Никколо Паганини

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Никколо Паганини
итал. Niccolò Paganini
Рәсем
Заты ир-ат[1][2][3]
Тыуған көнө 27 октябрь 1782({{padleft:1782|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[3][4]
Тыуған урыны Италия, Генуя[d][5][4][6]
Вафат булыу көнө 27 май 1840({{padleft:1840|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[3][4] (57 йәш)
Вафат булған урыны Ницца[d][5][4][6]
Причина смерти Туберкулёз
Ерләнгән урыны кладбище Виллетта[d]
Һөнәр төрө композитор, скрипач, виртуоз, альтист, гитарасы
Жанр академическая музыка[d]
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
орден Золотой шпоры
Уҡыусылар Эрнесто Камилло Сивори[d]
Ҡултамға
Музыка ҡоралы Скрипка һәм гитара
Commons-logo.svg Никколо Паганини Викимилектә

Никколо Пагани́ни (итал. Niccolò Paganini; 27 октябрь, 1782, Генуя — 27 май, 1840, Ницца) — бөйөк итальян скрипкасы-виртуозы, композитор.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бала сағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Никколо Паганини алты балалы Антонио Паганини (1757—1817) һәм Тереза Боччардоның ғаиләһендә өсөнсө бала булып тыуа. Атаһы бер ни тиклем ваҡыт йөк тейәүсе була, аҙаҡ портта кибет аса, ә Наполеон приказы буйынса үткәрелгән Генуя халҡының иҫәбен алыуҙа «мандолиналар тотоусы» тип атала.

Биш йәше тулғас, атаһы, улының һәләтен күреп, уны тәүҙә мадолинала, алты йәшенән скрипкала уйнарға өйрәтә. Тейешенсә тырышлыҡ күрһәтеп уҡымаһа, атаһы ҡаты яза бирер була, аҙаҡ атаһының был ҡылығы уның сәләмәтлегендә лә сағылыш таба[7]. Әммә Никколо скрипкала уйнауға бик теләп өйрәнә, хатта тыңлаусыны ғәжәпләндерерлек моң табырға тырыша башлай[8].

Тиҙҙән атаһы Никколоны скрипкасы Джованни Черветтоға (Giovanni Cervetto) уҡырға ебәрә. Паганини үҙенең Черветтола уҡыуын бер ҡасан да иҫкә алмай, әммә уның биографтары, мәҫәлән, Фетис, Джервазони, был хаҡта яҙып үтәләр[8]. 1793 йылдан Никколо Генуя сиркәүҙәрендә ғибәҙәт ҡылыу мәлдәрендә даими рәүештә скрипкала уйнай. Ул ваҡытта Генуя һәм Лигуриялағы сиркәүҙәрҙә дини көйҙәрҙе генә түгел, ә донъяуи музыканы уйнау йолаһы барлыҡҡа килә. Бер мәл уның уйнауын композитор Франческо Ньекко (Francesco Gnecco) ишетеп ҡала һәм уға төрлө кәңәштәр бирә башлай. Шул уҡ йылда ул Джакомо Коста[it] үҙе капельмейстер булған Сан Лоренцо соборына Никколоны скрипкала уйнарға саҡыра[9]. Паганиниҙың мәктәптә уҡыу-уҡымауы билдәле түгел. Бәлки, ул уҡырға һәм яҙырға аҙаҡ өйрәнгәндер, әммә әҙәбиәт, тарих, мифология буйынса уның белеме була[10].

1795 йылдың 31 июлендә Генуяның Сант-Агостино театрында Никколо беренсе тапҡыр халыҡ алдында сығыш яһай. Концерттан йыйылған аҡсаны Паганини, Пармаға барып, данлыҡлы скрипкасы һәм уҡытыусы Алессандро Роллала уҡыу өсөн тотоноорға йыйына[11]. Концертҡа Никколоның «Карманьолы темаһына вариациялары» ла индерелә.[K 1][K 2]. Әлбиттә, был әҫәр Генуя халҡына оҡшамай[12]. Шул уҡ йылда меценат маркиз Джан Карло Ди Негро Никколоны һәм уның атаһын Флоренцияға алып бара. Малай үҙенең «Вариацияларын…» скрипкасы Сальваторе Тинтиға уйнап күрһәтә, музыканттың беренсе биографы Конестабиле һүҙҙәренсә, ул йәш музыканттың һәләтенә хайран ҡала[13]. Никколо, Флоренция театрында концерт ҡуйып, Пармаға барыу өсөн аҡса туплай ала. Әммә Ролла ул ваҡытта ҡаты ауырыған була. Аталы-уллы Паганиниҙар уның йортона барғанда атаҡлы скрипкасы Ролла бер кемде лә ҡабул итер хәлдә булмай. Ауырыу ятҡан бүлмә янындағы өҫтәлдә Ролла яҙған концерт нотаһы һәм скрипка ятҡан була. Никколо инструментты алып аҡ биткә яҙылған әҫәрҙе уйнай. Аптыраған Ролла ҡунаҡтар янына сыға, һәм уның әҫәрен йәш малайҙың уйнауын күреп, ул Фердинандо Паэрға (Ferdinando Paer)[14][K 3] мөрәжәғәт итергә кәрәк тигән кәңәш бирә. Паэр иһә Никколоны виолончелист Гаспаре Гиреттиға тәҡдим итә. Гиретти Паганиниға гармония һәм контрапункт һабаҡтарын бирә. 1796 йылдың көҙөндә Никколо Генуяға ҡайта. Бында, маркиз Ди Негро йортонда, Паганини ҡалаға концерттар ҡуйыу өсөн килгән Родольф Крейцер үтенесе буйынса аҡ ҡағыҙға ноталары яҙылған бик ҡатмарлы әҫәрҙәрҙе уйнап күрһәтә. Атаҡлы скрипкасы малайҙың һәләтенә хайран ҡала һәм «был үҫмерҙең ғәйәт ҙур дан ҡаҙанасағы» тураһында әйтә.[15].

1797 йыл башында Паганини атаһы менән үҙенең беренсе концерт сәйәхәтенә сыға, уларҙың маршрутына Милан, Болонья, Флоренция, Пиза, Ливорно ҡалалары инә. Ливорнола Никколо байтаҡ ҡына концерт ҡуя, концерттан буш ваҡытын уйнау оҫталығын үҙаллы камиллаштырыуға арнай. Әммә ҡалала хәрби хәрәкәттәр булыу сәбәпле, гастролдәрен туҡтатырға тура килә, Генуяла оҙаҡ туҡтап тормай, ғаиләләре менән атаһының Польчевералағы йортона барып йәшәй башлайҙар. Бында ул тулыһынса уйнау оҫталығын камиллаштырыуға бирелә, хатта ҡулдары талғансы сәғәттәр буйы күнегеүҙәр өҫтәндә шөғөлләнә[16].

Үҙаллы карьераһының башланыуы. Лукка[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1801 йылда атаһы Никколоға ярҙам итеүҙән туҡтай. 1800 йылдың декабрендә үк Паганини Моденда үҙенең концерт эшмәкәрлеген башлай. Тиҙ арала күренекле скрипкасы булып таныла. 1801 йылдың көҙөндә ул Луккаға килә. Паганиниҙың ҡала соборындағы сығышын тамашасы ихлас ҡабул итә. 1801 йылдың декабрендә Паганини Лукка республикаһының беренсе скрипкасыһы вазифаһына лайыҡ була. Ошо ҡалала ул бер нисә йылын үткәрә. Композиторҙың улы Доменико Куиличи, Бартоломео әйтеүенсә, Паганини Луккала уҡытыу менән дә шөғөлләнә һәм оркестр музыканттары менән дә шөғөлләнә[17]. Иң ҙур мөхәббәт мауығыуы ла ошо ҡалалала була. Дәрәжәле бер ҡатын менән ул, өс йыл буйы ханымдың поместьеһында йәшәп, ауыл хужалығы менән шөғөлләнә. Ошонда ул гитарала уйнай башлай, кәрттә уйнау менән мауыға. Лукканы бер аҙға ҡалдырып, Генуяға ҡайта. Тиҙҙән ағаһы арҡаһында княгиня Пьомбино булып киткән Элиза Бонапарт уны ҡайтанан Луккаға саҡырып ала, уға «һарай виртуозы» титулы бирелә һәм княгиняның шәхси гвардияһы капитаны итеп тәғәйенләнә. Ҙур булмаған эш хаҡына княгиняның шәхси музыканты була, даими рәүештә концерттар ҡуя һәм князгә скрипкала уйнау серҙәрен өйрәтә[18].

1808—1812 йылдар. Турин, Флоренция[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1808 йылда Паганини, оҙайлы отпуск алып, Италия буйлап концерттар ҡуйып йөрөй. Әкренләп уның үҙенә генә хас уйнау манераһы барлыҡҡа килә. Ул хатта бер-ике ҡыллы скрипкала уйнап та алҡыштарға лайыҡ була. Мәҫәлән, Элиза Бонапарт һарайында эшләгәндә ул ля һәм ми ҡылдары өсөн «Мөхәббәт күренеше» пьесаһын яҙа. Бер ни тиклем ваҡыт ул Полина Бонапарттың Турин һарайында йәшәп ала. Бында ул княгиняның музыканты Боргезе Феличе Бланджини (Blangini) менән дуҫлаша.

1808 йылдың икенсе яртыһында Паганини Элиза Бонапарттың саҡырыуы буйынса Флоренцияға килә.

Әммә 1812 йылда ул, һарайҙағы хеҙмәттән ялҡып, Флоренцияны ташлап китә[19].

Сит илдәрҙәге гастролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1813 йылдар тирәһендә музыкант «Ла Скала» театрында Вигано-Зюсмайерҙың «Беневенто сәтләүеге» балетын ҡарай. Сәхнәлә убырлы ҡарсыҡтың темпераментлы бейеүенә һоҡланып, Паганини оркестр менән скрипка өсөн «Убырлы ҡарсыҡтар» әҫәрен ижад итә, ижадында иң күренекле әҫәр булып иҫәпләнгән «Беневенто сәтләүеге» балеты темаһына вариациялар булараҡ яҙыла.

Әҫәрҙең премьераһы 1813 йылдың 29 октябрендә «Ла Скала» театрындағы яңғыҙы ҡуйған концертта була. Лейпциг музыкаль гәзитенең Милан хәбәрсеһе, тамашасыға әҫәр шул тиклем оҡшаны, хатта уны ҡабатлап башҡарылыуын талап иттеләр, тип яҙа. Шунан һуң Паганини алты аҙна буйы «Ла Скала» һәм «Каркано[it]» теарҙарында ун бер концерт ҡуя, һәм, әлбиттә, «Убырлы ҡарсыҡтар» пьесаһын тамашасы көслө алҡыштар менән ҡабул итә[20].

Германия, Франция һәм Англия буйлап сәйәхәтенән һуң Паганиниҙың даны тағы ла нығыраҡ күтәрелә. Музыкант һәр ерҙә киң популярлыҡ менән файҙалана. Германияла ул быуындан-быуынға тапшырыла торған барон титулын һатып ала.

1808 йылдың 27 декабрендә Бөйөк Көнсығыштың масондар ложеһында Паганини Ланчетти һүҙҙәренә үҙе ижад иткән масондар гимнын башҡара. Ложе протоколдарында Паганиниҙың масон булыуы раҫлана[21].

34 йәшендә Паганини 22 йәшлек йырсы Антония Бьянки менән мауығып китә. 1825 йылда Никколо һәм Антонияның Ахилл исемле улдары тыуа. 1828 йылда музыкант Антония менән айырылыша, улын үҙ ҡарауына алыуға өлгәшә.

Паганини бик күп эшләй, концерт артынан концерт ҡуя. Улына лайыҡлы киләсәк тәьмин итеү өсөн, концерттарына ғәйәт ҙур гонорар биреүҙәрен шарт итеп ҡуя. Вафатынан һуң уның мираҫы бер нисә миллион франк тәшкил итә.

Даими гастролдәр һәм йыш сығыш яһау музыканттың сәләмәтлегенә кире йоғонто яһай. 1834 йылдың сентябрендә Паганини концерт карьераһын тамамлай һәм Генуяға ҡайта. Даими ауырыуына ҡарамаҫтан, 1836 йылдың декабрь аҙағында Ниццела өс концерт ҡуя.

Ғүмере буйына Паганини күп кенә хроник ауырыуҙар менән сирләй. Медицина иҫбатлауҙары булмаһа ла унда Марфан сидромы[22][23] булған, тип раҫлаусылар ҙа табыла. Атаҡлы табиптарға мөрәжәғәт итеүенә ҡарамаҫтан, скрипач сирҙәрҙән арына алмай. 1839 йылдың октябрендә Паганини һуңғы тапҡыр тыуған ҡалаһы Генуяға ҡайта.

Никколо Паганини Ниццела 1840 йылдың 27 майында, 58 йәше тулыуға 5 ай ҡалғас, вафат була.

Музыка[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Паганини исеме ниндәйҙер серлелек менән уратып алына, быға ул үҙе лә булышлыҡ итә. Паганини тере саҡта уның әҫәрҙәре бик аҙ баҫылып сыға, сөнки ул вируоз уйнауының серен башҡаларҙың белеп ҡалыуынан ҡурҡа. Паганини төрлө ырымдарға ышана, өҫтәүенә атеист була, шуға ла Ницце епискобы ул үлгәндән һуң Паганини рухына доға уҡыуҙан баш тарта. Музыканттың улы — Ахиллино — атаһын католик йолаһы буйынса ерләү өсөн көрәшә башлай. 1896 йылда ғына Рим папаһы күрһәтмәһе буйынса ғына бөйөк скрипкасы тейешенсә үҙе лайыҡ урынға ерләнә.

NiccoloPaganini.jpeg

Бөйөк оҫта уйнаған скрипка уның вафатынан һуң «Паганиниҙың тол ҡатыны»[24] исемен ала

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Оркестр менән скрипка өсөн 1-се концерт, ми бемоль мажор (скрипка партияһы ре мажорҙа яҙылған, әммә уның ҡылдары ярымтонға юғарыраҡ ҡуйыла), Op.6 (1817 г.)
  • Оркестр менән скрипка өсөн 2-се концерт, си минор, «La campanella», Op.7 (1826 г.)
  • Оркестр менән скрипка өсөн 3-сө концерт, ми мажор (1830 г.)
  • Оркестр менән скрипка өсөн 4-се концерт, ре минор (1830 г.)
  • Оркестр менән скрипка өсөн 5-се концерт, ля минор (1830 г.)
  • Оркестр менән скрипка өсөн 6-сы концерт, ми минор (1815 г.?), тамамланмаған, һуңғы өлөшөнөң авторы билдәһеҙ
  • Оркестр менән скрипка өсөн ля мажор концерты
  • Убырлы ҡарсыҡтар (Франц Зюсмайерҙың «Орех Беневенто сәтләүеге» балетындағы темаға вариациялар), Op. 8
  • «Алла королде һаҡлай» темаһына вариациялар менән инструкция, Op.9
  • Венециан карнавалы (вариациялар), Op. 10
  • Концерт аллегроһы Moto Perpetuo, соль мажор, Op. 11
  • Non più Mesta темаһына вариациялар, Op.12
  • Di tanti Palpiti темаһына вариациялар, Op.13
  • Barucaba Генуя халыҡ йырына 60 вариация, Op. 14 (1835 г.)
  • Кантабиле, ре мажор, Op. 17
  • Moto Perpetuo (Мәңгелек хәрәкәт) до мажор
  • Кантабиле һәм вальс, Op. 19 (1824 г.)
  • Ҙур альт өсөн соната (ихтимал, 1834)

Паганини әҫәрҙәре мотивтары буйынса музыкаль әҫәрҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • И. Брамс, Паганини темаһына вариациялар.
  • С. В. Рахманинов, Паганини темаһына рапсодия.
  • Ф. Листың 6 этюды.
  • Ф. Шопен, in A-dur, «Souvenir de Paganini» вариациялары.
  • Р. Шуман, Паганини капристарына этюдтар, Опус 3.
  • Луиджи Даллапиккола, «Каноническая сонатина ми-бемоль мажор на „Каприсы“ Паганини», фортепиано өсөн.
  • Альфредо Казелла, «Паганиниана», оркестр өсөн.
  • Витольд Лютославский, «Паганини темаһына вариациялари», 2 фортепиано өсөн (тема — Каприс Н.Паганини № 24).
  • И. Я. Беркович. Паганини темаһына этюдтар (тема — Каприс Н.Паганини № 24).
  • Н. Мильштейн, «Паганиниана», скрипка өсөн соло.
  • Г. Бреме, Паганиниана: Аккордеон өсөн концерт этюдтары, ор 52.
  • «Ария» төркөмө, «Игра с огнём» йыры, шул исемдәге альбомдан (использован Каприс № 24 ля-минор).
  • «Гран-КуражЪ» төркөмө, «Скрипка Паганини» йыры (Каприс № 24 ля-минор).
  • Ленинград төркөмө, «Паганини» йыры, Аврора альбомынан.
  • П. Нечепоренко, «Паганини темаһына вариациялар», балалайка өсөн соло (тема — Каприс Н.Паганини № 24).
  • Рок-Синдром, «Паганининҙың 24 каприсы темаһына вариациялар», электрогитара өсөн (тема — Каприс Н.Паганини № 24).

Сәнғәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Анатолий Виноградов книга "Повесть о братьях Тургеневых. Осуждение Паганини" — Минск: Букинистическое издание. Мастацкая литература, 1983. — (роман 1936 г. "Осуждение Паганини").
  • Елена Воробьева книга "Летописи Арванды. Легенды спящего города" — СПб.: ИТД "СКИФИЯ", 2010. — (пьеса "Сожженная дорога Никколо Паганини"). — ISBN 978-5-903-463-44-2.
  • Татьяна Берфорд книга "Николо Паганини. Стилевые истоки творчества" — СПб.: Издательство имени Н. И. Новикова, 2010. — (Аннотация). — ISBN 978-5-87991-089-6.
  • Четвёртый альбом рок-группы Ария называется Игра с Огнём. Песня, ставшая заглавной к альбому, рассказывает о том, что Паганини продал душу дьяволу за виртуозную игру.
  • Чешская группа XIII stoleti посвятила Н. Паганини песню Upir s houslemi.

Кинематографта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Das Dreimäderlhaus (1918). Германия. Райол Ланг
  • «Паганини», производство Германия, в главной роли Конрад Фейдт, 1923 г.
  • Franz Schuberts letzte Liebe (1926) Германия. Отто Шмуль.
  • Die lachende Grille (1926) Германия. Ханс Вашатко.
  • Paganini in Venedig (1929) Германия. Андреас Вейсгербер.
  • Gern hab' ich die Frau’n geküßt (1934) Германия. Иван Петрович.
  • Casta diva (1935) Италия. Гуальтьеро Тумиати.
  • The Divine Spark (1935) Англия. Хью Миллер
  • Фантастическая симфония / La symphonie fantastique (1942) Франция. Морис Шульц.
  • Россини / Rossini (1942) Италия. Чезаре Фантони.
  • Heavenly Music (1943) США. Фриц Фельд
  • A Song to Remember (1945) США. Рокси Рот.
  • The Magic Bow (1946) Англия. Стюарт Гренджер.
  • Housle a sen (1947): Bohemian Rapture (1948) Чехословакия. Карел Достал.
  • Молодость Шопена / Mlodosc Chopina (1952) Польша. Франтишек Ямры.
  • Casta diva (1956) Италия — Франция. Данило Берардинелли.
  • Оправдание Паганини (1969, СССР). Всеволод Якут
  • Паганини / Paganini (1973) (ФРГ) Антонио Теба.
  • Паганини / Paganini (1976) (Италия) Тино Ширинци.
  • Никколо Паганини, СССР-Болгария, 1982 г. (Информация о фильме) В главной роли Владимир Мсрян
  • Весенняя симфония / Frühlingssinfonie (1983) ФРГ. Гидон Кремер.
  • Зигфрид / Zygfryd (1986) Польша. Криштоф Стопа.
  • Ужас Паганини / Paganini Horror — итальянский фильм ужасов (1989). Луиджи Коцци.
  • «Паганини», производство Италия — Франция, 1989 г. В главной роли Клаус Кински.
  • Наполеон (2002) Англия — Франция. В роли Юлиан Рахлин.
  • Moi, Hector Berlioz (2003) Франция. Клод Джосто.
  • Паганини: скрипач дьявола (2013) Германия, Италия. В главной роли скрипач-виртуоз Дэвид Гарретт.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. VIAF — 2012.
  2. Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #118591177 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 идентификатор BNF: اوپن ڈیٹا پلیٹ فارم, платформа відкритих даних, платформа открытых данных, plateforme de données ouvertes, piattaforma di dati aperti, Opendata-Plattform, otevřená data platforma, åben-data-platform, տվյալների բաց շտեմարան, platforma za odprte podatke, plataforma de datos abierta, plataforma de dados aberta, платформа адкрытых дадзеных, платформа на отворените данни, platforma otwartych danych, ашық деректер платформасы, ачык маалыматтарды платформа, açıq data platforma, ochiq ma'lumotlar platforma, açık verilerin platformu, платформа отвореног података, platforma otvorenih podataka, platforma otvorenog podataka, platforma otvorených údajov, πλατφόρμα ανοικτών δεδομένων, platformu atklātā datu, platforma atvira duomenų, platvormi avatud andmete, avoimen datan foorumi, nyílt adatok platformja, პლატფორმა ღია მონაცემები, платформа за отворени податоци, нээлттэй мэдээллийн тавцан, platformă de date deschise, platformo de malferma datumoj, open data platform, плятформа адкрытых зьвестак, Усьтэм даннойёслэн платформазы — 2011.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Г. Риман Паганини // Musiklexikon: Перевод с 5-го немецкого издания / под ред. Ю. Д. ЭнгельМ.: Музыкальное издательство П. И. Юргенсона, 1901. — Т. 3. — С. 980–981.
  5. 5,0 5,1 Паганини Никколо // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  6. 6,0 6,1 Paganini, Nicolo // 1911 Encyclopædia Britannica — 11 — New York City: 1911. — Vol. 20. — P. 449.
  7. Тибальди-Кьеза, 2008, с. 2525
  8. 8,0 8,1 Тибальди-Кьеза, 2008, с. 2626
  9. Тибальди-Кьеза, 2008, с. 2929
  10. Тибальди-Кьеза, 2008, с. 4040
  11. Тибальди-Кьеза, 2008, с. 3030
  12. Тибальди-Кьеза, 2008, с. 3131
  13. Тибальди-Кьеза, 2008, с. 3737
  14. Тибальди-Кьеза, 2008, с. 37—3837—38
  15. Тибальди-Кьеза, 2008, с. 38—3938—39
  16. Тибальди-Кьеза, 2008, с. 4141
  17. Тибальди-Кьеза, 2008, с. 4848
  18. Тибальди-Кьеза, 2008, с. 59—6059—60
  19. Тибальди-Кьеза, 2008, с. 8282
  20. Мария Тибальди-Кьеза Паганини / пер. с ит. И. Константиновой — М.: Молодая гвардия, 2008. — 388 б. — (Жизнь замечательных людей). — ISBN 978-5-235-03117-3.
  21. Морамарко М. Масонство в прошлом и настоящем БИОГРАФИИ МАСОНОВ — Электронная Библиотека истории масонства
  22. Myron R. Schoenfeld, MD Nicolo Paganini, January 2, 1978, Schoenfeld 239 (1): 40 – JAMA. Jama.ama-assn.org (1978-01-02). Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 июнь 2013. 12 ноябрь 2011 тикшерелгән.
  23. Paganini's left hand. Violinist.com. Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 июнь 2013. 12 ноябрь 2011 тикшерелгән.
  24. Паганини Никколо. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 апрель 2013. 24 апрель 2013 тикшерелгән.

Комментарийҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Паганини не причислял Ролла к своим учителям, однако Джервазони пишет, что Никколо брал у него уроки.
  2. Это сочинение юного Паганини не сохранилось.
  3. Паганини не причислял Ролла к своим учителям, однако Джервазони пишет, что Никколо брал у него уроки.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Татьяна Берфорд, Николо Паганини. Стилевые истоки творчества, СПб.: Издательство имени Н. И. Новикова, 2010. 480 с.
  • Филипп Борер, The Twenty-Four Caprices of Niccolò Paganini: their significance for the history of violin playing and the music of the Romantic era (=Двадцать четыре каприса Никколо Паганини: их значение в истории скрипичного искусства и музыкальной культуре эпохи романтизма), Zurich: M. Scherrer, 1997. 299 c.
  • Ф. Борер, Об аутентичных струнах Н. Паганини и не только (перевод Т. Берфорд,) // Старинная музыка, № 1-2 (31-32) М., 2006, С. 21-25. http://vik.ho.ua/FILES/Corda.pdf
  • Константин Георгиевич Мострас, 24 каприса для скрипки соло Н.Паганини: методические комментарии, М.: Музгиз, 1959. 165 с.
  • Н. Ф. Соловьёв Паганини // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
  • Мария Тибальди-Къеза Паганини — М.: Молодая гвардия, 2008. — (Жизнь замечательных людей). — ISBN 978-5-235-03117-3.
  • Израиль Ямпольский, Никколо Паганини. Жизнь и творчество, M.: Музгиз, 1961. 378 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]