Йоһанн Себастьян Бах

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Иоганн Себастьян Бах
Johann Sebastian Bach
JSBach.jpg
Портрет Баха (1746)
Төп мәғлүмәттәр
Тыуыу датаһы

31 март 1685({{padleft:1685|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})

Тыуыу урыны

Эйзенах, Саксен-Эйзенах

Вафат булыу датаһы

28 июль 1750({{padleft:1750|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (65 йәш)

Вафат булыу урыны

Лейпциг, Саксония

Әүҙемлек йылдары

1710—1750

Ил

Изге Рим империяһы Изге Рим империяһы

Һөнәрҙәре

композитор, ьашҡарыусы, музыкаль педагог

Ҡоралдары

орга́н, клавесин, скрипка

Жанрҙары

музыка барокко

Commons-logo.svg Аудио, фото, видео на Commons-та

Йо́һанн Себа́стьян Бах (нем. Johann Sebastian Bach; 31 март 168528 май) — XVII быуаттағы барокко дәүеренең бөйөк немец (әлмән) композиторы. Орган һәм оркестр өсөн тәғәйенләнгән, шулай уҡ вокал һәм башҡа 1000-гә яҡын музыкаль әҫәр авторы. Донъяның иң күренекле композиторҙарының береһе булып һанала. Уның ижадында операнан башҡа бөтә жанр музыкаль әҫәрҙәр бар. Бах — шулай уҡ педагогика буйынса бер нисә ғилми хеҙмәт авторы.

Йо́һанн Себа́стьян Бах 1685 йылдың 31 мартында Айзенах ҡалаһында (Саксен-Айзенах, Изге Рим Империяһы) музыканттар Иоһанн Амброзиус Бах һәм Элизабет Леммерхирт ғаиләһендә һигеҙенсе бала булып тыуған. Бахтар XVI быуат башынан уҡ киң билдәле музыканттар була, күптәре был һөнәргә бар ғүмерен арнай.

Йо́һанн Себа́стьянға туғыҙ йәш тулғанда уның әсәһе, ә тағы бер йылдан атаһы вафат була. Органсы булып эшләгән оло ағаһы Иоганн Кристоф малайҙы үҙ тәрбиәһенә ала. Иоһан гимназияла уҡый башлай, ағаһы уны органда һәм башҡа клавишалы музыка ҡоралдарында уйнара өйрәтә. Музыка сәнғәтенә тәбиғәттән бирелгән һөйөү нигеҙендә ул был шөғөлде ныҡлап үҙ итә һәм төрлө ҡоралдарҙа яңынан-яңы әҫәрҙәр өйрәнеү менән бик теләп шөғөлләнә.

1750 йылдың 28 майында Лейпциг ҡалаһында вафат булған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]



Иоганн Себастьян Бах Был композитор тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.