Булгаков Михаил Афанасьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Михаил Булгаков битенән йүнәлтелде)
Михаил Афанасьевич Булгаков
Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы, Киев

Вафат булған урыны:

СССР, Мәскәү

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, драматург

Ижад йылдары:

1919 — 1940

Йүнәлеше:

проза, театр

Жанр:

хәҙерге роман

Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында

Михаи́л Афана́сьевич Булга́ков (3 май (15 май 1891 — 10 март 1940) — рус яҙыусыһы, драматург, театр режиссёры һәм актёры. Повестәр, хикәйәләр, фельетондар, пьесалар, инсценировкалар, киносценарийҙар, опера либреттолары авторы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Михаил Булгаков 1891 йылдың 3 (15) майында Киев дини академияһы доценты (1902 йылдан — профессор) Афанасий Иванович Булгаков (1859—1907) һәм уның ҡатыны Варвара Михайловна (ҡыҙ фамилияһы — Покровская) (1869—1922) ғаиләһендә тыуған. Улар был ваҡытта Киев ҡалаһында йәшәгән.

1909 йылда Михаил Булгаков, Беренсе Киев гимназияһын тамамлағас, Киев университетының медицина факультетына уҡырға инә һәм 7 йыл уҡығандан һуң 1916 йылдың 31 октябрендә лекарь дипломы ала.

1913 йылда Татьяна Лаппаға (1892—1982) өйләнә.

Беренсе донъя һуғышы башланғас, бер нисә ай фронтҡа яҡын зонала эшләй. Бер аҙҙан уны Смоленск губернаһының Никольское ауылына эшкә ебәрәләр, унан һуң ул Вязьмала врач булып эшләй.

1918 йылда Киевҡа ҡайтып, врач-венеролог булып эшләй.

Рәсәйҙә граждандар һуғышы башланғас, 1919 йылдың февралендә Украина Халыҡ Респуликаһы армияһына хәрби врач булып алына. Һуңынан аҡтарҙың ғәскәрҙәрендә лә, Ҡыҙыл Тәре лә врач булып эшләй. Аҡтар сигенгәндә тиф менән сирләгән сағы була, шуға илде ташлап сығып китә алмай. Терелгәс, беренсе драма әҫәрҙәрен яҙа башлай.

1921 йылда Мәскәүгә йәшәргә күсә һәм актив яҙыша башлай.

1923 йылда Бөтә Рәсәй яҙыусылары Союзының ағзаһы булып китә.

1925 йылда Любовь Евгеньевна Белозерскаяға (1895—1987) өйләнә.

1926 йылдың октябрендә уның МХАТта ҡуйыла башлаған «Турбиндарҙың көндәре» тигән спектакле ҙур уңыш ҡаҙана. Сталин уны 14 тапҡыр ҡарай. Ошо ваҡытта газета, журнал биттәрендә Булгаковтың ижадын тәнҡитләүсе мәҡәләләр күбәйә, тәнҡитселәр араһында Маяковский ҙа була.

1926 йылдың октябрь аҙағында Вахтангов исемендәге Театрҙа ла Булгаковтың «Зойканың фатиры» исемле спектакль премьераһы ҙур уңыш менән үтә. 1928 йылда Мәскәүҙә уның «Ҡыҙыл утрау» спектакленең премьераһы ҡуйыла.

1932 йылда Булгаков Елена Сергеевна Шиловаға өйләнә.

1930 йылдан башлап Булгаковтың әҫәрҙәрен баҫмай башлайҙар, спектаклдәре репертуарҙарҙан алынып ташлана. 1930 йылдың 28 мартында Булгаков СССР хөкүмәтенә хат менән мөрәжәғәт итә, был хатта ул йә уға МХАТта эшләргә мөмкинлек биреүҙәрен, йә эмиграцияға китергә рөхсәт итеүҙәрен һорай. 1930 йылдың 30 апрелендә Булгаковҡа Сталин шылтырата һәм юлбашсы уға МХАТҡа эшкә барырға кәңәш бирә.

1930 йылда ул ТРАМда (Эшсе йәштәрҙең үҙәк театры) режиссёр булып эшләй. 1930—1936 йылдарҙа — МХАТта режиссёрҙың ассистенты булып эшләй.

1932 йылда МХАТ сәхнәһендә Николай Гоголдең «Үлек йәндәр» спектакле ҡуйыла, уның сценарийын Булгаков яҙған була.

1934 йылдың июлендә Булгаков Совет яҙыусыларының союзына алына.

1936 йылда Булгаков МХАТтан китә һәм Большой театрҙа либреттист һәм тәржемәсе булып эшләй башлай.

1939 йылда Булгаковтың һаулығы ныҡ насарая башлай.

1940 йылдың 10 мартында Михаил Афанасьевич Булгаков вафат була һәм Новодевичье зыяратына ерләнә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Чудакова М. О. Жизнеописание Михаила Булгакова. — 2-е изд., доп. — М.: Книга, 1988. — 669, [2] с. — (Писатели о писателях). — ISBN 5-212-00075-0.
  • Воспоминания о Михаиле Булгакове / [Составители Е. С. Булгакова, С. А. Ляндрес; Вступ. ст. В. Я. Лакшина, с. 7-37; Послесл. М. О. Чудаковой, с. 483-524]. — М.: Советский писатель, 1988. — 525, [1] с. — ISBN 5-265-00316-0.
  • Филатьев Э. Н. Тайна булгаковского «мастера…». — СПб.: Азбука, 2011. — 559 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-389-02084-9.
  • 'Быков Д. Три соблазна Михаила Булгакова 2007 йыл 20 май архивланған. // Огонёк, 2002
  • Гаспаров Б. М. Из наблюдений над мотивной структурой романа М. А. Булгакова «Мастер и Маргарита» 2008 йыл 1 июнь архивланған.
  • Энциклопедия булгаковская / Борис Соколов. — М.: Локид : Миф, 1996. — 586 с. ISBN 5-320-00143-6 : ISBN 5-87214-028-3; 2-е изд. 2000. — ISBN 5-320-00385-4
  • Зеркалов А. Этика Михаила Булгакова / Александр Зеркалов. — М.: Текст, 2004 (ОАО Можайский полигр. комб.). — 237 с. — (Коллекция / Текст). ISBN 5-7516-0409-1
  • Зеркалов А. Евангелие Михаила Булгакова : опыт исслед. ершалаим. глав романа «Мастер и Маргарита» / Александр Зеркалов. — 3-е изд. — М.: Текст, 2006 (Можайск (Моск.обл.) : Можайский полиграфкомбинат). — 188, [3] с. — (Коллекция/Текст). ISBN 5-7516-0574-8
  • Яновская Л. М. Записки о Михаиле Булгакове / Л. Яновская. — М.: Параллели, 2002. — 413, [2] с. ISBN 5-93273-068-4
  • Варламов А. Н. Михаил Булгаков / Алексей Варламов. — М.: Молодая гвардия, 2008. — 838, [2] с. — (Жизнь замечательных людей : серия биографий / основана в 1890 г. Ф. Павленковым и продолжена в 1933 г. М. Горьким; Вып. 1339 (1139)). ISBN 978-5-235-03132-6
  • Анатолий Кончаковский, Светлана Ноженко «М.Булгаков. Киевское эхо», 2011.
  • Кривоносов Ю. М. Михаил Булгаков. Фотолетопись жизни и творчества [Текст] : специальное издание к 120-летнему юбилею великого писателя / Юрий Кривоносов. — М.: Эксмо, 2011. — 258 с. — (ВИП-персоны). ISBN 978-5-699-43462-6
  • Варламов А. Н.. Михаил Булгаков. Биография (в 2 т.) — СПб.: «Вита Нова», 2008. — т. 1 — с. 512 — ISBN 978-5-93898-312-0, — т. 2 — с. 528 — ISBN 978-5-93898-314-4 — Серия: Жизнеописания
  • Анджей Дравич. Вслед за Булгаковым по Киеву… и по Москве. с.с. 129—145. / Поцелуй на морозе. Перевод с польского, вст. статья и прим. М.Малькова Спб.:2013, электр. изд., испр. и дополн.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]