Фредерик Шопен
Фредерик Шопен Fryderyk Chopin, Frédéric Chopin | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Исеме | |
Тыуған | |
Тыуған урыны |
Желязова-Воля, {Варшава герцоглығы |
Үлгән |
17 октябрь 1849 (39 йәш) |
Үлгән урыны | |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
композитор |
Инструменттар |
Фортепиано |
Автограф | |
Аудио, фото, видео Викимилектә | |
Әҫәрҙәр в Викитеке | |
Фридери́к Шопе́н[2][3], тулы исеме — Фридерик Францишек Шопен (пол. Fryderyk Franciszek Chopin, шулай уҡе пол. Szopen)[4]; тулы исеменең француз телендә яҙылышы — Фредери́к Франсуа́ Шопе́н (франц. Frédéric François Chopin)[5] (1 март[6][7] (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 22 февраль[8]) 1810 йыл, Варшава герцоглығының Варшава ҡалаһы янындағы Желязова-Воля ауылы — 17 октябрь 1849 йыл, Францияның Париж ҡалаһы) — Польша композиторы, виртуоз-пианист һәм педагог.
1831 йыл Францияла йәшәй һәм эшләй. Көнбайыш Европалағы романтизм осоро музыкаһының күренекле аәкилдәренең береһе, поляк милли композитор мәктәбенә нигеҙ һалыусы. Донъя музыкаһы үҫешенә һиҙелерлек өлөш индереүсе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығышы һәм ғаиләһе
Композиторҙың атаһы — Николя Шопен (1771—1844), ябай ғаиләнән[9], йәш саҡта уҡ Франциянан Польшаға күсеп килгән. 1802 йылдан алып граф Скарбек Желязов-Воляның балаларын тәрбиәләгән.
1806 йылда Николя Шопен Скарбектарҙың алыҫ туғаны Текла Юстина Кшижановскаяға (1782—1861) өйләнә. Кшижановскийҙар нәҫеле бик боронғо була (XIV быуаттан) һәм Кшижаново исемле ауылға эйә булалар. Һаҡланып ҡалған мәғлүмәттәр буйынса, буласаҡ композиторҙың әсәһе яҡшы белем ала, француз телен белә, фортепьянола уйнай, йырлай. 1810 йылдың көҙөндә Николя Шопен Варшаваға күсә. Варшава лицейында ул француз һәм немец телен һәм француз әҙәбиәтен уҡыта, лицей уҡыусылары өсөн пансионат тота. Ғаиләлә балалар бик һәләтле булып үҫәләр. Фридериктан башҡа Шопендар ғаиләһендә өс апа-һеңлеләре була: Людвика, Изабелла һәм Эмилия.
Бала сағы
Шопен бала саҡтан уҡ иҫ китмәле музыкаль һәләткә эйә була. Моцарт кеүек, ул да эргә-тирәләрҙе тыумыштан килгән һәләтлеге менән хайран калдыра. Музыка тәьҫире аҫтында ул илай, төн уртаһында тороп, фортепианола иҫендә ҡалған көйҙө йәки аккордты уйнай һала. 1818 йылда бер Варшава гәзите башланғыс класында ғына уҡыған композиторҙың музыкаль пьесаһы тураһында яҙып сығара. Ул саҡта Фредерикка 8 йәш кенә була. Йәш Шопенға бик ҙур өмөттәр бағлайҙар. Пианист Войцех Живный (1756—1842), сығышы буйынса чех, 7 йәшлек малай менән шөғөлләнә башлай. Күнегеүҙәр бик етди бара. Ун ике йәшенә Шопен күренекле поляк пианистарҙан ҡалышмай, һуңынан Живный, башҡаса уны бер нәмәгә лә өйрәтә алмайым тип, күнегеүҙәрҙән баш тарта.
Үҫмер сағы
Училищены биш йыл дауамындағы Живныйҙан алған дәрестәрен тамамлағандан һуң Шопен теория дәрестәрен композитор Юзеф Юльснерҙа дауам итә.
Кенәз Антона Радзивилл һәм кенәз Четвертинскийҙар ҡурсауы менән Шопен юғары ҡатлам йәмғиәтенә инеп китә, барыһы ла Шопендың төҫ-ҡиәфәтенә һәм ҡупшы манераларына хайран ҡала. Берлин, Дрезден, Прага ҡалаларындағы күренекле музыканттарҙың концерттары, опера театрҙары һәм картина галереяларында булыуы уның артабанғы үҫешенә булышлыҡ итә.
Сит илдә
1829 йылдан Шопендың артист эшмәкәрлеге башлана. Ул Венала, Краковта сығыштар яһай. 1830 йылда ул Варшаванан сит илгә сыға. Тыуған яғын ташлап китеү уны мәңгелек һағышҡа һала. Польшала 1830 йылда ихтилал ҡубыуы тураһында ишеткәс, Шопен тыуған иленә ҡайтып, алыштарҙа ҡатнашырға теләй[10]. Юлда ул ихтилалдың баҫтырылыуы һәм етәксеһе ҡулға алыныуы тураһында хәбәр ала. 1831 йылда ул Парижға килеп етә. Үҙенең уй-кисерештәрен Шопен көндәлегендә («Штутгарт көндәлеге») теркәй бара. Шопен, уның музыкаһы тыуған халҡын еңеүгә әйҙәр, тип ышана. «Булыр Польша һоҡландырғыс, ҡөҙрәтле, бойондороҡһоҙ!» — тип яҙған ул көндәлегендә. Ошо осорҙа Шопен үҙенең киң билдәле «Революцион этюд» исемле әҫәрен ижад итә. Парижда беренсе концертын Шопен ҙур уңыш менән 22 йәшендә бирә. Концерттарҙа Шопен һирәк сығыш яһай, әммә поляк колонияһы һәм француз аристократияһы салондарында уның даны артҡандан-арта бара. Парижда Шопен йәш талантлы кешеләр менән мөнәсәбәттәр булдыра, улар ҙа, Шопен кеүек, сәнғәткә ғашик кешеләр була. Уның даирәһенә пианист Фердинанд Гиллер, виолончелист Франкомм, гобоист Бродт, флейтист Тюлон, пианист Стамати, виолончелист Видаль, альтист Урбандар инә. Шулай уҡ ул күренекле Европа композиторҙары (Мендельсон, Беллини, Лист, Берлиоз, Шуман) менән бәйләнештәр булдыра.
Ваҡыт үтеү менән Шопен үҙе лә уҡыта башлай, фортепианола уйнауға өйрәтеүгә ул бик күп ваҡытын сарыф итә. 1837 йылда Шопен тәүге тапҡыр үпкә ауырыуы менән сирләй башлай. Өҫтәүенә Жорд Сандҡа (Аврора Дюпен) тоҡанған мөхәббәте кәләше менән айырылыуға алып килә, Шопен бик ныҡ ҡайғыра. Мальоркала (Майорка) Жорж Санд менән бергә булыуы Шопендың һаулығын бик ныҡ ҡаҡшата. Шуға ҡарамаҫтан, бик күп бөйөк әҫәрҙәре, шул иҫәптән, 24 прелюдияһы, ошо испан утрауында ижад ителә. Ун йылдан һуң, 1847 йылда, Шопен Жорж Санд менән ташлаша, ул Ноандта ял итеү мөмкинлеген юғалта. 1848 йылдың апрелендә Шопен Лондонға юллана. Был сәйәхәт уның аҙаҡҡы сәйәхәте булып сыға. Күмәк кеше алдында уның һуңғы 1848 йылдың 16 ноябрендә Лондонда үтә. Уңышлы концерттан һуң Парижға ҡайтҡас, Шопен 1849 йылдың 5 (17) ноябрендә вафат була. Шопендың теләге буйынса, уны ерләгән ваҡытта ул ваҡыттағы күренекле артистар Моцарттың «Реквиемын» башҡаралар. Пер-Лашез зыяратында Шопен Луиджи Керубини һәм Беллини ҡәберлектәре араһында ята. Композиторҙың васыяты буйынса, уның йөрәге Варшаваға ебәрелә, унда уны Изге Тәре сиркәүе колоннаһына көпләп ҡуялар.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шопен — фортепиано өсөн күп һанлы әҫәрҙәр ижад иткән автор. Поляк музыка сәнгәтенең күренекле вәкиле. Ул күп кенә жанрҙарға йөн өрөүсе булараҡ таныла: музыкаль әҫәрҙең инеш өлөшөн (прелюдия) романтик нигеҙҙә яңынан тыуҙыра, фортепиано өсөн баллада ижад итә, мазурка, полонез, вальс бейеүен драмалаштыра, скерцоны айырым әҫәр итә. Гармония һәм фактураны байыта; классик форманы моңға һәм фантазияға байыта.
Шопендың әҫәрҙәре араһында: 2 концерт (1829, 1830), 3 соната (1828—1844), фантазия (1842), 4 баллада (1835—1842), 4 скерцо (1832—1842), экспромттар, ноктюрндар, этюдтар, вальстар, мазуркалар, полонездар, прелюдиялар һәм фортепиано өсөн башҡа әҫәрҙәр; шулай уҡ йырҙар. Уның вальстары ижадында айырым урын биләй һәм композиторҙың шәхси тормошо менән бәйле (Рәсәй музыка белгесе Изабелла Хитрик фекере буйынса, улар — «лирик көндәлектәр»).
Шопен күҙгә салынып бармаған, ул хатта бер аҙ йомоҡ кеше булған, шуға күрә уның шәхесе тулыһынса тик музыканы яҡшы белгәндәргә генә асыла. Күп кенә ул замананың билдәле артистары һәм яҙыусылары, композиторҙар Ференц Лист, Роберт Шуман, Феликс Мендельсон, Джакомо Мейербер, Игнац Мошелес, Гектор Берлиоз, певец Адольф Нурри, шағирҙар Генрих Гейне һәм Адам Мицкевич, рәссам Эжен Делакруа, журналист Агатон Гиллер һәм башҡалар Шопен таланты алдында баш эйҙеләр. Шопендың оппоненттары ла була: бер уның конкуренты Сигизмунд Тальберг, һөйләүҙәренсә, Шопендың концертынан һуң урамға сығып ҡысҡыра башлаған, аптыраған юлдашына: кис буйы бер piano булды, хәҙер саҡ ҡына булһа ла forte кәрәк, тигән[11] (замандаштары фекеренсә, Шопен бер нисек тә форте уйнай алмаған, сөнки уның динамик диапазонының үрге сиге яҡынса меццо-форте булған[12].)
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ансамбль йәки оркестр менән фортепиано өсөн
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фортепиано, скрипка һәм виолончель өсөн трио Op. 8 g-moll (1829)
- «Дон-Жуан» операһы темаларына вариациялар Op. 2 B-dur (1827)
- Rondo a la Krakowiak Op. 14 (1828)
- «Поляк темаларына ҙур фантазия» Op. 13 (1829—1830)
- Оркестр менән фортепиано өсөн концерт Oр. 11 e-moll]] (1830)
- Оркестр менән фортепиано өсөн концерт Oр. 21 f-moll]] (1829)
- «Andante spianato» һәм артабанғы «Оло һоҡландырғыс полонез» Ор. 22 (1830—1834)
- Виолончель өсөн соната Op. 65 g-moll (1845—1846)
- Виолончель өсөн полонез Op. 3
Мазуркалар (58)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Op.6 — 4 мазурка: fis-moll, cis-moll, E-dur, es-moll (1830)
- Op.7 — 5 мазурка: B-dur, a-moll, f-moll, As-dur, C-dur (1830—1831)
- Op.17 — 4 мазурка: B-dur, e-moll, As-dur, a-moll (1832—1833)
- Op.24 — 4 мазурка: g-moll, C-dur, A-dur, b-moll
- Op.30 — 4 мазурка: c-moll, h-moll, Des-dur, cis-moll (1836—1837)
- Op.33 — 4 мазурка: gis-moll, D-dur, C-dur, h-moll (1837—1838)
- Op.41 — 4 мазурка: cis-moll, e-moll, H-dur, As-dur
- Op.50 — 3 мазурка: G-dur, As-dur, cis-moll (1841—1842)
- Op.56 — 3 мазурка: H-dur, C-dur, c-moll (1843)
- Op.59 — 3 мазурка: a-moll, As-dur, fis-moll (1845)
- Op.63 — 3 мазурка: H-dur, f-moll, cis-moll (1846)
- Op.67 — 4 мазурка: G-dur, g-moll, C-dur, № 4 a-moll 1846 (1848?)
- Op.68 — 4 мазурка: C-dur, a-moll, F-dur, № 4 f-moll (1849)
Полонездар (16)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Op. 22 Оло һоҡландырғыс полонез Es-dur (1830—1832)
- Op. 26 № 1 cis-moll; № 2 es-moll (1833—1835)
- Op. 40 № 1 A-dur (1838); № 2 c-moll (1836—1839)
- Op. 44 fis-moll (1840—1841)
- Op. 53 As-dur (Героик) (1842)
- Op. 61 As-dur, «Полонез-фантазия» (1845—1846)
- WoO. № 1 d-moll (1827); № 2 B-dur (1828); № 3 f-moll (1829)
Ноктюрндар (бөтәһе 21)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Op. 9 b-moll, Es-dur, H-dur (1829—1830)
- Op. 15 F-dur, Fis-dur (1830—1831), g-moll (1833)
- Op. 27 cis-moll, Des-dur (1834—1835)
- Op. 32 H-dur, As-dur (1836—1837)
- Op. 37 g-moll, G-dur (1839)
- Op. 48 c-moll, fis-moll (1841)
- Op. 55 f-moll, Es-dur (1843)
- Op. 62 № 1 H-dur,№ 2 E-dur (1846)
- Op. 72 e-moll (1827)
- Op. posth. cis-moll (1830), c-moll
Вальстар (14)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Op. 18 «Оло һоҡландырғыс вальс» Es-dur (1831)
- Op. 34 № 1 «Һоҡландырғыс вальс» As-dur (1835)
- Op. 34 № 2 a-moll (1831)
- Op. 34 № 3 «Һоҡландырғыс вальс» F-dur
- Op. 42 «Оло вальс» As-dur
- Op. 64 № 1 Des-dur (1847)
- Op. 64 № 2 cis-moll (1846—1847)
- Op. 64 № 3 As-dur
- Op. 69 № 1 As-dur
- Op. 69 No. 2 in B minor
- Op. 69 № 10 Н-moll
- Op. 70 № 1 Ges-dur
- Op. 70 № 2 f-moll
- Op. 70 № 2 Des-dur
- Op. posth. e-moll, E-dur, a-moll
Фортепиано өсөн сонаталар (бөтәһе 3)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Op. 4 № 1, c-moll]] (1828)
- Op. 35 № 2 b-moll]] (1837—1839), Траурный (ерләү) маршын үҙ эсенә ала (3-сө өлөш: Marche Funèbre)
- Oр. 58 № 3 h-moll (1844)
Прелюдиялар (бөтәһе 26)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 24 прелюдия Op. 28 (1836—1839)
- cis-moll op','45 (1841) прелюдияһы
- ля-бемоль мажор B. 86 прелюдияһы
Экспромттар (бөтәһе 4)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Op. 29 As-dur (около 1837)
- Op, 36 Fis-dur (1839)
- Op. 51 Ges-dur (1842)
- Op. 66 «Фантазия-экспромт» cis-moll (1834)
Этюдтар (бөтәһе 27)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Op. 10 C-dur, a-moll, E-dur, cis-moll, Ges-dur, es-moll, C-dur, F-dur, f-moll, As-dur, Es-dur, c-moll (1828—1832)
- Op. 25 As-dur, f-moll, F-dur, a-moll, e-moll, gis-moll, cis-moll, Des-dur, Ges-dur, h-moll, a-moll, c-moll (1831—1836)
- WoO f-moll, Des-dur, As-dur(1839)
Скерцолар (бөтәһе 4)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Op. 20 h-moll (1831—1832)
- Op. 31 b-moll (1837)
- Op. 39 cis-moll (1838—1839)
- Op. 54 E-dur (1841—1842)
Балладалар (бөтәһе 4)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ор. 23 g-moll (1831—1835)
- Op. 38 F-dur (1836—1839)
- Op. 47 As-dur (1840—1841)
- Op. 52 f-moll (1842—1843)
Башҡа әҫәрҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фантазия Op. 49 f-moll (1840—1841)
- Баркарола Op. 60 Fis-dur (1845—1846)
- Бишек йыры Op. 57 Des-dur (1843)
- Концерт Allegroһы Op. 46 A-dur (1840—1841)
- Тарантелла Op. 43 As-dur (1843)
- Болеро Op. 19 C-dur (1833)
- Виолончель һәм фортепиано өсөн соната Op. 65 g-moll
- Йырҙар Op. 74 (бөтәһе 19)(1829—1847)
- Рондо (бөтәһе 4)
Шопен музыкаһының эшкәртеүҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А. Глазунов. Шопениана, сюита (одноактный балет) из сочинений Ф. Шопена, соч. 46. (1907).
- Жан Франсе. Оркестровка 24-х Прелюдий Ф. Шопена (1969).
- С. Рахманинов. Вариации на тему Ф. Шопена, соч. 22 (1902—1903).
- М. А. Балакирев. Экспромт на темы двух прелюдий Шопена (1907).
- М. А. Балакирев. Переложение для фортепиано соло Романса (II части) из Концерта для фортепиано с оркестром e-moll Ф. Шопена (1910).
- М. А. Балакирев. Сюита для оркестра из сочинений Ф. Шопена (1908).
- Ф. Бузони. Девять вариаций на тему прелюдии Шопена до минор
- Ф. Момпу. Вариации на тему Ф. Шопена
- Ф. Лист. Транскрипции шести польских песен Шопена для фортепиано (Желание, Весна, Колечко, Пирушка, Моя баловница, Жених)
- А. Корто. Фортепианная транскрипция Largo из Сонаты для фортепиано и виолончели
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2018 йылда Варшавала тәүге тапҡыр тарихи фортепианола Шомен исемендәге Халыҡ-ара конкурсы
- Шопен күп кенә пианистарҙың репертуарында төп композиторҙарҙың береһе булып тора. Уның әҫәрҙәре иң эре тауыш яҙыу кампаниялары каталогтарында урын алған. 1927 йылдан Варшавала Шопен исемендәге Халыҡ-ара конкурс үткәрелә. Уның еңеүселәре араһында — күренекле пианистар Лев Оборин, Яков Зак, Белла Давидович, Галина Черны-Стефаньска, Маурицио Поллини, Марта Аргерих.
- 1934 йылда Варшавала Шопен исемендәге университет асыла, һуңынан ул Шопен исемендәге йәмғиәт итеп үҙгәртелә. Йәмғиәт күп тапҡыр Шопендың әҫәрҙәрен һәм уның тураһындағы мәҡәләләр нәшер итә[13].
- 1949—1962 йылдарҙа польским музыка белгесе Людвик Бронарский Шопендың әҫәрҙәренең тулы йыйынтығын әҙерләп сығара — «Fr. Chopin, Dzieła wszystkie», PWM, Kraków[14].
- Шопен исеме Меркурий планетаһындағы кратерға бирелә[15].
- 1960 йылда СССР-ҙа Шопенға арналған почта маркаһы сығарыла
- 1998 йылда — Мәскәү дәүләт музыкаль башҡарыу колледжы, ә 2011 йылда Иркутск музыкаль колледжы Ф. Шопен исемен йөрөтә башланы..
- 2001 йылда Варшава аэропортына Фредерик Шопен исеме бирелә[16]
- Польша Сеймы ҡарарына ярашлы 2010 йыл Шопен йылы итеп иғлан ителде[17].
- 2010 йылдың 1 мартында Варшавала реконструкция һәм яңыртыуҙан һүн Фредерик Шопен музейы (композиторҙың 200 йыллығына). 2010 йылда Бешкәктә Ҡырғыҙстан иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла һәм бер урамға Ф. Шопен исеме бирелә.
- 2010 йылдың 2 декабрендә Алматыла Ҡурманғазы исемендәге Ҡаҙаҡ Милли Консерваторияһына Польша илселеге тарафынан Шопен йылы айҡанлы Фредерик Шопен исемендәге концерт залы асыла[18], ә "Ҡаҙаҡ почтаһы " Фредерик Шопендың 200 йыллығына арналған иҫтәлекле почта маркаһын сығара.
- 2010 йылда Рәсәй пианисты Рэм Урасин Шопендың бөтә әҫәрҙәрен башҡара (11 концерттан торған цикл)[19].
- Польша ҡалаларында Ф. Шопенға бик күп һәйкәл ҡуйылған, шул иҫәптән, Варашавала, Познандә, Желязово-Воляла, Краковта, шулай уҡ Парижда, Шанхайҙа, Тиранда һәм башҡа ҡалаларҙа.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://encyklopedia.pwn.pl/haslo/Chopin-Fryderyk-Franciszek;3885797.html
- ↑ Традиционная в русском языке транскрипция. См.: Музыкальная энциклопедия (том 6, 1983), Музыкальный энциклопедический словарь (1990), Большая российская энциклопедия (том 34, 2017) и др.
- ↑ А.О. Митина. Шопен Фридерик . Большая российская энциклопедия. Дата обращения: 18 февраль 2018. 2018 йыл 18 февраль архивланған.
- ↑ В польском языке ударение падает на второй от конца слова слог, Фреде́рик Франци́шек Шо́пен
- ↑ Французское написание фамилии — Chopin — проистекает от фамилии его отца, француза по национальности, см. Wincenty Łopaciński Chopin, Mikołaj / Polski słownik biograficzny, vol. III. — Kraków.: Polska Akademia Umiejętnosści, 1937, pp. 426-27
- ↑ Краткие сообщения. Объёмы 7-13. Институт славяноведения (Академия наук СССР). Наука, 1952
- ↑ Биографическая библиотека Ф. Павленкова: Жизнь замечательных людей: В 3 т. Т.3, С. 283
- ↑ Chopin Complete Piano Sheet Music . Дата обращения: 2 февраль 2015. Архивировано из оригинала 2 февраль 2015 года. 2015 йыл 2 февраль архивланған.
- ↑ Институт Фредерика Шопена 2019 йыл 14 июнь архивланған.
- ↑ Армен Казарян. Шопен и польское восстание 1830 . Дата обращения: 6 апрель 2018. 2018 йыл 12 июнь архивланған.
- ↑ Уильям Мейсон (William Mason). Memories of a musical life — NY: The Century Co., 1901. — P. 75-76. (инг.)
- ↑ Г. Нейгауз. Об искусстве фортепианной игры. // Государственное музыкальное издательство. Москва. 1958 г.
- ↑ Организации, занимающиеся популяризацией творчества Шопена 2015 йыл 22 декабрь архивланған.
- ↑ Людвиг Бронарский
- ↑ Planetary Names: Crater, craters: Chopin on Mercury // Gazetteer of Planetary Nomenclature / International Astronomical Union (IAU) Working Group for Planetary System Nomenclature (WGPSN)
- ↑ Аэропорт Варшавы Окенче/Окенче/Port lotniczy Warszawa-Okęcie. WAW/EPWA :: Аэропорты
- ↑ 2010 — The Year of Fryderyk Chopin 2010 йыл 23 март архивланған.
- ↑ Концертный зал им. Шопена имеет 140 посадочных мест и общую площадь 137 кв. м. В начале декабря, во время прохождения Саммита ОБСЕ, посольством Польши в честь Года Шопена в Казахстане, Малому концертному залу официально присвоено имя великого польского композитора 2012 йыл 21 апрель архивланған. (недоступная ссылка с 14-05-2013 (4217 дня) — история)
- ↑ Рэм Урасин: Мне удалось воплотить мечту – сыграть всего Шопена . Музыкальный Клондайк (1 декабрь 2015). Дата обращения: 16 ноябрь 2017.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асафьев Б. В. Шопен (1810—1849). Опыт характеристики. — Москва, 1922 год.
- Богданов-Березовский Валериан Михайлович. Шопен. Краткий очерк жизни и творчества. — Л.: Тритон, 1935. — 46 с.
- Бэлза Игорь Фёдорович. Фридерик Францишек Шопен / Академия наук СССР ; Институт истории искусств. — М. : Издательство Академии наук СССР, 1960. — 463 с.
- Вахранёв Ю., Сладковская Г. Этюды Ор. 10 Ф. Шопена. — Харьков, 1996.
- Венок Шопену. — М. 1989.
- Давыдова Лидия Карловна. Фр. Шопен: Его жизнь и музыкальная деятельность. — СПб.: Тип. С. Н. Худекова, 1892. — 76 с. — (Жизнь замечательных людей (1890—1924): Биографическая библиотека Ф. Павленкова).
- Егорова М. Сонаты Шопена. — М., 1986.
- Ежевская З. Фридерик Шопен. — Варшава, 1969.
- Зенкин Константин Владимирович' Система жанров фортепианной миниатюры Шопена. — М., 1985.
- Зенкин К. В. Фортепианная миниатюра Шопена. — М., 1995.
- Ивашкевич Я. Шопен. — М., 1963.
- Кремлев Ю. А. Фредерик Шопен. — М., 1960.
- Лист Ф. Ф. Шопен. — М., 1956.
- Мазель Л. А. Исследования о Шопене. — М., 1971.
- Мильштейн М. И. Очерки о Шопене. — М., 1987.
- Николаев В. Шопен-педагог. — М., 1980.
- Раковец Т. Этюды Шопена. — М., 1956.
- Синявер Л. Жизнь Шопена. — М., 1966.
- Соловьёв Николай Феопемптович]],. Шопен, Фредерик // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Соловцов А. Фредерик Шопен: Жизнь и творчество. — М., 1960.
- Тюлин Ю. Н. О программности в произведениях Шопена. — М., 1968.
- Фридерик Шопен. Статьи и исследования советских музыковедов. — М., 1960.
- Фридерик Шопен: Збірка статей / Ред.-упорядник Я. Якубяк. — Львів: Сполом, 2000. ISBN 966-7445-57-7
- Хитрик И. Лирический дневник Шопена: Книга для музыкантов и любителей музыки. — Москва — Париж — Нью-Йорк: «Третья волна», 2001.
- Цыпин Г. М. Шопен и русская пианистическая традиция. — М., 1990.
- Шопен Ф. Письма: в 2-х т. / Сост. Г. С. Кухарский.— 4-е изд.— М.: Музыка. 1989.
- Шопен, каким мы его слышим / Сост. С. М. Хентова. — М., 1970.
- Отзвуки Шопена в русской культуре / Отв. ред. Н. М. Филатова. — М.: Индрик, 2012. ISBN 978-5-91674-173-5
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шопен, Фредерик Викиөҙөмтәлә | |
Шопен, Фредерик Викикитапханала | |
Шопен, Фредерик Викимилектә | |
Шопен, Фредерик Викияңылыҡтарҙа |
- Семья и детство Шопена
- Подробная биография композитора. Разбор его вальсов
- Биография композитора (пол.)
- Монография Изабеллы Хитрик «Лирический дневник Шопена»
- А.Золотов. Вседневное бессмертье.
- mp3 записи Шопена на сайте ArtOfPiano.ru 2008 йыл 24 сентябрь архивланған.
- Фредерик Никс (Frederick Niecks). Frederick Chopin as a Man and Musician. — Plain Label Books, 1888.
- Музей Фредерика Шопена в Варшаве. Фото(недоступная ссылка)
- Ноктюрны Шопена, глава из книги
- Шопен: ноты произведений на International Music Score Library Project
- Андрей Чебышев Вздох о Шопене 2013 йыл 6 август архивланған. Этюд фа минор для двух роялей
- Нежный гений гармонии … Статья Бориса Пастернака о творчестве композитора