Уолт Дисней

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Уолт Дисней
Walt Disney
Тыуған көнө

5 декабрь 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны

Чикаго, АҠШ

Вафат көнө

15 декабрь 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (65 йәш)

Вафат урыны

Лос-Анджелес, АҠШ

Гражданлығы

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Һөнәре

художник-мультипликатор (аниматор), кинорежиссёр, сценарист, продюсер, актёр

Карьераһы

19201966

Йүнәлеше

ғаилә өсөн кино

Наградалары
Президент Азатлыҡ миҙалы
Президент Азатлыҡ миҙалы
IMDb

ID 0000370

Walt Disney Family Museum

 Уолт Дисней Викимилектә
Newman Laugh-O-Gram (1921)

Уо́лтер Эла́йас Ди́сней (ингл. Walter Elias «Walt» Disney, ХАФӘ: [ˈwɔlt ˈdɪzni][1], 5 декабрь 1901(19011205) — 15 декабрь 1966) — рәссам-мультипликатор, кинорежиссёр, актёр, сценарист, продюсер; «The Walt Disney Company» компанияһына һәм хәҙерге заманда медиаимперияға әйләнгән «Walt Disney Productions» компанияларына нигеҙ һалыусы.

Киноматография тарихында беренсе тауышлы, музыкаль тулы метражлы йәнһүрәттәр төшөрөүсе. Үҙенең ғәҙәттән тыш көсөргәнешле ғүмерендә Уолт Дисней режиссёр булараҡ 111 фильм төшөрә һәм 576 киноның продюсеры була. Кино сәнғәте өлкәһендәге күренекле хеҙмәттәре өсөн 25 «Оскар» статуэткаһы, «Оскар» статусында булған Ирвинг Тальберг исемендәге премия һәм башҡа бик күп премиялар һәм наградалар менән бүләкләнә.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уолт Дисней 1901 йылдың 5 декарендә Чикагола тыуа. Уның ата-бабалары араһында инглиздәр, ирландтар, немецтар булған. 1906 йылда уның ғаиләһе — Миссури штатына фермаға, 1910 йылда Канзас-сити штатына күсенә. 14 йәшендә гәзит таратыусы булып эшләй. Беренсе Бөтә Донъя һуғышы йылдарында Францияла Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре йәмғиәтенең санитар машинаһында хеҙмәт итә.

1919 йылда Дисней кинореклама студияһына рәссам булып эшкә урынлаша, шунда үҙенең беренсе реклама фильмдарын эшләй, шул ваҡытта уның рәсем анимацияһында экспериментын дауам итеү теләге тыуа. Ваҡыт үтеү менән Дисней Канзас-Ситила үҙенең «Laugh-O-Gram» анимация студияһын аса, Аб Айверкс уның компаньоны һәм баш аниматоры була. Тик фирма бөлгөнлөккә төшә.

1925 йылдың июлендә студияһында эшләүсе Лилиан Боунстҡа өйләнә (1899—1997). 1933 йылда уларҙың ҡыҙы Дайана Мэри тыуа. Икенсегә бала табыуға мөмкинлектәре булмағанға, 1937 йылда ҡыҙлыҡҡа бала алалар, уға Шэрон Мэй Дисней (1936—1993) тигән исем бирәләр.

Дайана Мэри Дисней (1933—2013[2]) — ете бала әсәһе, популяр Уолт Дисней биографияһының авторы, Уолт Дисней менән бәйле бер нисә проект авторы, Сан-Францискола Уолт Дисней музейын нигеҙләүсе (музей 2009 йылдың октябрендә асыла). Өлгөлө атайҙың буш ваҡытын ғаиләһе менән үткәреүе, йыш ҡына балалар менән урамға сығып йөрөүе тураһында һөләй Дайана. Уның балаларға ла, өлкәндәргә лә ҡыҙыҡлы уйын урынын булдырыу тураһында хыялланғанын иҫкә ала. Диснейленд нәҡ шундай урын була ла инде.

Дисней ныҡлы антикоммунист[3] була һәм оҙаҡ йылдар ФБР[4] менән хеҙмәттәшлек итә, үҙ ихтияжы менән Голливудта бергә эшләгән хеҙмәттәштәренә ошаҡ яҙа[5]. Һуғыштан һуң Америкаға ҡаршы эҙәрлекләү комиссияһына кино донъяһындағы йәшәрен коммунистарҙы табырға ярҙам итә.

Дебют[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1922—1937 йылдарҙа ижади хеҙмәткәр булып эшләй, һуғыштан һуң кино төшөрөү менән мәшғүл була. 1923 йылда Дисней Лос-Анжелесҡа килеп үҙенең туғаны Рой менән Голливудта ҙур булмаған The Walt Disney Company анимация студияһын аса.

1924 йылдың 1 мартында Дисней, Льюис Керроллдың «Алиса мөғжизәләр илендә» китабы буйынса төшөрөлгән «Алисаның диңгеҙҙәге көнө» исемле беренсе фильмын тәкдим итә. 1926—1927 йылдарҙа рәсем эшләп төшөргән фильмдар серияһын ошо китап героиняһы хөрмәтенә «Алиса мультипликация илендә» тип атай (Алиса мажаралары тураһында Дисней барлығы 56 фильм төшөрә). Шул ваҡытта Дисней йәнһүрәттәре стиле формалаша.

Микки Маус һәм башҡалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1927 йылда «Кролик Освальд» ҙур танылыу яулай, уның төп геройы Дисней фильмдарының танылған персонаждары галереяһын аса. Аб Айверкс төшөргән сысҡан балаһы Микки Маусты башта Мортимер тип атайҙар, һуңғараҡ хәҙерге заманда бөтә донъяға танылған исемен ала. Сысҡан балаһы Микки Маус беренсе тапҡыр «Ахмаҡ аэроплан» фильмында барлыҡҡа килә (1928), ошо уҡ йылда Диснейҙың беренсе рәсемдәр менән төшөрөлгән синхрон тауышлы «Пароход Вилли» фильмының төп геройы була. Беренсе ленталарҙа Дисней сысҡан балаһына үҙенең тауышын яҙҙыра, тиҙҙән был фильм режиссёрға уңышҡа юл аса.

1929 йылда Дисней «Бер ҡатлы симфония» йәнһүрәттәре циклында эшләй, 1938 йылда 70-тән артыҡ серияһын төшөрә, шул иҫәптән: «Һөлдәләр бейеүе» (1929), «Ерәнес өйрәк балаһы» (1932), «Өс сусҡа бәрәсе» (1933). Был фильмдарҙа Плуто (1930) исемле эт, Гуфи (1932) исемле ҡарауыл эте һәм өйрәк себеше Дональд Дак (1934) ҡатнаша.

Дисней һәм ете гном, 1937 йыл

«Белоснежка һәм 7 гном», «Пиноккио»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дисней һәм ете гном 1937 йылда

Диснейға 14 йәш тулып гәзит һатыусы булып эшләгәнендә Канзас-Сити урамында Белоснежка тураһында ҡыҫҡа ғына телһеҙ йәнһүрәт ҡарарға насип була, һәм шул таҫманы ғүиере буйына иҫендә тота. 1934 йылдың көҙөндә Дисней ағалы-ҡустылы Гримм әкиәттәре буйынса сценарий ҡараламаһының тәүге яҙмаларын ҡағыҙға төшөрә. Был сценарийҙың һуңғы версияһы өҫтөндә Дисней менән бергә, Отто Ингландер, Эрл Хард һәм Тэд Сирсты ла индереп, бер нисә кеше эшләй. 1937 йылдың 21 декабрендә Америка экрандарында тәүге тапҡыр Диснейҙың ағалы-ҡустылы Гримм әкиәттәре буйынса тулы метражлы «Белоснежка һәм ете гном» анимация фильмы күрһәтелә. «Белоснежка» Диснейға ҙур уңыш килтерә: популярлыҡ, 8 миллион доллар килем һәм матбуғатта юғары баһа.

Тиҙҙән яңы тулы метражлы фильмдар барлыҡҡа килә. ΧΙΧ быуаттағы итальян яҙыусыһы Карло Коллодя әкиәттәре буйынса «Пиноккио» (1940) фильмын тамашасылар оло ҡыуаныс менән ҡарау бәхетенә өлгәшә, уны тәнҡитселәр ҙә ыңғай ҡабул итә. Уңышҡа өлгәшеү өсөн фильм өҫтөндә эшләүселәргә ысын мәғәнәһендә титаник эш башҡарырға тура килә: Пиноккионың киттан ҡасырға тырышыу күренешен яҡшыраҡ итеп төшөрөү өсөн рәссамдар ысын киттарҙың ҡылыҡтарын һәм хәрәкәттәрен бик оҙаҡ өйрәнә. Был фильмға яҙылған музыка «Оскар» менән бүләкләнә (авторҙары Ли Харлайн, Поль Смит һәм Нед Вашингтон). Шулай уҡ «wish When you upon a star» йыры ла билдәләнеп үтә (Нэд Вашингтон һүҙҙәре, Ли Харлайн музыкаһы).

«Фантазия»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уолт Диснейҙың анимация студияһына нигеҙ һалыусы бик күптән үҙенең әкиәт батшалығын булдырыу тураһында хыяллана. 1953 йылда Уолт Дисней 17 ғаиләне Лос-Анджелестан көньяҡҡа табан 50 километрҙа ятҡан ерҙәрен һатырға күндерә, һәм быға тиклем бер ерҙә лә булмаған парк төҙөлә башлай. Ә 1955 йылдың 17 июлендә «Диснейленд» тантаналы рәүештә асыла.

Джо Грант һәм Дик Хьюмар сценарийы буйынса, Эдвард Пламбтың музыкаль етәкселегендә режиссёр Уолт Дисней төшөргән «Фантазия» (1940) йәнһүрәте ҡаршылыҡлы фекерҙәр тыуҙыра. Фильмдың идеяһы «бер ҡатлы симфониялар» өҫтөндә эшләгән ваҡытта уҡ барлыҡҡа килә. «Фантазия» — тауыш, яҡтылыҡ һәм һүрәт менән ҡыйыу тәжрибәләр ул. Мәҫәлән, Иоганн Себастьян Бахтың токката һәм фугаһы абстракт формалар, Чайковскийҙың «Щелкунчик» балеты музыкаһы бәшмәктәр бейеүе кәүҙәләнешендә бирелә; Игорь Стравинскийҙың «Яҙ байрамы» фонында донъяның барлыҡҡа килеүе тураһындағы сағыу сюжет күрһәтелә. Бетховендың «Пастораль симфонияһы» яңғырағанда экранда кентавр пәйҙә була. Тик 1960 йылдарҙа ғына «Фантазия» танылыу яулай.[<span style="" title="не указан источник на утверждение (20 февраля 2017)">723 сығанағы көн күрһәтелмәгән</span>]

«Дамбо» һәм «Бэмби»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Диснейҙың тулы метражлы фильмдарын йыш ҡына ғаилә фильмдары тип атайҙар. Бында һүҙ «Дамбо» (1941) фильмы тураһында бара: Хелен Эберсон һәм Гарольд китабы нигеҙендә цирктағы осорға өйрәнгән фил балаһы тураһындағы музыкаль хикәйә ул (режиссёры — Бен Шарпстин). Мауыҡтырғыс махаралар, һүрәт-персонаждарҙың нәфис хәрәкәттәре — былар барыһы ла фильмға ҙур популярлыҡ килтерә.

Ә «Бэмби» (1942) фильмындағы болан балаһы балаларҙың ғына түгел, ә ата-әсәләрҙең дә һөйөүен яулай.

«Көлбикә» һәм башҡа йәнһүрәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1950 йылда Дисней изге фея ярҙамы менән һоҡланғыс принцтың кәләше булыуға өлгәшкән тыйнаҡ ҡыҙ тураһындағы фильмдың һүрәт версияһын булдыра. Уилфред Джексон, Гамильтон Ласки һәм Клайд Джероними «Көлбикә» («Золушка») (башҡортса атамаһы Алһыу Хамматованан) фильмының режиссёрҙары була. Фильм текник йәһәттән оҫта эшләнгәнлектән Берлин кинофестивалендә «Алтын айыу» менән бүләкләнә, ә Көлбикә һүрәте футболка, түшәк кәрәк-яраҡтары һәм донъяның күп илдәрендә ҡулъяҡлыҡтарға төшөрөлә.

"Көлбикә"не төшөргән режиссёрҙар 1953 йылда сэр Джеймс Барри китабы буйынса тулы метражлы «Питер Пэн» йәнһүрәтен төшөрә. Уның артынса шундай уҡ данға ҡаҙанған «Леди һәм бродяга» (1955), «Йоҡоға талған һылыуҡай» (1959) һәм «101 далматинец» (1961) фильмдарын сығара, улар хәҙер мультипликация киноһы классиктары тип таныла.

Продюсерлыҡ эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1948 йылда Уолт Дисней үҙенең белем биреү йүнәлешендәге төҫлө серияһын экранға сығара, был фильмдар, нигеҙҙә, тәбиғәткә аранала («Тере сүллек» (1953), «Ер йөҙөнән юғала барған прерия» (1954), режиссёры Джеймс Элгар). Фильмдар ҙур популярлыҡ яулай, сөнки уларҙа тәбиғәт, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошонаоң кешегә бик аҙ ғына билдәле булған мәғлүмәттәре асыла. Уолт Дисней тамашасыларҙы тәбиғәтте һаҡларға, яҡларға саҡыра.

Шул уҡ ваҡытта мажаралы уйын фильмдары ла төшөрөлә. Роберт Льюис Стивенсон повесы буйынса «Хазиналар утрауы» (1950, режиссёры Хаскин Байрон), «Робин Гуд» (1952, режиссёры Кен Аннакин), шулай уҡ «Мэри Поппинс» мюзиклы (1964) йәш тамашасыға иҫәпләнә. Мюзиклда анимация менән актёрҙар уйыны берләштерелә. Уолт Диснейҙың «Мэри Поппинсы» биш «Оскар» (режиссёры Роберт Стивенсон) менән бүләкләнә. Атап үтелгән фильмдарҙа Уолт продюсер булараҡ сығыш яһай, фильм төшөрөү барышын күҙәтә һәм художество йәһәтенән дә йоғонтоһо тос була.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дисней 1925 йылдың июлендә үҙ студияһының сәркәтибе Лилиан Боундсҡа (1899—1997) өйләнә. 1933 йылда уларҙың ҡыҙы Дайана Мэри тыуа. Икенсе бала табыу мөмкинлеге булмағанға 1937 йылда бер ҡыҙ баланы ҡыҙлыҡҡа алалар, уға Шэрон Мэй исемен ҡушалар (1936—1993).

Дайана Мэри Дисней (1933—2013[6]) — ете бала әсәһе, Уолт Дисней биографияһының авторы, уның исеме менән бәйле бер нисә проектты ойоштороусы, «The Walt Disney Company» компанияһы етәкселәренең береһе, Сан-Францискола Уолт Дисней музейына нигеҙ һалыусы (2009 йылдың октябрендә асыла). Дайана һүҙҙәре буйынса, Уолт Дисней өлгөлө ғаилә башлығы була, бөтә буш ваҡытын ғаиләһенә бағышлай, балалары менән бергә саф һауала йөрөргә ярата. Ошондай сәйәхәттәрҙең береһендә Диснейҙа өлкәндәргә лә, балаларға ла ҡыҙыҡлы булған урын булдырыу хыялы тыуа. Бына шулай итеп Диснейленд барлыҡҡа килә.

Дисней инанған антикоммунист була[7]. The New York Times гәзите Уолт Дисней тураһында түбәндәгнеләрҙе яҙа: яҙыусы Марк Элиоттың «Уолт Дисней — чёрный принц Голливуда (инг.)баш.» китабында Уолт Дисней оҙаҡ йылдар ФБР менән хеҙмәттәшлек иткән тип раҫлана[7]. Журналист Бриман Шимон, Дисней үҙ инициативаһы буйынса бюроға Голливуд буйынса хеҙмәттәштәренә шикәйәттәр яҙған, тип раҫлай[7][<span style="" title="утверждение основано на неавторитетном источнике (5 февраля 2019)">неавторитетный источник?</span>]. Һуғыштан һуң Уолт Дисней Америкаға ҡаршы эшмәкәрлек буйынса комиссияға кино донъяһында «йәшерен коммунистарҙы» асыҡларға ярҙам итә.

Дисней сысҡандан бик ҡурҡа[8].

Режиссерлыҡ стиле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

"Вилли исемле бәләкәй пароход"тан башлап Дисней таҫмаларында музыка мөһим роль уйнай башлай. Уның фильмдарында тауыш диалогтан һәм һүрәттән торған әҫәрҙә гармония тыуҙырыу өсөн фон ғына түгел, ә уларҙың мөһим состав өлөшө булып тора.

Дисней рәссамдары хайуан һүрәтен төшөрөрҙән алда уларҙың тере прототиптарының ҡылыҡтарын ентекле өйрәнә. Шуға ла экрандағы хәрәкәттәр тулыһынса дөрөҫлөккә тап килә.

«Фантазия» йәнһүрәтендә тәүге тапҡыр киң экран аша стереотауыш яңғырай. Музыканы Филадельфия симфоник оркестры башҡара.

Дисней режиссёрҙарҙан тәүгеләрҙән булып өс таҫмалы кино төшөрөү аппараттарын ҡуллана башлай. Был яңылыҡ «Техниколор» (ингл. Technicolor) процесы өсөн бик кәрәк булып сыға.

Уолт Дисней студияһында йәнһүрәт эшләүселәргә премия түләү системаһын да индерә, һуңығараҡ башҡа студиялар ҙа был алымды ҡуллана.

Үлеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дисней 1966 йылдың 15 декабрендә Лос-Анджелеста үпкә шеш ауырыуынан үлә.

Был ваҡиғанан һуң уның исемен йөрөткән компания үҙ фильмдарында тәмәке күрһәтмәҫкә тигән стратегик ҡарар ҡабул итә.

Диснейҙың үлеменән һуң киностудия балалар өсөн анимацион һәм уйын фильмдарын төшөрөүҙе дауам итә.

1968 йылда Дисней үлгәндән һуң АҠШ-тың юғары наградаһы — Конгресстың Алтын миҙалы менән бүләкләнә.

Уолт Дисней криоген камерала, алыҫ киләсәктә иретеп алыу ысула табылғас, терелеү өмөтө менән туңдырылған, тигән фараз йәшәп килә.

Ысынында иһә, ул Форест-Лаун зыяратында ерләнгән.

Тәнҡит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дисней тере саҡта һәм ул үлгәндән һуң да антисемитизм ҡарашына эйә булыу мөмкинлеге әүҙем тикшерелә. Бының өсөн уның тормошондағы ҡайһы бер эпизодтар нигеҙ булып тора. Арт Бэббит, Дисней Германия-Америка союзы[9] йыйылышында булған, тип раҫлай. Икенсе бер аниматор, Дэвид Свифт, студиянан эштән киткән сағында Уолтттың йәһүдтәрҙе яратмай һөйләүен ишетә[10].

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Disneya астероиды (4017) Дисней хөрмәтенә аталған, уны астроном Людмила Карачкина Ҡырым Астрофизик Обсерваторияһында 1980 йылдың 21 февралендә аса.
  • «Мистер Бэнксты ҡотҡарырға» (2013) биографик фильмында Дисней ролен Том Хэнкс башҡара.
  • «Үтеп барыусы дәүер генийҙары һәм яуыз йәндәре» (Рәсәй, 2003 г.) циклынан документаль фильмда Дисней ролен Рәсәй актёры Дмитрий Филимонов башҡара.

Ғәмәлгә ашмаған проекттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Destino» йәнһүрәтен Сальвадор Дали менән бергә төшөрөргә ниәтләгән була.
  • «Бесәй-аристократтар» йәнһүрәте, 1970 йылда Диснейҙың вафатынан һуң донъя күрә.

Фильмографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1921 — «Ньюман Смех-О-Г»
  • 1922 — «Красная Шапочка»
  • 1922 — «Четверо музыкантов из Бремена»
  • 1922 — «Джек и Бобовый стебель»
  • 1922 — «Джек убийца великанов»
  • 1922 — «Голди и Три медведя»
  • 1922 — «Кот в сапогах»
  • 1922 — «Золушка»
  • 1922 — «Зуб Томми Такера»
  • 1923 — «Марфа»[сығанаҡ 2444  көн күрһәтелмәгән]
  • 1923 — 1927 — «Приключения Алисы»:
  • 1923 — «Страна чудес Алисы» (ингл. Alice’s Wonderland)
  • 1924 — «Алиса на море» (ингл. Alice's Day at Sea)
  • 1924 — «Жуткое приключение Алисы» (ингл. Alice’s Spooky Adventure)
  • 1924 — «Шоу Дикого Запада Алисы» (англ. Alice’s Wild West Show)
  • 1924 — «История рыбалки Алисы» (англ. Alice’s Fishy Story)
  • 1924 — «Алиса и Ловец собак» (англ. Alice and the Dog Catcher)
  • 1924 — «Алиса-миротворец» (англ. Alice the Peacemaker)
  • 1924 — «Алиса едет в Данию» (англ. Alice Gets in Dutch)
  • 1924 — «Алиса охотится в Африке» (англ. Alice Hunting in Africa)
  • 1924 — «Алиса и три медведя» (англ. Alice and the Three Bears)
  • 1924 — «Алиса-волынщик» (англ. Alice the Piper)
  • 1925 — «Алиса сражается с каннибалами» (англ. Alice Cans the Cannibals)
  • 1925 — «Алиса-Тореадор» (англ. Alice the Toreador)
  • 1925 — «Алиса становится нервной» (англ. Alice Gets Stung)
  • 1925 — «Алиса решает загадку» (англ. Alice Solves the Puzzle)
  • 1925 — «Фабрика Алисы по производству яиц» (англ. Alice’s Egg Plant)
  • 1925 — «Алиса терпит неудачу» (англ. Alice Loses Out)
  • 1925 — «Алиса поклонник театра» (англ. Alice Is Stage Struck)
  • 1925 — «Алиса выигрывает Дерби» (англ. Alice Wins the Derby)
  • 1925 — «Алиса выбирает чемпиона» (англ. Alice Picks the Champ)
  • 1925 — «Оловянный пони Алисы» (англ. Alice’s Tin Pony)
  • 1925 — /Alice Chops the Suey
  • 1925 — /Alice the Jail Bird
  • 1925 — /Alice Plays Cupid
  • 1925 — ингл. Alice Rattled by Rats
  • 1925 — «Алиса в джунглях (ингл. Alice in the Jungle)
  • 1926 — „Алиса на ферме“ (ингл. Alice on the Farm)
  • 1926 — ингл. Alice’s Balloon Race
  • 1926 — „Маленький парад Алисы“ (англ. Alice’s Little Parade)
  • 1926 — /Alice’s Mysterious Mystery
  • 1926 — „Сиротка Алисы“ (англ. Alice’s Orphan)
  • 1926 — „Алиса очаровывает рыбу“ (англ. Alice Charms the Fish)
  • 1926 — „Бессмысленная работа Алисы“ (англ. Alice’s Monkey Business)
  • 1926 — „Алиса в стране снов“ (англ. Alice in Slumberland)
  • 1926 — „Алиса на Диком Западе“ (англ. Alice in the Wooly West)
  • 1926 — „Алиса-Пожарный“ (англ. Alice the Fire Fighter)
  • 1926 — /Alice Cuts the Ice
  • 1926 — /Alice Helps the Romance
  • 1926 — „Испанская гитара Алисы“ (англ. Alice’s Spanish Guitar)
  • 1926 — /Alice’s Brown Derby
  • 1926 — „Алиса-дровосек“ (англ. Alice the Lumberjack)
  • 1927 — /Alice the Golf Bug
  • 1927 — /Alice Foils the Pirates
  • 1927 — „Алиса на карнавале“ (англ. Alice at the Carnival)
  • 1927 — „Алиса на родео“ (англ. Alice at the Rodeo)
  • 1927 — /Alice the Collegiate
  • 1927 — „Алиса в Альпах“ (англ. Alice in the Alps)
  • 1927 — „Автогонки Алисы“ (англ. Alice’s Auto Race)
  • 1927 — /Alice’s Circus Daze
  • 1927 — /Alice’s Three Bad Eggs
  • 1927 — /Alice’s Knaughty Knight
  • 1927 — „Пикник Алисы“/Alice’s Picnic
  • 1927 — /Alice’s Channel Swim
  • 1927 — „Алиса в Клондайке“ (англ. Alice in the Klondike)
  • 1927 — /Alice’s Medicine Show
  • 1927 — /Alice the Whaler
  • 1927 — /Alice the Beach Nut
  • 1927 — ингл. Alice in the Big League

Уолт Дисней тураһында фильмдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2015 — «Уолт Дисней»
  • 2013 — «Мистер Бэнксты ҡотҡарырға»

Наградалары һәм премиялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Оскар» кинопремиялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Алтын глобус»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1948 — «Бэмби» — за версию фильма на хинди
  • 1953 — Премия им. Сесиля де Милля
  • 1954 — «Живая пустыня»
  • 1955 — Davy Crockett в сериале «Disneyland»
  • 1956 — «Клуб Микки Мауса»

«BAFTA»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1955 — Иң яҡшы документаль фильм — «Ер йөҙөнән юғала барған прерия» (1954)
  • 1961 — Иң яҡшы анимацион фильм — «Йөҙ ҙә бер далматинец» (1961)

Бүләк Канн кинофестивале бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1946 — Иң яҡшы анимацион фильм — Make Mine Music (1946)
  • 1953 — фестивалде танытҡан өлөшө өсөн.

David di Donatello[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1956 — «Леди һәм берәҙәк» (1955)

Directors Guild Of America[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1955 — Member Honorary Life Award

Алтын экран[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1969 — «Джунгли китабы» (1967) — үлгәндән һуң

Laurel Awards[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1958 — Golden Laurel — лучшему продюсеру (2-е место)
  • 1959 — Golden Laurel — лучшему продюсеру (3-е место)
  • 1960 — Golden Laurel — лучшему продюсеру (2-е место)
  • 1961 — Golden Laurel — лучшему продюсеру
  • 1962 — Golden Laurel — лучшему продюсеру
  • 1963 — Golden Laurel — лучшему продюсеру
  • 1964 — Golden Laurel — лучшему продюсеру
  • 1965 — Golden Laurel — лучшему продюсеру
  • 1966 — Golden Laurel — лучшему продюсеру
  • 1967 — Golden Laurel — специальный приз, посмертно

Montreal World Film Festival[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1999 — Grand Prix des Amériques Special — кино сәнғәтенә индергән өлөшө өсөн, үлгәндән һуң

Motion Picture Screen Cartoonists Awards[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1987 — «Белоснежка һәм ете гном» фильмының 50 йыллығы хөрмәтенә махсус приз, үлгәндән һуң

New York Film Critics Circle Awards[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1939 — «Белоснежка һәм ете гном» өсөн махсус приз
  • 1940 — «Фантазия» өсөн махсус приз

Венеция кинофестивале[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1934 — Иң яҡшы анимацион фильм — Funny Little Bunnies (1934)
  • 1935 — Иң яҡшы анимацион фильм — The Band Concert (1935)
  • 1936 — Иң яҡшы социаль-сәйәси фильм — Il cammino degli eroi (1936); шулай уҡ Who Killed Cock Robin? йәнһүрәте (1935) билдәләнә
  • 1938 — «Белоснежка һәм ете гном» өсөн приз
  • 1950 — «Көлбикә» һәм «In Beaver Valley» документаль фильмы өсөн махсус приз

«Эмми» бүләге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1956 — иң яҡшы продюсер

«Энни» бүләге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1975 — Виндзор-МакКей исемендәге награда, үлгәндән һуң

Голливудтың дан аллеяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уолт Дисней кино сәнғәтенә һәм телевидение үҫешенә индергән тос өлөшө өсөн Дан аллеяһында 2 йондоҙ-эмблемаһына эйә.

Башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1940 — Прогресс миҙалы (кино һәм телевидение инженерҙары йәмғиәте)
  • 1952 — Прогресс миҙалы (Америка йәмғиәтенең Фотография йәмғиәте)

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рой Оливер Дисней — Уолт Диснейҙың өлкән ағаһы. Дисней уның менән бергә хәҙер The Walt Disney Company булараҡ билдәле команияны аса. Рой генераль директор (1929—1971) һәм компанияның президенты (1945—1971) вазифаларын биләй.
  • The Walt Disney Company — донъяла күңел асыу индустрияһының иң эре корпорацияларының береһе. 1923 йылдың 16 октябрендә ағалы-ҡустылы Уолтер һәм Рой Дисней нигеҙ һалған ҙур булмаған анимация студияһы — хәҙер Голливудтың иң ҙур студияларының береһе, уларҙың 11 тематик күңел асыу паркы, ике аквапаркы, сәйәхәттәрҙе хеҙмәтләндереүсе дүрт лайнеры (Disney Line Cruises бүлендек компанияһы ҡарамағында)[13], шул иҫәптән ABC-ны ла индереп, бер нисә телетапшырыуҙар селтәре бар.
  • «Диснейленд» — Калифорнияла Анахаймела популяр юғары табыш биреүсе күңел асыуҙар паркы. 1955 йылда асыла.
  • Walt Disney Studios — Уолт Дисней компанияһы медиаконгломератының халыҡ-ара штаб-фатиры, ул Калифорния штатының Бербанк ҡалаһында урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Инглиз телендә әйтелеше — Дизни.
  2. В США скончалась старшая дочь Уолта Диснея. ИТАР—ТАСС (20 ноябрь 2013). Дата обращения: 20 ноябрь 2013.
  3. Бизнес. Истории успеха. Уолт Дисней
  4. Газета «КоммерсантЪ» от 8 мая 1993 года
  5. Хроники Иерусалима
  6. В США скончалась старшая дочь Уолта Диснея. ИТАР—ТАСС (20 ноябрь 2013). Дата обращения: 20 ноябрь 2013.
  7. 7,0 7,1 7,2 Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  8. Киностудия `Уолт Дисней` отмечает своё восьмидесятилетие. Дата обращения: 28 март 2013. Архивировано 4 апрель 2013 года.
  9. Gabler, Neal. Walt disney: Imagination of The American Triumph (2006). New York, NY. House Random. ISBN 0-679-43822-X, p. 448
  10. Gabler, Neal. Walt disney: Imagination of The American Triumph (2006). New York, NY. House Random. ISBN 0-679-43822-X, p. 456
  11. AFP. Lost 1927 Disney Christmas film found in Norway (ингл.). Theguardian.com (11 декабрь 2014). Дата обращения: 5 февраль 2019.
  12. Утерянный рождественский мультфильм Уолта Диснея, созданный им в 1927 году, случайно нашли за Северным полярным кругом. NEWSru.com (12 декабрь 2014). Дата обращения: 5 февраль 2019.
  13. Компания Disney Cruises Line. Дата обращения: 5 февраль 2019.


Урыҫ теледә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡа телдәрҙә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Barrier, Michael (1999). Cartoons Hollywood: Animation ялға age in American Its. Oxford: Oxford University Press. ISBN 0-19-516729-5.
  • Mosley, Leonard. World ' s Disney': A Biography (1985, 2002). Chelsea, MI: Scarborough House. ISBN 0-8128-8514-7.
  • Schickel, and Dee Richard, Ivan R (1967, 1985, 1997). Version Disney The: The Life, Times, Commerce and art of walt disney. Chicago: Dee Ivan R., Publisher. ISBN 1-56663-158-0.
  • Thomas, Bob (1991). Animation Disney’of Art ' s: Beauty to the Beast From Mickey and Mouse. New York: Hyperion. ISBN 1-56282-899-1
  • Thomas, Bob (1976,1994). Walt disney: An American Original ISBN 0-7868-6027-8
  • Broggie, Michael (1997, 1998, 2005). Disney’Railroad Walt ' s Story. Virginia Сау Virginia. Donning Publishers. ISBN 1-56342-009-0
  • Eliot, Marc (1993). Walt disney: Prince ' s Dark Hollywood'. Каро. ISBN 1-55972-174-X
  • Gabler, Neal. Walt disney: Imagination of The American Triumph (2006). New York, NY. House Random. ISBN 0-679-43822-X
  • Sherman, and Sherman Richard Robert (1998) «time ' s Walt': Beyond to before From» ISBN 0-9646059-3-7.


Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Barrier, Michael (1999). Hollywood Cartoons: American Animation in Its Golden Age. Oxford: Oxford University Press. ISBN 0-19-516729-5.
  • Mosley, Leonard. Disney’s World: A Biography (1985, 2002). Chelsea, MI: Scarborough House. ISBN 0-8128-8514-7.
  • Schickel, Richard and Dee, Ivan R (1967, 1985, 1997). The Disney Version: The Life, Times, Art and Commerce of Walt Disney. Chicago: Ivan R. Dee, Publisher. ISBN 1-56663-158-0.
  • Thomas, Bob (1991). Disney’s Art of Animation: From Mickey Mouse to Beauty and the Beast. New York: Hyperion. ISBN 1-56282-899-1