Ференц Лист

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ференц Лист
Ferencz Liszt
Төп мәғлүмәт
Исеме

нем. Franz Liszt

Тулы исеме

Franz Ritter von Liszt

Тыуған

22 октябрь 1811({{padleft:1811|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны

Бургенланд, Райдинг, Австрия империяһы

Үлгән

31 июль 1886({{padleft:1886|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (74 йәш)

Үлгән урыны

Байройт, Герман империяһы

Ил

Австро-Венгрия

Һөнәрҙәре

XIX быуаттағы Венгрия, Австрия композиторы, XIX быуаттағы Венгрия, Австрия пианисы, XIX быуаттағы Венгрия, Австрия дирижёры, XIX быуаттағы Венгрия, Австрия музыка педагогы

Инструменттар

фортепиано

Жанрҙар

классик музыка

Автограф
Автограф
 Аудио, фото, видео Викимилектә
Викикатпхана логотибы Әҫәрҙәр в Викитеке

Ференц (Франц) Лист (мадьярса  Liszt Ferencz, нем. Franz Liszt; 22 октябрь 1811 йыл, Райдинг, Австрия империяһы — 31 июль 1886 йыл, Байройт, Германия империяһы) — венгр композиторы, пианист-виртуоз, педагог, дирижёр, публицист, музыкаль романтизмдың сағыу вәкилдәренең береһе. Музыкала Веймар мәктәбенә нигеҙ һалған.

Лист XIX быуаттың бөйөк пианистарының береһе була. Уның дәүерендә концерт пианизмы сәскә ата, сикһеҙ техник мөмкинлектәргә эйә булған Лист уның башында бара. Әлеге заманда ла уның виртуозлығы хәҙерге пианистар өсөн өлгө, ә әҫәрҙәре фортепиано оҫталығының үре тип һанала.

1843 йылда Лист тенор Джованни Батиста Рубини менән Нидерланд һәм Германия буйлап гастролгә концерт турнеһына сыға.

Әүҙем концерт эшмәкәрлеге 1848 йылда тамамлана (һуңғы концерты Елисаветградта була).

Композитор булараҡ Лист гармония, мелодика, форма һәм фактура өлкәһендә күп асыштар яһай. Яңы инструменталь жанрҙар (рапсодия, симфоник поэма) сығара. Бер өлөшлө цикллы форманы хасил итә, был форма Шуман менән Шопенда тойомланһа ла, әллә ни ҡыйыу үҫтерелмәгән була.

Лист сәнғәттәр синтезы идеяһын пропагандалай (был йәһәттән Вагнер уның фекерҙәше була). Ул «саф сәнғәттәр осоро» тамамланыуын билдәләй (был тезис 1850-се йылдарҙа күтәрелә). Әгәр Вагнер был синтезды музыка менән һүҙҙең бәйләнешендә күрһә, Лист өсөн ул һынлы сәнғәт, архитектура менән бәйле була, хәйер, әҙәбиәт тә ҙур роль уйнай. Ошо сәбәпле уның программа әҫәрҙәре күп була: «Обручение» (Рафаэль) картинаһы, «Мыслитель» (Микеланджелоның Лоренцо Медичи ҡәберенә ҡуйылған скульптураһы) буйынса һ. б. Артабан сәнғәттәр синтезы идеялары киң ҡулланылыш таба. Лист сәнғәттең халыҡҡа йоғонто яһау, яуызлыҡ менән көрәшеү көсөнә инана. Уның мәғрифәтселек эшмәкәрлеге ошоға бәйле була.

Лист педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Уның янына Веймарға бөтә Европанан пианистар килеп йөрөй. Йортондағы залда уларға асыҡ дәрестәр бирә, бының өсөн бер ҡасан дә хаҡ һорамай. Уның янына килгән кешеләр араһында Бородин, Зилоти һәм д’Альбер ҙа була.

Дирижёрлыҡ эшмәкәрлеге менән Лист Веймарҙа шөғөлләнә башлай. Ул унда опералар ҡуя (шул иҫәптән, Вагнерҙы ла), симфониялар башҡара.

Әҙәби хеҙмәттәре араһында  — Шопен тураһындағы китабы, венгр сиғандары музыкаһы тураһында китабы, шулай уҡ көнүҙәк һәм глобаль мәсьәләләргә бағышланған күп һанлы мәҡәләләре.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лист в разных возрастах

Ференц Лист 1811 йылдың 22 октябрендә Венгрияла, Шопрон комитатының (хәҙер — Бургенланд тигән австрий ере) Доборьян ҡаласығында (австрийса атамаһы Райдинг) тыуа, ғаиләлә берҙән-бер бала була.

Ата-әсәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атаһы Георг Адам Лист (1776—1826) кенәз Эстерхази хакимиәтендә чиновник була. Кенәз Эстерхазиҙар сәнғәткә ыңғай ҡарашта була. 14 йәшкә тиклем Адам кенәздең Йозеф Гайдн етәкселегендәге оркестрында уйнай. Прессбургта (хәҙер Братислава) католик гимназияһын тамамлағас, Адам Лист францискан орденына послушник булып инә, ләкин ике йылдан китә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ул францискандарҙың береһе менән ғүмергә дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен һаҡлап ҡала, ҡайһы бер тикшеренеүселәр фараз итеүенсә, ошоға бәйле улына Франц тип исем ҡуша, ә Лист үҙе, шулай уҡ францискандар менән бәйләнештә булып, ғүмеренең ахырында орденға инә. Адам Лист ижад иткән әҫәрҙәрен Эстерхазиға арнай. 1805 йылда ул кенәздәрҙең резиденцияһы урынлашҡан Айзенштадтҡа эләгә. Унда 1805—1809 йылдарҙа төп эшенән бушаған саҡтарҙа оркестрҙа уйнауын дауам итә, унда килгән музыканттар, шул иҫәптән Керубини һәм Бетховен менән эшләү мөмкинлегенә лә эйә була. 1809 йылда Адам Райдингҡа ебәрелә. Өйөндә һәр саҡ тәүҙә үҙенең, һуңынан улының да кумиры булған Бетховендың портреты эленеп тора.

Ференц Листтың әсәһе — Анна-Мария, ҡыҙ фамилияһы Лаггер (1788—1866), Дунайҙағы Кремс икмәк бешереүсеһе ҡыҙы. 9 йәшендә етем ҡалғас, ул Венаға күсергә мәжбүр була, унда йорт хеҙмәтсеһе була, 20 йәшендә Маттерсбургҡа ағаһы янына күсә. 1810 йылда Адам Лист, атаһын күрергә Маттерсбургҡа килеп, ҡыҙ менән таныша, ә 1811 йылдың ғинуарында улар өйләнешә.

1811 октябрендә уларҙың берҙән-бер улы буласаҡ балалары тыуа. Латинса Franciscus тип яҙылған исем ҡушалар, немецса Франц тип йөрөтәләр. Рус телле сығанаҡтарҙа ул Ференц тигән венгр исеме менән атала, әммә венгр телен насар белгән Лист үҙе уны ҡулланмай.

Улының музыкаль үҫешенә атаһы бик ҙур йоғонто яһай. Адам Лист уға бәләкәстән музыка дәрестәре бирә башлай. Сиркәүҙә малайҙы йырларға өйрәтәләр, ә урындағы органсы органда уйнарға өйрәтә. Өс йыл күнекмәләр үткән Ференц һигеҙ йәшендә беренсе тапҡыр халыҡ алдында концертта сығыш яһай. Атаһы уны билдәле вельможаларҙың йорттарына йөрөтә, малай унда роялдә уйнай һәм уларҙың йылы мөнәсәбәтен яулай. Улына етди уҡыу йорто кәрәклеген аңлаған атаһы уны Венаға алып китә.

1821 йылдан Лист Венала Карл Черни дәрестәрен ала башлай, остаз малайҙы түләүһеҙ уҡыта. Мәшһүр педагогҡа арыҡ, сибек малай тәүҙә оҡшамай. Черни мәктәбе Листҡа уның фортепиано оҫталығының универсаллеген бирә. Теорияны Листҡа, шулай уҡ түләүһеҙ, Антонио Сальери уҡыта, ул 1822 йылдың 25 авгусында Николай (Миклош) Эстерхазиға былай тип яҙа: «Мин осраҡлы рәүештә Франческо Лист тигән малайҙың фортепианола прелюдия уйнағанын ишеттем дә таң ҡалдым, хатта быны мин төшөмдә күрәмме әллә тип уйланым»[1]. Концерттарҙа сығыш яһаған Лист Вена тамашасыһы өсөн сенсация була. Концерттарының береһендә сағыу импровизация башҡарғандан һуң Ференцты хатта Бетховен килеп үбә. Лист был ваҡиғаны ғүмер буйы хәтерендә һаҡлай.

Париж[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Венанан һуң Лист Парижға килә (1823). Маҡсаты Париж консерваторияһына инеү була, ләкин Листты алмайҙар, сөнки унда тик француздарҙы ғына ҡабул итер булғандар. Матди хәлдең ауыр булыуына ҡарамаҫтан, атаһы Парижда ҡалырға ҡарар итә. Йәшәр өсөн уларға даими сығыштар ойошторорға кәрәк була. Шулай итеп, Листтың профессиональ эшәкәрлеге бик иртә башлана.

Лист менән шул уҡ Париж консерваторияһы педагогтары шөғөлләнә (улар араһында Фердинандо Паер һәм Антонин Рейха кеүек мәшһүр педагогтар ҙа була), ләкин уны башҡа берәү ҙә фортепианола уйнарға өйрәтмәй. Черни уның фортепиано буйынса һуңғы педагогы була.

Ошо осорҙа Лист ижад итә башлай — башлыса үҙ сығыштары репертуары өсөн этюдтар яҙа. 14 йәшендә «Дон Санчо, или Замок любви» тигән операһын яҙа башлай, ул 1825 йылда Grand-Operaла ҡуйыла.

1827 йылда Адам Лист мәрхүм була. Ференц был ваҡиғаны бик ауыр кисерә, 3 йыл тирәһе күңел төшөнкөлөгөндә йәшәй. Етмәһә, уҙенең «кәмитсе» роленән, аҡһөйәк салондарында шаҡ ҡатырғыс булып йөрөүҙән екһенә. Ошо сәбәпле Лист бер нисә йылға Париж тормошонан ситләшә, хатта уның тураһында некролог баҫылып сыға. Листта элек тә шәйләнгән мистик кәйефтәр көсәйә.

Лист 1830 йылда ғына киң донъяға ҡабат сыға. Был Июль инҡилабы йылы була. Листты уның тирәһендәге ярһыу тормош, ғәҙеллеккә саҡырыуҙар ылыҡтыра. Унда, инҡилап йырҙарын файҙаланып, «Инҡилап симфонияһы»н ижад итеү фекере тыуа. Лист әүҙем эшмәкәрлеккә әйләнеп ҡайта, концерттары уңышлы бара. Листҡа яҡын булған музыканттар даирәһе барлыҡҡа килә, унда: Берлиоз (ошо ваҡытта «Фантастик симфония»һын яҙған), Паганини ( Парижға 1831 йылда килгән) була. Гениаль скрипкасының уйыны Листты башҡарыу оҫталығын артабан камиллаштырыуға дәртләндерә. Бер килке ул концерттар ҡуйыуҙан туҡталып тора, техникаһын яҡшыртыу өҫтөндә эшләй, Паганини капристарын фортепианоға һала. Фортепианоға һалыуҙа был беренсе һәм ифрат уңышлы тәжрибә була, артабан Лист уны бик юғары дәрәжәгә күтәрә.

Листтың виртуозлығына Шопен ҙур йоғонто яһай, киң таралған фекергә ярашлы, Шопен Листҡа скептиктарса ҡарашта булған, уның ижадының 1848 йылдан һуң сәскә атыуын күреп өлгөрмәгән, ләкин башҡарыусы булараҡ Листты юғары баһалаған. 1833 йылда яҙған хатында Шопен былай ти: «Мин унан үҙемдең этюдтарымды башҡарыу манераһын урлар инем».

Лист шулай уҡ яҙыусылар Дюма, Гюго, Мюссе, Жорж Санд менән таныш була.

1835 йыл тирәһендә Листтың Франциялағы социаль хәле тураһындағы, Шуман тураһындағы һ. б. мәҡәләләре сыға. Ошо осорҙа Лист педагогик эшмәкәрлеген дә башлай, артабан уны бер ҡасан да ташламай.

30-сы йылдар башында Лист Жорж Сандтың әхирәте графиня Мари д’Агу менән таныша. Ул хәҙерге заман сәнғәте менән мауыҡҡан графиня бер аҙ әҙәби һәләттәргә лә эйә була һәм Даниель Стерн тигән псевдоним аҫтында баҫыла. Жорж Сандтың ижады уның өсөн өлгөгә әйләнә. Графиня д’Агу менән Лист бер-береһенә ғашиҡ була. 1835 йылда графиня ирен ташлап китә һәм үҙ даирәһе менән бәйләнешен өҙә. Ул Лист менән Швейцарияға китә — шулай итеп, Листтың тормошоноң яңы осоро башлана.

«Илдәр гиҙеү осоро»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ференц Лист. {0}[13]{/0}} (1936) Портрет работы Миклоша Барабаша

Лист тормошоноң 1835—1848 йылдарҙағы өлөшө «Илдәр гиҙеү осоро» (пьесалар йыйынтығының исеме буйынса) тип атала.

Швейцарияла Лист менән Мари д’Агу Женевала, ҡайһы саҡта берәй йәмле генә ауыл тирәһендә йәшәй. Лист «Альбом путешественника» тигән йыйынтығы өсөн пьесалар яҙа башлай, һуңынан йыйынтыҡҡа «Годы странствий» тигән исем бирелә (франц. «Années de pèlerinage»), Женева консерваторияһында уҡыта, ҡайһы берҙә концерт менән Парижға бара. Ләкин Париж икенсе виртуоз — Тальберг менән мауығып киткән була, һәм Листҡа иғтибар кәмей. Был ваҡытта Лист үҙенең концерттарына мәғрифәтсел тематика бирә башлай — Бетховен симфонияларын (фортепианоға һалып) һәм концерттарын, операларҙан парафраздар һ. б. башҡара. Д’Агу менән бергәләп Лист «Сәнғәттең роле һәм хәҙерге йәмғиәттә рәссамдың урыны тураһында» тигән мәҡәлә яҙа. Женевала Лист әүҙем Европа тормошонан ситләшмәй. Уға Париждан дуҫтары, шул иҫәптән Жорж Санд килеп йөрөй.

1837 йылда бер балалары булған Лист һәм д’Агу Италияға китә. Бында улар сәнғәт һәм мәҙәниәт үҙәге булған Римда, Неаполдә, Венецияла, Флоренцияла була. Италиянан Лист, ундағы музыкаль тормош тураһында очерктар яҙып, баҫтырып сығарыу өсөн Парижға ебәреп тора. Улар өсөн хат жанры ҡулланыла. Хаттарҙың күбеһе Жорж Сандҡа төбәлгән, ул да Листҡа журналда баҫылған очерктар менән яуап бирә.

Италияла Лист тарихта беренсе тапҡыр башҡа музыканттар ҡатнашлығынан тыш соло концерты бирә. Был ҡыйыу һәм дыуамал ҡарар була, ул концерт сығыштары менән салон сығыштары араһындағы айырманы бик ныҡ ҙурайта.

Ошо уҡ осорға операларҙан алынған темаларға фантазиялар һәм парафраздар (шул иҫәптән Доницеттиҙың «Лючия»һынан) яҙыла, Бетховендың «Пастораль симфония»һын һәм Берлиоз әҫәрҙәрен фортепианоға һалыу дауам иттерелә. Парижда һәм Венала бер нисә концерт биргәс, Лист Италияға ҡайта (1839), бында Бетховен симфонияларын фортепианоға һалыуҙы тамамлай.

Лист күптән Венгрияға барырға хыяллана, ләкин һөйгәне Мари д’Агу ҡаршы була. Был ваҡытта Венгрияла ҙур ташҡын бәлә-ҡаза килтерә, һәм дан-шөһрәт яулаған Лист ватандаштарына ярҙам итеүҙе бурысы тип һанай. Шулай итеп, ул д’Агу менән ташлаша ла Венгрияға яңғыҙы китә.

Австрия һәм Венгрия Листты триумф менән ҡаршы ала. Венала концерттарының береһенән һуң уның янына күптәнге көнәркәше Сигизмунд Тальберг килә һәм уның өҫтөнлөгөн таный. Венгрияла Лист милләттең патриотик тойғоларын сағылдыра. Уның концерттарына дворяндар милли кейемдәр кейеп килә, уға бүләктәр килтерә. Концерттарҙан алынған аҡсаларҙы Лист ташҡындан зыян күргәндәргә күсерә.

1842—1848 йылдарҙа Лист Европаны бер нисә тапҡыр урап сыға, шул иҫәптән Рәсәйҙә, Испанияла, Португалияла, Төркиәлә була. Был уның концерт эшмәкәрлегенең иң юғары үре була. Рәсәйгә Лист 1842 һәм 1848 йылдарҙа килә. Санкт-Петербургта Листты рус музыкаһының мәшһүр эшмәкәрҙәре — В. В. Стасов, А. Н. Серов, М. И. Глинка тыңлай. Стасов һәм Серов уның уйынын шаңҡытҡыс тип һоҡлана, ә Глинкаға Лист оҡшамай, ул Фильдты өҫтөн күрә.

Лист рус музыкаһы менән ҡыҙыҡһына. Ул "Руслан и Людмила"ның музыкаһын бик юғары баһалай, "Черномор маршы"ның фортепианоға транскрипцияһын эшләй, «Могучая кучка» композиторҙары менән хатлаша. Артабанғы йылдарҙа ла Рәсәй менән бәйләнештәре өҙөлмәй, Лист рус операларынан һайланма өҙөктәр йыйынтығын сығара.

Был мәлдә Листтың мәғрифәтселек эшмәкәрлеге лә бик әүҙем бара. Үҙенең концерт программаларына ул классиктарҙың (Бетховен, Бах) фортепиано әҫәрҙәрен, Бетховен һәм Берлиоз симфонияларының, Шуберт йырҙарының, Бахтың орган өсөн яҙылған әҫәрҙәренең фортепианоға үҙ һалынмаларын индерә. Лист инициативаһы буйынса 1845 йылда Боннда Бетховенға бағышланған тантаналар үткәрелә, ул үҙе гениаль композиторға һәйкәл ҡуйыу өсөн аҡсаның етешмәгән өлөшөн бирә.

Ләкин бер аҙҙан Листтың мәғрифәтселек эшмәкәрлегенән күңеле ҡайта. Ул маҡсатҡа өлгәшә алмағанын, ә ябай тыңлаусыға Бетховен сонатаһына ҡарағанда модалы операнан попурри нығыраҡ оҡшағанын аңлай. Листтың әүҙем концерт эшмәкәрлеге туҡтала.

Ошо ваҡытта Лист кенәзиә Каролина Витгенштейн (Николай Петрович Витгенштейндың (1812—1864) ҡатыны) менән таныша. 1847 улар ҡауышырға ҡарар итә, ләкин Каролина ирҙә була, етмәһә, бик инанып, католицизм динендә тора. Шунлыҡтан тәүҙә айырылышырға һәм, рус императоры менән Рим папаһы рөхсәтен алып, сиркәүҙә никахлашырға кәрәк була.

Веймар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лист музицирует в доме Вагнера, где также присутствовал дирижёр Герман Леви

1848 йылда Лист менән Каролина Веймарҙа төпләнә. Бында Листҡа ҡаланың музыкаль тормошона етәкселек итеү мөмкинлеген бирәләр, өҫтәүенә, Веймарҙа император Николай I-нең апаһы бөйөк герцогиня Мария Павловнаның резиденцияһы була. Күрәһең, Лист Каролинаның ире менән айырылышыуын тиҙләтеү өсөн уның аша императорға сығырға иҫәп тотҡандыр.

Лист опера театрында эшкә сума, репертуарҙы яңырта. Репертуарға Глюк, Моцарт, Шуман («Геновева»), Вагнер («Лоэнгрин») һәм башҡаларҙың опералары индерелә. Симфоник программаларҙа Бах, Бетховен, Мендельсон, Берлиоз, шулай уҡ үҙенең әҫәрҙәре башҡарыла. Ләкин был өлкәлә лә Лист уңышһыҙлыҡ кисерә. Тамашасыға театрҙың репертуары оҡшамай, труппа менән музыканттар ҙа зарлана.

Веймар осороноң төп йомғағы — Листтың көсөргәнешле композиторлыҡ эше. Ул элегерәк башлап ҡуйылған бик күп әҫәрҙәрен тамамлай, эшкәртә. «Альбом путешественника» ҙур өҫтәмә эштән һуң "Годы странствий"на әйләнә. Фортепиано концерттары, рапсодиялар, Си минор сонатаһы, этюдтар, романстар, симфоник поэмаларҙың күбеһе (13-тән 12-һе) ошонда ижад ителә.

Веймарға Лист янына бөтә донъянан музыканттар һабаҡ алырға килә. Каролина менән бергәләп Лист мәҡәләләр, эсселар яҙа. Шопен тураһындағы китабын башлай.

Лист уртаҡ фекерҙәр нигеҙендә Вагнер менән яҡынлаша. 50-се йылдар башында Немец музыканттары берлеге барлыҡҡа килә, уларҙы, «лейпцигсыларға» (был төркөмгә Вагнер менән Листҡа ҡарағанда нығыраҡ академик ҡараштарҙа торған Шуман, Мендельсон, Брамс инә) ҡаршы ҡуйып, «веймарсылар» тип йөрөтәләр. Был ике төркөм араһында йыш ҡына янъялдар сығып тора.

50-се йылдар аҙағына Каролина менән никахлашыуға өмөт бөтөнләй һүнә, бынан тыш, Лист Веймарҙа уның музыкаль эшмәкәрлеген аңламауҙары арҡаһында күңел төшөнкөлөгөнә бата. Ошо ваҡытта Листтың улы мәрхүм була. Атаһының вафатынан һуң булғандағыса, Листта йәнә мистик һәм дини хистәр көсәйә. Ул Каролина менән гонаһтарын юйҙырырға Римға юллана.

Һуңғы йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ференц Лист в поздние годы

60-сы йылдар башында Лист менән Каролина Римда төпләнә, ләкин икеһе ике йортта йәшәй. Ул Листты сиркәү хеҙмәтенә инергә өгөтләй, һәм 1865 йылда Лист аколитлыҡҡа кесе постриг үтә. Листтың ижади мәнфәғәттәре хәҙер дин өлкәһенә күсә, ул дини музыка яҙа: «Легенда о святой Елизавете», «Христос» ораториялары, дурт псалом, реквием һәм венгр коронация мессаһы (нем. Kronungsmesse). «Годы странствий»ҙың фәлсәфә менән байытылған өсөнсө томы барлыҡҡа килә. Римда Лист бик һирәк сығыш яһай.

1866 йылда Лист Веймарға бара, икенсе Веймар осоро башлана. Ул элекке баҡсасыһының кескәй генә йортонда йәшәй. Элекке кеүек үк, уның янына йәш музыканттар килә: Григ, Бородин, Зилоти.

Мавзолей Листа в Байройте

1875 йылда Листтың эшмәкәрлеге нигеҙҙә Венгрияла (Пештта) бара, ул яңы асылған Юғары музыка мәктәбенең президенты итеп һайлана. Лист уҡыта, уҡыусылары араһында — Эмиль фон Зауэр, Александр Зилоти, Карл Таузиг, д’Альбер, Мориц Розенталь, Софи Ментер һәм башҡалар. "Онотолған вальстар"ын, фортепиано өсөн яңы рапсодияларын, "Венгр тарихи портреттары"н (венгр азатлыҡ хәрәкәте ҡаһармандары тураһында) яҙа.

Листтың ҡыҙы Козима Вагнерға кейәүгә бара (уларҙың улы — билдәле дирижёр Зигфрид Вагнер). Вагнерҙың вафатынан һуң ул Байройтта Вагнер фестивалдәрен үткәреүҙе дауам итә. Фестивалдәрҙең береһендә 1886 йылда Лист һалҡын тейҙерә, үпкәһе шешә. Һаулығы насарая, йөрәге лә борсой. Аяғы шешенгәнлектән сит ярҙам менән генә хәрәкәтләнә.

1886 йылдың 19 июлендә уның һуңғы концерты була. Лист шул уҡ йылдың 31 июлендә ҡунаҡханала камердинер ҡулында вафат була.

Факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Trivia

  • Хәҙерге музыка белгестәре Лист оҫталыҡ дәрестәренә башланғыс һалған тип иҫәпләй[2]. Ул Веймарҙа 1869 йылда үткәргән дәрес беренсе оҫталыҡ дәресе тип һанала.
  • Император Франц Иосиф I 1859 йылдың 30 октябрендә Листты рыцарлыҡҡа бағышлай, үҙ ҡулы менән уның тулы исемен яҙа: Франц Риттер фон Лист[3] (Franz Ritter von Liszt, от нем. Ritter — рыцарь, һыбайлы).
  • 1961 йылғы Австрия, 1932 һәм 1986 йылғы Венгрия маркаларында, Венгрияның 1934 йылғы почта блогында һүрәттәре баҫыла.[сығанаҡ 2565  көн күрһәтелмәгән]
  • Liebestraum No. 3 in A-Flat Major, S. 541 Nokia телефондарында рингтон итеп файҙаланыла.[сығанаҡ 2565  көн күрһәтелмәгән]
  • Ференц Листтың ҡул суғы бик оҙон була, бер юлы ике октаваға бармаҡтары етә[сығанаҡ 2565  көн күрһәтелмәгән]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Исеме Милли венгр музыка академияһына (Будапешт) бирелә.
  • Будапешттың Халыҡ-ара аэропорты — Венгрияның төп һауа ҡапҡаһы — Ференц Лист исемен йөрөтә.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

[[Категория:Википедия:Сығанаҡтарға һылтанмалары булмаған мәҡәләләр Хата: ваҡыт дөрөҫ түгел]]

Листтың йәмғеһе 647 әҫәре бар: уларҙың 63-ө — оркестр өсөн, 300-ләбе — фортепиано өсөн һалынмалар. Лист ижад иткән бөтә әҫәрҙәрҙә лә үҙенә бер төрлөлөк, яңы юлдарға ынтылыш, фантазия байлығы, алымдар яңылығы һәм ҡыйыулығы, сәнғәткә тик үҙенсә ҡараш ярылып ята. Уның инструменталь әҫәрҙәре музыкаль архитектоникала алға табан бик ҙур аҙым булып тора. 13 симфоник поэма, «Фауст» һәм «Divina commedia» симфониялары, фортепиано концерттары музыкаль форманы өйрәнеү өсөн ифрат бай материал бирә. Листтың музыкаль-әҙәби әҫәрҙәре араһында Шопен (рус теленә 1887 йылда П. А. Зиновьев тарафынан тәржемә ителгән), Берлиоздың «Бенвенуто Челлини»һы, Шуберт тураһындағы брошюралары, "Neue Zeitschrift für Musik"тағы мәҡәләләре, венгр музыкаһы тураһында ҙур хеҙмәте («Des Bohémiens et de leur musique en Hongrie») айырылып тора.

Бынан тыш, Ференц Лист үҙенең Венгр рапсодиялары менән билдәле (1851—1886 йылдарҙа ижад ителгәндәр), улар авторҙың иң сағыу һәм оригиналь художество әҫәрҙәре араһына инә. Лист фольклор сығанаҡтарын (шул иҫәптән сиған мотивтарын) ҡуллана, Венгр рапсодияларының нигеҙенә тап шулар ята.

Инструменталь рапсодия жанры Листтың яңылығы булып тора.

Рапсодияларҙың яҙылыу йылдары: № 1 — 1851 йыл тирәһендә, № 2 —1847 йылда, № 3—15 — 1853 йыл тирәһендә, № 16 — 1882 йылда, № 17—19—1885 йылда.

Әҫәрҙәренең исемлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лорелея тураһындағы миф бик күп художестволы кәүҙәләнеш алды. Ференц Лист Гейненың шиғырҙарын, «Лорелея» шиғырын музыкаға һалған.

Фортепиано әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Юғары башҡарыу оҫталығы этюдтары (1-се редакция — 1826, 2-се — 1836, 3-сө — 1851)
  1. C-dur (Preludio / Прелюдия)
  2. a-moll (Molto vivace)
  3. F-dur (Paysage / Пейзаж)
  4. d-moll (Mazeppa / Мазепа)
  5. B-dur (Feux follets / Блуждающие огни)
  6. g-moll (Vision / Видение)
  7. Es-dur (Eroica)
  8. c-moll (Wilde Jagd / Дикая охота)
  9. As-dur (Ricordanza / Воспоминание)
  10. f-moll (Allegro agitato molto)
  11. Des-dur (Harmonies du soir / Вечерние гармонии)
  12. b-moll (Chasse-neige / Метель)
  • Паганини капристары буйынса этюдтар S.141 / Bravourstudien nach Paganinis Capricen — (1-се ред. Бравурные, 1838, 2-се ред. Паганини капристары буйынса ҙур этюдтар — Grandes Etudes de Paganini, 1851):
    1. Tremolo g-moll;
    2. Octaves Es-dur;
    3. La campanella gis-moll;
    4. Arpeggio E-dur;
    5. La Chasse E-dur;
    6. Theme et variations a-moll.
  • 3 концерт этюды (яҡынса 1848 йыл)
  • 2 концерт этюды (яҡынса 1862 йыл)
  • «Альбом путешественника» (1835—1836)
  • «Годы странствий»
    • 1-се йыл — Швейцария S.160 (9 пьеса, 1835—1854) / Annees de pelerinage — Premiere annee — Suisse
      • I. La chapelle de Guillaume Tell / Часовня Вильгельма Телля
      • II. Au lac de Wallenstadt / На Валленштадском озере
      • III. Pastorale / Пастораль
      • IV. Au bord d’une source / У родника
      • V. Orage / Гроза
      • VI. Vallee d’Obermann / Долина Обермана
      • VII. Eclogue / Эклога
      • VIII. Le mal du pays / Тоска по родине
      • IX. Les cloches de Geneve / Женевские колокола
    • 2-се йыл — Италия S.161 (7 пьес, 1838—1849), шул иҫәптән «Фан­тазия-соната по прочтении Данте» (Apres une lecture du Dan­te, 1837—1839), өҫт. — «Венеция и Неаполь», 3 пьеса, 1859 / Annees de pelerinage — Deuxieme annee — Italie, S.161
      • I. Sposalizio / Обручение
      • II. Il penseroso / Мыслитель
      • III. Canzonetta del Salvator Rosa / Канцонетта Сальватора Розы
      • IV. Sonetto 47 del Petrarca / Сонет Петрарки № 47 (Des-dur)
      • V. Sonetto 104 del Petrarca / Сонет Петрарки № 104 (E-dur)
      • VI. Sonetto 123 del Petrarca / Сонет Петрарки № 123 (As-dur)
      • VII. Apres une lecture du Dante, fantasia quasi una sonata / Дантены уҡығас (соната-фантазия)
    • Өҫтәмә «Венеция и Неаполь» S.162
      • I. Gondoliera / Гондольера
      • II. Canzone / Канцона
      • III. Tarantella / Тарантелла
    • 3-сө йыл S.163 (7 пьес, 1867—1877) / Annees de pelerinage — Troisieme annee
      • I. Angelus. Priere aux anges gardiens / Молитва к ангелу хранителю
      • II. Aux cypres de la Villa d’Este I / У кипарисов виллы д’Эсте. Тренодия I
      • III. Aux cypres de la Villa d’Este II / У кипарисов виллы д’Эсте. Тренодия II
      • IV. Les jeux d’eau a la Villa d’Este / Фонтаны виллы д’Эсте
      • V. Sunt lacrymae rerum (en mode hongrois) / В венгерском стиле
      • VI. Marche funebre / Похоронный марш
      • VII. Sursum corda / Вознесём сердца́
  • «Поэтические и религиозные гармонии» (1845—1852)
  • «Утешения» (1849)
  • «Венгерские исторические портреты» (1870—1886)
  • 2 легенда S. 175 (1863)
    • I. Saint François d’Assise: La prédication aux oiseaux / Святой Франциск Ассизский, Проповедь птицам
    • II. Saint François de Paule marchant sur les flots / Святой Франциск из Паолы, идущий по волнам
  • 2 баллада (1848—1853)
  • Соната (1850—1853)
  • «Мефисто — вальс» (яҡынса 1860 йыл, тәүҙә — оркестр редакцияһы)
  • Венгр рапсодиялары (1-се редакция — 1840—1847, 2-се — 1847—1885), S 244
  1. cis-moll
  2. cis-moll
  3. B-dur
  4. Es-dur
  5. e-moll («Héroïde-élégiaque»)
  6. Des-dur
  7. d-moll
  8. fis-moll
  9. Es-dur («Пештский карнавал»)
  10. E-dur («Preludio»)
  11. a-moll
  12. cis-moll
  13. a-moll
  14. f-moll
  15. a-moll («Ракоци-марш»)
  16. a-moll («Празднества Мункачи в Будапеште»)
  17. d-moll
  18. fis-moll («Венгерская выставка в Будапеште»)
  19. d-moll (На тему чардаша К. Абраньи)
  • Вальстар, галоптар, полонездар, чардаштар, марштар һ. б.

Фортепиано менән оркестр өсөн әҫәрҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Беренсе концерт Es-dur (1849, ҡайтанан эшкәртеү — 1853, 1856)
  • Икенсе концерт A-dur (1839, ҡайтанан эшкәртеү — 1849, 1853, 1857, 1861)
  • «Пляска смерти» (1849, ҡайтанан эшкәртеү — 1853, 1859)

Симфоник әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Симфоник поэмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Что слышно на горе» (1847—1856)
  • «Тассо. Жалоба и триумф» (1849, ҡайтанан эшкәртеү — 1850—1854)
  • «Прелюды» (1848, ҡайтанан эшкәртеү — 1850—1854)
  • «Орфей» (1854)
  • «Прометей» (1850, ҡайтанан эшкәртеү — 1855)
  • «Мазепа» (1851)
  • «Праздничные звоны» (1858)
  • «Плач о героях» (1850—1854)
  • «Венгрия» (1854)
  • «Гамлет» (1858)
  • «Битва гуннов» (1857)
  • «Идеалы» (1857)
  • «От колыбели до могилы» (1881—1882)

Симфониялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Фауст» (1854—1857)
  • «Данте» (1855—1856)

Ораториялары һәм мессалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Легенда о святой Елизавете» (1857—1862)
  • «Христос» (1862—1866)
  • Гранская месса (1855)
  • Венгерская коронационная месса (1866—1867)

Йырҙары һәм романстары (90 самаһы)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәби әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Письма бакалавра музыки» (1837—1839)
  • «Паганини. По поводу его смерти» (1840)
  • «Шопен» (1851, яңы редакция — 1879)
  • «Тангейзер» (1849)
  • «Лоэнгрин» (1850)
  • «Летучий голландец» (1854)
  • «Об „Орфее“ Глюка» (1854)
  • «О „Фиделио“ Бетховена» (1854)
  • «Об „Эврианте“ Вебера» (1854)
  • «Золото Рейна» (1855)
  • "Берлиоз и его симфония «Гарольд» (1855)
  • «Роберт Шуман» (1855)
  • «Клара Шуман» (1855)
  • «Моцарт. К столетию со дня рождения» (1856)
  • «Критика критики. Улыбышев и Серов» (1857)
  • «Джон Фильд и его ноктюрны» (1859)
  • «О цыганах и их музыке в Венгрии» (1860, новая редакция — 1881)

Лист музыкаһына постановкалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Венгерская рапсодия» № 2 (1847) — 1900 Лев Иванов постановкаһы
  • «Маргарита и Арман» — Ференц Лист музыкаһына Фредерик Эштон балеты 1963 Марго Фонтейн һәм Рудольф Нуриев өсөн ҡуйыла. (Әле Маргарита ролендә Сильви Гиллем).
  • 1958 йылда Ленинград хореография училищеһы өсөн Касьян Голейзовский «Листиана» балетын яҙа.
  • 1974 йылда Ф. Лист музыкаһына «Отелло» балетын хореограф Питер Даррелл ҡуя.

Экранда[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Венгерская рапсодия» № 2 «Том и Джерри» мультсериалының оскарлы серияһында (The Cat Concerto) яңғырай (1946) .
  • «Венгерская рапсодия» № 2 «Bugs Bunny» мульсериалының оскарлы Rabbit rhapsody серияһында яңғырай (1946 год) .
  • «Венгерская рапсодия» № 2 «Весёлые ребята» фильмында яңғырай (мюзик-холдағы күренеш).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Лист Ф. «Письмо о дирижировании»
  • Christern, «F. Liszt nach seinem Leben und Wirken aus authentischen Berichten dargestellt» (Лпц.)
  • Schuberth, «Franz Liszt’s Biographie» (Лпц., 1871); Heymann, «L’abbé Liszt» (П., 1871)
  • П. А. Трифонов, «Франц Лист» (СПб., 1887)
  • Janka Wohl, «François Liszt», в «Revue internationale» (1886), L. Ramann, «Franz Liszt, als Künstler und Mensch» (Лпц., 1880)
  • К. Pohl, «Franz Liszt. Studien und Erinnerungen» (Лпц.).
  • Ҡалып:Книга:ЖЗЛ
  • Гут, Серж: «Франц Лист» (Париж, 1989) ISBN 978-2-87706-042-4
  • Гут, Серж: «Франц Лист» (Зинциг, 2009) ISBN 978-3-89564-115-2
  • Ференц Лист и проблемы синтеза искусств: Сб. научных трудов / Сост. Г. И. Ганзбург. Под общей ред. Т. Б. Веркиной. — Харьков: РА — Каравелла, 2002. — 336 с. ISBN 966-7012-17-4
  • Demko Miroslav: Franz Liszt compositeur Slovaque , L´Age d´Homme, Suisse, 2003.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Штейнпресс Б. С. Антонио Сальери в легенде и действительности // Очерки и этюды. — М.: Советский композитор, 1979. — С. 130, 136.
  2. Zimdars, Richard. The Piano Master Classes of Franz Liszt: Observations by August Göllerich. Journal of the American Liszt Society XLIV (Fall 1998), 35—46.
  3. Franz Joseph I. 1859 Franz Ritter von Liszt&f=false Rochus Kralik von Meyrswalden. Ein Kuss von Franz Liszt. — ACABUS Verlag, 2009, — S. 72.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Нет сносок

Ҡалып:Ave Maria