Эстәлеккә күсергә

Лорелея

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лорелея
Рәсем
Дәүләт  Германия
Административ-территориаль берәмек Борних[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d][1] һәм UTC+2:00[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 109 метр[1]
Рәсми сайт loreley-touristik.de/ind…
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Loreley from the north[d]
Карта
 Лорелея Викимилектә

Лореле́я (нем. Loreley йәки Lorelei) — Санкт-Гоарсхаузен ҡала янында Рейн йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан бейеклеге 132 м тәшкил иткән романтик легендалар менән һуғарылған ҡая. Ҡая Германия территолрияһында йылғаның иң тар үҙәнендә урынлашҡан. Бында йылға 113 метрға тиклем тарая[2].

Топоним нем. lureln (урындағы диалектта «шыбырлау») һәм ley («ҡая»). Шулай итеп, «Лорелея» ҡасандыр «шыбырлаусы ҡая» тип тәржемә ителгән. XIX быуат башына тиклем был урындағы йылға тупһаһы шыбырлау тауышы сығарған.

Лорелея статуяһы
Монахтарҙың Лорелеяны ҡарғауы ( Йохан Кёлер картинаһы 1887)

Ҡаяның яңғырауыҡлы исеме һәм уның хозур ерҙә урынлашыуы менән ҡыҙыҡһынған шағир Клеменс Брентано 1801 йылда «Бахарахалағы Рейнда» балладаһын ижад итә, һуңынан ул әҫәр «Волшебный рог мальчика» йыйынтығына ингән. Боронғо грек мифологияһындағы сирена кеүек, диңгеҙҙә йөҙөүселәрҙе ҡаяларға әйҙәүсе Рейн ҡыҙҙарының береһе булараҡ, Лорелеяны яңыртып һүртләй. Клеменс үҙенең алтын сәстәрен тарап ултырған һәм йыры менән караптарҙы ҡаяларға тартҡан нимфа — Лорелея образын тыуҙырған[3]. Рейн төбәгенең был өҙөгөндәге көслө ағымы һәм ҡаялы яры, ысынлап та, борон заманда йыш ҡына карап һәләкәттәренә шарттар булдырған.

Лорелея тураһында Брентано яҙған миф бик күп художестволы кәүҙәләнеш алды. Иң билдәлеһе — Генрих Гейненың 1824 йылда яҙылған «Ich weiß nicht, was soll es bedeuten…» шиғыры, Александр Блок уны рус теленә тәржемә иткән. Композиторҙар Фридрих Зильхер һәм Ференц Лист Гейненың шиғырҙарын музыкаға һалған. Үлер алдынан Феликс Мендельсон шул уҡ сюжетҡа ҡоролған опера өҫтөндә эшләй.

Бронзанан ҡойолған Лорелея скульптураһы[4]Санкт-Гоарсхаузен ҡалаһының ҡышҡы йылға портында карапты тулҡындан һаҡлауға хеҙмәт иткән ҡоролма янында ҡуйылған. Скульптура ҡалҡыулыҡта («ҡая»ла) ултырған рейн нимфаһын һынландыра: ул үҙе һәләк иткән балыҡсыларҙың береһенең кәүҙәһе өҫтөндә эйелгән[5].

Лорелей астероиды (165) ҡая/һыу ҡыҙы хөрмәтенә аталған. Ҡайһы берҙә Лорелея һынын биналарға төшөргәндәр. Мәҫәлән, архитектор Шехтель Мәскәүҙә, Старопанский тыҡрығындағы 5-се йорттоң тәҙрә аркаһы өҫтөндә Лорелея һынын һүрәтләгән.

Популяр мәҙәниәттә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрлө жанрҙа заманса башҡарыусылар үҙ йырҙарында Лорелея образын туранан-тура ла, метафорик рәүештә лә файҙаланғандар.

Улар араһында:

  • Dschinghis Khan
  • Scorpions
  • Blackmore’s Night
  • Theatre of Tragedy
  • L’Arc~en~Ciel
  • Tom Tom Club
  • Styx (төркөм)
  • Cocteau Twins
  • Fleet Foxes
  • The Pogues
  • Wishbone Ash
  • Comeback Kid
  • Deluhi
  • Corpus Delicti
  • Lord of the Lost
  • Gathering Of Kings
  • Сны Саламандры
  • Зимовье Зверей
  • Бахыт-Компот

Күп халыҡтар мифологияһында ер һәм һыу илаһтары, эйәләре йәки рухтары бар.

Герман-скандинав мифологияһында, боронғо грек мифологияһындағы сирена кеүек, алтын сәстәрен тарап ултырыусы һәм йыры менән караптарҙы ҡаяларға татҡан нимфа — Лорелея булһа, Норвегияла нёкки (Nøkken) иблистәр менән бәйле ҡурҡыныс һәм яуыз заттар тип һынландырыла.

никстар һыу менән бәйле рухтар араһында үҙенсәлекле урын биләй. Никстарҙы донъяны ендәр менән бәйле ҡурҡыныс, яуыз йән эйәләре итеп һүрәтләйҙәр. Улар һәр ваҡыт һыу янында тора, һәм кешеләрҙе, хайуандарҙы һыуға йәлеп итергә тырыша[6].

  1. 1,0 1,1 GeoNames (ингл.) — 2005.
  2. ЛОРЕЛЕЯ, 2006
  3. ЛОРЕЛЕЯ, 2006, с. 585
  4. Дар скульптора Н. А. Юсуповой (1983)
  5. ПАМЯТНИК ЛОРЕЛЕЕ, 2006, с. 585
  6. Никсы
  • Ҡалып:Из ЛЭ
  • Маркина Л. Г. LORELEY ЛОРЕЛЕЯ // Культура Германии: лингвострановедческий словарь / под общей редакцией проф. Н. В. Муравлёвой. — М.: АСТ, 2006. — С. 585. — 1181 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-038383-5.
  • Маркина Л. Г. LORELEY-DENKMAL / ST. GOARSHAUSEN ПАМЯТНИК ЛОРЕЛЕЕ // Культура Германии: лингвострановедческий словарь / под общей редакцией проф. Н. В. Муравлёвой. — М.: АСТ, 2006. — С. 585. — 1181 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-038383-5.