Гектор Берлиоз

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гектор Берлиоз
франц. Hector Berlioz
Зат ир-ат[1][2][3]
Рәсем
Ҡултамға
Гражданлыҡ  Франция
Тыуған ваҡыттағы исеме франц. Louis-Hector Berlioz
Тыуған көнө 11 декабрь 1803({{padleft:1803|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Ла-Кот-Сент-Андре[d][5]
Вафат булған көнө 8 март 1869({{padleft:1869|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[2][3][6][…] (65 йәш)
Вафат булған урыны Париж[2][5]
Ерләнгән урыны кладбище Монмартр[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Louis Berlioz[d]
Хәләл ефете Harriet Smithson[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Француз теле
Һөнәр төрө журналист, дирижёр, яҙыусы, автобиограф, музыкальный критик, либреттист, виртуоз, китапханасы, композитор
Эшмәкәрлек төрө академическая музыка[d], музыка[7], сочинение музыки[d][7], дирижирование[d][7] һәм музыкальная композиция[d][7]
Уҡыу йорто Парижская Высшая национальная консерватория музыки и танца[d]
Уҡыусылар Антуан Эльвар[d] һәм Теодор Риттер[d]
Кемдә уҡыған Антонин Рейха[d] һәм Жан-Франсуа Лесюёр[d]
Музыка ҡоралы гитара, флажолет[d], Флейта һәм саксофон[d]
Әҫәрҙәр исемлеге list of compositions by Hector Berlioz[d]
Архивы хранятся в Национальный архив Великобритании[d]
Сәнғәт йүнәлеше Романтизм
Ойошма ағзаһы Шведская королевская музыкальная академия[d] һәм Академия изящных искусств[d]
Жанр Опера, Симфония, классик музыка һәм музыка эпохи романтизма[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Изображается на Portrait of the Composer Hector Berlioz[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][8]
Рәсми сайт hberlioz.com
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Hector Berlioz
 Гектор Берлиоз Викимилектә
Гектор Берлиоз

Гекто́р Луи́ Берлио́з (Hector Berlioz) (11 декабрь 1803 йыл — 8 март 1869 йыл) — Франция композиторы, дирижёр, музыка тураһында яҙыусы. 1856 йылдан илдең төп ғилми үҙәге — Франция Институты ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бала сағы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Франция көньяҡ-көнсығышында, Изер департаментындағы Кот-Сент-Андре ҡалаһында тыуған[9][10]. Уның атаһы Луи-Жозеф Берлиоз хөрмәтле провинциаль табип була[11] Луи-Жозеф Берлиоз атеист; әсәһе, Мария-Антуанетта католик була[11]; Гектор Берлиоз ғаиләлә алты баланың беренсеһе була, шуларҙың өсәүһе өлкән йәшкә тиклем йәшәмәй[12]. Берлиоз ике һеңлеһе— Адель һәм Нэнси менән яҡшы мөнәсәбәттә була[13]. Йәш Гектор менән, нигеҙҙә, атаһы шөғөлләнә[11].

Балалыҡ йылдарын Берлиоз провинцияла үткәрә, унда боронғо халыҡ йырҙарын ишетә һәм мифтары менән таныша. Шул ваҡыттағы ҡайһы бер башҡа билдәле композиторҙарҙан айырмалы рәүештә, Берлиоз вундеркинд булмай. Ул 12 йәшенән музыка менән шөғөлләнә башлай, һәм шул ваҡытта уҡ ҙур булмаған композициялар һәм аранжировкалар яҙа. Атаһы тыйыуы арҡаһында, Берлиоз бер ҡасан да фортепианоға уйнарға өйрәнмәй[14]. Ул гитара, флажолетта һәм флейтала уйнарға өйрәнә[15]. Гармонияны дәреслек буйынса ғына өйрәнә. Уның тәүге әҫәрҙәренең күбеһе романс һәм камера әҫәрҙәре була[16].

Гекторҙың Тантаналы Мессаһының беренсе (уңышһыҙ) уйнауы 1825 йылда Парижда булған.

Студент тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1821 йылдың март айында Греноблдә ул урта мәктәпте тамамлай, ә октябрҙә, 18 йәшендә, Берлиоз Парижға бара, унда ата-әсәһенең теләген тотоп, медицина өйрәнә башлай. Тик Берлиоз музыкаға тартыла. Медицинаға ҡыҙыҡһыныуы булмай, ә инде мәйетте ярғандан һуң медицинаға сирҡаныу кисерә башлай[11]<.

Тәүге сәфәрен Берлиоз Гектор Париж операһына башҡара, Кристоф Глюктың «Тавридала Ифигения» операһында була, Берлиоз Людвиг ван Бетховендың ижады менән бер рәттән был композиторҙың ижады менән һоҡлана. Шул уҡ ваҡытта Берлиоз Париж консерваторияһының китапханаһына йөрөй башлай, унда күсермәләрен алыу өсөн Глюк операларының партитураларын эҙләй. Ул үҙенең мемуарҙарында беренсе тапҡыр консерваторияның буласаҡ директоры Луиджи Керубини менән осрашыуҙары тураһында яҙа. Керубини Берлиозды китапханаға индерергә теләмәй, сөнки ул консерваторияның студенты булмай[17][18]. Берлиоз шулай уҡ ижады менән ҙур йоғонто яһаған Гаспаре Спонтининың ике операһына бара. Тиҙҙән ул композитор булырға ҡарар итә. Был башланғыста уға Жан-Франсуа Лесюер, консерваторияның профессоры ярҙам итә. 1823 йылда Берлиоз үҙенең тәүге мәҡәләһен — Le Corsaire[fr] журналына Спонтининың «Весталка» операһын яҡлап хат яҙа[11].

Ата-әсәһенең ризаһыҙлығына ҡарамаҫтан[19], 1824 йылда ул композитор карьераһын дауам итер өсөн медицинаны рәсми ташлай. 1825 йылда Парижда уның беренсе «Тантаналы месса» әҫәренең уңышһыҙ асыҡ башҡарылыуы үтә. Аҙаҡ «Йәшерен судьялар» операһын яҙа башлай, унан бөгөнгө көнгә тиклем бары тик фрагменттары һаҡланып ҡалған[20].

Берлиоз, үҙ аллы белем алыу менән шөғөлләнеп, Жан-Франсуа Лесюерҙан дәрестәр ала һәм ул Париж консерваторияһына 1826 йылда (шулай уҡ уның класында шөғөлләнә Антонин Рейх) уҡырға ингәндән һуң уның полифония класына бара. Ул хор йырсыһы булып аҡса эшләй башлай[21]. 1827 йыл аҙағында Одеон театрына бара һәм ирланд актрисаһы Гарриет Смитсондың Шекспир «Гамлет» һәм «Ромео һәм Джульетта» пьесаларында Офелия һәм Джульетта ролдәрен башҡарғанын күрә. Ул актрисанан хайран ҡала[19]. Берлиоз Гарриетҡа мөхәббәт хаттарын күп яҙа, әммә улар яуапһыҙ ҡала.

1828 йылдан башлап, Берлиоз музыка тураһында тәнҡит мәҡәләләре яҙа һәм шул ваҡытта популяр булған Виктор Гюго, Александр Дюма, Никколо Паганини, Жорж Санд кеүек яҙыусы һәм музыканттар менән таныша. 18281830 йылдарҙа Берлиоздың бер нисә әҫәре — «Йәшерен судьялар» һәм «Фантастик симфонияһы» операһына «Уэверли» увертюраһы башҡарыла, уның башҡарыуҙан һуң тамашасы йәш композиторға иғтибар итә.

1830 йылда Берлиоз консерваторияны тамамлай. Шул уҡ йылда ул академик «Сарданапал» кантатаһы өсөн Рим премияһы ала. Быға тиклем Берлиоз өс йыл рәттән был премияны алырға тырыша, әммә жюри ағзалары һәр тапҡыр уға кире ҡаға килә. Ошо уҡ йылда революция башлана; Берлиоз революционерҙарға теләктәшлек күрһәтә һәм хатта «Марсельезаға» инструментовка яһай. Стипендиат шарттары буйынса премия алғандан һуң ул Италияға, Медичи виллаһына юллана. Йәш пианист Мари Мок менән йәрәшкәндән һуң, Римдә кәләшенең вәғәҙәләшеүҙе өҙөүе һәм 1831 йылдың 5 апрелендә музыка инструменттары фабриканты Игнац Плейелдәң партнёры һәм өлкән улы музыкант һәм нәшриәтсе Камиль Плейелға кеәүгә сығыуы тураһында хәбәр ала. Берлиоз Марины, уның әсәһен һәм Камилды үлтерегә ҡарар итә, аҙаҡ үҙ-үҙенә ҡул һалырға ниәтләп, пистолет та урлап ала — әммә Парижға ярты юлда үҙ планынан баш тарта, Ниццала булып, үҙенең һүҙҙәре буйынса хатта тормошоноң иң бәхетле егерме көнөн үткәрә. Һуңынан стипендияһын юғалтмаҫ өсөн Берлиоз Римгә ҡайта. Унда итальян музыкаһы менән ҡыҙыҡһына, Михаил Глинка менән осраша, Байрон әҫәрҙәре менән таныша.

1833 йылда Берлиоз үҙенең яңы әҫәрҙәрен — Ниццала яҙылған «Король Лир» увертюраһын, «мелолог» (декламация менән инструменталь һәм музыкаль ҡатнашма) тип үҙе атаған жанрҙағы симфоник әҫәрҙәрен алып Францияға әйләнеп ҡайта, улар «Фантастик симфония» дауамын тәшкил итә. Италиянан ҡайтҡас, ул әүҙем дирижерлыҡ, композитор, музыка тәнҡитсеһе эшмәкәрлеген башлай, әммә Францияның рәсми даирәләре яғынан уның новаторлыҡ эшмәкәрлеге тулы битарафлыҡҡа дусар була[22].

Парижда Гектор Берлиоздың Гарриет Смитсон менән романтик мөнәсәбәттәре башлана һәм 1833 йылдың 2 октябрендә улар өйләнешә. Киләһе йылда уларҙың беренсе балалары — Луи- Том Берлиоз тыуа (1834—1867)[15][23]. Әммә тиҙҙән ғаиләлә Гектор һәм Гарриет араһында конфликт башлана һәм 1840 йылда улар айырылыша.

1838 йылдың 16 декабрендә, Берлиоз «Фантастик симфония» һәм «Гарольд» менән дирижерлыҡ иткән концерттан һуң,донъяға билдәле Никколо Паганини уның тубығына ташлана һәм һоҡланыуынан күҙ йәштәренә мансылып уның ҡулын үбә. Икенсе көндә Берлиоз Паганининан хат ала, ул уны Бетховендың вариҫы тип атай, һәм егерме мең франклыҡ чек бирә[24].

Берлиоз — тәнҡитсе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парижға барып төпләнгәс, Берлиоз ижади әүҙемлеген үҫтерә, симфониялар һәм опералар ижад итеп, композитор булараҡ эшләй; дирижер (атап әйткәндә, Париж консерваторияһында эшләй) һәм музыка тәнҡитсеһе була. («Gazette de Paris musicale» гәзитендә, һуңғараҡ «Journal des Débats» гәзитендә яҙа һәм 1864 йылға тиклем етди һәм ҡәтғи тәнҡитсе данын ала). Мәҫәлән, публицистик эшмәкәрлеге йылдарында уның тарафынан күп һанлы фельетондар һәм мәҡәләләр яҙыла, улар буйы ҡырҡ йылдан ашыу көн һайын тиерлек 1823 йылдан алып 1864 йылдарға тиклем «Le Corsaire» (1823 йылдан), «Le Correspondant » (1829 йылдан), «La Gazette musical de Paris» (1834 йылдан), шулай уҡ «Le Journal des Débats» гәзиттәрендә баҫылып сыға[25].

Музыка тәнҡитсеһе эше арыу ғына килем тәьмин итеүгә ҡарамаҫтан, ул уны күралмай, сөнки уның музыка ижад итеүе өсөн буш ваҡыты ҡалмай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Берлиоз абруйлы музыка тәнҡитсеһе була, үҙенең баҫмаларында үҙ әҫәрҙәрен рекламаламай.

Берлиоздың иң күренекле әҙәби әҫәрҙәренең береһе: «Voyage musical en Allemagne et en Italie» (Париж, 1854), «Les Soirées de l’orchestre» (Париж, 1853; 2 изд. 1854), «Les grotesques de la musique» (Париж, 1859), «A travers chant» (Париж, 1862), «Traité d’instrumentation» (Париж, 1844).

1833 йылда Никколо Паганини Берлиозды оркестр менән альт өсөн концерт яҙырға һорай, унда Паганини йырсы сифатында сығыш яһарға ниәтләнә. Шулай итеп яңғыҙ альт менән «Гарольд Италияла» симфонияһы барлыҡҡа килә.

1839 йылда ул Париж консерваторияһы китапханасыһының булып урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Үҙе һәм ғаиләһен тәьмин итеү өсөн, Берлиоз музыка тәнҡитсеһе булып эшләй, биш йыл буйына «Journal des débats», шулай уҡ «Gazette musicale» һәм «Le rénovateur» гәзиттәре өсөн мәҡәләләр яҙа.

Рәсәй һәм Берлиоз[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1842 йылдан Берлиоз сит илдәргә гастролгә сыға. Ул Рәсәйҙә композитор һәм дирижер булараҡ триумф менән сығыш яһай (1847 й., 1867—1868 й.й.), атап әйткәндә, Мәскәү манежында концертта бик күп тамашасыны йыя. 1847 йылда, Рәсәйҙә булып, элек ижад иткән «Фантастик симфонияны» император Николай I арнай. Мәскәү һәм Петербургта дирижер сифатында сығыштары көслө алҡыштар менән оҙатыла, ә финанс һөҙөмтәләре көткән өмөттәренән күпкә юғары була. «Һин минең ҡотҡарыусым, Рәсәй!» — былай тип яҙа ул һуңынан[26].


1867—1868 йылдарҙа Санкт-Петербург ҡалаһында композитор түбәндәге адрестар буйынса йәшәй: Михайловка һарайы — Инженер урамы, 4. Глинка уны «беҙҙең быуаттың беренсе композиторы» тип атай. Берлиоздың Петербург концерттары тураһында Берлиоз Н. А. Римский-Корсаков былай тип хәтерләй: «Башҡарыуы бик матур була, күренекле шәхестең һөйкөмлөлөгө бөтәһен дә эшләне. Берлиоздың ҡул елпеүе ябай, аныҡ, матур. Төҫтәрҙә бер ниндәй ҙә ҡабарынҡылыҡ юҡ...»[27].

Һуңғы йылдарҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1850 йылда Берлиоз Париж консерваторияһының төп китапханасыһы була. 1856 йылда Берлиоз Сәнғәт академияһының ағзаһы булып тәғәйенләнә[28]. [1860 йыл]]да Берлиоз мәҡәләләр йыйынтығын, шулай уҡ үҙенең «Мемуарҙарын» сығара (1870 йыл).

Берлиоздың Монмартр зыяратында ҡәбере

Шәхси тормошо аяныслы ваҡиғалар менән күңелһеҙләнә, улар тураһында ентекле итеп «Мемуарҙарында» яҙа. Уның ирланд актрисаһы Гарриэт Смитсон беренсе никахы 1843 йылда айырылышыу менән тамамлана (Смитсон күп йылдар нервы ауырыуынан яфалана); уның вафатынан һуң Берлиоз йырсы Мария Ресио менән никахҡа инә, ул 1854 йылда ҡапыл вафат була. Композиторҙың тәүге никахынан булған улы 1867 йылда Гаванала вафат була. Композитор үҙе 1869 йылдың 8 мартында яңғыҙлыҡта вафат була, 11 мартта ерләйҙәр.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Берлиоз — музыкала романтизмдың сағыу вәкиле, романтик программалы симфонияны ойоштороусы[29]. Ул музыкаль форма өлкәһендә яңылыҡтарҙы, гармонияларҙы һәм бигерәк тә инструментлауҙы ҡыйыу индерә, симфония музыкаһын театралләштереүгә, ҙур әҫәрҙәргә тартыла.

1826 йылда «Грек революцияһы» кантатаһын яҙа— был Ғосман империяһына ҡаршы гректарҙың азатлыҡ көрәшенә баһаламаһы. 1830 йылғы Ҙур июль революцияһы ваҡытында Париж урамдарында халыҡ менән бергә революцион йырҙарҙы, атап әйткәндә, үҙе эшкәрткән хор һәм оркестр өсөн «Марсельезаны» өйрәнә. Был «Ҡайғылы-триумфаль симфонияла» (1840, июль ваҡиғалары ҡорбандарының кәүҙәһен күсереү тантанаһына яҙа) революцион тема сағылыш таба.

1837 йылда Алжирҙа һәләк булған генерал Дамремонды ерләүгә Берлиоз бөйөк реквием яҙа[30].

Фантастик симфония ҡулъяҙмаһының беренсе бите

Берлиоздың стиле «Фантастик симфонияла» уҡ билдәләнә (1830 йылдарҙа яҙылған). Был беренсе романтик программалы симфония. Унда шул ваҡыттағы типик булған кәйеф сағылыш таба (ысынбарлыҡ менән аңлашмаусылыҡ һәм эмоционаллек). Ижадсының субъектив кисерештәре симфонияла социаль дөйөмләштереүҙәргә күтәрелә: «бәхетһеҙ мөхәббәт» темаһы юғалған иллюзиялар трагедияһы мәғәнәһен ала.

Симфониянан һуң Берлиоз «Лелио, йәки тормошҡа ҡайтыу» монодрамаһын яҙа (1831, «Фантастик симфонияның» дауамы). Берлиозды Байрон әҫәрҙәренең сюжеты йәлеп итә — альт һәм оркестр өсөн «Гарольд Италияла» (1834), «Корсар» увертюраһы (1844); Шекспирҙың — «Король лир» увертюраһы (1831), «Ромео һәм Джульетта» драматик симфонияһы (1839), «Беатриче һәм Бенедикт» комик операһы (1862, «Юҡтан күп тауыш» сюжетына); Гете — «Фаусты хөкөм итеү» драматик легендаһы (ораторлыҡ) (1846, был Гете поэмаһын ирекле аңлата). Берлиозға шулай уҡ « Бенвенуто Челлини» операһы ҡарай (1838); 6 кантата; оркестр увертюралары, атап әйткәндә «Рим карнавалы» (1844); һ. б. 9 серияла әҫәрҙәр йыйынтығы (20 тт.) Лейпцигта сыға (1900—1907). Һуңғы йылдарҙа Берлиоз күберәк академизм, әхлаҡ проблематикаһы яғына ауыша: «Христостың бала сағы» ораториаль трилогияһы (1854), Вергилий буйынса «Троянсылар» опера трилогияһы («Трояны алыу» һәм «Троянлылар Карфагенда», 1855—1859).

Берлиоз һуңғы «Фаусты хөкөм итеү», «Христостың бала сағы» операларына һәм башҡа әҫәрҙәренә либреттоны үҙе яҙа. Берлиоз тураһында композитор булараҡ төрлө фекерҙәрҙең сәбәбе уның музыкаль эшмәкәрлегендә бөтөнләй яңы, тулыһынса үҙаллы юл менән китеүе тураһында һөйләй. Ул шул ваҡытта уҡ Германияла яңы үҫешә башлаған йүнәлешкә берегә,һәм 1844 йылда Германияға килгәс, унда үҙ Ватанында ҡарағанда күпкә күберәк баһалана. Рәсәйҙә күптән инде үҙ баһаһын ала. Үҙе үлгәндән һуң, бигерәк тә 1870 йылдағы Франция-пруссия һуғышынан һуң, Францияла милли, илһөйәрлек тойғоһо уянғанда, Берлиоздың әҫәрҙәре ватандаштары араһында ҙур популярлыҡ яулай.

Берлиоздың сәнғәт өлкәһендәге әһәмиәте уның ҡоралдарҙы тәрән аңлауы һәм уларҙы оркестровкалауҙа оҫта ҡулланыуы тора. Уның партитуралары яңы һәм ҡыйыу оркестр эффекттары менән тулы (мәҫәлән, Берлиоз беренсе булып «Фантастик симфонияла» ҡыллы col legno уйын алымдарын ҡуллана). Күп телдәргә тәржемә ителгән инструментовка тураһындағы трактаты киң таратылған. Берлиоздың вафатынан һуң ул яҙған «Мемуарҙар» (Париж, 1870), «Correspondance inedite 1810—1868» (1878) нәшер ителә.

Берлиоз композитор булараҡ ҡына түгел, дирижер булараҡ та билдәлелек ала. Вагнер менән бергә ул яңы дирижёрлыҡ мәктәбенә нигеҙ һала, музыка-тәнҡит фекере үҫешенә мөһим өлөш индерә[31][32][33].

Заманса инструментовкалау һәм оркестровкалау тураһында трактат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музыка белеменә ҙур өлөшө булып Рихард Штраус мөхәррирләүендәге Берлиоздың фундаменталь «Инструментовкалау һәм оркестровкалау тураһында трактат» теоретик хеҙмәте тора (1843, ҡушымта менән — «Оркестр дирижеры». Берлиоз оркестрҙың төп төркөмдәре буйынса төрлө функцияларҙың бүленеш принциптарын раҫлай, — ҡыллы, ағас һәм баҡыр — был тембрҙарҙы нивелирлауын булдырмау өсөн кәрәк була. Берлиозды хаҡлы рәүештә оркестровкалауҙың реформаторы тип һанайҙар. Ул һирәк ҡулланыла торған инструменттарҙы файҙалана — сағыу шәхси тембрҙар менән, тембрҙарҙың ғәҙәти булмаған аралашыуы, үҙенсәлекле яңғыраған регистрҙар, яңы штрихтар, элек ишетелмәгән эффектар булдырған уйын алымдарҙы. Берлиоз әҫәрҙәрендә оркестрҙың тотороҡло составы юҡ — образдар даирәһенә бәйле. Ҡайһы бер осраҡта ул ҙур, ауыр оркестрҙы ылыҡтыра («Реквием», «Ҡайғылы-триумф симфония»), икенсе осраҡта ул камера оркестры составын сикләй («Фаусты хөкөм итеү»).

Төп әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Симфониялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Фантастик симфония Op.14, 48 H. (fantastique Symphonie, 1830)
  • Гарольд Италияла Op.16, 68 H. (Harold Italie en) — альт менән оркестр өсөн (1834)
  • Ромео һәм Джульетта — Шекспир мотивтары буйынса хор, оркестр, солистар Op.17, 79 H. (1839) өсөн симфония.
  • Ҡайғылы-триумф симфония Op.15, H. 80a, b (1840)

Увертюралары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Йәшерен судьялар H. 23d (1826)
  • Уэверли H 26 (1826—1828)
  • Дауыл (шекспир буйынса, хор менән) H. 52 (1830)
  • Король Лир Op.4, 53 H. (1831)
  • Роб Рой H. 54 (1831)
  • Рим карнавалы Op.9, 95 H. (1844)
  • Корсар Op.21, 101 H. (1846—1851)
  • Беатриче һәм Бенедикт H. 138 (1860—1862)

Концерт әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Rêverie et caprice — скрипка менән оркестр өсөн.Op 8, 88 H. (1841)
  • Гамлеттың һуңғы күренешенә марш H. 103 (1844)
  • Троянлылар маршы H. 133b (1864)

Вокаль әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Йәйге төндәр Op.7, 81 H.

Кантаталары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Грек революцияһы (2 төрлө версия) H. 21a, 21b H. (1825—1826, 1833)

  • Орфей үлеме H. 25 (1827)
  • Эрминия H 29 (1828)
  • Клеопатра H. 36 (1829)
  • Сарданапал үлеме50 h. (ҙур булмаған фрагменты ғына һаҡланған) (1830)
  • 5 май Op.6, H. 74 (1831—1835)
  • Эригона (фрагменты ғына һаҡланған) H. 77 (1835—1838)
  • Hymne à la France H. 97 (1844)
  • Chant des chemins de fer H. 110 (1846)
  • L Impériale Op.26, 129 H. (1854)
  • Le Temple universel Op.28, 137 H. (1861)

Опералары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Тантаналы месса (Messe Solennelle) H. 20 1824
  • Реквием Op. 5, 75 H. (morts Messe des Grande, 1837)
  • Te Deum Op. 22, 118 H. 1848—1849
  • Христостың бала сағы ораторияһы Op. 25, 130 H. (du Christ enfance L', 1853—1854)

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1843 йылда Бальзак уға «Феррагус, декларанттар етәксеһе романын бағышлай (1833).
  • Марсель Прустың «Содом һәм Гомора» романы
  • Михаил Булгаковтың «Мастер һәм Маргарита» романында телгә алына

Кинематографияла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1942 — «Фантастик симфония» / La fantastique symphonie — нәфис фильм, Франция, режиссеры — Кристиан-Жак, төп ролдә — Жан-Луи Барро.
  • 1983 — «Берлиоздың тормошо» / de La vie Berlioz — телесериал, Франция, Канада, СССР, Швейцария, Бельгия һәм Венгрияның берлектәге производствоһы, режиссеры — Жак Требута[fr] һәм Виктор Сергеев, төп ролдә — Даниэль Мезгиш.
  • Шулай уҡ композитор хөрмәтенә музыкант бесәй балаһы аталған, Уолт Дисней компанияһының егерме метражлы мультфильм персонажы

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Уның исемен астероид йөрөтә (69288) Berlioz астероиды 1990 йылдың 11 октябрендә асыла.
  • Париждың IX округы Сен-Жорж кварталында Гектор Берлиоз скверы бар.
  • Композиторҙың тыуған илендә, Ла-Кот-Сент-Андре (департамент Изер) ҡалаһында 1935 йылда Гектор Берлиоз иузейы асыла. Шунда уҡ 1954 йылдан алып *йыл һайын уның әҫәрҙәренә арналған классик музыка фестивале үтә
  • 1990 йылда Монпельела «Берлиоз театры» залы асыла

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #71577105 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #118509675 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. Louis Hector Berlioz (фр.)ministère de la Culture.
  5. 5,0 5,1 Archivio Storico Ricordi — 1808.
  6. Hector Berlioz // SNAC (ингл.) — 2010.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=jn19990000723
  8. https://data.performing-arts.ch/a/02cd2b2d-77fd-4a0b-b6ac-4ad84db8c8cf / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  9. Matthew B. Tepper. Matthew B. Tepper. Home.earthlink.net. Дата обращения: 13 март 2010. Архивировано 6 август 2012 года. 2012 йыл 21 июль архивланған.
  10. Стефан Стефанович Мокульский, Павел Александрович Марков. Театральная энциклопедия. — Советская энциклопедия, 1967. — С. 555.
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 Caltech. Its.caltech.edu (3 июнь 1996). Дата обращения: 13 март 2010. Архивировано 6 август 2012 года.
  12. Hector Berlioz. IMDb. Дата обращения: 14 февраль 2019.
  13. Andante.com. Andante.com. Дата обращения: 13 март 2010. Архивировано 15 сентябрь 2009 года. 2009 йыл 15 сентябрь архивланған.
  14. HBerlioz.com. HBerlioz.com. Дата обращения: 13 март 2010. Архивировано 6 август 2012 года.
  15. 15,0 15,1 EssentialsOfMusic.com. EssentialsOfMusic.com. Дата обращения: 13 март 2010. Архивировано 25 март 2006 года. 2009 йыл 11 апрель архивланған.
  16. Rhapsody.com. Rhapsody.com. Дата обращения: 13 март 2010. Архивировано 29 сентябрь 2007 года.
  17. Berlioz/Cairns — Memoirs pp. 34-6
  18. HBerlioz.com. HBerlioz.com. Дата обращения: 13 март 2010. Архивировано 6 август 2012 года.
  19. 19,0 19,1 Karadar.com. Karadar.it (15 ноябрь 2009). Дата обращения: 13 март 2010. Архивировано 6 октябрь 2006 года. 2008 йыл 22 ноябрь архивланған.
  20. Cairns, David (1989, rev. 1999). Berlioz: The Making of an Artist, 1803—1832. Paperback, p. 144 Penguin Books. ISBN 978-0-14-028726-4
  21. Berlioz and Shakespeare. Home.vicnet.net.au. Дата обращения: 13 март 2010. Архивировано 17 август 2012 года. 2010 йыл 7 июль архивланған.
  22. Гектор Берлиоз (Hector Berlioz) | Belcanto.ru. www.belcanto.ru. Дата обращения: 26 февраль 2017.
  23. The Hector Berlioz Website - Berlioz Photos and Portraits 6. www.hberlioz.com. Дата обращения: 14 февраль 2019.
  24. Проект МУЗА - И. Соллертинский - БЕРЛИОЗ. alexkrm.spb.ru. Дата обращения: 26 февраль 2017.
  25. Яковлева Т.Ю.: Формирование литературной, художественной и музыкальной критики во французской журналистике XIX века. 19v-euro-lit.niv.ru. Дата обращения: 26 февраль 2017.
  26. Берлиоз, Гектор — Энциклопедия «Вокруг света». www.vokrugsveta.ru. Дата обращения: 26 февраль 2017.
  27. Н. А. Римский-К о р с а к о в. Летопись моей музыкальной жизни. — М: Музгиз, 1955. — С. 50.
  28. HBerlioz.com. HBerlioz.com. Дата обращения: 13 март 2010. Архивировано 17 август 2012 года.
  29. Браудо Е. М. История музыки (сжатый очерк). — Directmedia, 2014-06-06. — 462 с. — ISBN 9785445895190.
  30. Гуго Риман. Берлиоз (Berlioz), Гектор // Музыкальный словарь Римана / пер. Ю. Д. Энгель. — Москва: Музыкальное издательство П. И. Юргенсона, 1904. — Т. Том I. — С. 111—112. — 480 с.
  31. О. Гусева. Творческие портреты композиторов: Попул. справ. — Музыка, 1989. — 454 с.
  32. Ларош Г. А. Собрание музыкально-критических статей. — Directmedia, 2016-04-21. — 189 с. — ISBN 9785447566333.
  33. Зарубежная литература о музыке: реферативный указатель книг. — Советский композитор, 1968. — 514 с.