Хачатурян Арам Ильич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Арам Хачатурян
Արամ Խաչատրյան
Төп мәғлүмәт
Тыуған

24 май (6 июнь) 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})

Тыуған урыны

Коджоры ауылы, Тифлис губернаһы, Рәсәй империяһы

Үлгән

1 май 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (74 йәш)

Үлгән урыны

Мәскәү, СССР
Әрмәнстанда ерләнгән (Ереван).

Ил

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Һөнәрҙәре

композитор, кинокомпозитор, дирижёр, музыка педагогы

Инструменттар

фортепиано, скрипка, виолончель

Жанрҙар

Академик музыка, балет, концерт музыкаһы, симфоник музыка, камера музыкаһы

Наградалар
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1973
Ленин ордены — 1939 Ленин ордены — 1963 Ленин ордены — 1973 Октябрь Революцияһы ордены — 1971
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1945 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1966
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
«Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы
«Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы
«Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
«В память 800-летия Москвы» миҙалы
«В память 800-летия Москвы» миҙалы
Сәнғәт һәм әҙәбиәт ордены (Франция)
Сәнғәт һәм әҙәбиәт ордены (Франция)
«Поляк мәҙәниәтендәге ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе
«Поляк мәҙәниәтендәге ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе
Сәнғәт һәм Фән ордены — 1935
СССР-ҙың халыҡ артисы— 1954 РСФСР-ҙың халыҡ артисы— 1947 || Әрмән ССР-ының халыҡ артисы — 1955 ||

Хата: рәсем асылмай йәки юҡ.

Ленин премияһы — 1959 СССР Дәүләт премияһы — 1971 Сталин премияһы — 1941 Сталин премияһы — 1943 Сталин премияһы — 1946 Сталин премияһы — 1950 Әрмән ССР-ының дәүләт премияһы — 1965
Автограф
Автограф
Хачатуряндың виртуаль музейы
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Хачатурян Арам Ильич (Хачатрян) (әрм. Արամ Եղիայի Խաչատրյան, 6 июнь 1903 йыл, Тифлис (хәҙер Тбилиси) ҡалаһы янындағы Коджоры ауылы[1] — 1 май 1978 йыл, СССР, Мәскәү)[2] — әрмән совет композиторы, дирижер, педагог, музыка-йәмәғәт эшмәкәре. СССР-ҙың халыҡ артисы (1954), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973). Дүрт тапҡыр Сталин премияһы (1941, 1943, 1946, 1950), Ленин (1959) һәм СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1971) лауреаты. Әрмән ССР-ының Дәүләт гимны авторы (1944). Әрмән ССР-ының Фәндәр академияһы академигы (1963). XX быуат музыка әһелдәренең береһе[3][4][5]. 1943 йылдан Советтар Союзы Коммунистар партияһы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арам Ильич Хачатурян Грузияның Тифлис[6] (Тбилиси) ҡалаһы янындағы Коджоры ауылында, әрмән ғаиләһендә дүртенсе малай булып тыуған. Бала сағынан музыканы яратҡан, мәктәп капеллаһында фортепиано, борғо һәм тубала уйнаған, әммә ата-әсәһе был мауығыуын хупламағас, 19 йәшендә генә етди шөғөлләнә башлаған[7].

1921 йылда 18 йәшлек Хачатурян бер төркөм әрмән йәштәре менән Мәскәүгә килә, бында уның ағаһы Сурен Хачатурян йәшәгән һәм театр режиссеры булып эшләгән[8]. Ул Мәскәү университетының физика-математика факультетының биология бүлегенә уҡырға инә[9], ләкин бер йыл үткәс, Гнесин музыкаль училищеһына уҡырға инә, унда виолончель һәм фортепианола уйнарға, композиция дәрестәрен алған[10]. Михаил Гнесин һәләтле студентҡа ярҙам итә. Училищеһы Хачатурян 1929 йылда тамамлай.

19261928 йылдарҙа Мәскәүҙең Әрмәнстан мәҙәниәт йортонда эшләй.

1929 йылда Хачатурян Мәскәү консерваторияһына уҡырға инә, унда композиция классы буйынса башта M. Ф Гнесинда, һуңынан Н. Я. Мясковскийҙа белем ала; уның инструментовка буйынса остаздары Р. М. Глиэр һәм С. Н. Василенко була. 1934 йылда ул консерваторияны ҡыҙыл диплом менән тамамлай һәм ике йыл дауамында шунда уҡ аспирантурала Н. Я. Московскийҙа белемен камиллаштыра. Студент йылдарында уҡ әҫәрҙәр яҙа башлай, улар араһында: Скрипка һәм фортепиано өсөн йыр-поэма (1929)[11], Альт һәм фортепиано өсөн сюита (1929), Фортепиано өсөн токката (1932), Фортепиано, скрипка һәм кларнет өсөн трио (1932)[10]. Һуңынан рус мәктәбе йолалары буйынса Беренсе симфония (1934), оркестр менән фортепиано өсөн концерттар (1936, скрипка (1940), виолончель (1946). 1944 йылда Әрмән ССР-ының гимн музыкаһы авторы була. Мәскәү консерваторияһында Арам Хачатурян исеме уҡыу йортон иң яҡшы тамамлаусылар исемлегенә индерелде.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Арам Хачатурян Бөтә Союз радиоһында эшләп, патриотик йырҙар һәм марштар яҙа.

1939 йылда ул «Бәхет» исемле беренсе әрмән балетын ижад итә, әммә, етешһеҙлектәрен табып, музыкаһының күп өлөшөн үҙгәртеп яҙа. Һөҙөмтәлә, барыһы ла «Гаянэ» балетын яҙыу менән тамамлана, әммә был инде Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында була. Был хаҡта композитор аҙаҡтан шулай ти: «Мин Пермдең „Үҙәк“ ҡунаҡханаһында 5-се ҡатта йәшәнем. Ул ваҡытарҙы иҫкә алғанда, мин йәнә һәм йәнә кешеләргә ниндәй ауыр булыуын уйлайым. Фронтҡа ҡорал, икмәк, махорка кәрәк ине... Ә сәнғәткә — рухи аҙыҡҡа барыһы ла мохтаж булды, — фронт та, тыл да. Беҙ — артистар һәм музыканттар быны яҡшы аңланыҡ һәм бөтә көсөбөҙҙө бирҙек. «Гаянэ»ның 700 битлек партитураһын мин ярты йыл эсендә һыуыҡ ҡунаҡхана бүлмәһендә яҙҙым, унда бары тик пианино, ултырғыс, өҫтәл һәм карауат ҡына бар ине. Ошолар менән бергә «Гаянэ»ның сирек быуат буйы сәхнәнән төшмәгән берҙән-бер совет балеты булыуы минең өсөн үтә лә ҡиммәт...».

«Спартак» балеты Хачатуряндың һуғыштан һуң иң күренекле эше була. Партитура 1954 йылда тамамлана, ә 1956 йылдың декабрь айында премьераһы була. Ошо вакыттан «Спартак» балет труппаларының репертурына ныҡлап инде һәм донъяның иң яҡшы сәхнәләрендә ҡуйылды. Уны Л. Якобсон, И. Моисеев, Ю. Григорович, Е. Чанга һәм башҡа күренекле балетмейстерҙар ҡуйҙы.

Комитас, Хачатурян, Сарьян, Тертерян, Спендиарян, Горки, Аветисян, Орбели, Симонян

Бер үк ваҡытта Хачатурян театрҙа кино өлкәһендә эшләй, егерменән ашыу кинофильмға музыка яҙа[10]. 30—50-се йылдарҙа Хачатурян спектаклдәрҙе музыкаль яҡтан биҙәй[12].

1950 йылдан Арам Хачатурян дирижер булараҡ йыш сығыш яһай, уңышлы гастролдәре менән СССР һәм сит илдәр буйлап йөрөй[10]. 1950 йылдан алып Мәскәү консерваторияһында һәм Гнесиндар институтында композицияны уҡыта (1951 йылдан — профессор).

Ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары (1939—1948), 1957 йылдан — СССР Композиторҙар союзы секретаре. Латин Америкаһы илдәре менән дуҫлыҡ һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек Совет ассоциацияһы президенты (1958 йылдан). Совет тыныслыҡты яҡлау комитеты ағзаһы (1962 йылдан), Әрмән ССР-ы фәндәр академияһы академигы.

Әрмәнстан баш ҡалаһы Ереванда Комитас исемендәге парк пантеонында ерләнгән.

А. И. Хачатурян әҫәрҙәре үлгәндән һуң Мәскәүҙә баҫылып сыҡҡан.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Airbus A319 «, А. Хачатурян»
  • Композитор исемен йөрөткән урындар: Мәскәү төньяғында, Симферополдә һәм Астанала урамдар.
  • 2006 йылдың 31 октябрендә Мәскәүҙә Арам Хачатурян һәйкәле асылған (скульпторы Георгий Франгулян, архитекторы Игорь Воскресенский). Гранит Һәйкәл Ереван үҙәгендә, бөйөк композитор исемен йөрөткән Ҙур концерт залы алдында тора.
  • Әрмәнстан Республикаһының баш ҡалаһы Ереван үҙәгендә композиторҙың йорт-музейы асылған.
  • Хачатурян музыкаһы фильмдарҙа күп файҙаланыла. Улар араһында — «2001: Космическая одиссея» (С. Кубрик), «Калигула» (Т. Брасс), «Подручный Хадсакера» (бер туған Коэндар), «Покаяние» (Т. Абуладзе), «Игры патриотов», «Прямая и явная угроза» (Ф. Нойс), «Чужие» (Дж. Кэмерон)[13], «Олдбой» (Чхан Ук Пак), британия телесериалы «Линия Онедина» (1971—1980 йй.).
  • «Аэрофлот» авиакомпанияһы Airbus A319-112 самолет (борт номеры VQ-BCO) А. И. Хачатурян исемен йөрөтә[14][15]
  • А. И. Хачатурян хөрмәтенә почта маркаһы сығарылған:

Арам Хачатурян исемендәге халыҡ-ара конкурс[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арам Хачатурян исемендәге халыҡ-ара конкурс Ереванда 2003 йылдан алып 6—14 июндә йыл һайын үткәрелә. Беренсе тапҡыр был проект бөйөк композитор тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған саралар менән ойошторолған.

Конкурс өс бүлек — «фортепиано», «скрипка» һәм «виолончель» буйынса үтә, йәш исемдәрҙе асыуға йүнәлтелгән.

Ҡатнашыусылар географияһы бик киң: БДБ илдәре, АҠШ, Канада, Мексика, Франция, Германия, Испания, Италия, Бельгия, Бөйөк Британия, Ҡытай һәм башҡа күп илдәр.

Әҫәрҙәр исемлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балеттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Маскарад (1939)
  • «Гаянэ» (1942, икенсе редакция 1957)
  • «Спартак» (1956, икенсе редакция — 1958, өсөнсө — 1968)

Оркестр әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бейеү сюитаһы (1933)
  • Симфония № 1 (1934)
  • «Валенсианская вдова» пьесаһы музыкаһынан сюита (1940)
  • «Гаянэ» балеты өсөн музыкаһынан 1-се сюита (1943)
  • «Гаянэ» балеты өсөн музыкаһынан 2-се сюита (1943)
  • «Гаянэ» балеты өсөн музыкаһынан 3-сө сюита (1943)
  • Икенсе симфония «Ҡыңғырау менән симфония» (1943, икенсе редакция — 1944)
  • «Маскарад» пьесаһы музыкаһынан сюита (1944)
  • «Русская фантазия» (1944)
  • Өсөнсө симфония «Симфония-поэма» (1947)
  • «Ода памяти Ленина» (1948)
  • «Сталинградская битва» фильмы музыкаһынан сюита (1950)
  • «Торжественная поэма» (1950)
  • «Спартак» балетынан 1-се сюита (1955)
  • «Спартак» балетынан 2-се сюита (1955)
  • «Спартак» балетынан 3-сө сюита (1955)
  • «Спартак» балетынан симфоник һүрәттәр (1955)
  • «Приветственная увертюра» (1958)
  • «Лермонтов» пьесаһы музыкаһынан сюита (1959)

Концерттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Фортепиано менән оркестр өсөн концерт (1936)
  • Скрипка менән оркестр өсөн концерт (1940)
  • Оркестр менән виолончель өсөн концерт (1946)
  • Скрипка менән оркестр өсөн концерт-рапсодия (1961)
  • Виолончель менән оркестр өсөн концерт-рапсодия (1963)
  • Фортепиано менән оркестр өсөн концерт-рапсодия (1968)

Вокал һәм хор музыкаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сталин тураһында поэма (Ашуг йыры) ҡатнаш хор һәм оркестр өсөн (1938)
  • Әрмән ССР-ның дәүләт гимны ҡатнаш хор һәм оркестр өсөн (1944)
  • Өс концерт арияһы сопрано һәм оркестр өсөн (1946)
  • «Шатлыҡҡа мәҙхиә» меццо-сопрано, ҡатнаш хор, скрипкасылар ансамбле, ун арфа һәм оркестр өсөн (1956)
  • «Ватан тураһында баллада» бас һәм оркестр өсөн (1961)

Фортепиано өсөн әҫәрҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Поэма (1925)
  • Анданте (1926)
  • Вальс-капри " биюе (1926)
  • Вальс-этюд (1926)
  • Балалар альбомы, беренсе өлөш (1926—1947)
  • Поэмаһы (1927)
  • Ете речитатив һәм фуг (1928—1966)
  • Сюита (1932)
  • Токката (1932)
  • Хореографик вальс (1944)
  • Ике фортепиано өсөн сюита, (1945)
  • Вальс (1952, «Маскарад» пьесаһы өсөн музыка)
  • Сонатина (1959)
  • Соната (1961)
  • Балалар альбомы, икенсе өлөш (1965)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Герой Соц.
  2. Биография Арама Хачатуряна. РИА Новости (6 июнь 2013). Архивировано 10 июнь 2013 года.
  3. 100 Greatest Classical Composers by Era
  4. Aram Khachaturian
  5. Aram Khachaturian Biography 1/10 — YouTube
  6. Aram KhachaturianБританника энциклопедияһында
  7. Арам Хачатурян // 100 композиторов XX века (перевод с немецкого). — Урал LTD, 1999. — С. 168. — ISBN 5-8029-0084-9.
  8. Хачатурян, Сурен Ильич // Театральная энциклопедия (под. редакцией П. А. Маркова). — Советская энциклопедия, 1967. — Т. 6.
  9. 100 великих композиторов/Автор-составитель Д. К. Самин. — М.: Вече, 2008. — С.371-376.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 Арам Хачатурян // 100 композиторов XX века (перевод с немецкого). — Урал LTD, 1999. — С. 169. — ISBN 5-8029-0084-9.
  11. Хачатурян Арам Ильич — Песня-поэма (в честь ашугов). Classic-online. Дата обращения: 12 март 2013. Архивировано 15 март 2013 года.
  12. Хачатурян, Арам Ильич // Театральная энциклопедия (под. редакцией П. А. Маркова). — Советская энциклопедия, 1967. — Т. 6.
  13. en:Aliens (score)
  14. Список именных бортов авиакомпании «Аэрофлот»
  15. Пресс-релиз Аэрофлота о введении в эксплуатацию А319 "А. 2014 йыл 13 апрель архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Тигранов Г. Г. Арам Хачатурян. — Л.: Музыка, 1978.
  • Тигранова И. Г. Лирические образы в творчестве Арама Хачатуряна. — Ер., 1973.
  • Хараджанян Р. Фортепианное творчество Арама Хачатуряна. — Ер.: Айастан, 1973.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]