
На радость всем наш общий дед![К 7]

»

Сальериҙың яратҡан шәкерте Шуберт остазына Фортепиано өсөн ун вариацияһын, И. В. Гёте шиғырҙарына йырҙар циклын һәм өс ҡыллы квартетын бағышлай[115]. Көндәлегендә ул Сальериҙы «беҙҙең замандың тәбиғи булмаған мөхите солғауына ҡарамаҫтан, Глюк етәкселегендә тәбиғәтте аңлаған һәм тәбиғилеген һаҡлаған рәссам» тип һүрәтләй[116].

Бер нисә быуын композиторы Сальериҙың уҡыусыһы була: Ференц Лист, ул Шуберт кеүек үк түләүһеҙ уҡыған[117] [К 8], Джакомо Мейербер, Ян Непомук Гуммель, ул осорҙоң популяр опера композиторҙары Йозеф Вайгль, Петер фон Винтер, Карл Блум, Игнац Умлауф һәм айырыуса Гайдн һәм Моцарт тарафынан юғары баһаланған Йозеф Эйблер; Игнац Мошелес менән остазының тәүге биографы булып киткән Игнац Мозель. Элек Бетховенда уҡыған Карл Черни менән Фердинанд Рис; Антон Брукнерҙың буласаҡ уҡытыусыһы Симон Зехтер һәм башҡа бик күптәр Сальериҙа белем алған[1][58]. Уға Констанция Моцарт улы Франц Ксавер Вольфгангты уҡытырға бирә[1][58]. Ул дәүерҙең бик күп мәшһүр йырсылары, шул иҫәптән Катарина Кавальери, Моцарттың «Сералдән урлау» операһындағы тәүге Констанца, Анна Мильдер-Хауптман[en], Бетховендың «Фиделио» һындағы беренсе Леонора, һәм киләсәктә Бетховендың Туғыҙынсы симфонияһында альт партияһын беренсе булып башҡарған Каролина Унгер, Сальериҙа йыр сәнғәтен өйрәнгән[58]. Гассмандың ике ҡыҙы ла унда уҡып, йырсы булып китә, — остазы мәрхүм булғандан һуң улар тураһында хәстәрлек күреүҙе Сальери үҙ өҫтөнә ала[23].

Сальери һәм Моцарт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Восемнадцатого августа 1750 года в Италии родились одновременно два персонажа: один из реальной истории музыки, а другой — из маленькой трагедии Александра Пушкина. По роковому стечению обстоятельств они до сих пор носят одно и то же имя: Антонио Сальери.
А. Волков [119].

Композитор ғүмеренең һуңғы йылдарын ағыулаған ғәйбәт әле лә Сальери исемен Моцарт исеме менән уның фараз ителгән үлтереүсеһе тип бәйләй. Рәсәйҙә был ғәйбәт А. С. Пушкиндың Н. А. Римский-Корсаков (1898) тарафынан музыкаға һалынған «Моцарт һәм Сальери» (1831) тигән бәләкәй трагедияһы арҡаһында легендаға әйләнә: Сальериҙың исеме — көнсөл һәм мәкерле урта ҡул ижадсыны, ә үҙе, Б. Штейнпресс яҙғанса, Пушкиндың еңел ҡулынан бер кемгә билдәле булмаған, ләкин ләстит уртаһында ҡайнаған музыкантты кәүҙәләндерә башлай[120].

Рәсәйҙә Пушкиндың версияһы уның бәләкәй трагедияһы баҫылып сыҡҡандан алып даими кире ҡағыла килә, — XIX быуаттың 30-сы йылдарында хатта Сальери Моцартты ағыулағанмы тип түгел, ә Пушкин Сальериға яла яғырға хоҡуҡлымы, ысынлап та, сәнғәт, П. В. Анненков әйткәнсә, «йәмғиәттән айырылып торған моралгә эйәме?»[121] тип бәхәсләшкәндәр. Билдәле музыка тәнҡитсеһе А. Д. Улыбышев 1843 йылда баҫылған «Моцарттың яңы биографияһында» былай тип яҙа: «Әгәр шаңдауы тарала торған имеш-мимештәргә бик тә ышанырға кәрәк булһа, уларҙың береһе шомло ғәмәлгә әйләнде лә инде — Сальери Моцартты ағыулаған. Итальяндың иҫтәлегенең бәхетенә, был әкиәт нигеҙһеҙ һәм ялған, ул башҡа һыйғыһыҙ һәм ҡот осҡос»[122]. Шуға ҡарамаҫтан, Пушкиндың «бәләкәй трагедияһы» төрлө осорҙа башҡа әҙәбиәтселәрҙе лә илһамландыра, шул иҫәптән «Амадей» (1979) тигән пьесаның авторы П. Шефферҙы ла, был әҫәр буйынса М. Форман шул уҡ исемдәге фильмды төшөрә[123].

Ә композиторҙың тыуған илендә[К 9], инглиз театры Шеффер пьесаһы менән Италияға гастролгә килгәнсе, бындай легенданың барлығын да белмәйҙәр. Тап ошо пьеса Италияла ғәйәт көслө ризаһыҙлыҡ тыуҙыра һәм Милан консерваторияһын композитор өҫтөнән Моцартты үлтереүҙә ғәйепләү эшен ҡуҙғатырға мәжбүр итә. 1997 йылдың майында Милан Юстиция һарайының ҙур залында үткән суд, ғәйепләүсе яҡтың һәм яҡлаусы яҡтың шаһиттарын (Моцарт менән Сальери[К 10] тормошон һәм ижадын өйрәнеүселәрҙе, шулай уҡ табиптарҙы) тыңлап, «енәйәт составы булмау» сәбәпле композиторҙы аҡлай[5].

Дөрөҫ, Шефферҙың пьесаһында Сальери Моцартты ағыу менән түгел, ә интригалар һәм ҡәбәхәтлектәр эшләп ҡәбергә тыға — Австрия менән Германияла ошо версия нығыраҡ таралған. Был ғәйбәттең йоғонтоһон 1890 йылда нәшер ителгән «Дөйөм немец биографияһы» (Allgemeine Deutsche Biographie) тигән энциклопедияның Сальери тураһындағы ҙур мәҡәләһендә лә шәйләргә була: «Сальери өҫтөндә ауыр ғәйепләү, шөкәтһеҙ шик оҙаҡ эленеп торҙо, йәнәһе, ул Моцартҡа опера композиторы булараҡ үҫергә бөтә саралар менән ҡамасаулаған, немец генийын ваҡытынан алда ҡәбергә тыҡҡан иблес булған. Ошондай илтифатлы, изгелекле һәм тыйнаҡ кешегә үлтереү тураһында уй йәбештереүҙән дә туҡтамағандар, хатта, ул көнсөллөктән Моцартты ағыулаған тип, әҙәм ышанмаҫты раҫлауға барып еткәндәр»[102].

Әгәр Австрия музыка белгесе Макс Диц «бөтөн был етди ғәйепләүҙәрҙе» иҫбат ителмәгән тип һанаһа[102], уның рус коллегаһы Е. Браудо 40 йылдан һис бер икеләнеүһеҙ былай тип яҙа: «Сальери — Бетховендың уҡытыусыһы — Моцартҡа ҡаршы йәмһеҙ интригалары менән күңелһеҙ билдәлелек яулай, шул нигеҙҙә ул „Дон-Жуан“ авторын ағыулаған тигән легендаға сәбәпсе була»[126]. Тикшеренеүселәр күптән инде был ғәйепләүҙәрҙе инҡар итә, сөнки барлыҡ «интригалар» һәм «ҡәбәхәтлектәрҙең» документаль сығанағы берәү генә — Моцарт менән уның атаһының хаттары. Шулай, Дж. Райс[en] үҙенең «Антонио Сальери һәм Вена операһы» тигән китабында, Моцарттың ялыуҙарын — Сальери (ул саҡта итальян опера труппаһының капельмейстеры) өҫтөнән генә түгел, бөтөн Вена итальяндары өҫтөнән яҙғандарын — тикшереп, уларҙы күпселектә нигеҙһеҙ тик таба; ул осорҙа операла хеҙмәттәштәрҙе интригаларҙа ғәйепләү иң таралған күренеш була (Иосиф II, киреһенсә, капельмейстер үҙе интригалар ҡорбаны булып ҡуймаһын тип хәүефләнә)[127]. Сальериға хас дипломатик һәләткә эйә булмаған Моцарт үҙенең ҡыҙыу холҡо менән йыш ҡына итальян труппаһына уны «немец» интригалары ҡороуҙа шикләнергә һылтау булғылай [128]. Ә ғөмүмән, тип яҙа Диц, ул саҡтағы тамашасы ҡаршыһында Моцартты үтеп китер өсөн әллә ни көс түгеүҙең дә, нескә интригаларҙың да кәрәге теймәҫ ине[102].

Нисек кенә булмаһын, аҙаҡҡы йылдарҙа Моцарт менән Сальери дошманға оҡшамай. Билдәле булыуынса, Сальери 80-се йылдарҙың икенсе яртыһында Моцарттың бер нисә әҫәренә дирижёрлыҡ итә, 1791 йылда 40-сы симфонияның беренсе башҡарыусыһы була[129], ә һарай капельмейстеры итеп тәғәйенләнгәс, 1788 йылда иң элек Моцарттың «Фигароның туйы» операһын репертуарға ҡайтара, был әҫәрҙе уның иң яҡшы операһы тип иҫәпләй[130][131][К 11]. Үҙ сиратында, Моцарт Сальериҙы (уҡыусыһы К. Кавальери менән бергә) «Тылсымлы флейта» спектакленә саҡыра һәм 1791 йылдың 14 октябрендә ҡатынына былай тип яҙа: «Һин күҙ алдына ла килтерә алмаҫһың, икеһе лә шул тиклем яғымлы булдылар, уларға минең музыка ғына түгел, либретто ла, бөтәһе лә ныҡ оҡшаны. Икеһе лә шулай тине: Опера бөйөк тантаналарҙа бөйөк монархтар алдында башҡарыуға лайыҡ, һәм улар уны бик йыш ҡарарҙар ине, сөнки был тиклем матур һәм һәйбәт спектаклде быға тиклем күргәндәре лә юҡ ине. Ул (Сальери) диҡҡәт менән ҡараны һәм тыңланы, симфониянан башлап һуңғы хорға тиклем унда [һоҡланыу] bravo йәки bello (шәп) тыуҙырмаған бер пьеса ла булманы»[133][К 12].

Көнләшеү мәсьәләһенә ҡарата

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сальериға ҡаршы бөтә ғәйепләүҙәр бер үк мотивты — көнләшеүҙе — күҙҙә тотҡанға күрә, тикшеренеүселәр алдына бер һорау килеп баҫа: Сальери ысынлап та Моцарттан көнләшә алғанмы?[105][109][134][63]. Вафатынан һүң данға күмеләсәген алдан күргән тигән нигеҙеһеҙ фараздан башҡа көнләшерлек сәбәп табыуы ла ауыр: Моцарттың иҫән сағындағы данын уның тәүге биографтары үтә ныҡ арттырып күрһәтә, — опера жанрында Сальери нәҡ шул йылдарҙа иң уңышлы композитор була (Моцартҡа, А. Эйнштейн яҙыуынса, опера — бөтөн сәнғәттәрҙең иң үрҙәгеһе тип йәштән һеңдерелһә лә)[135]. Моцарттың «Дон Жуанын» һалҡын ҡаршылауҙы Макс Дитц «Венаның Мартин һәм Сальери мелодиялары менән үтә иркәләтеп ебәрелгәнлеге» менән аңлата[136]. Венаға килгән мәленән үк тиерлек Сальери императорҙың яҡшы мөнәсәбәтенә лайыҡ була,1788 йылдан Венаның һәр бер музыканты хыяллана ғына алырлыҡ вазифаны биләй: музыка яҙыусы һөнәре Венала әллә ни абрйлы булмай — императрица Мария Терезия композиторҙарҙы «файҙаһыҙ кешеләр»[137] тип атай, — ә һарай капельмейстеры булыу, юғары эш хаҡы менән даими заказдарҙан тыш, йәмғиәттә билдәле бер дәрәжәне лә тәьмин итә.[20]. Ул осор композиторҙары, тип раҫлай Австрия музыка белгесе Л. Кантнер, беренсе сиратта йәмғиәттә биләп торған урыны өсөн көрәшә[138]. Хәҙерге замандың билдәле Моцарт белгесе Рудольф Ангермюллер фекеренсә, уларҙың социаль хәле лә, музыка донъяһындағы хәле лә бик ныҡ айырыла: Сальериҙың Моцарттан көнләшеүе генә түгел, хатта уларҙы бер-береһе менән ябай сағыштырыу ҙа мөмкин булмаған эш[86].

Ә Моцартҡа Сальериҙан көнләшерлек сәбәптәр етерлек була: үҙенең «үлемһеҙ даһилығы» тураһында белгәнмелер ул, юҡмы, әммә бөгөнгөһөн уйлауҙан бушамаған — күп йылдар буйына Европаның төрлө һарайҙарында вазифалар эҙләп тә, таба алмай[139], Венанан атаһына яҙған хаттарында гел императорҙың иғтибары булмауға зарлана; хәйер, Дж. Райс раҫлауынса, Моцарт бүтән теләһә ҡайһы музыкантҡа ҡарағанда ла — Сальериҙан башҡа, әлбиттә, — бына тигән музыкаль белемле Иосиф II-нең ҙур иғтибары менән файҙаланған[12][134]. 1790 йылда, Иосиф вафат булып, уның урынына тәхетте Леопольд II биләгәс, Моцарт үҙ хәлен яҡшыртырға ынтылып ҡарай; императорҙың улына, эрцгерцог Францҡа, ул былай тип яҙа: «Дан көҫәү, хеҙмәт һөйөү һәм белемлелегемә ҙур ышанысым миңә икенсе капельмейстер урынын һорап ҡарарға ҡыйыулыҡ бирә, бигерәк тә — оҫта капельмейстер Сальери сиркәү стиле менән бер ҡасан да шөғөлләнмәгәнгә, ә мин йәштән үк был стилде камил үҙләштерҙем»[140][К 13]. Ләкин Моцарт Сальериҙың урынбаҫары ла була алмай (был вазифаны 1789 йылдан Игнац Умлауф биләй); Леопольд осоронда уның хәле ҡатмарлаша ғына[141]. Моцартҡа педагогикала ла уңыш килмәй: вафатына бер йыл ҡалғанда уның ике генә шәкерте була — ул дуҫы Пухбергтан мөмкин булған тиклем бөтәһенә лә Моцарттың уҡыусылар йыйыуы тураһында хәбәр таратыуын һорай[135].

Антонио Сальериҙың Венала Үҙәк зыяраттағы ҡәбере

«Моцарттың биографтары, — тип яҙа XX быуат башында Герман Аберт, — был итальянға ҡарата күп гонаһтар эшләй, ялған милли патриотизм арҡаһында уны яуыз интриган һәм һәләтһеҙ музыкант тип күрһәтә»[40]. Вена һарайы борондан итальян музыканттарына яҡшы ҡараған, һарай капельмейстеры вазифаһын, ҡағиҙә булараҡ (бер нисә осраҡтан тыш), итальяндар биләгән, Сальериға тиклем был урында 14 йыл Джузеппе Бонно булған. Опера сәхнәһендә лә — һәм Венала ғына түгел — итальян композиторҙары, итальян йырсылары мода сығарған һәм зауыҡ тәрбиәләгән[136]. Леопольд Моцарт итальяндар «баҫып алыуына», мотлаҡ «оятһыҙ» булыуҙарына зарланыуҙан бушамаған, уға һәм уның башҡа коллегаларына Сальериҙың 16 йәштән Венала йәшәүе лә, Гассман менән Глюкта уҡыуы ла һәм итальян булғанға ҡарағанда күпкә күберәк австрий композиторы булыуы ла әһәмиәткә эйә булмаған[127]. Берлиндың «Музыкаль аҙналыҡ» (Musikalische Wochenblatt) баҫмаһынан шул уҡ Г. Сиверс, 1791 йылдың декабрендә матбуғатта Моцарттың үлтерелеүе тураһындағы ғәйбәтте таратҡан кеше (табиптар уның үҙ үлеме менән донъя ҡуйыуы тураһында әйтеп тороуға ҡарамаҫтан[142])[К 14], 28 йылдан асыҡлыҡ индерә — йәнәһе, Моцарт, ишетелеүенсә, ниндәйҙер «итальяндарҙың» ҡорбаны булған, — аныҡ исемдәргә ҡарағанда милләт мөһимерәк булып сыға[145]. Музыка тәнҡитсеһе фараз иткәнсә П. Бускароли[it], Сальериҙың Моцарт үлеменә ҡатнашлығы тураһындағы имеш-мимештәрҙә символик рәүештә «немец музыканттарының үҙҙәрен ике быуат буйы буйһондороп тотҡан итальян музыканттарынан үс алыуы сағыла»[146].

Сальериҙың күп һанлы австрий уҡыусыларының береһе Йозеф Вайгль[147] уның ҡәберенә шулай тип яҙып ҡуя:

« Упокойся с миром! Очищенному от праха
Пусть вечность воссияет тебе
Упокойся с миром! В вечной гармонии
Твой дух отныне раскрепощён.
Он выразил себя в волшебных звуках,
Теперь витает в вечной красоте
»
  1. Даже у Пушкина, в его маленькой трагедии по поводу Бомарше Моцарт говорит: «Ты для него „Тарара“ сочинил, вещь славную»[51]
  2. В 70-х годах XX века было установлено, что секретарь Бетховена, тот самый Антон Шиндлер, который с особенной настойчивостью заводил разговоры об «исповеди» Сальери, многие тетради уничтожил или исказил — «беседами», сочинёнными уже после смерти Бетховена[73]
  3. «Просвещённый лейпцигский болтун», как, без обиняков, охарактеризовал Рохлица А. Эйнштейн, вообще не имел склонности проверять информацию, публикуемую в его издании, и способствовал распространению многих недостоверных слухов и анекдотов, в том числе и о Моцарте[75].
  4. Впоследствии многие учёные-медики, опираясь на клиничскую картину, описанную современниками, уточняли диагноз, поставленный лечащими врачами Моцарта, и всё более склонялись к тому, что причиной смерти композитора стала хроническая болезнь (суставный ревматизм, почечная недостаточность, болезнь Шёнлейна—Геноха), осложнённая острым инфекционным заболеванием (стрептококковой инфекцией, «ревматической воспалительной лихорадкой», эпидемия которой наблюдалась в Вене осенью 1791 года, или инфекцией верхних дыхательных путей)[81]{[82]. Некоторые врачи считают, что смерть Моцарта ускорило неудачное лечение (холодные компрессы, чрезмерное кровопускание) или побочные действия применявшихся врачами лекарств — сурьмы или ртути[83].
  5. Р. Ангермюллер насчитал 44 оперы[86].
  6. Так, например, Л. Кириллина среди лучших опер Сальери, на примере которых было чему научиться Бетховену, помимо «Данаид», «Тарара» и его италоязычной версии, называет «Пальмиру» и несколько итальянских опер-буффа: «Венецианская ярмарка», «Школа ревнивых», «Пещера Трофония» и «Фальстаф»[58].
  7. Поэтический перевод Л.Гинзбурга[114].
  8. Венгерскому магнату Николаю (Миклошу) Эстерхази Сальери 25 августа 1822 года писал: «После того как я случайно услышал мальчика Франческо Листа, прелюдирующего и играющего с листа на фортепиано, я был так поражен, что мне казалось, будто все это я вижу во сне»[118].
  9. Из многочисленных мифов о насильственной смерти Моцарта в России, благодаря Пушкину, известность приобрёл именно этот, в Европе в разное время распространение получали версии, в которых фигурировали масоны, «жидомасоны» (версия Матильды Людендорф), ревнивый муж, а также любовник коварной Констанции[124].
  10. В роли защитника Сальери на этом процессе выступал, в частности, крупнейший современный моцартовед Рудольф Ангермюллер[125].
  11. Известно также, что в 1814 году Сальери дирижировал Реквиемом Моцарта[132].
  12. В разное время Сальери приписывали негативные высказывания о Моцарте-композиторе, но все они, как пишет Р. Ангермюллер, остаются недоказанными[86].
  13. Утверждение Моцарта, будто Сальери не писал церковную музыку, не соответствует действительности[1].
  14. Сиверс был в то время пражским корреспондентом газеты; в своей заметке он писал: «Моцарт мертв. Он возвратился из Праги больным, и его состояние неуклонно ухудшалось. Полагали, что у него была водянка. […] Поскольку его тело опухло после смерти, некоторые даже полагали, что он был отравлен»[143][144]. Кто полагал, автор предпочёл не уточнять[143].
  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 Штейнпресс Б. С. Сальери А. // Музыкальная энциклопедия / под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, 1978. — Т. 4. — С. 825—827.
  2. 2,0 2,1 Angermüller R. Salieri (инг.) // Ed. by S.Sadie The New Grove Dictionary of Music and Musicians. — London, 1980. — Т. 16. — С. 415.
  3. Корти, 2005, с. 14
  4. Нечаев, 2014, с. 202—206, 210—211
  5. 5,0 5,1 Foschini Paolo. Salieri assolto «Non avveleno' il rivale Mozart. Corriere della Sera, 18 maggio 1997, p. 18. Дата обращения: 12 октябрь 2014.
  6. 6,0 6,1 Dietz, 1890, с. 226
  7. 7,0 7,1 Rice, 1998, с. 13
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 Кириллина, 2000, с. 57—58
  9. Нечаев, 2014, с. 13
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 Dietz, 1890, с. 227—228
  11. Thayer A. W. Salieri: Rival of Mozart (инг.). — Missouri: Philarmonia of Greater Kansas City, 1989. — P. 170.
  12. 12,0 12,1 12,2 12,3 12,4 12,5 Rice, 1998, с. 460
  13. 13,0 13,1 Braunbehrens, 1992, с. 32
  14. Rice, 1998, с. 461
  15. Рыцарев, 1987, с. 13—17
  16. 16,0 16,1 Маркус С. А. Глюк К. В. // Музыкальная энциклопедия / под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, 1973. — Т. 1. — С. 1018—1021.
  17. Рыцарев, 1987, с. 52—53
  18. 18,0 18,1 Нечаев, 2014, с. 16—18
  19. Конен В. Д. Театр и симфония. — М.: Музыка, 1968. — С. 94. — 349 с.
  20. 20,0 20,1 Корти, 2005, с. 52
  21. Rice, 1998, с. 20
  22. Heussner, Horst Gaßmann, Florian Leopold (нем.) // Neue Deutsche Biographie. — 1964. — Т. 6. — С. 82—83.
  23. 23,0 23,1 23,2 23,3 23,4 23,5 23,6 Кириллина, 2000, с. 58—59
  24. Rice, 1998, с. 459
  25. Цит. по: Нечаев С. Ю. Указ. соч., с. 60
  26. 26,0 26,1 Rice, 1998, с. 281—306
  27. Нечаев, 2014, с. 46
  28. Цит. по: Нечаев С. Ю. Указ. соч., с 52
  29. Рыцарев, 1987, с. 6
  30. 30,0 30,1 Рыцарев, 1987, с. 84
  31. 31,0 31,1 31,2 31,3 31,4 Fenlon I. How good was he? (инг.) // London Review of Books. — July 6, 2000. — Т. 22, № 13.
  32. Нечаев, 2005, с. 70—71
  33. Соллертинский И. И. Исторические этюды. — М.: Государственное музыкальное издательство, 1963. — С. 139. — 397 с.
  34. 34,0 34,1 34,2 34,3 34,4 34,5 Dietz, 1890, с. 229
  35. 35,0 35,1 35,2 Кириллина, 2000, с. 62—63
  36. Рыцарев, 1987, с. 12
  37. Кириллина, 2000, с. 68
  38. Кириллина, 2000, с. 62—64, 68—69
  39. 39,0 39,1 Rice, 1998, с. 307-329
  40. 40,0 40,1 Аберт Г. В. А. Моцарт / Пер. с нем.. — М.: Музыка, 1988. — Т. Часть первая, книга 2. — С. 369. — 608 с.
  41. Аберт Г. В. А. Моцарт. Часть вторая, книга первая/ Пер. с нем., коммент. К. К. Саквы. — М.: Музыка, 1983. — С. 108. — 518 с.
  42. Корти, 2005, с. 86
  43. Цит. по: Нечаев С. Ю. Указ. соч., с. 90
  44. 44,0 44,1 Кириллина, 2000, с. 65
  45. Цит. по: Нечаев С. Ю. Указ. соч., с. 94
  46. Нечаев, 2014, с. 93
  47. Цит. по: Нечаев С. Ю. Указ. соч. С. 93
  48. 48,0 48,1 48,2 48,3 48,4 48,5 48,6 Кириллина, 2000, с. 66
  49. Нечаев, 2014, с. 95—96
  50. Braunbehrens, 1992, с. 270
  51. Пушкин А. С. Моцарт и Сальери // Собрание сочинений в 10 т./ Под общей редакцией Д. Благого и др.. — М.: Художественная литература, 1960. — Т. 4. — С. 331.
  52. Rice, 1998, с. 486
  53. 53,0 53,1 53,2 53,3 53,4 53,5 Кириллина, 2000, с. 67
  54. Цит. по: Нечаев С. Ю. Указ. соч., с.97
  55. Кириллина, 2000, с. 68—69
  56. Соллертинский И. И. Исторические этюды. — М.: Государственное музыкальное издательство, 1963. — С. 361. — 397 с.
  57. Braunbehrens, 1992, с. 236
  58. 58,0 58,1 58,2 58,3 58,4 58,5 58,6 58,7 58,8 Кириллина Л. В. Бетховени и Сальери // Старинная музыка : журнал. — 2000. — № 2 (8). — С. 15—16.
  59. 59,0 59,1 Rice, 1998, с. 422—423
  60. Аберт, 1990, с. 225—226
  61. 61,0 61,1 Нечаев, 2014, с. 124—125
  62. Rice, 1998, с. 493—495
  63. 63,0 63,1 Кириллина, 2000, с. 59—60
  64. Штейнпресс. Антонио Сальери, 1979, с. 137
  65. Pohl C. F. Gaßmann, Florian Leopold (нем.) // Allgemeine Deutsche Biographie. — 1878. — С. 403-404.
  66. Кириллина Л. В. Бетховени и Сальери // Старинная музыка : журнал. — 2000. — № 2 (8). — С. 17.
  67. Штейнпресс. Антонио Сальери, 1979, с. 116
  68. Heller L. Organisation & Geschichte. Cite: Universität für Musik und darstellende Kunst Wien (Официальный сайт Венской консерватории). Дата обращения: 25 октябрь 2014.
  69. Нечаев, 2014, с. 137—138
  70. Эйнштейн А. Моцарт. Личность. Творчество/ Пер. с нем. = Mozart. Sein Charakter. Sein Werk. — М.: Музыка, 1977. — С. 79. — 454 с.
  71. 71,0 71,1 Кириллина Л. В. Бетховени и Сальери // Старинная музыка : журнал. — 2000. — № 2 (8). — С. 18—19.
  72. 72,0 72,1 Штейнпресс Б. Миф об исповеди Сальери // Советская литература : журнал. — М., 1963. — № 7.
  73. Brück M. Schindler, Anton Felix (нем.) // Neue Deutsche Biographie. — Berlin: Duncker & Humblot, 2005. — Т. 22. — С. 788—789.
  74. Цит. по: Кушнер Б. Указ соч., часть 3 2015 йыл 30 июнь архивланған.
  75. Эйнштейн А. Моцарт. Личность. Творчество/ Пер. с нем. = Mozart. Sein Charakter. Sein Werk. — М.: Музыка, 1977. — С. 33. — 454 с.
  76. Корти, 2005, с. 19
  77. Штейнпресс. Антонио Сальери, 1979, с. 110
  78. Цит. по: Алексеев М. П. «Моцарт и Сальери». Комментарии // Пушкин А. С. Полное собрание сочинений в 16 томах — Л.: Издательство АН СССР, 1935. — Т. 7. — С. 528
  79. Цит. по: Нечаев С. Ю. Указ. соч., с. 196—197. Шулай уҡ ҡарағыҙ: Stafford W. The Mozart Myths: A Critical Reassessment. — Stanford, 1993. — P. 58—59
  80. Штейнпресс. Последние страницы, 1979, с. 48—49
  81. Штейнпресс. Последние страницы, 1979, с. 41—57
  82. Нечаев, 2014, с. 245—253
  83. Нечаев, 2014, с. 251—252
  84. Цит. по: Корти М. Указ. соч., с. 126—127
  85. Кириллина, 2000, с. 61
  86. 86,0 86,1 86,2 Angermüller R. Salieri (нем.) // Österreichisches Biographisches Lexikon ab 1815 (2. überarbeitete Auflage). — Wien, 2003–2014. — С. 387. — ISBN 978-3-7001-3213-4.
  87. Веселаго К. Ла Скала накануне обновления. Новости. OperaNews.Ru. Дата обращения: 25 октябрь 2014.
  88. Корябин И. Чечилия Бартоли принимает эстафету. Зальцбург как миф и его оперные мифы. OperaNews.Ru (26 сентябрь 2010). Дата обращения: 25 октябрь 2014.
  89. Нечаев, 2014, с. 266—267
  90. Рыцарев, 1987, с. 7
  91. Браудо Е.М. Всеобщая история музыки. — М., 1930. — Т. 2. От начала 17 до середины 19 столетия. — С. 108.
  92. Рыцарев, 1987, с. 84
  93. 93,0 93,1 93,2 Dietz, 1890, с. 230—231
  94. Angermüller R. Antonio Salieri. Sein Leben und seine Welt unter besonderer Berücksichtigung seiner großen Opern (нем.). — Katzbichler, München, 1971—1974.
  95. Rice, 1998, с. 307—329, 385-420
  96. Кириллина, 2000, с. 62—67
  97. Штейнпресс. Антонио Сальери, 1979, с. 119
  98. Кириллина, 2000, с. 67—70
  99. Российская премьера оперы А. Сальери в Москве. Коротко о разном. OperaNews.Ru (26 август 2000). Дата обращения: 25 октябрь 2014.
  100. Цит. по: Штейнпресс Б. С. Антонио Сальери в легенде и действительности, с. 125
  101. Вариации Сальери. Золотая маска. Официальный сайт СТД РФ. Дата обращения: 24 октябрь 2014.
  102. 102,0 102,1 102,2 102,3 102,4 Dietz, 1890, с. 229—230
  103. Корти, 2005, с. 87
  104. Штейнпресс, 1980, с. 121—122
  105. 105,0 105,1 Braunbehrens, 1992, с. 12—13
  106. Кириллина, 2000, с. 70—71
  107. Braunbehrens, 1992, с. 5. Kapitel: Salieri und Mozart
  108. Корти, 2005, с. 58—70
  109. 109,0 109,1 Kantner L. Antonio Salieri rivale o modello di Mozart? // W. A. Mozart e i musicisti italiani del suo tempo (итал.). — Lucca, 1994. — С. 9-19.
  110. Кириллина, 2000, с. 63—65
  111. Штейнпресс. Антонио Сальери, 1979, с. 131
  112. Рыцарев С. Луиджи Керубини. Belcanto.ru. Дата обращения: 25 октябрь 2014.
  113. Thayer A. W. Life of Beethoven. — Princeton, New Jersey: Princeton University Press, 1970. — С. 399.
  114. Жизнь Франца Шуберта в документах. — М., 1963. — С. 135—136.
  115. Штейнпресс. Антонио Сальери, 1979, с. 129
  116. Штейнпресс. Антонио Сальери, 1979, с. 133
  117. Штейнпресс. Антонио Сальери, 1979, с. 130
  118. Штейнпресс. Антонио Сальери, 1979, с. 136
  119. Волков А. Семь смертных грехов Антонио Сальери // Независимая газета : журнал. — 17 августа 2000.
  120. Штейнпресс. Антонио Сальери, 1979, с. 90, 101
  121. Кушнер Б. В защиту Антонио Сальери // Вестник : журнал. — 1999. — № 17 (224).
  122. Цит. по: Нечаев С. Ю. Указ соч., с. 228
  123. Кушнер Б. В защиту Антонио Сальери // Вестник : журнал. — 1999. — № 14 (221).
  124. Корти, 2005, с. 111—125
  125. Portrait: Rudolph Angermüller. Autoren und ihre Werke. LITERRA. Дата обращения: 19 ноябрь 2014.
  126. Браудо Е. М. Всеобщая история музыки. — М., 1930. — Т. 2. От начала 17 до середины 19 столетия. — С. 108.
  127. 127,0 127,1 Rice, 1998, с. 462—465
  128. Rice, 1998, с. 464
  129. Аберт, 1990, с. 447
  130. Штейнпресс. Последние страницы, 1979, с. 70
  131. Rice, 1998, с. 460, 464
  132. Штейнпресс. Антонио Сальери, 1979, с. 138
  133. Цит. по: Аберт Г. Указ. соч., с. 228—229
  134. 134,0 134,1 Корти, 2005, с. 89—94
  135. 135,0 135,1 Эйнштейн А. Моцарт. Личность. Творчество/ Пер. с нем. = Mozart. Sein Charakter. Sein Werk. — М.: Музыка, 1977. — С. 68—69, 72. — 454 с.
  136. 136,0 136,1 Dietz, 1890, с. 228
  137. Эйнштейн А. Моцарт. Личность. Творчество/ Пер. с нем. = Mozart. SeinCharakter. Sein Werk. — М.: Музыка, 1977. — С. 49. — 454 с.
  138. Корти, 2005, с. 93
  139. Эйнштейн А. Моцарт. Личность. Творчество/ Пер. с нем. = Mozart. Sein Charakter. Sein Werk. — М.: Музыка, 1977. — С. 49—57, 60—61, 72-73. — 454 с.
  140. Цит. по: Эйнштейн А. Моцарт. Личность. Творчество. М.: Музыка, 1977. — С. 73
  141. Аберт, 1990, с. 227—228
  142. Штейнпресс. Последние страницы, 1979, с. 42—43, 46—49
  143. 143,0 143,1 Нечаев, 2014, с. 224
  144. Braunbehrens. Mozart in Vienna, 1990, с. 407
  145. Нечаев, 2014, с. 225
  146. Бускароли П. Тень Марии Магдалены. // Смерть Моцарта. Belcanto.ru. Дата обращения: 21 октябрь 2014.
  147. Нечаев, 2014, с. 201
  • Нечаев С. Ю. Сальери / научный редактор Ражева В. И.. — М.: Молодая гвардия (ЖЗЛ), 2014. — 313 с. — ISBN 978-5-235-03654-3.
  • Корти М. Сальери и Моцарт. — СПб.: Композитор, 2005. — 160 с. — ISBN 5-7379-0280-3.
  • Кириллина Л. В. Пасынок истории (К 250-летию со дня рождения Антонио Сальери) // Музыкальная академия : журнал. — 2000. — № 3. — С. 57—73.
  • Порфирьева А. Л. Сальери // Музыкальный Петербург. Энциклопедический словарь. XVIII век. — 1999. — Т. Кн. 3.
  • Штейнпресс Б. С. Антонио Сальери в легенде и действительности // Очерки и этюды. — М.: Советский композитор, 1979. — С. 90—138.
  • Штейнпресс Б. С. Последние страницы биографии Моцарта // Очерки и этюды. — М.: Советский композитор, 1979. — С. 41—89.
  • Кушнер Б. В защиту Антонио Сальери // Вестник : журнал. — 1999. — № № 14—19 (221—226).
  • Рыцарев С. А. Кристоф Виллибальд Глюк. — М.: Музыка, 1987. — 181 с.
  • Аберт Г. В. А. Моцарт. Часть вторая, книга вторая / Пер. с нем., коммент. К. К. Саквы. — М.: Музыка, 1990. — 560 с. — ISBN 5-7140-0215-6.
  • Angermüller R. Antonio Salieri und seine “Scuola di canto” (нем.). — Wien: Beethoven Studien. Hrsg. von E.Schenk, 1970.
  • Angermüller R. Antonio Salieri. Sein Leben und seine weltliche Werke unter besonderen Berücksichtigung seiner “grossen” Opern (нем.). — München, 1971—1974. — Bd. T. 1 — 3.
  • Angermüller R. Salieri (инг.) // Ed. by S.Sadie The New Grove Dictionary of Music and Musicians. — London, 1980. — Т. 16. — С. 415—420.
  • Angermüller R. Mozart muss sterben. Ein Prozess (нем.). — Salzburg: Ecowin Verlag der Topakademie, 2005. — 253 S. — ISBN 3-902404-17-5.
  • Braunbehrens V. Salieri. Ein Musiker im Schatten Mozarts? (нем.) — München — Mainz, 1992.
  • Braunbehrens V. Mozart in Vienna, 1781—1791 (инг.) — New York: Grove Weidenfeld, 1990. — ISBN 978-0802110091.
  • Dietz M. Salieri, Antonio (нем.) // Allgemeine Deutsche Biographie. — 1890. — Т. 30. — С. 226—231.
  • Rice J. A. Antonio Salieri and viennese opera (инг.). — Chicago: University of Chicago Press, 1998. — 650 p. — ISBN 0-226-71125-0.
  • Michael Lorenz (Musikwissenschaftler) Antonio Salieri's Early Years in Vienna (инг.) // Michael Lorenz Musicological Trifles and Biographical Paralipomena. — 2013.