Густав Малер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Густав Малер
Gustav Mahler
Төп мәғлүмәт
Тулы исеме

нем. Gustav Mahler

Тыуған

7 июль 1860({{padleft:1860|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})

Тыуған урыны

Калиште, Богемия, Австро-Венгрия

Үлгән

18 май 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (50 йәш)

Үлгән урыны

Вена

Ил

Австро-Венгрия Австро-Венгрия

Һөнәрҙәре

композитор, дирижёр

Әүҙем йылдары

1880 – 1911

Коллективтар

Венская опера
Метрополитен Опера
Нью-Йоркский филармонический оркестр

Автограф
Автограф
mahler2007.narod.ru
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Густав Малер (нем. Gustav Mahler, 7 июль 1860 йыл, Калиште, Богемия, Австро-Венгрия[1] — 18 май 1911 йыл, Вена) — Австрия композиторы һәм дирижёры. XIX—XX быуат башының танылған композитор-симфонисы һәм дирижёрҙарҙың береһе.

Малерҙың әҫәрҙәре бик күп түгел, улар йырҙар һәм симфонияларҙан тора. Үҙе үлгәндән һуң ғына танылыу ала.

Композиторҙың ижади мираҫын өйрәнеү өсөн 1955 йылда Халыҡ-ара Густав Малер йәмғиәте төҙөлә[2] .

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бала сағы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Густав Малер 6 йәшендә

Густав Малер Богемиялағы Калиште (хәҙерге Край Высочина, Чехия) ауылында урта хәлле йәһүд ғаиләһендә тыуған[3]. Атаһы Бернхард Малер (1827—1889) (сығышы менән Липница-над-Сазавонан) трактир тотҡан, ваҡ сауҙа менән шөғөлләнгән, атаһы яғынан олатаһы ла трактирщик булған [4]. Әсәһе Мария Германн (1837,Ледеч-над-Сазавоу —1888)- һабын эшләүсе ваҡ фабрикант ҡыҙы[4]. Натали Бауэр-Лехнер әйтеүенсә, Малерҙар бер-береһенә бөтөнләй тап килмәй: «Ул (ире) — тиҫкәрелек, ҡатыны — тыйнаҡлылыҡ»[5]. Уларҙың 14 балаһының (Густав икенсе булған) һигеҙе үлгән[4].

Ғаилә музыка менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай, ләкин Густав тыуғандан һуң ғаилә Йиглаваға күсенә. Был Моравия ҡалаһында XIX быуаттың икенсе яртыһында башлыса немецтар йәшәй. Бында драма театрында ҡайһы ваҡыт опера спектаклдәре ҡуйыла, йәрминкәләр ойошторола һәм хәрби тынлы оркестр уйнай[6][7]. Дүрт йәшлек Густав Малер халыҡ йырҙарын, марштарҙы ауыҙ гармоникаһында уйнай башлай. Был жанрҙар композитор ижадында киләсәктә мөһим урын аласаҡ[6][8].

6 йәштән Малерҙы фортепианола уйнарға өйрәтә башлайҙар, 10 йәштә, 1870 йылдың көҙөндә Йиглавала ул тәүге тапҡыр концертта ҡатнаша, был ваҡытта ул композитор булараҡ беренсе әҫәрҙәрен яҙа[4]. 1874 йылда 13-сө йәш менән барғанҡустыһы Эрнст үлгәс, Малер дуҫы Йозеф Штайнер менән ҡустыһы иҫтәлегенә «Герцог Эрнст Швабский» тигән опера яҙа башлай (нем. Herzog Ernst von Schwaben), ләкин операның либреттоһы ла, ноталары ла һаҡланмаған [9][10].

Гимназияла Малер музыка һәм әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына, ләкин башҡа фәндәрҙән уртаса уҡый. Прага гимназияһына күсеү ҙә ярҙам итмәй, уның уҡыуы яҡшырмай, атаһы уның эшҡыуар булырына өмөтөн өҙә. 1875 йылда ул Густавты Венаға билдәле педагог Юлиус Эпштейнға алып бара[11][4].

Йәшлеге. Вена[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Малерҙың һәләтле уҡыусы икәнен күргән профессор Эпштейн уны Вена консерваторияһына Франц Креннда уҡырға ебәрә[12]. Ул Антон Брукнерҙың лекцияларын тыңлай, уны үҙенең уҡытусыһы тип иҫәпләй[4].

Вена бер нисә быуат буйы Европаның музыкаль баш ҡалаһы тип иҫәпләнә, бында Людвиг ван Бетховен һәм Франц Шуберт рухы йәшәй, 70-се йылдарҙа бында А. Брукнерҙан тыш Иоганнес Брамс йәшәй, Вена музыка һөйөүселәр йәмғиәте концерттарында ул ваҡыттағы иң яҡшы дирижёрҙар, шул иҫәптән, Ханс Рихтер, Вена император операһында Аделина Патти, Паолина Лукка йырлай, ә Вена урамдарында йыш яңғыраған халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре Малерға ижадҡа илһам бирә[13][14]. 1875 йылдың көҙөндә Австрия башҡалаһына Рихард Вагнеркилеүе бындағы музыка һөйөүселәр донъяһын ҡуҙғытып ебәрә[15]. Малер Вагнер менән Брамс музыкаһын яратыусылар араһындағы низағтың шаһиты була. Уның ля-минор квартетында (1876) Брамсҡа оҡшарға тырышыу, дүрт йылдан һуң үҙе яҙған шиғырға «Жалобная песнь» кантатаһында инде Вагнер менән Брукнер тәьҫире һиҙелә[16][17].

консерваторияла уҡыған саҡта Малер экстерн менән Йиглава гимназияһын тамамлай; 1878—1880 йылдарҙа ул Вена университетында тарих һәм философия буйынса лекциялар тыңлай, фортепианола уйнап йәшәргә аҡса таба[4]. Малерҙы шәп пианист тип һанайҙар, уның композитор тәжрибәһе профессорҙар тарафынан хупланмай; 1876 йылда симфонияһының беренсе өлөшө өсөн улпю беренсе премия ала[18][12]. 1878 йылда Малер консерваторияны тамамлай, бында ул үҙе кеүек танылмаған композиторҙар Хуго Вольф һәм Ханс Ротт менән дуҫлаша; һуңғыһы уға бигерәк тә яҡын була, бер нисә йылдан һуң Малер Н. Бауэр-Лехнерға яҙған хатында дуҫының ижадына юғары баһа бирә[19]. Роттың Малерға тәьҫире (бигерәк тә Береенсе симфонияла) хәҙерге тикшеренеүселәргә Брукнер менән Малер араһында Ротт тора тип әйтергә мөмкинлек бирә[20].

Вена Малер өсөн икенсе тыуған еренә әйләнә, уны музыка классикаһына һәм яңы музыкаға алып килә, уның рухи донъяһының сиктәрен билдәләй, уны төрлө юғалтыуҙарға, аҡса юҡлыҡҡа түҙергә өйрәтә[11]. 1881 йылда ул Бетховен конкурсына «Жалобная песнь» тигән әҫәрен тәҡдим итә. Был романтик легендала ағаһы тарафынан үлтерелгән рыцарҙың һөйәгенән эшләнгән флейта шпильман (музыкант) ҡулында кеше үлтереүсене фашлай торған ҡоралға әйләнә[21][22]. Ун биш йылдан һуң Малер тап «Жалобная песнь» әҫәре уны „Малер“ итеүе тураһында яҙа, уға беренсе опус тигән исем бирә[23]. 600 Австрия гульдены күләмендәге премияны И. Брамс, Эдуард Ганслик, композитор Карл Гольдмарк һәм дирижёр Ханс Рихтерҙан торған жюри Роберт Фуксҡа бирә[24][25]. Н. Бауэр-Лехнер Малер был еңелеүҙе бик ныҡ ауыр кисерә, күп йылдар үткәс ул әгәр ошо конкурста еңгән булһам, бер ҡасан да тормошомдо опера театры менән бәйләмәҫ инем ти[25][24]. Шунан алда ошо уҡ конкурста уның дуҫы Брукнерҙың яратҡан уҡыусыһы Ротт уңышһыҙлыҡҡа осрай; жюри ағзаларының мыҫҡыллы һүҙҙәре уның психикаһына ауыр тәьҫир итә, һәм 4 йылдан һуң 25 йәшлек композитор психик сирлеләр дауаханаһында вафат була[20][26].

Малер был уңышһыҙлыҡтан һуң композициянан баш тарта ( 1881 йылда ул «Рюбецаль» әкиәт опера өҫтөндә эшләй, уны тамамламаған килеш ҡалдыра), үҙен башҡа төрлө эшмәкәрлектә һынап ҡарарға була һәм шул уҡ йылда Лайбахтан дирижёр вазифаһына саҡырыу ала (хәҙерге Любляна) [24][27].

Әһәмиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Файл:Mahlercartoon 1907.jpg
К выходу Шестой симфонии Малера. "Боже мой, я забыл автомобильный клаксон. Теперь мне придётся написать ещё одну симфонию! " 1907 год.

1911 йылда, вафаты ваҡытында, симфонияларын Европала, Рәсәйҙә һәм Америкала 260 тапҡыр уйнаған булалар. Иң йышы Дүртенсе симфония башҡарыла.

Тере сағында Малерҙың әҫәрҙәре ҡыҙыҡһыныу уята, әммә яҡшы рецензиялар бик һирәк була.

Малерҙың танылыуы һуғыштан һуңға тура килә.

Йөҙ йәше тулғандан һуң, бик ҡыҫҡа ғына ваҡытта, 1960 Малер иң йыш башҡарылған һәм яҙҙыртылған копозиторға әүерелә.

Меркурийҙағы кратерға Малер исеме бирелгән.

Малерҙың үҙе башҡарған әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1905 йылдың 9 ноябрендә Малер Вельте-Миньонда үҙенең 4 әҫәрен яҙҙыртҡан булған

  • "Шёл сегодня утром по полю. (Ging heut "Morgen übers Feld) из цикла Песни странствующего подмастерья (Lieder eines fahrenden Gesellen) (с фортепианным аккомпанементом).
  • "Шёл с радостью по зелёному лесу. (Ich Ging MIT Lust Durch Einen grünen Wald) из цикла Волшебный рог мальчика (Des Knaben Wunderhorn) (с фортепианным аккомпанементом).
  • «Небесная жизнь». (Das Leben himmlische) Песня из цикла Волшебный рог мальчика (Des Knaben Wunderhorn) 4-я часть из Симфонии № 4 (с фортепианным аккомпанементом).
  • 1-я часть (Траурный марш) из Симфонии № 5 (в транскрипции для фортепиано соло).

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Квартет ля минор, (1876)
  • «Das Lied klagende» («Печальная песнь»), кантата (1880), соло, хор и оркестр.
  • Три песни (1880)
  • «Rübezahl», опера-сказка (1879-83)
  • Четырнадцать песен с аккомпанементом (1882—1885)
  • «Lieder eines fahrenden Gesellen» («Песни странствующего подмастерья»), (1885—1886)
  • «Де-Knaben рог» (Humoresken) («Волшебный рог мальчика»), 12 песен (1892—1901)
    • «Das Leben himmlische» («Небесная жизнь») — вошла в Симфонию № 4 (4-я часть)
  • Рюкерт Lieder, песни на слова Рюккерта (1901—1902)
  • «Kindertotenlieder» («Песни об умерших детях»), (1901—1904)
  • «Das Lied фон дер Erde» («Песнь о земле»), симфония-кантата (1908—1909)
  • Сюита из оркестровых произведений Иоганна Себастьяна Баха (1909)
  • Симфония № 1 ре мажор (D-Dur) (1884—1888)
  • Симфония № 2 (1888—1894)
  • Симфония № 3
  • Симфония № 4 (1899—1901)
  • Симфония № 5 (1901—1902)
  • Симфония № 6 ля минор (1903—1904)
  • Симфония № 7 (1904—1905)
  • Симфония № 8
  • Симфония № 9
  • Симфония № 10 (не окончена)

и др.

Яҙҙырылған әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Густав Малерҙың бар әҫәрҙәрен дә яҙҙыртҡан дирижерҙар :

  • Клаудио Аббадо
  • Леонард Бернстайн (дважды)
  • Гари Бертини
  • Пьер Булез
  • Валерий Гергиев
  • Михаэль Гилен
  • Элиаху Инбал
  • Рафаэль Кубелик
  • Джеймс Левайн
  • Лорин Маазель
  • Вацлав Нойман
  • Сэйдзи Одзава
  • Саймон Рэттл
  • Евгений Светланов
  • Лейф Сегерстам
  • Джузеппе Синополи
  • Клаус Теннштедт
  • Майкл Тилсон Томас
  • Бернард Хайтинк
  • Рикардо Шайи
  • Джерард Шварц
  • Георг Шолти
  • Кристоф Эшенбах

Мөһим яҙмалар яҙҙырған дирижёрҙар:

  • Карел Анчерл (№ 1, 5, 9)
  • Джон Барбиролли (№ 1-7, 9, «Песнь о земле»)
  • Рудольф Баршай (№ 5, 9, 10 в собственной редакции)
  • Семён Бычков (№ 3, «Песнь о земле»)
  • Хироси Вакасуги (№ 1-4, 6, 8-10, «Песнь о земле»)
  • Бруно Вальтер (№ 1, 2, 4, 5, 9, «Песнь о земле»)
  • Антони Вит (№ 2-6, 8, 10)
  • Яша Горенштейн (№ 1, 3-9, «Песнь о земле»)
  • Карло Мария Джулини (№ 1, 9, «Песнь о земле»)
  • Колин Дэвис (№ 1, 4, 8, «Песнь о земле»)
  • Густаво Дюдамель (№ 1, 5, 8)
  • Курт Зандерлинг (№ 4, 9, 10, «Песнь о земле»)
  • Томас Зандерлинг (№ 6)
  • Ойген Йохум («Песнь о земле»)
  • Гилберт Каплан (№ 2, Адажиетто из № 5)
  • Герберт фон Караян (№ 4-6, 9, «Песнь о Земле»)
  • Рудольф Кемпе (№ 1, 2, 5, «Песнь о земле»)
  • Карлос Клайбер («Песнь о земле»)
  • Отто Клемперер (№ 2, 4, 7, 9, «Песнь о земле»)
  • Пауль Клецки (№ 1, 4, 9, «Песнь о земле»)
  • Кирилл Кондрашин (№ 1, 3-7, 9)
  • Йозеф Крипс (№ 1, «Песнь о земле»)
  • Эрих Ляйнсдорф (№ 1, 3, 5, 6)
  • Виллем Менгельберг (№ 4)
  • Зубин Мета (№ 1-7, 10)
  • Димитрис Митропулос (№ 1, 3, 5, 6, 8-10)
  • Роджер Норрингтон (№ 1, 2, 4, 5, 9)
  • Юджин Орманди (№ 1, 2, 10, «Песнь о земле»)
  • Фриц Райнер (№ 4, «Песнь о земле»)
  • Ханс Росбауд (№ 1, 4, 6, 7, 9, «Песнь о земле»)
  • Эса-Пекка Салонен (№ 3, 4, 6, 9, 10, «Песнь о земле»)
  • Джордж Селл (№ 4, 6, 9, 10, «Песнь о земле»)
  • Леонард Слаткин (№ 1, 2, 8, 10)
  • Уильям Стайнберг (№ 1, 2, 5, 7, «Песнь о земле»)
  • Леопольд Стоковский (№ 2, 8)
  • Юрий Темирканов (№ 4, 5)
  • Оскар Фрид (№ 2)
  • Гюнтер Хербиг (№ 5, 6, 9)
  • Филипп Херревеге (№ 4, «Песнь о земле» в камерной редакции Арнольда Шёнберга)
  • Бенджамин Цандер (№ 1, 3-6, 9)
  • Герман Шерхен (№ 1-3, 5-10)
  • Ханс Шмидт-Иссерштедт (№ 1, 2, 4, «Песнь о земле»)
  • Карл Шурихт (№ 2, 3, «Песнь о земле»)
  • Марис Янсонс (№ 1-3, 5-9)
  • Неэме Ярви (№ 1-8)
  • Пааво Ярви (№ 1-3, 10)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Хәҙерге — Крае Высочина, Чехия
  2. Международного общества Густава Малера 2012 йыл 14 август архивланған.  (инг.)
  3. Барсова. Густав Малер, 1968, с. 13
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 Danuser, 1987, с. 683
  5. Цит. по: Барсова. Густав Малер, 1968, с. 13
  6. 6,0 6,1 Барсова. Густав Малер, 1968, с. 14
  7. Franklin, 1997, с. 9, 20
  8. Franklin, 1997, с. 11—12
  9. Franklin, 1997, с. 23
  10. Blaukopf, 1969, с. 21—23
  11. 11,0 11,1 Барсова. Густав Малер, 1968, с. 15
  12. 12,0 12,1 Franklin, 1997, с. 31
  13. Барсова. Густав Малер, 1968, с. 15—16
  14. The Mahler Companion, 2002, с. 22—25
  15. Franklin, 1997, с. 33
  16. Барсова. Густав Малер, 1968, с. 16—17, 40—41
  17. The Mahler Companion, 2002, с. 44
  18. Барсова. Густав Малер, 1968, с. 16—17
  19. Leibnitz T. «Lachen Sie nicht, meine Herren…» Internationale Hans Rott Gesellschaft Wien. Дата обращения: 20 сентябрь 2015.
  20. 20,0 20,1 Tess James. Hans Rott (1858-1884) — the missing link between Bruckner and Mahler. The Online Journal of the Society for Music Theory (1 January, 1999). Дата обращения: 21 сентябрь 2015.
  21. Барсова. Густав Малер, 1968, с. 40—41
  22. The Mahler Companion, 2002, с. 43—46
  23. Малер. Письма, 1968, с. 185
  24. 24,0 24,1 24,2 La Grange I, 1979
  25. 25,0 25,1 Бауэр-Лехнер Н. Воспоминания о Густаве Малере // Густав Малер. Письма. Воспоминания. — М.: Музыка, 1968. — С. 479.
  26. Van den Hoogen E. Hans Rott. Internationale Hans Rott Gesellschaft Wien. Дата обращения: 20 сентябрь 2015.
  27. Danuser, 1987, с. 684

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Барсова И. Симфонии Густава Малера. М:. Сов. композитор, 1975.
  • Густав Малер. Письма. Воспоминания / Сост. И. А. Барсова. Пер. с нем. С. А. Ошерова. — М: Музыка, 1964..
  • Малер Г. Письма / Общая ред. И. А. Барсовой. Сост. и комментарии И. А. Барсовой, Д. Р. Петрова. Пер. с нем. С. А. Ошерова, Д. Р. Петрова, С. Е. Шлапоберской. — СПб, 2006..
  • Теодор Адорно (Теодор Адорно) (1996). Малер: Музыкальные физиономии. Чикаго: Университет Чикаго Пресс. ISBN 0-226-00769-3.
  • Blaukopf, Курт. 1973 г. Густав Малер. Harmondsworth: Allen Lane. ISBN 0-7139-0464-X.
  • De La Grange, Генри-Луи. 1995 Густав Малер: Вена: Лет Вызова (1897—1904) (Том 2). Oxford University Press. ISBN 0-19-315159-6.
  • De La Grange, Генри-Луи. 2000 Густав Малер: Вена: Триумф и разочарование (1904—1907) (том 3). Oxford University Press. ISBN 0-19-315160-X.
  • Machlis, J. и Forney, K. (1999). Удовольствие от музыки: Введение в Perceptive Listening (Хронологическая версия) (8-е изд.). Нью-Йорк: Нортон. ISBN 0-393-97299-2.
  • Sadie, S. (. 1988. The Grove Краткий словарь музыки. London: Oxford University Press. ISBN 0-333-43236-3.