Классик музыка
Классик музыка (классик музыка; от лат. classicus — «өлгөлө») — донъя музыка мәҙәниәтенең алтын фондына ингән өлгөлө музыкаль әҫәрҙәр [1]. Классик музыкаль әҫәрҙәрҙе музыканың тәрәнлеге, йөкмәткеһе, идеяһының әһәмиәтллеге һәм формаһының камиллығы берләштерә. Классик музыка әҫәрҙәренә боронғолары менән бер рәттән хәҙерге заманда ижад ителгәндәрҙе лә индереп була[2]. «Классик музыка» төшөнсәһе йәнле һөйләү телендә «академик музыка» йәки «симфоник музыка»ның синонимы булараҡ ҡулланыла.
Тарихи мәғәнәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Классик музыка»ның тарихи төшөнсәһе (йәки «музыкаль классика»[3]) классицизм дәүеренең һуңғы, ағартыу этабы менән бәйле[4]. Сығып, Һүҙҙең (лат. classicus — өлгөлө) тәүге мәғәнәһенән сығып, классицизм дәүере драматургтары өлгө итеп антик авторҙарҙың Аристотелдең «Поэтикаһы»нда формалашҡан антик драмаларҙың өс берлек (ваҡыт, урын, ғәмәл) төҙөлөш принциптары талаптарын үтәгән әҫәрҙәрен алғандар. Был принципты музыкала тормошҡа ашырыу бары тик операла һәм әҙәби сығанаҡтарға нигеҙләнгән өлөшләтә башҡа жанрҙарҙа: оратория йәки кантатала — ғына мөмкин булған, шул иҫәптән К. В. Глюктың реформатор операларында (ул иң беренсе булып классицизмдың бөтә талаптарын үтәй алған), һәм «вена классиктары»ның күп кенә әҫәрҙәрендә, антик сюжеттарға нигеҙләнгән либреттоларҙа тормошҡа ашырып булған[4].
Әҙәбиәттән (шул иҫәптән драматургия) һәм һынлы сәнғәттән, Боронғо Греция музыкаль традицияларынан айырмалы рәүештә, XVIII быуат башында (көнсығыш сиркәү литургия йырҙарын иҫәпкә алмағанда) классицизм өлгөләре музыкала тотош юғалған тиерлек һәм классик өлгөләргә оҡшатып яҙылған музыка тураһында ттуранан-тура һөйләү мөмкин түгел. Шулай ҙа инструменталь музыкала классицихзмдың дөйөм принциптары : тигеҙлек талаптары, төп идеяның логик асыҡлығы, композицияның һәм жванрҙарҙы теүәл сикләүҙең төҙөклөгө һәм бөтөнлөгө — үҙенә ҡулланылыу тапҡан [4]. Был талаптар менән, һүрәтләндереү Ҡәтғи яйға һалынған структураны булдырыу талабы менән бергә — юғары һәм түбән, төп һәм икенсел, үҙәк һәм буйһонғандың аныҡ иерархияһы аҡрынлап был осорҙа, хатта иртә барокко осоронда, хакимлыҡ иткән полифония XVIII быуаттың икенсе яртыһында инструменталь музыкала ныҡлап урынлашҡан гомофония төҙөклөгө менән бәреп сығарылат[5]. Операның йоғонтоһо ла сағыла: музыкалағы гомофонияла тауыштарҙың төп тауышҡа һәм аккомпаниаторлаусы тауышҡа бүленеүе — был инде полифоник тигеҙлеккә ҡаршы булыуҙы аңлата — музыкаль-драматик жанрҙар өсөн ныҡ ҡулайлы була; опера персонаждарын индивидуалләштереү өсөн табылған был саралар уларҙың эмоциональ хәлен сағылдыра, һәм артабан был саралар инструменталь музыкала ла ҡулланыла башлай[5][6].
Гомофония менән музыка яҙыуҙың үҫеше, үҙ сиратында, яңы музыкаль формаларҙы барлыҡҡа килтерә, — һуңғы классицизм вәкилдәре XVIII быуат аҙағында үҙ ижад өлгөләрен тыуҙыра: тап XVIII быуаттың икенсе яртыһында инструменталь музыканың төп (соло, ансамбль һәм оркестр өсөн) жанрҙарының нигеҙҙәре барлыҡҡа килә, шул иҫәптән, яңы формалар: сонатаның, инструменталь концерттың һәм симфонияларҙың[7][8][6]яңы формалары тыуа. Музыкаль формаларҙың классицизм осорондағы типтарын кәметеп һәм унификациялап,элек талап ителмәгән тониканың яңы принциптары нығына, музыкала элек билдәһеҙ һәм мәжбүри булмаған тема (йәки төп тема, йәғни башланғыс тезистың ҡуйыртылған фекерен артабан үҫешен сағылдырыусы) категорияһы барлыҡҡа килә [5].
XVIII быуат урталарында оркестр составтары, ҡағиҙә булараҡ, даими булмайынса, осраҡлы булған; композитор ижады ҡул аҫтындағы музыканттар менән туранан-тура бәйле була — йыш ҡына ҡыллы оркестрҙан, ҡайһы саҡ, ҙур һанлы булмаған тынлы оркестр менән бәйле була. Даими оркестрҙы булдырыу, уларҙың унификацияһы XVIII быуатта инструменталь концерт һәм симфония жанрҙарының үҫешенә булышлыҡ итә, уларҙың үҫеше оркестр составын оптималь һайлау һәм музыка ҡоралдарының камиллығын булдырыу менән бәйле[9].
Классицизм дәүере композиторҙарының — И. С. Бах һәм уның улдары, К. В. Глюк һәм итальян опералары, иртә вена һәм мангейм мәктәптәренең — күп төрлө ҡаҙаныштары вена классик мәктәбе, иң элек Й. Гайдн, В. А. Моцарт һәм Л. ван Бетховен[10]ижадтарында үҙенең дөйөмләштереүен һәм тамамланышын таба. Был композиторҙарҙың әҫәрҙәрендә «классик» соната, инструменталь һәм симфоник концерт, шулай уҡ төрлө камера ансамбле — ҡыллы һәм фортепиано триоһы, ҡыллы квартет, квинтеты һәм башҡаларҙың формалары кристаллаша[10]; һәм уларға тәүҙә, романтизм дәүерендә, «музыкаль классикаһы» төшөнсәһе , тап «вена классикаһы» (нем. Wiener Klassik) төшөнсәһе ҡулланыла, шул уҡ ваҡытта улар исеме менән бәйле конкрет музыка стиле — классицизм осорондағы вена музыкаһыны бер ағымы ғына, ә инде Бетховендың һуңғы осоро был йүнәлеш сиктәренән сыҡҡан[3][10]. Башта сәнғәт йүнәлештәре менән бәйле «вена классикаһы» баһа мәғәнәһенә эйә була һәм шул уҡ ваҡытта нәҡ ошо композиторҙарҙың әҫәрҙәрен «өлгөлө» тип таный[3][11].
Үҫеш осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Классик музыка осорҙарының үҫеше сиктәрен аныҡ билдәләүҙә ауырлыҡтар бар. Беренсенән, төрлө илдәрҙә был осор төрлө ваҡытта башланған һәм тамамланған. Икенсенән, билдәле бер осор стилендәге әҫәр был стилдең популяр булмаған, тарихҡа әйләнгән осоронда ла яҙылған. Өсөнсөнән, стиль алымдары,башҡарыу техникаһы һәм музыка әҫәрҙәрен яҙыу йыш ҡына бер нисә осор өсөн хас була. Мәҫәлән, һуңғы ренессанс осоронда ҡулланылған композитор техникалары уларҙы иртә барокко осоронда яҙылған жанр һәм формалар өсөн күсеү осоро техникаһы итеп торған.
Шуға күрә билдәле бер осорҙоң датаһын аныҡ иҫәпләүҙәр башынан аҙағына тиклем бәхәсле тикшереүҙәр предметы булып тора. Йылдарҙы яҡынса ғына күрһәтергә мөмкин.
Түбәндәге график классик музыка үҫеше осорҙарының иң йыш ҡулланылған даталары[12].
Баһалау мәғәнәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Музыкаль классика» төшөнсәһе бер аҙ ваҡыттан һуң вена классик мәктәбенән алдағы музыкаға ла тарала: мәҫәлән «иҫке классиктар» тип иң элек И. С. Бах, Г. Ф. Гендель, А. Вивальдиҙы атайҙар, һәм ахыр сиктә улар ижады баһалау мәғәнәһенә эйә була, иң юғары талаптарға яуап бирә алған һәм бөтә донъя тарафынан танылған музыка булып һанала[3]. Хәйер, теге йәки был композиторҙы тере сағында уҡ классик тип һанарға мөмкин була, мәҫәлән, Дмитрий Шостаковичтың, традицион концерт репертуарына инеп, ваҡыт һынауҙарын үткән әҫәрҙәре «классик» тип аталған: шулай ҙа әгәр теге йәки был композитор әҫәрҙәрен төрләндереү өсөн күптән онотолған әҫәрҙәрҙе терелтә икән, уның яҙған әҫәрен был классик әҫәр тип һанап булмай[3].
Был төшөнсәләрҙе ҡулланыу, ғәҙәттә, төрлө күңел асыу маҡсатынан яҙылған «еңел» музыканан айырмалы рәүештә, иғтибар концентрацияһын талап итеүсе «етди» музыкаға ҡарата була[13]. XVIII быуатта «етди» һәм «еңел» музыка араһында был айырма булмаған, был айырма бары тик XIX быуатта ғына барлыҡҡа килә[14], шулай ҙа «ярымклассика (полуклассика) тип аталған» «еңел» жанрҙарҙың ҡайһы бер өлгөләрен дә, атап әйткәндә, XIX — ХХ быуат башындағы француз, вена һәм венгр оперетталарын һәм Иоганн Штраус-улдың бейеү (вальс) әҫәрҙәрен юғары «классик» музыка өлгөләре тип атап була [15], Иоганн Штраус-ул әҫәрҙәренең йоғонтоһо Густав Малер әҙәрҙәрендә, Рихард Штраустың «Кавалер розы» операһында, «Вальс» симфоник поэмаһында һәм Морис Равелдең «нәзәкәтле һәм сентименталь вальстарында» табыла[16].
Типологик мәғәнә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәнле һөйләү телмәрендә һәм публицистик стилдә классик музыка һүҙе типологик мәғәнәлә «академик» музыканы атай. Был осраҡта «классик музыка» төшөнсәһе билдәле бер музыкаль жанрға: операға, симфонияның, камера һәм орган музыкаларының, концерт практиаһына әйләнгән рухи музыканың традицион башҡарылыусы төрлө формаларына ҡарата ҡулланыла [17].
Төрлө тел мәҙәниәттәрендә терминдың мәғәнәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Классик музыка»төшөнсәһенең тарихи формалашҡан күп мәғәнәлелеге европа телдәренең күпселеге өсөн хас. Инглиз һүҙбәйләнеше (ингл. classic music) 1836 йылғы Инглиз теленең оксфорд һүҙлеге баҫмаһында бар һәм ул Бахтан алып Бетховенға тиклем осорҙо «алтын быуат» тип ҡанунлаштырырға тырышыу менән бәйле. Шул уҡ ваҡытта музыканың «классик» осоро (яҡынса 1750—1830 йыл йылдарҙағы Мәғрифәтселек дәүере классицизмы) шулай уҡ «classical» тип атала .
Шулай уҡ немец (нем. klassische Musik), француз (франц. musique classique), итальян (итал. musica classica) һәм башҡа телдәрҙә лә был термин төрлөсә анлатылып йөрөй.
Шул уҡ ваҡытта, мәҫәлән, поляк телендә был төшөнсәнең мәғәнәһе классицизм дәүеренә ҡараған музыканы (пол. muzyka klasycystyczna) һәм академик музыканы (пол. muzyka poważna) аңлатҡан төшөнсәнән был музыканы (пол. muzyka klasyczna) баһалау төшөнсәһе тип аныҡ сикләнгән.
Классик музыка ҡоралдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Классик музыкала ҡулланылған музыка ҡоралдары башлыса XIX быуат уртаһына тиклем хасил була, байтаҡтары күпкә элек булдырылған була һәм музыка ҡоралдарын һайлау процесын камиллаштырыу барышында «классик» ҡоралдарға әйләнә[9] [юҡ сығанағы].
Симфоник оркестрҙың «классик» составы Л. ван Бетховен партитураларында һәм музыка ғилеме әҙәбиәтендә «бетховен» составы тип йөрөтөлә[9]. Был оркестрҙа төп ролде үтәүсе ҡыллы һыҙғыслы скрипка, альт, виолончель һәм контрабас (һыҙғыслы квинтеты тип аталған, сөнки скрипкалар уларҙа беренсе һәм икенсегә бүленгән скрипкалар)[10]музыка ҡоралдарынан тыш, оркестр составына тағы ла парлы ағас тынлы музыка ҡоралдары (2 флейта, 2 гобой, 2 кларнет һәм 2 фагот) һәм баҡыр тынлылар төркөмө (2, 3 йәки 4 валторна һәм 2 торба); һуҡма ҡоралдарҙан литавралар[9] инә. XIX быуаттың икенсе яртыһында «бетховен» оркестры инде бәләкәй симфоник оркестр тип классификациялана; шулай уҡ үҙенең Туғыҙынсы симфонияһында Бетховен нигеҙләгән ҙур оркестр составы һәр секцияның кесе составы менән генә түгел, ә ҡайһы бер өҫтәлмә музыка ҡоралдары: кесе флейта, контрафагот, тромбон, өсмөйөш, тәрилкәләр һәм ҙур барабан менән байыҡтырыла[9]. Һуңыраҡ, романтизм дәүерендә симфоник оркестрҙа арфа, туба, инглиз мөгөҙө, ҡыңғырауҙар барлыҡҡа килә[9].
Бик аҙ ғына (тынлы һәм һуҡма) музыка ҡоралдары бары тик симфоник оркестрҙа ғына ҡулланыла, уларҙың күп өлөшө (фортепиано һәм орган) оркестр составына инмәйенсә, яңғыҙ йәки яңғыҙ инструменталь концеттарҙа ҡулланылып, төрлө камера ансамблдәрен: дуэт, трио, квартет һәм башҡаларҙы — тәшкил итә.[18][19].
XХ быуаттың икенсе яртыһында музыканы аутентик башҡарыу киң таралыш ала — йәғни, XVII—XVIII быуаттарҙың музыкаһын һәм тағы ла боронғораҡ музыканы шул замандарҙың ҡоралдарында, бигерәк тә вена классиктарының баш тартҡан музыка ҡоралдарында (клавесин, виола, гобой д ' амур, буй флейта һәм башҡаларҙа) башҡарыу киң тарала.[9][20][21].
Мәҙәниәт йоғонтоһо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуңғараҡ классик тип танылған музыка һәр саҡ донъяла булған теге йәки бер төрлө халыҡ музыкаһы ижадын үҙ эсенә йыйған һәм үҙ сиратында, академик һөнәри булмаған музыкааға йоғонто яһаған. XIX быуатта Дж. Россини йәки Дж. Верди популяр операларының арияларын хәҙерге замандың йыр шлягерҙары кеүек йырлау феномены билдәле[22]. ХХ быуатта күп композиторҙар бер үк ваҡытта академик һәм академик булмаған жанрҙарҙа эшләгән: Дмитрий Шостакович симфониялар авторы ғына түгел, ә эстрада характерлы йырҙарҙың авторы; хәҙерге замандың иң яҡшы симфониялар ижад итеүсеһе Гия Канчели күптәр өсөн «Чито-грито» шлягерының авторы булып тора; Андрей Петров ҡа киң билдәлелекте уның симфоник әҫәрҙәре, опера һәм балеттары түгел, ә эстрадамузыкаһы һәм йырҙары килтерә, был әҫәрҙәрендә композитор академик жанрҙарҙа яҙыуҙағы эш тәжрибәһен киң ҡуллана[23]. [24].
Классик музыка академик булмаған музыка мәҙәниәтенә кинематограф аша йоғонто яһай:йыш ҡына кинорежиссерҙар боронғо замандың бөйөк композиторҙар әҫәрҙәренең фрагменттарын ҡулланып (традицион башҡарыуҙа йәки хәҙерге заманса аранжировкалап) — композиторҙарға бағышланған И. Таланкиндың «Чайковский», К. Расселдең «Малер» һәм Б. Роуздың «Бессмертная возлюбленная» фильмдарында ғына түгел, ә мәҫәлән, Уолт Диснейҙың «Наивные симфонии» йәки Юрий Норштейндың «Сеча при Керженце» йәнһүрәттәрендә билдәле музыкаль әҫәрҙәр образын сағылдырырға тырыша[25]. Икенсе яҡтан, үҙенсәлекле әҫәрҙәр, бәлки, ваҡыт үтеү менән, мәҫәлән, баштан уҡ Сергей Прокофьевтың «Александр Невский» һәм С. Эйзенштейндың «Иван Грозный» йәки Георгий Свиридовтың «Метель» фильмдары өсөн яҙылған әҫәрҙәре кеүек, кинематограф өсөн классика булып китерҙәр һәм мәңгелек музыка тарихына инерҙәр ине[25][26].
Музыкаль классика хәҙерге замандың рок-музыкаһына ҙур йоғонто яһай. Тональный телендә ҡулланылған Күпселек рок-музыканттар тарафынан ҡулланылған тональ тел барокко осороноң башында барлыҡҡа килгән Бынан тыш, төрлө рок-музыка әҫәрҙәре, ҡағиҙә булараҡ, туранан-тура йәки ситләтеп классик репертуар әҫәрҙәре йоғонтоһона менән бәйле, тамашасылар иғтибарын был йоғонтоға бик һирәк йүнәлтһәләр ҙә. Шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер айырым рок-төркөмдәр тарафынан классик тональносты ҡулланыу төркөмдөң мөһим үҙенсәлеге булып тора ,атап әйткәндә, Oasis төркөмө үҙенең аккордтары һәм гармониялы прогрессиялары менән саф классик традицияларға лайыҡлы. Барокко осоро композиторҙары (бөтәһенән элек А. Вивальди һәм И. С. Бах) хард-рок һәм ауыр металл гитарасылары (Эдди Ван Хален һәм Рэнди Роадс) ижадына ныҡ ҙур йоғонто яһаған, улар музыкаһында тәжрибәле музыка белгестәре быны яҡшы ишетә. Бынан тыш, классик музыка алдынғы рок-төркөмдәре — Yes, Genesis һәм Emerson, Lake & Palmer, симфоник рок төркөмдәрендә ҙур әһәмиәткә эйә. Музыкаль классика, ауыр метал (хеви-метал) музыкаһына тәрән инеп, — был жанрҙың симфоник-метал исемендә төрөн барлыҡҡа килтерә, хәҙерге Adagio, Apocalyptica, Versailles, Nightwish, Epica, Kamijo һәм башҡа күп кенә төркөмдәр шундайҙар булып тора[27].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Академик музыка
- XX быуат классик музыкаһы
- Классицизм
- Заманса композиция теорияһы
- Музыкотерапия
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ [slovar.cc/muz/term/2479400.html Классика] // Словарь музыкальных терминов
- ↑ Классика музыкальная // Музыкальная энциклопедия
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Хохлов Ю. Н. Классика музыкальная // Музыкальная энциклопедия / под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор, 1974. — Т. 2.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Келдыш Ю. В. Классицизм // Музыкальная энциклопедия / под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор, 1974. — Т. 2.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Холопов Ю. Н. Гомофония // Музыкальная энциклопедия / под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор, 1973. — Т. 1.
- ↑ 6,0 6,1 Штейнпресс Б. С. Симфония // Музыкальная энциклопедия / под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор, 1981. — Т. 5.
- ↑ Валькова В. Б. Соната // Музыкальная энциклопедия / под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор, 1981. — Т. 5.
- ↑ Раабен Л. Н. Концерт (произведение) // Музыкальная энциклопедия / под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор, 1974. — Т. 2.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 9,6 Барсова И. А. Оркестр // Музыкальная энциклопедия / под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор, 1978. — Т. 4. — С. 88—91.
- ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 Хохлов Ю. Н. Венская классическая школа // Музыкальная энциклопедия / под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор, 1973. — Т. 1.
- ↑ Житомирский Д. В. Романтизм // Музыкальная энциклопедия / под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор, 1973. — Т. 4.
- ↑ Classical Music and Opera B. A. Where to Begin on Your Journey With Classical Music (ингл.). Дата обращения: 15 декабрь 2020.
- ↑ Сохор А. Н. Легкая музыка // БСЭ. Издание 4-е. — М.: Советская энциклопедия, 1973. — Т. 14.
- ↑ Алексаеева Л. Н., Григорьев В. Ю. Страницы зарубежной музыки XIX века. — М.: Знание, 1983. — С. 5. — 112 с.
- ↑ Орелович А. А. Оперетта // Музыкальная энциклопедия / под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор, 1978. — Т. 4.
- ↑ Немировская И. А. Штраус И. сын // Музыкальная энциклопедия / под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор, 1982. — Т. 6.
- ↑ Царёва E. M. Жанр музыкальный // Музыкальная энциклопедия / под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор, 1974. — Т. 2.
- ↑ Вертков К. А., Левин С. Я. Музыкальные инструменты // Музыкальная энциклопедия / под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор, 1976. — Т. 3.
- ↑ Гаккель Л. Е. Ансамбль // Музыкальная энциклопедия / под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор, 1973. — Т. 1.
- ↑ Паршин А. А. Аутентизм: вопросы и ответы // Музыкальное искусство барокко. Сборник 37. — М.: МГК, 2003. — С. 221—233.
- ↑ Равдоникас Ф.В. Всего лишь аутентизм . ALEA MUSICA - De musica. Московский музыкальный вестник. Академическая музыка on-line. Дата обращения: 19 май 2013.
- ↑ Сыров В. Шлягер и шедевр (к вопросу об аннигиляции понятий) // Искусство XX века: элита и массы. Сборник статей. — Н.Новгород, 2004. — С. 284—285.
- ↑ Сабинина М. Д. Шостакович Д. Д // Музыкальная энциклопедия / под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор, 1982. — Т. 6.
- ↑ Бялик М. Г. Петров А. П // Музыкальная энциклопедия / под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор, 1978. — Т. 4.
- ↑ 25,0 25,1 Шилова И. M. Киномузыка // Музыкальная энциклопедия / под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор, 1974. — Т. 2.
- ↑ Сохор А. Н. Свиридов Г. В // Музыкальная энциклопедия / под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор, 1978. — Т. 4.
- ↑ Cook Nicholas. Musique, une très brève introduction (trad. Nathalie Getnili). — Paris: Allia, 2005. — P. 17.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чередниченко Т. В. Музыка в истории культуры. — Долгопрудный: «Аллегро-пресс», 1994. — 344 с.
- Классика музыкальная // Музыкальная энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия, 1976. — Т. 3. — 1104 с.
- [slovar.cc/muz/term/2479400.html Классика] // Словарь музыкальных терминов. 2012