Эстәлеккә күсергә

Йоһаннес Брамс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Иоганнес Брамс битенән йүнәлтелде)
Йоһаннес Брамс
Johannes Brahms
Төп мәғлүмәт
Тыуған

7 май 1833({{padleft:1833|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})

Тыуған урыны

Һамбург, Германия берлеге

Үлгән

3 апрель 1897({{padleft:1897|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (63 йәш)

Үлгән урыны

Вена, Австро-Венгрия

Ил

Германия Германия

Һөнәрҙәре

композитор, пианист, дирижёр

Әүҙем йылдары

1833—1897

Автограф
Автограф
brahms-institut.de/index…
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Йоһа́ннес Брамс (нем. Johannes Brahms [joːˈhanəs ˈbʁaːms]; 7 май 1833 йыл — 3 апрель 1897 йыл) — немец композиторы, романтизм осороноң төп вәкилдәренең береһе.

Һамбургтығы Йоһаннес Брамс тыуған йорт, 1859 йыл.

Йоһаннес Брамс 1833 йылдың 7 майында Һамбургтың Шлютерсһоф кварталында[1] ҡала театры контрабасисы Якоб Брамс ғаиләһендә[2] тыуған. Композиторҙың ғаиләһе бик бәләкәй генә фатирҙа йәшәгән[1]. Малай донъяға килгәс, ата-әсәһе Ультрихштрассеға күскән[1].

Музыка буйынса тәүге һабаҡтарҙы Йоһаннес атаһынан алған[3]. Һуңғараҡ малай фортепиано һәм композиция теорияһына Отто Косселдән өйрәнгән(нем. Otto Friedrich Willibald Cossel). Ун йәшендә инде Америка буйлап турнеға сығып китерлек итеп концерттар ҡуя алған[4]. Коссель малайҙы композитор Эдуард Марксенда уҡытыу кәрәгенә ата-әсәһен инандырған. Марксен баланың ғәҙәттән тыш һәләтле икәнен бик тиҙ төшөнгән 1847 йылда Иоһаннес шәхси реаль училищены тамамлап[1], тәүге тапҡыр соло коцерт биргән[3].

Иоганнес Брамс, 1853 йыл.

1853 йылдың апрелендә Брамс венгр скрипкасыһы Э. Ременьи менән гастролгә сыға[3].

Брамс бер опера ла яҙмаған, әммә башҡа бөтөн жанрҙарҙа тиерлек ижад иткән[2].

80-ләп әҫәр яҙған: бер һәм күп тауыш өсөн йырҙар, оркестр өсөн серенада, оркестр өсөн Гайдн темаларына вариациялар, ҡыллы ҡоралдар өсөн ике секстет, фортепиано өсөн ике концерт, фортепиано һәм башҡа ҡоралдар өсөн сонаталар, «Rinaldo» кантатаһы, ирҙәр хоры һәм оркестр өсөн әҫәрҙәр, ике увертюра: трагик һәм академик — һәм башҡа бик күп жанрҙарҙа төрлө ҡоралдар өсөн тәғәйенләнгән музыкаһы киң танылыу яулай.

Брамсҡа уның симфониялары дан килтерә. Иң сағыу һәм ҡабатланмаҫ әҫәре — «Алман (немец) реквиемы».

Әҫәрҙәренең исемлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
(аудио)
(аудио)
Интермеццо, Op. 76, No. 7
noicon
Помощь по воспроизведению
(аудио)
(аудио)
Интермеццо, Op. 116, No. 4
noicon
Помощь по воспроизведению
(аудио)
(аудио)
Wondrous Cool
noicon
Помощь по воспроизведению
(аудио)
(аудио)
Двойной концерт ля минор, вторая часть
noicon
Помощь по воспроизведению
(аудио)
(аудио)
Двойной концерт ля минор, третья часть
noicon
Помощь по воспроизведению
(аудио)
(аудио)
Соната для виолончели фа мажор, Op. 99, первая часть
noicon
Помощь по воспроизведению
(аудио)
(аудио)
Соната для виолончели фа мажор, Op. 99, вторая часть
noicon
Помощь по воспроизведению
(аудио)
(аудио)
Соната для виолончели фа мажор, Op. 99, третья часть
noicon
Помощь по воспроизведению
(аудио)
(аудио)
Соната для виолончели фа мажор, Op. 99, четвёртая часть
noicon
Помощь по воспроизведению

Фортепиано өсөн ижады

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Интермеццо ми-бемоль мажор
  • Каприччио си минор, ор. 76 No 2
  • Өс соната
  • Интермеццо
  • Рапсодиялар
  • Р. Шуман темаларына вариациялар
  • Г. Ф. Һендел темаларына вариациялар һәм фуга
  • Паганини темаһына вариациялар (1863)
  • Балладалар
  • Каприччио
  • Фантазиялар
  • Мөхәббәт йырҙары — вальстар, яңы мөхәббәт йырҙары — вальстар, фортепиано өсөн Венгр бейеүҙәре

Орган өсөн әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 11 хор прелюдияһы ор.122
  • Ике прелюдия һәм фугалар
  • Фугалар

Камера ҡоралдары өсөн әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Скрипка һәм фортепиано өсөн сонаталар
  • Виолончель һәм фортепиано өсөн ике соната
  • Кларнет (альт) һәм фортепиано өсөн ике соната
  • Өс фортепиано триоһы
  • Фортепиано, скрипка һәм валторна өсөн трио
  • Фортепиано, кларнет (альт) һәм виолончель өсөн трио
  • Өс фортепиано квартеты
  • Өс ҡыллы квартет
  • Ике ҡыллы квинтет
  • Фортепиано квинтеты
  • Кларнет һәм ҡыллы ҡоралдар өсөн квинтет
  • Ике ҡыллы секстет
  • Фортепиано өсөн ике концерт
  • Скрипка өсөн концерт
  • Скрипка һәм виолончель өсөн икеле концерт
  • Дүрт симфония (№ 1 c-moll op. 68; № 2 D-dur op. 73; № 3 F-dur op. 90; № 4 e-moll op. 98)
  • Ике серенада
  • Й. Гайдн темаһына вариациялар
  • Академик һәм Трагик увертюралар
  • Өс Венгр бейеүе (№ 1, 3 һәм 10 бейеүҙәренә автор оркестровкаһы; башҡа бейеүҙәрҙең оркестровкаһы башҡа авторҙар, шул иҫәптән Антонин Дворжак, Ганс Галь, Павел Юон һ. б. тарафынан эшләнгән)

Вокал һәм хор өсөн әҫәрҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Алман реквиемы
  • Яҙмыш йыры, Триумф йыры
  • Ринальдо кантатаһы, Рапсодия, Паркалар йыры — И. В. Гёте текстарына
  • Йөҙҙән ашыу халыҡ йыры эшкәртмәһе (шул иҫәптән 49 немец халыҡ йыры)
  • Алтмышлаған ҡатнаш хор, Марияның ете йыры (1859), ете мотет
  • Фортепиано менән тауыш өсөн вокаль ансамблдәр — 60 вокаль квартет, 20 дуэт, 200-ләп романс һәм йыр
  • Дүрт ҡәтғи көй
  • А capella хоры өсөн ҡанундар

Брамс әҫәрҙәре яҙмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Симфонияларының тулы комплектын яҙҙыртҡан дирижерҙар: Клаудио Аббадо, Герман Абендрот, Николаус Арнонкур, Владимир Ашкенази, Джон Барбиролли, Даниэль Баренбойм, Эдуард ван Бейнум, Карл Бём, Леонард Берстайн, Адриан Боулт, Семён Бычков, Феликс Вайнгартнер, Бруно Вальтер, Гюнтер Ванд, Джон Элиот Гардинер, Карло Мария Джулини, Кристоф фон Донаньи, Антал Дорати, Колин Дэвис, Вольфганг Заваллиш, Курт Зандерлинг, Яп ван Зведен, Отмар Зюйтнер, Элиаху Инбал, Ойген Йохум, Герберт фон Караян, Рудольф Кемпе, Иштван Кертес, Отто Клемперер, Кирилл Кондрашин, Рафаэль Кубелик, Густав Кун, Сергей Кусевицкий, Джеймс Ливайн, Эрих Ляйнсдорф, Лорин Маазель, Курт Мазур, Чарльз Маккеррас, Нэвилл Марринер, Виллем Менгельберг, Зубин Мета, Евгений Мравинский, Рикардо Мути, Роджер Норрингтон, Сэйдзи Одзава, Юджин Орманди, Витольд Ровицкий, Саймон Рэттл, Евгений Светланов, Лейф Сегерстам, Джордж Селл, Леопольд Стоковский, Артуро Тосканини, Владимир Федосеев, Вильгельм Фуртвенглер, Бернард Хайтинк, Гюнтер Хербиг, Серджиу Челибидаке, Джеральд Шварц, Ханс Шмидт-Иссерштедт, Георг Шолти, Хорст Штайн, Кристоф Эшенбах, Марек Яновский, Марис Янсонс, Неэме Ярви и др. Айырым әҫәрҙәре башҡарыу яҙмалары: Карел Анчерл (№ 1—3), Юрий Башмет (№ 3), Томас Бичем (№ 2), Ханс Вонк (№ 2, 4), Гвидо Кантелли (№ 1, 3), Джансуг Кахидзе (№ 1), Карлос Кляйбер (№ 2, 4), Ханс Кнаппертсбуш (№ 2—4), Рене Лейбовиц (№ 4), Игорь Маркевич (№ 1, 4), Пьер Монтё (№ 3), Шарль Мюнш (№ 1, 2, 4), Вацлав Нойман (№ 2), Ян Виллем ван Оттерло (№ 1), Андре Превин (№ 4), Фриц Райнер (№ 3, 4), Виктор де Сабата (№ 4), Клаус Теннштедт (№ 1, 3), Вилли Ферреро (№ 4), Иван Фишер (№ 1), Ференц Фричай (№ 2), Даниел Хардинг (№ 3, 4), Герман Шерхен (№ 1, 3), Карл Шурихт (№ 1, 2, 4), Карл Элиасберг (№ 3) и др. Скрипкасылар яҙмалары: Джошуа Белл, Ида Гендель, Гидон Кремер, Иегуди Менухин, Анна-Софи Муттер, Давид Ойстрах, Ицхак Перлман, Йожеф Сигети, Владимир Спиваков, Исаак Стерн, Кристиан Ферра, Яша Хейфец, Генрик Шеринг.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 ИОГАННЕС БРАМС 2013 йыл 12 май архивланған.
  2. 2,0 2,1 Статья о Иоганнесе Брамсе в энциклопедии Кругосвет
  3. 3,0 3,1 3,2 Иоганнес Брамс (Brahms)
  4. «Иоганесс Брамс» // Сто великих композиторов. М.: Вече, Автор-составитель Д. К. Самин
рус телендә
Ганс Галь. Иоганнес Брамс. Творчество и личность // Брамс, Вагнер, Верди. Три мастера,три мира. — Феникс, 1998. — С. 23-230. — 640 с. — 5000 экз. — ISBN 5-222-00274-8.
Карл Гейрингер. Иоганнес Брамс = Johannes Brahms. — Москва: Музыка, 1965. — 432 с. — 8430 экз.
Е. М. Царева. Иоганнес Брамс. — Москва: Музыка, 1986. — 384 с. — 30 000 экз.(djvu-книга 2015 йыл 20 сентябрь архивланған.)
Алман телендә
Kalbeck Max. Johannes Brahms. Biographie in 4 Bänden. — Tutzing: Faksimile-Nachdruck Schneider, 1976.
Korff Malte. Johannes Brahms: Leben und Werk. — München: Deutscher Taschenbuch Verlag, 2008. — ISBN 978-3423246569.
McCorkle M. L. Johannes Brahms thematisch-bibliographisches Werkverzeichnis. — München, 1984.
Инглиз телендә
Deiters Hermann. Johannes Brahms: A Biographical Sketch. — München: Cambridge University Press, 2009. — ISBN 978-1108004794.