Эстәлеккә күсергә

Таланкин Игорь Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Таланкин Игорь Васильевич
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 октябрь 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[1]
Тыуған урыны Ногинск, Мәскәү губернаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 24 июль 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[1] (82 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Данилов зыяраты[d]
Һөнәр төрө кинорежиссёр, сценарий яҙыусы, университет уҡытыусыһы, театральный педагог
Эш урыны С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты
Мосфильм[d]
Львовский драматический театр им. Леси Украинки[d]
Уҡыу йорто Рәсәй театр сәнғәте университеты
Юғары сценаристар һәм режиссерҙар курсы[d]
Әүҙемлек урыны СССР[2]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы[3]
Ойошма ағзаһы СССР Кинематографистар союзы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Игорь (Индустрий) Васильевич Таланкин (3 октябрь 1927, Богородск24 июль 2010, Мәскәү[4]) — СССР һәм Рәсәй кинорежиссёры, сценарист, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1988).

Индустрий Таланкин 1927 йылдың 3 октябрендә Богородск (хәҙерге Мәскәү өлкәһе Ногинск ҡалаһы).

Мәскәүҙә, А.К.Глазунов исемендәге Театр-музыка училищеһының актёрлыҡ факультетында (И. Туманов оҫтаханаһында) уҡый, уны 1950 йылда тамамлай. Һуңынан ГИТИС-тың режиссёр факультетына уҡырға инә ( А. Попов һәм М. Кнебель оҫтаханаһы ) (1955 йылда тамамлай).

1947 йылдан уҡыу осоронда, Лихачев исемендәге заводтың Мәҙәниәт һарайы янындағы театр студияһында режиссёр булып эшләй. 1955—1956 йылдарҙа Львовта Карпат яны хәрби округының Драма театрында режиссёр була.

1959 йылда «Мосфильм» (Ю. Райзман оҫтаханаһы) янында Сценаристарҙың һәм режиссёрҙарҙың Юғары курстарын тамамлай

1958 йылдан — «Мосфильм» киностудияһы режиссёры. Ике йылдан һуң Г. Данелия менән «Сережа» фильмы менән сығыш яһай. Йәш режиссёрҙарҙың был дебютлы фильмы Карловы Вара халыҡ-ара кинофестивалендә һәм башҡа кинофестивалдәрҙә уңыш яулай.

Күпселек фильмдарына сценарий яҙа. Кинокартиналар эшләгәндә композитор А.Шнитке менән хеҙмәттәшлек итә.

1964—1989 йылдарҙа ВГИК-та режиссёр-актерлыҡ оҫтаханаһын алып бара, 1976 йылдан — профессор. Уҡыусылары араһында — Карен Шахназаров.

1994 йылдан — «Мосфильм» киностудияһының «Время» студияһы идара рәйесе.

1971 йылдан — СССР кинематографистар союзы идараһы секретары.

1978 йылдан КПСС ағзаһы

2010 йылдың 24 июлендә Мәскәүҙә вафат була. Данилов зыяратында ерләнә.

  • Улы — Дмитрий Таланкин (19602020), кинорежиссер.

Исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (26 ноябрь 1965 йыл) — совет кино сәнғәте өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн[5]
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (28 март 1974 йыл) — совет кино сәнғәте өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн[6]
  • СССР-ҙың халыҡ артисы (5 апрель 1988 йыл) — совет кино сәнғәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн[7]
  • Дүртенсе дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (31 август 1998 йыл)[8]
  • Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971, 1977)[9]
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының рәхмәт хаты (21 ғинуар 2003 йыл) — ватан кино сәнғәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн[10]
  • Карловы Вара ҡалаһында халыҡ-ара кинофестиваль (1960, төп приз «Гәлсәр глобус», «Серёжа» фильмы)
  • Акапулькола халыҡ-ара фильмдар ҡарау (1960, «Золотая головка Паленке» призы, «Серёжа» фильмы)
  • Канны халыҡ-ара йәштәр өсөн фильм кинофестивале (1960, беренсе премия, «Серёжа» фильмы)
  • О.Д.Селзниктың «Золотой лавровый венок» Фонды (1961, «Сережа» фильмы)
  • Венеция кинофестивале (1963, жюриҙың махсус призы, «Вступление» фильмы)
  • Канны йәштәр өсөн фильм халыҡ-ара кинофестивале (1963, жюриҙың махсус премияһы, «Вступление»)
  • Венеция кинофестивалендә (1969, Ҡатнашыуҙың алтын миҙалы, «Дневные звезды» фильмы)
  • Сан-Себастьяндағы халыҡ-ара кинофестиваль (1971, жюриҙың махсус призы, «Чайковский» фильмы)
  • Кишинёвта халыҡ-ара кинофестиваль (1975, төп приз, «Выбор цели» фильмы)
  • Ҡаһирәлә халыҡ-ара кинофестиваль (1977, Жюриҙың махсус призы «Көмөш Нефертити», «Выбор цели» фильмы өсөн)
  • Венеция кинофестивале (1981, фильм «Звездопад» фильмы, махсус телгә алыныу)

Режиссёрские работы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фильмдарҙа ҡатнашлығы.

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1979 — ВГИК: Педагоги и студенты говорят о профессии (документаль)
  1. 1,0 1,1 1,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #128903910 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Чешская национальная авторитетная база данных
  3. Кино: Энциклопедический словарь (урыҫ) / под ред. С. И. ЮткевичМ.: Советская энциклопедия, 1987. — С. 416. — 640 с.
  4. Выдающийся отечественный кинорежиссёр Игорь Таланкин скончался в Москве на 83-м году жизни(недоступная ссылка) // ИТАР-ТАСС, 24 июля 2010 года
  5. Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 26 ноября 1965 года «О присвоении почётных званий РСФСР работникам кинематографии»
  6. Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 28 марта 1974 года «О присвоении почётного звания народного артиста РСФСР творческим работникам киностудии «Мосфильм»
  7. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 5 апреля 1988 года № 8726 «О присвоении почётного звания «Народный артист СССР» тов. Таланкину И. В.»
  8. Указ Президента Российской Федерации от 31 августа 1998 года № 1038 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
  9. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 20 октября 1977 года № 6413 «О награждение режиссёра киностудии «Мосфильм» Таланкина И. В. орденом Трудового Красного Знамени»
  10. Распоряжение Президента Российской Федерации от 21 января 2003 года № 28-рп «О поощрении Таланкина И.В.»